+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Таланттарға бай хозур Һаҡмар, Йылайыр буйҙары...

Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәков: Бесәнлектәге ер еләген, сейәһен ауыҙға ҡабыу менән, күңелдә йыр урғыла.

- Тыуған яҡтарымдың хозурлығын һүҙ менән генә әйтеп аңлатып буламы инде! Әсәйем ҡоҙоғоноң тәмле һыуы үҙе генә лә ни тора! Ул һыуҙа бешкән ашты, икмәкте ашап, Йылайыр балығы, тауының йыуаһы, әпмәкес, талғыр ашап үҫеп, моңға байымайса мөмкин түгел. Бесәнлектәге ер еләген, сейәһен ауыҙға ҡабыу менән, күңелдә йыр урғыла. Бер шулай данлыҡлы "Йәдкәр" фольклор төркөмө менән тыуған яҡтарҙа гастролдә йөрөгәндә Башҡортостандың халыҡ артисы Мәүлитбай ағай Ғәйнетдинов:
- Бынау хозур Һаҡмар, Йылайыр буйҙары халҡыбыҙға Ишморат Илбәковты бирмәһә, гонаһ булыр ине, - тип тәьҫирләнеп йөрөгәйне.
Читайте нас: