+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мин рәхмәтле! Мин бәхетле!

Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәков:Италияның төнъяғында гастролдә йөрөгәндә мине күктәргә күтәреп шатландырған, ҡанатландырған бер хәл булды!

Был илдә беҙ бейек тауҙар араһында йәшәнек. Шуға күрә бәйләнеш тә бик насар ине. Мин матур тәбиғәт күренештәренә һоҡланып, үҙемдең тыуған яҡ тауҙарын һағынып, видеоға төшөрөп йөрөйөм. Бер ваҡыт бер артист йән-фарманға минең янға йүгереп менеп килә, үзе ҡысҡыра: " Ишмурат!!! Тебе звание дали! Тебе Народного дали!" Мин видео төшөрөүемдән туҡтамай, шатлыҡтан күңелем тулып, күҙҙәрем йәшкәҙәп, һөйләүемде дауам итәм:- Илемдән меңәр километр алыҫта булһам да, илем мине онотмаған, Халыҡ артисы дәрәжәһенә күтәргән! Мин рәхмәтле! Мин бәхетле!
Читайте нас: