- Илдар, яңыраҡ башҡа һыймаҫлыҡ асыш яһағанһың, шуның турала һөйләп үтһәңсе...
- Люк Бессондың “Бишенсе элемент” фильмын иҫләйһегеҙҙер. Ген инженерияһы лабораторияһында сит ил карабы эсендә табылған органик материал ҡалдығынан үҙ аллы биологик объект – ерән сәсле Лилу сит ил ҡыҙы барлыҡҡа килтерелә. Уның ролен фильмда Мила Йовович уйнағайны. 3D-принтерҙа сығарыу ошо фәнни фантастикала күрһәтелгән процессҡа оҡшаш. Автоматик проект яһау системаһында кәрәкле 3D-һүрәт төшөрөлә (бының менән беҙҙең командала талантлы 3D-рәссам Салауат Ғәниев шөғөлләнә), ул кәрәкле форматта һаҡланыла, 3D-принтерҙа шул проект асыла һәм сығарыла. Принтер бер-бер артлы ҡатламдарҙы барлыҡҡа килтерә һәм күпмелер ваҡыт үткәс, үҙ аллы тулы объект пәйҙә була. 3D-принтерҙар әйберҙәрҙе төрлө материалдарҙан – пластик, металдарҙан барлыҡҡа килтерә ала. Бер нисә йыл мин этнография менән мауығам, боронғо башҡорт милли кейемдәренең мәғәнәүи эстәлеген өйрәнәм, тегеү менән булышам. 3D-принтер биргән мөмкинселектәр тураһында белгәс, шундуҡ уларҙы милли кейемдең сулпыларын, башҡа биҙәүестәрен эшләү өсөн ҡулланып ҡарарға булдым. Шулай күп тә үтмәй, тулыһынса 3D-принтерҙа сығарылған пластик сулпыларҙан торған тәүге һаҡал һәм ҡашмау ҙа әҙер булды.
-3D-принтер ярҙамында барлыҡҡа килтерелгән башҡорт милли кейеме ябай ысул менән тегелгән милли кейемдән айырмалы рәүештә ниндәй яҡшы сифаттарға эйә?
-Тәүге сифат – ул биҙәктәрҙең камиллығы. 3D-принтер бик нескә биҙәктәр эшләй ала, рәссамдың фантазияһын тулыһынса бойомға ашырыу мөмкинселегенә эйә. Ундай орнаменттар төрлөлөгөн башҡа бер ниндәй технология ла әлегә тәьмин итә алмай. Икенсеһе – материалдар төрлөлөгө. 3D-принтер пластиктан да, металдан да әйберҙәр сығара ала. Мин әлегә сулпыларҙы пластиктан эшләйем, тик был эксперименталь рәүештә генә. Уның ҡарауы, милли элементтар еңел килеп сыға, тимерҙән эшләгән кеүек ауыр түгел. Шулай уҡ, пластикты акрил краскаһы менән, көмөш йә алтынға оҡшатып буярға була. Һәм тәңкәләр хас та ысын тимер тәңкәләргә оҡшаясаҡ. Өсөнсө сифат – бындай костюмдар ҙур сығымдар талап итмәй. Киләсәктә бигерәк тә. Мәҫәлән, алты башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары муйынсаҡтары миңә алты меңгә төштө. Киләсәктә бындай принтерҙар хаҡы ла халыҡ өсөн артыҡ ҙур булмаҫ, тип уйлайым. Һәр кем үҙ өйөндә башҡорт милли кейемен 3D-принтерҙа сығарып эшләй аласаҡ. Ни өсөн тигәндә, элек тә, әйтәйек 1970-се йылдарҙа, компьютерҙар тик фәнни кешеләрҙә генә булған, кеүек, 3D-принтерҙың киләсәктә һәр кешелә булыуы мөмкин. Тимәк, интернет аша ғына әҙер макетты табып алып, принтер аша сығарырға була. Һабантуйҙа ла сығыш яһарға кейем булыр, балалар бейеү ансамбленә аҡса еткерә алмайһығыҙ икән – тәңкәләрҙе, сулпыларҙы сығарҙығыҙ, туҡымаға тегеп ҡуйҙығыҙ – кейем әҙер. Дүртенсе сифат – был рәүешле эшләнгән башҡорт милли кейемдәре тауыш сығара, сыңлай. Яҡын киләсәктә пластик элементтарҙы ысын боронғо сулпылар менән ҡушырға уйлайым – шунда костюм тағы нығыраҡ сыңлаясаҡ. Ни өсөн тауыш мөһим? Боронғо башҡорт кейеме музыкаль ҡорал кеүек – көмөш биҙәүестең сыңы, ата-бабаларыбыҙ ышаныуынса, яман көстәрҙән һаҡлаған.
- Әллә тиҙҙән ситек тә сығарып булырмы икән?
- Бөгөнгө көндә сит ил фән эшмәкәрҙәре аяҡ кейемен дә 3D-принтер ярҙамында сығара башлаған. Принтерҙа ҡулланған матдәләр даирәһе лә киңәйә – резина, ағас, анилон, акрил, фотополимерҙар, гипс, төрлө металдар. Эш әле башлана ғына. Ебәк әйберҙән эшләүсе принтерҙар ҙа сыға башлаған. Кемдер хатта аҙыҡ-түлек эшләп маташа – принтер аша пицца сығарып ҡараусылар бар. Мәскәүҙәге халыҡ-ара күргәҙмәнән мин Өфөгә 3D-принтер аша сығарылған шоколадтан йондоҙ алып ҡайтҡайным. Ашап була. Сит илдәрҙә 3D-принтер ярҙамында кеше органдарын, музыка ҡоралдарын да эшләп ҡарайҙар. Әммә ләкин был ысулды ҡулланып милли кейем эшләүселәр донъяла юҡ әле. Бәлки шуғалыр ҙа минең эштәремде 3D-принтер эшләүсе Мәскәү компанияһы күргәс, кейемдәрҙе фотоға төшөрөүемде һоранылар. Тиҙҙән ундай сулпылы һаҡал һәм ҡашмау Халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә күрһәтеләсәк.
- Бындай костюмды эшләү күпме ваҡыт ала?
- Бер сулпыны принтер яҡынса 40 минут эсендә сығара. Һаҡал һәм ҡашмауҙы эшләр өсөн 3 ай ваҡыт китте – тәүҙә һәр бер сулпы, биҙәүес Салауат Ғәниев тарафынан төшөрөлдө, шунан принтер аша сығарылды, буялды, ә аҙаҡ инде тегеү процесы башланды. Миңә был эштә әсәйем – тоғро ярҙамсы.
- Башҡорт милли кейеменең тарихы менән ҡасан һәм нисек ҡыҙыҡһына башланығыҙ?
- Белемем буйынса мин – дизайнер. 2008 йылда ирҙәр костюмын тегә башланым, ләкин башҡорт ирҙәре кейеме быуаттар үтеү менән бигүк ныҡ үҙгәрештәр кисермәүе сәбәпле, ҡатын-ҡыҙҙар кейеме менән шөғөлләнә башланым. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо кейеме – китап. Костюм буйынса ҡатын-ҡыҙҙың ҡайҙан, ҡайһы ырыуҙан булыуын, ата-әсәһенең һөнәрен белеп булған. Ҡатын-ҡыҙ үҙенең тышҡы ҡиәфәте менән мәғлүмәт бирә алған. Күбеһенсә, сулпылар арҡаһында. Һаҡал буйынса балаларҙы тормошҡа өйрәтеп, ике донъяның нимә икәнен аңлатып булған, тиҙәр. Сөнки унда бар нимә һүрәтләнгән – ер, күк, һауа, һыу – тимәк, донъя. Кеше рухтар, күренмәгән көстәр араһында йәшәй, тип һаналған. Шуға ла ҡатын-ҡыҙ тәненең ағзаларын ҡаплаған. Мәҫәлән, беләҙек ҡатын-ҡыҙҙың ҡулының нескә һәм яман көстәр үтеүе өсөн еңел һаналған ерҙе ҡаплай. Ислам дине өйрәтеүе буйынса, башҡорт милли кейеме харам ерҙәрҙе лә ҡаплаған. Ҡашмау аҫтынан кейәүҙәге ҡатындар яулыҡ кейгән, сәстәрен йәшергән. Күкрәктәре эске түшелдерек йә һаҡал менән йәшерелгән. Тик ҡул һәм бит кенә асыҡ булған. Башҡорт ҡатындарының оҫта итеп һыбай йөрөгәндәре бөтәһенә лә билдәле. Атта йөрөгәндә ҡыҙҙың аяҡтары күренмәһен өсөн күлдәк итәген киң итеп теккәндәр. Шулай итеп, башҡорт милли кейемендә дингә ҡарата ихтирам да, милли үҙенсәлектәр ҙә бергә тупланған. Башҡорт милли кейемендә шулай тиклем күп һәм тәрән мәғәнә ята. Уларҙы өйрәнеү сикһеҙ ҡыҙыҡ. Был юҫыҡта эҙләнә башлағас, әлеге көндөң сәхнә костюмдарын ҡабул итә алмай башланым. Улар иҫ киткес мәғәнәне килтереп еткермәй, хатта инҡар итә. Совет заманында күп мәҙәниәттәрҙә ябайлаштырыу китте. Халыҡ йырҙары, йолалары юғала башланы – был, әлбиттә, милли кейемдә ҙур эҙ ҡалдырҙы. Боронғо костюмдарҙың мәғәнәһен һәм уларҙы кейеү мәҙәниәтен хәҙер тик китаптарҙан һәм музейҙарҙан ғына тиерлек күреп, кире ҡайтарырға тырышабыҙ. Киләсәктә ҙур хыялым – ошо мәғәнәләрҙе төптән өйрәнеп, милли кейемдәрҙе яңынан булдырыу. Бөтә аңлатмаларҙы күҙ уңында тотоп ҡына, инҡар итеп түгел. Бәлки, тиҙҙән көн һайын кейерлек костюмдар ҙа уйлап табырбыҙ.
- Боронғо милли кейемдәрҙе ниндәй сығанаҡтарҙы ҡулланып ҡайтараһығыҙ?
- Руденко, Шитова хеҙмәттәренән, Милли музей фотографияларынан, археология һәм этнография материалдарынан, шулай уҡ республика райондары музейҙарын барлайым, Силәбе музейҙарында да ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табыла.
- Был һеҙҙең эшегеҙме әллә ҡыҙыҡһыныуығыҙ ғынамы?
- Был минең хобби, бының менән аҡса эшләмәйем. Хатта, киреһенсә, боронғо сулпыларҙы аукционандарҙан һатып алыу өсөн кредит алғаным да булды. Минең төп эш урыным – ул Өфө ҡалаһы музейы. Мин программист булып эшләйем, шуға ҡарамаҫтан, башҡа эштәр ҙә башҡарам, материалдар, экспонаттар йыям. Бынан башҡа ла үҙемдең шәхси проекттарым бар.
- Башҡа проекттарығыҙ менән таныштырып үтһәгеҙсе.
- Әлеге мәлдә иң ҙур проектым – ул 3D-принтерҙа боронғо Өфө Кремленың моделен сығарыу. Хәҙер беҙ бөгөнгө көндә Дуҫлыҡ монументы урынлашҡан ерҙе боронғо карталар буйынса өйрәнәбеҙ һәм һүрәтен төшөрәбеҙ. Киләсәктә Өфө Кремленең ҙур макетын эшләү – теләгебеҙ, уның эсендә теләгән кеше йөрөй аласаҡ. Бәлки уйын формаһында ла сценарийҙар урын алыр, боронғо мылтыҡтарҙы, ҡылыстарҙы ҡулланып ҡәлғәне һаҡларға йә яуларға ла мөмкинселек булыр. ШОС һәм БРИКС саммиттарына өлгөртөргә тырышасаҡбыҙ. Икенсе проект – ул, әйтеп үтеүемсә, башҡорт милли костюмдарын өр-яңыса стилизациялау. Мәғәнәүи эстәлектәрен һаҡлап, әлбиттә. Хәрби ҡоралдар буйынса күргәҙмәләр ҙә ойошторам. . Иң ҡыҙығы, башҡорттарҙың борон ҡулланған ҡоралдары айырыуса Новосибирск, Силәбе ҡалалары музейҙары өсөн ҡыҙыҡлы, беҙҙә, нишләптер быға ҡарата ҡыҙыҡһыныу юҡ. Шул уҡ ваҡытта республикабыҙҙың күркәм мәҙәни проекттарында ҡатнашам. Яңыраҡ сыҡҡан «Етегән» фильмындағы кейемдәрҙе мөмкин тиклем ысынбарлыҡҡа яҡынайтырға тырыштыҡ, барлыҡ уйлап сығарылған кейем элементтарын алып ташланыҡ, синтетик туҡымаларҙан баш тарттыҡ. Костюмдарҙы М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры музейынан, Ф.Ғәскәров ансамбле музейынан, төрлө райондарҙың музейҙарынан йыйырға тура килде. Тағы бер маҡсат итеп шул уҡ ҡаҙаҡтарҙың кейеменән беҙҙең кейемде еңел генә айырып булыуын күрһәтеү ине.
- Шулай ҙа, һеҙ минең өсөн сер булып ҡалаһығыҙ. Нимә өсөн, ниңә һеҙ бының менән шөғөлләнәһегеҙ?
- Бәләкәй саҡтан ата-әсәйем минең ҡыҙыҡһыныуҙарыма иреклек бирҙе. Бер ваҡыт боронғо хәрби ҡоралдары менән ҡыҙыҡһынып киттем. Тиҙҙән «Төньяҡ амурҙары» хәрби-башҡорт милли кейеме, хәрби ҡоралы, тарихы менән ҡыҙыҡһыныуым шунан башланды. 2008 йылда тәүге тапҡыр улар менән Бородино яланына барып ҡайттыҡ – унда йыл да 1812 йылға арналған фестиваль үтә. Бер нисә йыл рәттән шунда ҡатнаштым, үҙемә тейешле кейем тектем. Был яланда ике быуат элек булған күренештәрҙе яңынан күрһәтәләр, уйнайҙар. Яуҙа төрлө хәрби ҡатламдар ҡатнаша. Ошо фестивалдә мин үҙемдең дөрөҫ юлдан барыуымды аңланым, теккән костюмдарым ошондай мөһим сарала яңыса һулыш алдылар. Ғөмүмән әйткәндә, мин үҙемә оҡшаған һөнәрҙе таптым. Был бала саҡтан киләлер, тип уйлайым. Бер хәл иҫкә килеп төштө әле. Ҡартәсәйемдән ҡалған шаршауҙы өләсәйем ҡыҙҙарына түгел, ә миңә ҡалдырырға булды. «Һин был хазинаны башҡаларҙан яҡшыраҡ һаҡлап алып ҡаласаҡһың, быға иманым камил», – тигән һүҙҙәре әле лә иҫемдә.
Ҡайһы берҙә ата-бабалар ярҙам иткән кеүек тойғо кисерәм. Әсәйемдең дә, минең дә төштәремә боронғо һаҡалдар инә. Ҡайһы бер боронғо әйберҙәр беҙҙе үҙҙәре таба, әйтерһең дә, беҙҙе онотмағыҙ, тип һыҡтайҙар.
Донъя күсәре тиҙәйгәндән-тиҙәйә. Кешелек проблемалары үҙгәрешһеҙ һәм мәңгелек, яңы заман уларҙы сисеү өсөн тик яңы ҡоралдар ғына бирә. Үткәндәр менән йәшәргәме, әллә фән һәм технологиялар заманы биргән мөмкинселектәрҙе ҡулланып, тарихты яңы кимәлдә, бар кешелеккә аңлайышлы рәүештә һаҡлап ҡалырғамы? Был һорауға Илдар Ғатауллин үҙенең миҫалы менән яуап бирә.
Фатима ЯНБАЕВА (Архивтан)