+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Яңы үрҙәр асҡым килә"

"Миңә һигеҙ-ун йәш тирәһе ине. Ауылда туй бара. Малайҙар менән урамда велосипедта йөрөй инек, туйҙағылар мине туҡтаттылар ҙа, велосипедымды тартып алдылар, ҡулға гармун тотторҙолар. Юл уртаһында, эй, уйнай башланым. Тегеләр миңә аҡса һибәләр, ҡағыҙ аҡсаларҙы услап-услап кеҫәмә һалалар. Байтаҡ йыйылды. Аҙаҡ магазинға барып туңдырма һәм виноград алып малайҙарҙы һыйланым".

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы Фәнис Рәхмәтов менән әңгәмәләшергә күптән ниәтләнә инем. Уҙған йылғы театр миҙгеле һөҙөмтәләре буйынса Олжас Жанайдаровтың «Джут. Һуңғы йәйләү» спектаклендә «Иң яҡшы ир-егет ролен башҡарыусы», «Тамаша биҙәге» премияһы лауреаты, Башҡортостан театр эшмәкәрҙәренең Йәштәр премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булды ул. Бүрәт Республикаһында, Силәбелә үткәрелгән халыҡ-ара театр фестивалдәрендә ҡатнашты. Бәлки осрашыуыбыҙҙың һуңға ҡалыуы йәтешерәктер ҙә, әйтергә теләгән уй-фекерҙәр, хис-тойғолар күңелдән урғылып торҙо, һөйләшеүебеҙ ҙә йәнле барҙы.
– Сәләм, Фәнис, ниһайәт! Һине театрҙа табып та булмай: әле репетиция, әле фестивалдә, әле гастролдәрҙә... Һөйләшергә ваҡытыбыҙ бармы? Бер журналист әйткәйне, интервью алырға барғанда ҡулығыҙҙа блокнот булмаһын, тип. Мин ҡағыҙымды һалам да, һинең менән былай ғына һөйләшәм, йәме.
– Ихласлап һөйләшеүе – үҙе бер ғүмер ҙә инде! Нимәнән башлайбыҙ?
– Һәр саҡтағыса: иң баштан...
– 1982 йылдың 2 сентябрендә Хәйбулла районы Бүребай ауылында тәүге бала булып донъяға килгәнмен. Земфира исемле һеңлем бар, ул әлеге ваҡытта тормошта. Мин мәктәптә үк төрлө түңәрәктәргә йөрөп, йыр-бейеүгә ылығып киттем. Мәктәп-ара, район кимәлендә сығыш яһаным. «Сулпылар» республика телевизион бәйгеһендә лә ҡатнаштым. Сәнғәткә булған мөхәббәт ата-әсәйемдән киләлер: атайым оҫта бейей, әсәйем йырларға ярата. Улар бит бер-береһен сәнғәт аша үҙешмәкәр смотрҙа ҡатнашҡанда тапҡандар. Шулай бер көндө атайым олатайымдың (әсәйемдең ағаһы) боҙоҡ гармунын дуҫына ремонтҡа бирергә тип алып ҡайтҡайны. Ә мин шул гармунды тотоп, көҙгө алдына ултырҙым да, үҙем яйлап уйнарға өйрәндем. Шунан һуң малайҙарға ҡарап гитараны ҡулға алдым. Ҡурайҙа һыҙҙырҙым. Төрлө мәжлестәрҙә, сараларҙа музыка ҡоралдарында гел уйнай торғайным. Хатта бер ваҡыт шундай хәл булды. Миңә һигеҙ-ун йәш тирәһе ине. Ауылда туй бара. Малайҙар менән урамда велосипедта йөрөй инек, туйҙағылар мине туҡтаттылар ҙа, велосипедымды тартып алдылар, ҡулға гармун тотторҙолар. Юл уртаһында, эй, уйнай башланым. Тегеләр миңә аҡса һибәләр, ҡағыҙ аҡсаларҙы услап-услап кеҫәмә һалалар. Байтаҡ йыйылды. Аҙаҡ магазинға барып туңдырма һәм виноград алып малайҙарҙы һыйланым.
– Артист булып китереңә бер кемдең дә шиге булмағандыр инде?..
– Ҡыҙыҡ, минең бөтә тоҡомом – таусылар. Ҡартатайым Бүребай ауылына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Атайым, ағайҙарым – барыһының таусы булып эшләгән йылын бергә ҡушһаң, дүрт йөҙ илле йыл ярым тирәһе ваҡыт килеп сыға. Ә мин туғыҙынсы синыфты бөткәс, Салауат музыка училищеһына уҡырға киттем. Халыҡ музыка ҡоралдары факультетына Рәжәп Нәҙерғолов курсына эләктем. Училищеға килгәндә бер нота ла белмәй инем, нисек ишетәм – шулай уйнайым. Шунда бөтә көсөмдө, һәләтемде һалып ҡағиҙә буйынса, ноталар менән уйнарға өйрәндем. Дүрт йыл буйы таңдан алып ҡара кискә тиклем шөғөлләндем. Бирелеп уҡыным. Дәрестәр оҡшай ине. Сәнғәт институтының музыка бүлегенә инергә әҙерләндем. Дүртенсе курста уҡығанда Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығынан хат килеп төштө: Мәскәүгә Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһында уҡырға теләүселәрҙе йыялар. Ләкин мин театр тураһында бөтөнләй уйламағайным. Салауат башҡорт театры училищенан юл аша ғына урынлашһа ла, бер ҙә барғаным булманы. Ятаҡта йәшәгәндә иптәштәрем, ни эшләп театральныйға бармайһың, тип һорай торғайнылар. Минең ундай ниәтем бөтөнләй юҡ ине. Училищенан Өфөгә имтихан бирергә өс кешене ебәрҙеләр. Икәүебеҙ беренсе турҙы уңышлы үттек.
– Мәскәүҙән эксперттар килгәйнеме?
– Имтихандар Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте. Баһалама ағзалары булып Гөлли Мөбәрәкова, Хөрмәтулла Үтәшев, Таңсулпан Бабичева, Азат Йыһаншин, министрлыҡтан кешеләр ултырҙы. Икенсе турҙа Мәскәүҙән бер төркөм уҡытыусылар килде. Ике-өс көн буйына һәләттәребеҙҙе күрһәттек, тышҡы ҡиәфәтте лә ҡаранылар. Киләһе турға үткән кешеләрҙе һәр бер турҙан һуң әйтеп баралар. Һуңғы тур – сәнғәт институтында диктант яҙырға тейеш инек. Саҡырҙылар. Сәхнәгә ҡапма-ҡаршы итеп өсәр ултырғыс ҡуйҙылар, егеттәрҙе тағы ла бер ҡат ҡаранылар. Тағы ла шиғыр һөйләнек. Мине әллә оноттолар, әллә нимә булды, сәхнәгә саҡырманылар. Залға төшөп ултырҙым. «Эләкмәнем, былай булғас», – тип уйланым. Имтиханға атайым менән килгәйнем. Документтарымды алдым да сәнғәт институтының өс факультетына имтихандар бирҙем: театр, хор дирижеры, музыка бүлектәренә. Расписка бирҙеләр, сығып барам. Пушкин урамының бер осонан миңә ҡысҡыралар: «Фәнииис!» Ҡараһам, Урал Әминов. Мин уны белмәй ҙә инем, беҙ танышып та өлгөрмәгәйнек. Эргәмә килде лә: «Бар, һине унда театрҙа көтәләр, саҡыралар», – ти. Ни эшләргә: расписканы атайыма тотторҙом да, театрға саптым. Тышта Гөлли Мөбәрәкова, Хөрмәтулла Үтәшев: «Диктант яҙырға йүгер!» – тиҙәр. Барҙым, яҙҙым, списокты уҡынылар – мин бар! Шулай итеп, актер булып китеүемдә Урал Әминовтың өлөшө бар. Көлөп кенә коллегамды мине һаҡлаусы фәрештә, тим.
– Мәскәүҙә башҡорт театры өсөн актерҙарҙы нисек әҙерләйҙәр?
– Ниндәй генә театр мәктәбе булмаһын – нигеҙе бер үк. Тәүҙә күнегеүҙәр, этюдтар, күҙәтеүҙәр... Беҙҙең етәксебеҙ итеп Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Ураҡсинаны тәғәйенләнеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул арабыҙҙан китеп барҙы. Ул беҙҙең өсөн биш йыл буйы икенсе әсәйебеҙ булды. Башҡорт теленең серҙәренә төшөндөрҙө. Сәхнә теленән, мәҫәлән, Рәсимә апай уҡытыусыларыбыҙ эргәһендә ултырып, тәржемә яһап, ҙур эштәр башҡарҙы. Диплом спектаклдәрен дә ул тәржемә итте.
– «Щепка» милли студиялар уҡытыу тәжрибәһен күптән башлаған бит...
– Эйе, беҙҙән алда ғына сыуаш студияһы уҡыһа, беҙҙән һуң яҡуттар уҡыған. Ғөмүмән, яҡуттарҙың бер нисә быуын артистары ошо уҡыу йортонда белем алған. Тәүге сығарылыштан Андрей Борисов, Яҡут Республикаһының мәҙәниәт министры булды, хәҙер милли театрҙың художество етәксеһе.
– Ғөмүмән, нисек уйлайһың, милли студияларҙа актерҙарҙы ситтә уҡытыу яҡшыраҡмы, әллә үҙебеҙҙең ерлектәме?
– Әйтә алмайым. Мәскәүҙә беҙ көн һайын тиерлек төрлө театрҙарға йөрөнөк. Шул йәһәттән, бәлки, беҙҙең хәтеребеҙ, тәжрибәбеҙ байыраҡтыр. Уҡытыусыларыбыҙҙан уңдыҡ: эштәрен яратып башҡара ине улар.
– Уҡытыусылар студенттарҙың күҙҙәрен яндырырлыҡ осҡон бирә белгән, тимәк?
– Студенттың үҙенең дә теләге шәп булырға тейеш. Бер уҡытыусым әйтмешләй, актерлыҡҡа өйрәтеп булмай, уға өйрәнергә теләргә кәрәк. Был ҡағиҙә бөтә һөнәрҙәргә лә ҡағыла. Үҙеңдең профессияңды яратып эшләһәң, бик тә бәхетле булаһың. Беҙ 25 кеше уҡып сыҡтыҡ, әммә театрҙа бармаҡ менән һанарлыҡ кеше эшләй.
– Театрға нисек ҡабул иттеләр?
– Беҙҙең бөтәбеҙҙе лә республиканың төрлө театрҙарына эшкә ебәрҙеләр. Күбебеҙ Башҡорт дәүләт академия драма театрының коллективына инеп киттек. Матур итеп ҡаршы алдылар. Тәүге спектаклебеҙ «Мулла». Яйлап-яйлап репертуарҙағы спектаклдәрҙе уйнай башланыҡ. Бына 2017 йылда театрға килеүебеҙгә ун йыл була.
– Ун йыл... Ролдәрҙең төрлөһө булды...
– Артист бит ролде һайламай, ниндәйе бирелә, шуны аңлап, еренә еткереп эшләргә тырыша ғына. Тәүге эшем – йәш Зәки Вәлиди («Зәки Вәлиди Туған», Н.Асанбаев). Артабан – «Аҡ пароход» драмаһында Малай ролен уйнаным. Саҡырылған режиссер Линас Зайкаускас менән эшләү башта әҙерәк ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы, шулай ҙа беҙ уларҙы йырып сыҡтыҡ. Мин, утыҙҙан ашҡан ир ҡорона еткәнмен, малайҙы уйнай алайым, шуға ла режиссер беҙгә уйнамаҫҡа, ә шул малайҙың донъяһына керергә һәм уның күҙлегенән донъяға ҡарарға ҡушты. Ситтән килгән режиссер менән эшләү ҡыҙыҡ та, артистарға оло тәжрибә лә. Тағы ла «Ҡоҙаса»лағы Басирҙы яратып башҡарам. «Джут» спектаклендә Әхмәт роле бигерәк тә яҡын. Шундай этаплы, масштаблы, психологик яҡтан да, эске яҡтан бай роль өҫтөндә эшләүемә рәхмәтлемен. Партнерым Рима Ҡаһарманова менән бөтә күңелебеҙҙе, йөрәгебеҙҙе һалып эшләнек. Пьесала аслыҡ темаһы күтәрелә. Беҙҙең Башҡортостанда ла ул күренеш булды бит инде. Егерменсе йылдарҙа халыҡ йотлоҡтан ҡырылған. Пьесала Ҡаҙағстандағы йот хәле тасуирлана. Ауыр саҡтар, ашарҙарына бер нимә лә ҡалмай, аслыҡ иҫ киткес булған. Ниндәй генә тормош ауырлыҡтары булмаһын Мөхәббәт тигән оло илаһи хис шул ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығырға ярҙам итә. Был спектакль – мөхәббәткә дан йыры. Әхмәт ғаилә тип, балалар тип өҙгөләнә. Аслыҡ был хистәрҙе һынай кеүек. Йәш ғаилә бер-бер артлы балаларын юғалта. Аҙаҡ сараһыҙҙан Сәүле үҙен ҡорбан итә. Әхмәт иһә тормош аяуҙарын ғорур үтеп, һөйгәне Сәүленең теләгенә, маҡсатына ирешә.
– Бик ҡатмарлы роль өҫтөндә эшләгәндә ниндәй материалдар ҡулландығыҙ?
– Мәғлүмәтте интернет аша тупланым. Рәлис Ураҙғоловтың «Аслыҡ» әҫәрен уҡыныҡ. Профессор Марат Ҡолшәрипов менән аралаштыҡ. Автор Мәскәүҙә йәшәүсе ҡаҙаҡ драматургы Олжас Жанайдаров менән әңгәмәләштек.
– Һин эште яратып башҡарырға кәрәк, тиһең. Бөтә геройҙарыңды ла яратаһыңмы? Малай, Әхмәт, Басир – улары аңлашыла. Ә бына «Хыялға ҡаршы» спектаклендәге яуыз Даянды? Уны ла яратаһыңмы?
– Яратам! Ғөмүмән, минең берәй тапҡыр яуыз кешене уйнағым килә ине. Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесын уҡып сыҡҡас, эх, мелодрама була инде, халыҡты илата инде, тип уйлап ҡуйғайным. Ғөмүмән, беҙҙең халыҡ сентименталь, романтик рухлы. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев повесть менән эшләй башлағанда ниндәйҙер ҡытыршылыҡтар килеп тыуҙы, ул: әгәр ҙә кемдең күңеленә был әҫәр ятмай икән, уйындан баш тарта алаһығыҙ, тине. Бер нисә артист баш тартты, ете егет кенә ҡалдыҡ. (Ете һаны миңә бигерәк тә яҡын. Ул мине гел генә оҙата килә һымаҡ). Йәш драматург Ангиза Ишбулдина сәхнә вариантын яҙҙы, беҙ, артистар ҙа үҙебеҙҙең варианттарыбыҙҙы эшләп алып килеп ҡараныҡ. Күмәкләшеп премьераға тиклем спектаклде әүәләнек. Мин үҙем икеләндем, нисек сығыр икән был спектакль, эштең башына нисек етербеҙ икән тип. Сөнки повесты бөтәһе лә уҡып сыҡҡан, халыҡ әҫәр менән таныш, сәхнә вариантын тамашасы нисек ҡабул итер икән, тигән шиктәр тыуҙы. Ләкин спектаклдең биҙәлешенән алып, музыкаһына хәтлем, режиссер менән бер һүҙле булып эшләнек. Миңә ҡалһа, премьерала спектаклебеҙ сәпәне генә. Яңыраҡ спектакль менән Бүрәт Республикаһында халыҡ-ара фестивалдә ҡатнаштыҡ. Фестивалде ойоштороусылар тап «Хыялға ҡаршы»ны һайлап алғандар, сөнки ул башҡаларға өлгө булырлыҡ хәҙерге милли прозаға мөрәжәғәт итеүсе заманса спектакль. Шуға күрә лә беҙҙең театр фестивалде тамамлап ҡуйҙы.
– Иң тәмлеһе булды, тимәк...
– Йәшерен-батырын юҡ, шулай. Фестивалдә ҡатнашыусы төрлө милли театрҙар беҙҙе иҫтәре китеп ҡаранылар. Театр белгестәре лә ыңғай баһаһын бирҙе. Фестивалде ойоштороусы Бүрәт драма театры етәксеһе Эржена Жамбалова: «Милли театр – ул халыҡтың йөҙө. Телде, милли әҙәбиәтте, мәҙәниәтте һаҡлаусы», – тине. Беҙ был юҫыҡта республикабыҙҙың йөҙөнә тап төшөрмәнек, киреһенсә, Башҡортостандың мәҙәниәтен, сәнғәтен башҡаларға ла юғары кимәлдә миҫал итеп күрһәттек, тигән ышаныстамын. Беҙҙең театрҙы саҡырғанда бүрәттәр беҙҙән әҙерәк кенә ҡурҡҡандар икән. Фестивалдә ҡатнашыусы илдәрҙән беҙ генә – мосолмандар. Ә уларҙың фекеренсә, мосолмандар үтә лә ҡыҙыу ҡанлы кешеләр. Егеттәр генә уйнай тигәс, бигерәк тә һаҡ ҡыланғандар. Самолеттан төшкәндә һаҡаллы актерҙарҙы көткәндәр. Беҙ килеп төшкәс тә, әҙерәк ситтәрәк, абай йөрөнөләр. Һаҡалдар булмаһа ла, спектаклдә детдом балаларын уйнағас сәстәрҙе ҡыҫҡа итеп алдырғанбыҙ бит. Фестиваль барышында кис һайын һәр бер театр үҙенең концерт программаһын күрһәтте, беҙ шунда актив ҡатнашып, коллегалар менән ихлас аралашып йөрөнөк. Шунан беҙгә ҡараштары үҙгәрҙе.
– Фәнис, ғәҙәттә, актерҙарҙың уйнарға теләгән ролдәре була...
– Һәр артистың яҙмышы үҙенсәлекле. Мин үҙ эшемде яратам һәм ниндәй генә роль бирһәләр ҙә бирелеп башҡарам. Уйнарға теләгән ролем, тип маҡсатланмайым. Коллегаларыңдың эштәренә ҡарап, эх, мин быны ошолайтып уйнар инем, тигән уй тыуа. Ләкин, эх, ошоно мин уйнар инем, тигән уй бер ҡасан да барлыҡҡа килмәй.
– Эштәре сәнғәткә бәйле булмағандар ялдарын театрҙа үткәрә, ә актер Фәнис Рәхмәтов нисек ял итә икән?
– Беләһеңме, ваҡыт етмәй. Хәҙер бөтә нәмә лә тиҙ генә әйләнә. Уҡтан атҡан һымаҡ. Хәрәкәттәр, һүҙҙәр, донъя тәгәрләп бара. Замана артынан өлгөрөп тә булмай ҡайһы саҡ. Шуға күберәген ғаиләм менән, балалар менән ял итергә тырышам. Тормош иптәшем менән Йософ һәм Сәлимә исемле ике бала үҫтерәбеҙ. Ял көндәрен тәбиғәт ҡосағында үткәрергә тырышабыҙ. Китаптар уҡырға яратам. Яңыраҡ «Зөләйха күҙҙәрен аса» романын уҡып сыҡтым. Дини әсбаптарҙы үҙ итәм. Шамил Әләүетдиновтың китаптарын уҡыйым. Бер урында тапанғы килмәй, яңы үрҙәр асҡым килә минең. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем алып сыҡтым әле. Уҡый башлағайным – шул тиклем ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды унда уҡыуы, миңә оҡшаны. Теләк булғас, ниәт тә табылды.
– Фәнис, уңыштар һиңә! Йәнле әңгәмәң өсөн рәхмәт!
Эльвира Исҡужина
(Архивтан)
Читайте нас: