+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Уны "Халыҡ ынйыһы" тип атап була

Әбйәлил районы Ташбулат ауылы ҡыҙы Хәйретдинова (Биктимерова) Фатима Салауат ҡыҙын ысын-ысындан "Халыҡ ынйыһы" тип атап була. Ул яулаған еңеүҙәргә, милләтебеҙҙе күтәрмәләп, ул алып барған эштәргә һоҡланырға һәм "Афарин!" тип әйтергә генә ҡала.

Фатима Салауат ҡыҙы:- Өфөләге педагогия институтының физика һәм математика факультетын тамамлағас, ғүмерем буйы, 35 йыл Өфө районының Чесноковка мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләнем. Педагогтар араһында үткәрелгән күп конкурстарҙа еңеүсе булып сыҡтым. Өфө районында үткәрелгән "Йыл уҡытыусыһы" ярышында еңеүсе булдым. Республика кимәлендә үткәрелгән инновацион технология ҡулланыусы уҡытыусылар араһында еңеүсе булдым һәм 2008 йылда Президент грантын алып, "Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы" исеменә лайыҡ булдым.
Мәктәптә уҡытыу менән бергә Чесноковка балалар йортонда хореограф булып та эшләнем, сөнки институтта уҡыған ваҡытта икенсе өҫтәмә һөнәр - хореограф һөнәрен дә алып сыҡҡайным.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, бала саҡтан яратҡан шөғөлөм - бейеүҙәр менән шөғөлләнә башланым. Яңғыҙ бейеүҙәр конкурсында ҡатнашып түбәндәге еңеүҙәр яуланым:
1. Гран-при "Байыҡ - 2018".
2. Гран-при "Нур фестивале - 2019" Мәскәү ҡалаһы.
3. Халыҡ-ара хореография конкурсы «Сarpe diem» 2019йыл, 1-се дәрәжәле лауреат.
4. «Мин яратам һине,тормош!» фестивалендә 1-се урын, 2019 йыл.
5. «Таҡыя нағышы» конкурсында еңеүсе булдым (« Башкортостан ҡыҙы») 2019 йыл.
6. 2019 йылда Өфө ҡалаһында уҙғарылған матурлыҡ конкурсында «Вице-мисс Көмөш Өфө» исеменә лайыҡ булдым.
Күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләндем. Улар араһында “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” тигән рәхмәт хаты бигерәк тә ҡәҙерле.
Хәҙерге ваҡытта Өфөләге "Селтәр башҡорт кейеме студияһының фольклор етәксеһе һәм "Өләсәйем һандығы" проектының әүҙем ағзаһымын.
Читайте нас: