+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Бейергә һәм... сәйәхәт итергә яратам

БАССР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы, эстрада бейеүҙәренең Бөтә Союз фестивале лауреаты, Өфө ҡалаһы мэрияһы тарафынан миҙал менән бүләкләнеүсе, танылған бейеүсе Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы Ҡудашева «Тамаша» журналында ҡунаҡта. Һеҙгә уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. (Архивтан).

– Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы, һеҙҙең өсөн был донъяла иң ҡәҙерле булған кешеләрҙән башлайыҡ.
– Иң ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле – ғәзиздәрем, атай-әсәйем һәм ғаиләм, әлбиттә. Әсәйем Ишбикә Хәмит ҡыҙы бына инде алты тиҫтәгә яҡын Рауил Ғәле улы Дәүләтшин менән матур итеп донъя көтә. Атайым Иҙрис Ғиззәт улы Арыҫланов миңә ни бары ун ай ғына булғанда вафат булған, йәне йәннәттә булһын.
–Үткән ғүмерегеҙгә әйләнеп ҡараһағыҙ, бейеүсе булып киткәнегеҙгә үкенеү тойғоһо бармы?
– Үкенмәйем, киреһенсә, бейеүсе булып киткәнемә бик шатмын. Алты йәшемдә бейергә өйрәнгәйнем, хыялыма, аҙаҡ киләсәк һөнәремә әүерелеүен алтынсы класта уҡыған сағымда тойҙом. Бейеү менән шөғөлләнергә йөрөүемде эшкә йөрөгән кеүек ҡабул иттем, эш ине бит ул, үҙенә күрә бер хеҙмәт. Тик минең өсөн ул бик теләп башҡарған хеҙмәт булды. Бейергә, гастролдәргә йөрөргә яраттым. Гастролдәр бит – сәйәхәт итеү, кешеләр менән танышып-аралашыу, үҙең өсөн донъяны яңынан асыу, нимәгәлер өйрәнеү, һәм быларҙың барыһы ла рухи яҡтан байыта...
– Шулай ҙа... тормош үкенесһеҙ булмай, тиҙәр...
– Аллаһ ҡушмай, япраҡ та һелкенмәй, тиҙәр бит. Үкенеп тә ни ҡылаһың?.. Рөстәм менән беҙҙең балаларыбыҙ булманы. Әйтеп-аңлатып биреүе еңел түгел... Мин, әлбиттә, күп, бик күп дауаландым. Коллегаларым да ярҙам итте, Өфөлә яҡшы табиптар менән таныштырҙылар. Аҙаҡ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Мәскәүгә, Әсә һәм бала институтына йүнәлтмә менән ебәрҙе. Унда ла байтаҡ тикшеренеүҙәр үттем, ниндәй генә тәжрибә үткәрергә тәҡдим итһәләр ҙә риза булдым. Әсә булыу бәхетен татырға өмөтөм сикһеҙ ине. Ундағы ТАБИПТАРҘЫҢ ЯҠШЫ КҮҢЕЛЛЕ БУЛЫУҘАРЫ! Миңә бик һәйбәт мөнәсәбәт күрһәттеләр. Иҫемдә, лапороскопия тәғәйенләгәс, кабинетҡа килдем дә, бер аҙ инергә ҡурҡып торҙом, ҡурҡышымдан дер-дер ҡалтыранам. Ингәс, һаулыҡ һорашҡан булам, пациент өсөн ҡуйылған ултырғысҡа килеп ултырған булдым. Кинәт табип миңә: «Ҡурҡма, Зөлфиә!» – тимәһенме! Шаҡ ҡаттым. Баҡтиһәң, табип ҡатын татар милләтенән булып сыҡты. Рөстәм менән беҙгә ул да ярҙам итте. Лапороскопия тикшереүенән асыҡланыуынса, минең инәлек көпшәләренең юлы үтмәҫлек булған, һалҡын тейҙереү һөҙөмтәһе... Табибә минең медицина картама: табиптың туғаны, тип яҙып ҡуйҙы. Йәнәһе, минең тормош иптәшем – уның ҡустыһы. Быны ул сиратһыҙ үткәреү маҡсатында яҙған, юғиһә бит сиратты ике йыл көтөргә тура килер ине. Ә сират, әлеге ваҡытта медицина терминында ЭКО тип әйтелә, шул юлды ҡулланып ҡарау өсөн. Үкенескә ҡаршы, килеп сыҡманы... Мин быларҙы күңелем төбөндәге ҡайғы-хәсрәтемде асып һалыу маҡсатында һөйләмәйем, ә бәлки, тормошомда яҡшы күңелле кешеләр осрауын, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуҙа ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуҙарын аңлатҡым киләлер. Мин уларҙың барыһына ла сикһеҙ рәхмәтлемен. Ҡыйын хәлдәр онотола, иҫкә төшһә лә, юмор менән менән хәтергә алырға тырышам, ә яҡшыларын ғүмерем буйы хәтерләйем.
– Һөнәрегеҙҙең ҡатмарлы яҡтары нимәнән ғибәрәт? Бейеү сәнғәтенең үрҙәрен яулауға кемдәр булышлыҡ итте?
– Әсәйем мине Сибай ҡалаһының Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайына алып барҙы. Миңә алты ғына йәш ине. Башта Роза Хәйҙәр ҡыҙы Сәхәүетдинова, ул икенсе ҡалаға күсеп киткәс, Дамир Мәжит улы Ғәлимов уҡытты. Һигеҙенсе класты тамамлағас, Сибай ҡалаһының мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү училищеһына уҡырға индем, унан һуң бер йыл балалар баҡсаһында эшләнем. 1975 йылда Өфөгә килеп, филармонияға эшкә урынлаштым. Миңә ни бары 19 йәш ине. 2012 йылда, 56 йәшемдә хаҡлы ялға сыҡтым. Утыҙ ете йыл сәхнәлә бейегәнмен...
Эстрада бейеүсеһенең эшендә ниндәй ҡыйынлыҡтар бар һуң? Башта мин Зөлфиә Закирова (ул саҡта Әхмәҙуллина) менән бейеүҙәр башҡарҙыҡ. Бейеүҙәрҙе беҙгә оҫта, талантлы педагог Хазина Нурый ҡыҙы Мағазова һалды. Бер айҙа «Игеҙәктәр» бейеүен сәхнәгә сығарҙыҡ. Ә Лидиә Ислам ҡыҙы Нагаева менән «Ҡара-ҡаршы», Ғәлиә Ғөбәй ҡыҙы Ҡолбарисова менән «Йәшлек» бейеүен өйрәндек. Беҙгә уңыш баштан уҡ йылмайҙы. Филармония тарихында бындай дуэт тәүге тапҡыр барлыҡҡа килгәйне бит. Сөнки ғәҙәттә, ҡыҙ менән егет парлашып бейей йәки яңғыҙ ғына бейеү башҡара. Беҙҙең дуэтты тамашасы яратып ҡабул итте, бейеүҙәребеҙҙе барлыҡ ҙур концерттарҙың репертуарына индерҙеләр. Хореограф өс көндә бейеүҙе өйрәтә лә, артабан үҙебеҙ шөғөлләнергә тейешбеҙ. Хәрәкәттәр техникаһын йышаһың, образ өҫтөндә эшләйһең, бейеүсенең – сәхнәгә сыҡҡан кешенең характеры булырға тейеш, шуны эҙләйһең, табаһың. Костюм тектерәһең, фонограмма яҙҙыраһың. Бына шул инде ҡыйынлыҡтары.
Бейеүсегә хореографтар эҙләргә кәрәк. Был йәһәттән миңә еңел булды, сөнки улар мине үҙҙәре эҙләп таба торғайны. Беҙҙең дуэтҡа бейеү һалған Хазина Мағазоваға, Лидиә Нагаеваға, Ғәлиә Ҡолбарисоваға, Риф Саттаровҡа («Шаян килен», «Сабаталар менән», «Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары», «Ай-лүҙер-ләриттә»), Риф Ғәбитовҡа («Аҡ болан», «Башҡорт байрағы»), Хашим Мостаевҡа (ул мәрхүм инде) «Йәштәр вальсы» (дуэт), «Һыбайлы», «Бүләгем», «Сәскәләр менән», «Күбәләк»), Рәфис Мозафаров («Башҡорт сувениры», «Корея халыҡ бейеүе»), Алексей Байғазов (мариҙарҙың «Көтөү» бейеүе), Ольга Ласточкина (каряктарҙың «Таң» бейеүе), Розалиә Солтангәрәеваға («Ҡыпандаҡ») ҙур рәхмәтлемен. Иң ныҡ яратып башҡарған, минең өсөн иң мөһим булғандары ла бар, әлбиттә, улары Лидиә Ислам ҡыҙы һалған «Батмус менән бейеү» һәм «Ҡабырсаҡ» тип аталған бейеү.
Ҡасандыр, алты ғына йәшемдә, ҡулымдан етәкләп серле лә, дәртле лә, сихри ҙа булған бейеү донъяһына аяҡ баҫтырған, тормошта үҙ һөнәремде табыуға булышлыҡ иткән әсәйемә мең рәхмәтлемен! Изге күңеле менән һиҙемләгәндер, тойғандыр ул минең булмышымды.
– Эштә борсоулы, ҡыйын хәлдәргә тарығанығыҙ булдымы? Уларҙы нисек йырып сығаһығыҙ?
–Һәр эштә лә килеп тыуалыр сетерекле хәл-ваҡиғалар. Иғтибарҙы бары тик эшкә йүнәлтергә тырыштым, туҡтауһыҙ репетиция яһайым, яңы бейеүҙәр өйрәнәм, репертуарҙы тулыландыра инем. Әлбиттә, миңә тормош иптәшем дә һәр яҡлап ярҙам итте. Ә минең күңелемде яралаусыларға, үпкәләмәй, киреһенсә, рәхмәт әйтергә тейешмендер, сөнки улар арҡаһында сәмләнеп, яңы бейеүҙәр өйрәнгәнмен, тимәк, үҫкәнмен – уларҙың ярҙамы тейгән!
– Һеҙҙе йыш маҡтайҙармы, уларҙы нисек ҡабул итәһегеҙ?
–Ышанаһығыҙмы-юҡмы, һаман өйрәнә алмайым. Маҡтау һүҙҙәре әйтә башлаһалар, ҡойолам да төшәм, бүлдерергә, аҡланырға тотонам. Ә бына яңыраҡ интернетта уҡыным, баҡтиһәң, комплиментты аҙағына тиклем тыңлай белергә кәрәк икән. О-о! Миңә әле өйрәнергә лә өйрәнергә, күп уҡырға кәрәк әле!
– Һеҙ кемдәр менән аралашаһығыҙ? Дуҫтарығыҙ күпме?
– Мин тыуған фатирҙа ике ғаилә йәшәгән. Шул фатирҙа Флера Гатина ла донъяға килгән. Ул минең балалыҡ һәм ғүмерлек дуҫым. Беҙ бер-беребеҙҙе туғандар кеүек күрәбеҙ, апалы-һеңлеле тип йөрөтәбеҙ. Ул минән бер йәшкә кесе. Училищела уҡыған саҡта дуҫлашҡан Дания әхирәтем бар. Телефонды Рөстәм алһа: «Ана, һинең фекерҙәшең шылтырата!» – ти. Беҙҙең бөтә фекерҙәребеҙ ҙә уртаҡ, тура килә. Тағы ике әхирәтем бар, коллегаларым Гүзәл Мамина һәм Рәмилә Абдрахманова-Гофман (ул хәҙер Италияла йәшәй). Минең «игеҙәгем» дә бар, беҙ шул исемле бейеүҙе бергә башҡара торғайныҡ. Бер нисә йыл аралаша алманыҡ, сөнки ул дәүләт ансамблендә бейене, гастролдәр, концерттар арҡаһында осрашманыҡ. Бына хәҙер хаҡлы ялдабыҙ, бер беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөшәбеҙ. Быйыл йәй минең юбилейҙы үткәреү мәшәҡәттәренән һуң икәүләп Вьетнамға барып килдек. Тормош иптәшем, йөрөп арыным, донъяны көтөргә лә кеше кәрәк, этебеҙҙе кемгә ҡалдырайыҡ, әхирәттәрең менән генә бар ҙа ҡуй, тип ризалыҡ бирә лә ҡуя. Шуға күрә әхирәттәрем менән донъя гиҙергә тура килә. Дания менән Египетта, Төркиәлә булдыҡ.
– Әлеге ваҡытта нимә менән мәшғүлһегеҙ?
– Ике эштә эшләп йөрөй инем, икеһен дә ҡалдырырға тура килде. Сөнки атайым менән әсәйем өлкәнәйҙе. Сибай ҡалаһында йәшәүсе һеңлем, һәм уның ҡыҙы Ренара уларҙы ҡарай. Мин дә дарыуҙар алып, йыш ҡайтырға тырышам. Әлдә һеңлем менән ҡыҙым бар, ҡәҙерлеләрем ышаныслы ҡулдарҙа. Бейеүҙе бөтөнләй ташланым, тип әйтә алмайым. Сөнки концерттарға саҡырһалар, кире ҡаҡмайым, ҡатнашам. Илдә мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың йәмғиәттән айырылып үҫмәһен өсөн күп саралар ойошторола. Мин дүрт йыл шундай балалар менән шөғөлләнәм, белһәгеҙ, уларҙың һәр бер өйрәнгән хәрәкәттәренә нисек ҡыуанғандарын! Эштән китһәм дә, улар янына йыш барып йөрөргә тырышам. Донъялар имен торһон. Тормош шундай матур, мәғәнәле, салт. Ҡәҙерҙәрен беләйек.
–Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы, һеҙҙең ижадығыҙ, күңелдәргә йылы тойғолар өҫтәгән йөкмәткеле, матур бейеүҙәрегеҙ онотолмаҫлыҡ. Беҙҙең «Тамаша» журналына килеп әңгәмәләшкәнегеҙ өсөн рәхмәт! Киләсәктә лә сәхнәләрҙә сығыштар яһап, тамашасыларыбыҙҙы ҡыуандырығыҙ, һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, ижад ҡомарлығы теләйбеҙ!
Сәриә Ишемғолова
Читайте нас: