Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында февраль айында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, виртуоз-ҡурайсы Рушан Биктимеровтың концерты уҙҙы. “Ғүмер ҡоралым - ҡурай” тип аталған был тамашала артист, бер туған ағаһы - Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтов менән бергә тамашасыларҙы башҡорт халыҡ көйҙәре, композиторҙар әҫәрҙәре, донъя шлягерҙары менән һөйөндөрҙө. Зал тулы тамашасылар һәр бер сығышты көслө алҡыштар менән оҙатты.