-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Шәүрә Дилмөхәмәтова-Әхмәҙуллина: “Тамашасы йөрәгенә үтеп инеү һәм яҡшылыҡ ҡылыу”

Шәүрә Ишмулла ҡыҙы Дилмөхәмәтова-Әхмәҙуллина актерҙар ғаиләһендә тыуған, шуға ла уның ғүмер юлын сәхнә менән бәйләүе бер кемде лә аптыратмай. 1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм шул уҡ йылда Башҡорт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә. Талантлы оло быуын актерҙары менән бергә бер сәхнәлә сығыш яһау йәш актриса өсөн ҙур тәжрибә туплау мәктәбе генә түгел, ә ижади шәхес булып китеү өсөн оло көс һәм ҡыйыулыҡ йыйыу урыны ла була.

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Шәүрә Дилмөхәмәтова-Әхмәҙуллина Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләү дәүерендә күп сағыу ролдәр уйнап, тамашасыларға үҙенең маһир сәхнә оҫтаһы икәнлеген танытты.
Шәүрә Ишмулла ҡыҙы актерҙар ғаиләһендә тыуған, шуға ла уның ғүмер юлын сәхнә менән бәйләүе бер кемде лә аптыратмай. 1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм шул уҡ йылда Башҡорт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә. Талантлы оло быуын актерҙары менән бергә бер сәхнәлә сығыш яһау йәш актриса өсөн ҙур тәжрибә туплау мәктәбе генә түгел, ә ижади шәхес булып китеү өсөн оло көс һәм ҡыйыулыҡ йыйыу урыны ла була.
Бөгөн Шәүрә Дилмөхәмәтова-Әхмәҙуллинаны төрлө юҫыҡтағы образдарҙы һынландыра ала торған, бай ижади потенциалле актриса тип атарға хаҡлыбыҙ. «Һәр режиссерҙың спектакль өҫтөндә эшләү алымдары үҙенсә. Әҫәрҙәрҙең жанрҙары күп төрлө булған хәҙерге заманда актер һөнәре лә бергә үҫешә, ҡатмарлана бара. Заман актеры режиссер тәҡдим иткән төрлө мәсьәләләрҙе сисә белергә, талап иткән шарттарҙы үтәй алырға, бирелгән хәл-ваҡиғала йәшәй белергә – ниндәй генә осраҡта ла үҙен таба алырға тейеш», – тип һанай актриса. «Эҙләнгән саҡта ғына һөнәрең бер урында тормай, үҫешә, һәр саҡ яңырып бара», – ти ул.
Ысынлап та, ысын мәғәнәһендәге «тере театр» бер ҡасан да урынында тапанмай. Унда һәр саҡ яңы йүнәлештәр, яңы жанрҙар, хатта айырым ижади проекттар барлыҡҡа килә. Былар бөтәһе лә актерҙың үҙенән уларға яраҡлашырға, тиҙ генә үҙгәрә белергә, бәлки, классик әҫәрҙе бөтөнләй башҡа юҫыҡта күреүҙе булдырыр өсөн һәр саҡ ижади тонуста булырға тейешлеген талап итеп ҡуя.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының быйылғы ижад миҙгелендәге «Ике төш» спектаклендә (Мөҙәрис Бағаев пьесаһы буйынса, режиссеры – Олег Ханов) Шәүрә Ишмулла ҡыҙы төп ролде башҡара.
...Сәхнәгә бер юлы өс улын, өс ҡыҙын, ирен юғалтҡан һалдат Әсәһе сыға. Донъяға ул сабый бала кеүек саф ҡараш менән баға. Йәштәрҙең туйына тип төҙөлә башлаған, әммә төҙөлөп бөтмәгән ауыл өйө. Бүрәнәле нигеҙендә Әсә ултыра. Яулығы башынан ҡыйшайып төшкән, төпһөҙ күҙҙәре офоҡҡа табан йүнәлгән. Ике төшөн һөйләй ул... Уның һәр көнө ошо ике төштән башлана, һәр иртә ул ошо төштәрҙе килененә һөйләй, һәр иртә ул улдарының фронттан, ҡыҙҙарының баҫыуҙан ҡайтҡанын көтә...
Драмала һөйләнелгән хәл исемһеҙ ауылда бара. Ваҡиғаларҙың ҡуйылығы, өн менән төштө һүрәтләгән спектакль формаһы, бер ҡараһаң, актер уйынын еңеләйтә һымаҡ. Шулай ҙа, төшкә генә хас йомшаҡлыҡ, ысынбарлыҡта булмаған, сағыу эмоцияларҙы белгертмәй, баҫалҡы һәм һалҡын ғына итеп күрһәтеү, ваҡиғаларҙың төштә барғанлығын иҫтә тотор өсөн, киреһенсә, актерҙарға физик яҡтан да, рухи яҡтан да оло эш талап ителә.
Һалдат әсәнең трагедияһы уйлап сығарылған түгел, ул тормоштан алынған һымаҡ. Бында драматург әсә ҡайғыһын теүәл дөрөҫ күрһәтә алған: башына төшкән оло һағыштан арыныр өсөн Әсә тағы ла ауырыраҡ трагедияға эләгә – ул ысынбарлыҡта булмаған, үҙе уйлап сығарған тормошта йәшәй башлай. Әсәгә бик ҡәҙерле һәм кәрәкле булған миҙгелдәр уның төшөндә бөгөлгән көҙгөләге һымаҡ ҡуйыртып, күпертеп, ҙурыраҡ булып сағыла. Әсә кешенең иң оло трагедияһы ла ана шул – уның ысын тормошо нәҡ төштәрендә булыуында.
Еңеү өсөн балаларының ғүмере менән түләгән Әсә – Миңзифа ролен сәхнәлә кәүҙәләндереү еңелдәрҙән түгел. Шәүрә Ишмулла ҡыҙы, тәү сиратта, героиняның образын асып һалғанда әсәнең ғорур һәм тормош ауырлыҡтарына бирешмәүсән булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Шул уҡ ваҡытта уның ҡәһәрле һуғыш алдында шул тиклем көсһөҙ һәм яҡлаусыһыҙ ҡатын икәнлеген күрһәтә – ул кисергән ҡайғы ер шарының барлыҡ әсәләренә лә етерлек бит хатта! Төштән өнгә, өндән төшкә күсеүен актриса пластика, тауыш менән белгертә: йомшаҡ, урыны менән өҙөлөп-өҙөлөп киткән хәтирәләр тауышы балаларын яҡларға кәрәк булғанда эмоциональ сағыу, ҡаты тауышҡа әйләнә. Ә күҙҙәрендә уның эске донъяһы сағыла: балалары иҫән, бөтә ғаилә менән бергә, һуғыш тигән нәмәнең бер әҫәре лә булмаған гүзәл миҙгелдәрҙә самауыр тултырып сәй эсәләр... Спектаклдең аҙағында Әсә тамашасының эргәһенә үк, сәхнә алдына сығып шундай итеп тултырып ҡарай – ҡайғы, һағыш, зар һәм моң тулы был ҡарашты күптәр күтәрә алмайҙыр...
Шәүрә Дилмөхәмәтова-Әхмәҙуллина фекеренсә, актерҙың бурысы тарихты тамашасының йөрәгенә үтеп инерлек итеп һөйләп биреү, кешенең күңелендәге иң нескә ҡылдарҙа тыныс ҡына һөйләшеү алып барыу, кешеләр менән бер-береһе араһында рухи бәйләнеш булдырыу – шуның менән уларҙы яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа өндәү.
Шәүрә Ишмулла ҡыҙының сәхнәлә тыуҙырыр ролдәре байтаҡ әле. Уға ижади үрҙәр, дәрт һәм дарман, һөнәри ауырлыҡтарҙы еңеп сығырлыҡ көс теләйек. Һәр саҡ ижадҡа асыҡ, яңы эштәрҙе көтөп алып сәхнәлә яңынан-яңы образдар һынландырыуын, тамашасыларҙың һөйөүенә ҡойоноп йәшәүен теләйбеҙ.
Гөлбаныу Мәһәҙиева
(Архивтан)
Читайте нас: