-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Һәләтле йәштәр

Эшләгән эш ерҙә ятып ҡалмайЗәңгәр экрандарҙан түбән тембрлы яғымлы тауыш ағыла. Ул моң эйәһенең кем икәнлеген заман эстрадаһы менән ҡыҙыҡһынған тамашасы тиҙ үк билдәләй ала. Х. Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Тимур Рамазанов ул.

З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының актер оҫталығы белгеслеге буйынса бүлеген тамамлаған. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Ф. Ҡудашева исемендәге башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара конкурсы, «Оҙон көй» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы лауреаты булып та өлгөрҙө ул. Ә яңыраҡ Тимур Хакасияла үткәрелгән «От ыры» халыҡ-ара этник-эстрада конкурс-фестивалендә башҡорт халыҡ йыры «Азамат»ты һәм үҙе ижад иткән «Йәшәйбеҙ» йырҙары менән сығыш яһап, беренсе дәрәжәле лауреат исеменә лайыҡ булды.
Йәш йырсы менән яҡыныраҡ танышыу маҡсаты менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Тимур, һүҙҙе иң башта үҙең тураһында башлайыҡ. Ҡайҙа тыуып үҫтең, уҡының?
– Баймаҡ районының Басай ауылында ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгәнмен. Апайым һәм ҡустым бар.Тыуған ауылым мәктәбендә алтынсы класҡа тиклем уҡыным, артабан Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияла белем алдым. Мәктәпте тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡыным.
– Ни өсөн йырсы булырға уйланың? Был хыялың бала саҡтан уҡ бар инеме?
– Мин бала сағымда, мәктәп йылдарында конструктор булырмын тип хыяллана инем. Ләкин ваҡыт үтеү менән йырсы булыу теләге барлыҡҡа килде. Олатайым мәрхүмдең йоғонтоһо ҙур булды. Ул үҙе ғүмер буйына балалар уҡытты, ҡырҡ йыл мәктәптә эшләне. Үҙе йырламаһа ла, мине өйрәтте. Тәүге өйрәткән йырының һүҙҙәре һаман да хәтеремдә, «Ҡараташ аҫты суҡ муйыл, күтәргеһеҙ күп быйыл...» тигән юлдар бар ул йырҙа.
– Эшеңдең ҡайһы яғы оҡшай? Ниндәй яғы оҡшамай?
– Эшемдең һәр яғы ла оҡшай, тип әйтһәм, дөрөҫ булыр ул, сөнки оҡшамаһа, мин башҡа һөнәр һайлар инем. Әлбиттә, төрлөсә ҡыйынлыҡтар бар, ләкин, ундай мәлдәр һәр эштә лә барҙыр, тип уйлайым. Ана шул ҡыйынлыҡтар сыныҡтыра ла инде кешене.
– Илһам ташлап киткән саҡтар булғылаймы? Был хәлдән нисек сығаһың?
– Сәнғәт өлкәһендә, ғәҙәттә, илhам булғанда ғына эшләүе күңелле лә, һөҙөмтәле лә, тип уйлаусылар күп. Ә ул hәр ваҡыт булмаҫҡа ла мөмкин бит. Бер килә, бер китә. Тик эш менән кәйефте, көй сығарып, яңы йыр өйрәнеп, ҡанатланып йөрөгән мәлде бергә ҡушыу дөрөҫ түгел. Эш ул маҡсатлы бурысҡа бәйле. Ҡыйын саҡтарҙа тыуған яҡтарға, ауылға ҡайтып, Өфөгә күңелем сафланып, илhамланып киләм.
– Уңыштың сере нимәлә тип уйлайһың?
– Тырышлыҡ кәрәк. Эшләнгән эш ерҙә ятып ҡалмай ул. Һәм, әлбиттә, үҙеңдең хыялыңа, маҡсатыңа ышанғанда ғына яңы үрҙәр яуларға мөмкиндер.
– Киләсәккә ниндәй ижади пландарың бар?
– Пландар байтаҡ ҡына ул. Иң тәүҙә өс клип төшөрөргә уй бар. Әлегә бер нисә клип эшләнелгән. Уны тамашасылар телевидениенан күргәндәре барҙыр, интернет селтәрҙәрендә лә күренеп ҡала. Унан һуң тәүге соло концерт эшләргә, тигән хыялымды тормошҡа ашырырға иҫәп бар.
– Нисек уйлайһың, популярлыҡ кешене үҙгәртәме?
– Билдәле булыу кешене үҙгәртмәй, тип уйлайым. Ғөмүмән әйткәндә, кешенең үҙенән, холҡонан торалыр ул.
– Һин үҙең дә әле йәш, шулай ҙа, йырсы булырға хыялланған мәктәпте тамамлаусы йәштәргә ниндәй кәңәш бирер инең?
– Әгәр ҙә теләктәре бар икән, шуға тырышлыҡ һәм һәләттәрен ҡушһалар, барыhы ла килеп сығасаҡ, ялҡауланмаһындар ғына. Әлбиттә, үҙ-үҙеңә ышаныс тигән нәмә лә бик мөһим.
– Һин йырҙар ижад итәһең, башҡараһың, ә бына тормошта ниндәй хоббийың бар?
– Спорт менән шөғөлләнергә яратам, ғаиләмде лә бергә йөрөтөргә тырышам, фитнес үҙәгенә карталар алып, йөҙөү, йүгереү, бейеү менән шөғөлләнәбеҙ. Автомобиль йөрөтәм, еңелсә ремонтлай ҙа алам. Киләсәктә, ваҡыт табып, ремонт эшен нисек башҡарыуҙы тәфсирләп өйрәнергә теләйем.
– Ғаиләң менән нисек ял итәһең?
– Ял көндәрендә парктарға барабыҙ, бассейнға йөрөйбөҙ, кинотеатрҙа яңы, мәғәнәле, матур фильмдар ҡарайбыҙ. Хәләл ефетем Гүзәлиә менән ҡыҙыбыҙ Алтынайҙың ҡыҙыҡһыныусан, тормоштоң матурлығын тойоп, ҡәҙерен белеп, беҙгә, кешеләргә кәрәк булыуын һиҙеп йәшәүен теләйбеҙ.
– Ниндәй фильмдар оҡшай? Яратҡан ризығың?
– Шәхсән үҙемә «КинКонг», «2012», «Три метра над уровнем моря» фильмдары, хатта әкиәттәр ҙә оҡшай, мәҫәлән индеецтар тураһындағы «Спирит» мультипликацион фильмын ғаиләбеҙ менән бер нисә рәт ҡараныҡ. Аш-һыу тигәндән, мин күбеhенсә еңелсә ризыҡтарға өҫтөнлөк бирәм,төрлө-төрлө үләндәр менән салаттар яратам, кәләшем әҙерләгән мантыны ихласлап ашайым.
– Йорт эштәрендә ҡатыныңа нисек ярҙам итәһең? Ашарға бешерә беләһеңме?
– Әгәр ҙә мин өйҙә икәнмен, ә ҡатыным эштә булһа, мин йырлай-йырлай, хатта яңы йырҙар өйрәнеп, рәхәтләнеп өй йыйыштырып, ашарға бешереп, хәләлемде көтәм. Ял көндәрендә лә күпселеген мин бешерергә тырышам, сөнки гастролдәргә йыш йөрөгәс, өйҙә булған мәлдәр һағындыра, ҡәҙерлеләремде ҡыуандырғым килә.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт, Тимур!
Алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, тырышып ижад иткән егеткә афарин тип әйтергә генә ҡала. Ысынлап та, эшләнгән эш ерҙә ятып ҡалмай. Эш ҡалмаһа ла, эҙ ҡала. Тимурҙың ижады башҡорт эстрадаһы күгендә яҡты эҙ ҡалдырып, оҙаҡ балҡыр әле ул.
Сәриә КУЧАЕВА (Архивтан)
Читайте нас: