+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Сит ил йондоҙҙары. Николас Кейдж

Николас Кейдж – Америка киноактеры, режиссер һәм продюсер, «Оскар» һәм «Алтын глобус» премиялары эйәһе. «Покидая Лас-Вегас», «Без лица», «Воздушная тюрьма», «Угнать за 60 секунд», «Сокровища нации», «Призрачный Гонщик», «Знамение» һәм башҡа фильмдары арҡаһында дан яулаған. Николас Кейдждың шәхси тормошо, бигерәк тә йәш сағы бик шау-шыулы үтә. 1987 йылда ул 18 йәшлек Патрисия Арккетт менән таныша һәм шул уҡ көндө уға кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Ҡыҙ, бындай тәҡдимде етди ҡабул итмәй һәм Николасҡа шарт ҡуя: «Һин миңә ҡара орхидея, Сэлинджерҙың автографын, Көньяк-Көнсығыш Азиянан төлкө ҡәбиләһе ҡатын-ҡыҙҙарының туй кейемен, ресторандан статуэтка алып килһәң һәм серенада йырлаһаң ғына һиңә кейәүгә сығыр инем», – ти.

Ғаиләһе һәм йәш сағы
Николас Кейдж 1964 йылдың 7 ғинуарында Лос-Анджелес янындағы Лонг-Бич ҡалаһында тыуған. Бәләкәй Николас бай ғаиләлә үҫә. Уның атаһы Аугуст Флойд Коппола яҙыусы, әҙәбиәт профессоры, ә әсәһе Джой Фогельзанг – бейеүсе һәм хореограф, олатаһы – танылған композитор һәм дирижер, ә ағаһы (атаһының бер туған ҡустыһы) – билдәле кинорежиссер Фрэнсис Форд Коппола. Ғаиләлә өс малай үҫәләр, Николас – иң кесеһе. Уның бала саҡтағы иң ҙур хыялы – телевизорға эләгеү. Тәүге актерлыҡ тәжрибәһен Николас мәктәптә «Золотой мальчик» постановкаһында ала. 50-се йылдарҙағы билдәле киноактер Джеймс Дин егеттең кумиры була. «Актерлыҡ һөнәрен уның кеүек булыр өсөн генә һайланым», – тип хәтерләй Кейдж. Егеткә 15 йәш тулғас, ул танылған ағаһынан кинола роль биреүҙәрен һорап шылтырата башлай. Ул баш тартҡас, Николас шул уҡ үтенес менән башҡа режиссерҙарға ла мөрәжәғәт итә. Тиҙерәк актер булырға теләгән тынғыһыҙ Николас, Беверли-Хиллздың «алтын» балалар өсөн абруйлы мәктәптә уҡыуын ташлап, имтихандарҙы экстерн итеп бирә. Лос-Анджелес университетының Юғары театр, кино һәм телевидение курсына уҡырға инә, уны үҙ ваҡытында Фрэнсис Форд Коппола, Джеймс Дин, шулай уҡ Стив Мартин, Тим Роббинс, Бен Стиллер һәм башҡа күп кенә кинематограф йондоҙҙары тамамлаған.
19 йәшлек актер Коппола фамилияһынан баш тартып, Марвел комикстары геройы Люк Кейдж һәм композитор-авангардист Джон Кейдждың ижади псевдонимын ала. Николас легендар ағаһынан башҡа ла Голливуд Олимпына юл ярыуына ышана.
Фильмдары
Актерҙың кинолағы дебюты 1981 йылда «Лучшие времена» сериалында була. Һуңынан башҡа проекттарҙа ла ролдәр башҡара, әммә улар Николасҡа теләгән дан килтермәй. Һуңғараҡ продюсерҙар бер кемгә лә билдәле булмаған актер Николас Кейджды «Девушка из долины» фильмына рок-музыкант Рэнди роленә саҡыралар. Уның был эше ҙур уңыш менән билдәләнә. Ошо ролдән һуң Николас менән ағаһы Фрэнсис Форд Коппола ҡыҙыҡһына башлай һәм уны үҙенең «Бойцовая рыбка», «Клуб Коттон», «Пегги Сью вышла замуж» фильмдарында уйнарға саҡыра.
Көтөп алынған танылыу уға 31 йәштә килә. 1995 йылда «Покидая Лас-Вегас» драмаһындағы роле өсөн Николас Кейдж «Йылдың иң яҡшы актеры» номинацияһында «Оскар» премияһына лайыҡ була, ә иң яҡшы ир-ат драма роле өсөн «Золотой глобус» менән бүләкләнә.
Актер Мартин Скорсезе, Коэн, Брайан де Пальма, Джон Ву менән хеҙмәттәшлек итә. Уның фильмографияһында «Скала», «Воздушная тюрьма», «Город ангелов», «Угнать за 60 секунд» фильмдары иң яҡшылары тип һанала. Уларҙың гонорары 20 млн. доллар тәшкил итә. Николас Кейдж һәм Джон Траволтаның «Без лица» боевигы иң сағыу 100 фильм исемлегенә индерелгән.
Яңы быуатта тамашасыларҙың иғтибарын реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән «Башни-близнецы», «Оружейный барон» һәм «Мерзлая земля» фильмдары йәлеп итә. Быларҙың барыһында ла ул төп ролдәрҙе башҡара. Николь Кидман менән «Что скрывает ложь», Антон Ельчин менән «Умирающий свет», Тай Шеридан менән «Джо» картиналарында төшә.
Николастың артабанғы проекттары тәнҡитселәрҙә кире ҡараш уята. Улар актерҙы ике өлөштән торған «Призрачный гонщик», «Сноуден», «Оставленные» картиналары өсөн «Золотая малина» номинацияһы менән бүләкләй. Ә уның «Зеркало» картинаһын артыҡ күңелһеҙ тип һанайҙар.
Шәхси тормошо
Николас Кейдждың шәхси тормошо, бигерәк тә йәш сағы бик шау-шыулы үтә. 1987 йылда ул 18 йәшлек Патрисия Арккетт менән таныша һәм шул уҡ көндө уға кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Ҡыҙ, бындай тәҡдимде етди ҡабул итмәй һәм Николасҡа шарт ҡуя: «Һин миңә ҡара орхидея, Сэлинджерҙың автографын, Көньяк-Көнсығыш Азиянан төлкө ҡәбиләһе ҡатын-ҡыҙҙарының туй кейемен, ресторандан статуэтка алып килһәң һәм серенада йырлаһаң ғына һиңә кейәүгә сығыр инем», – ти. Николас был талаптарҙы ҡабул итә һәм уның бөтә теләктәрен тормошҡа ашыра (орхидеяны баллончик менән ҡара төҫкә буяй). Патрисияға һүҙендә торорға һәм никахлашырға тура килә. Туйҙы улар Кубала үткәрергә тип һөйләшәләр, тик аэропортта компьютерҙың өҙөклөгө арҡаһында, самолетҡа билеттар һатыу тотҡарлана. Үҙ хистәренә ышанмаған ҡыҙ, быны юғарынан билдә булараҡ ҡабул итә һәм форсаттан файҙаланып, ҡаса.
1988 йылда Кейдж актриса Кристина Фалтон менән мөнәсәбәткә инә һәм күпмелер ваҡыттан һуң уларҙың улдары Уэстон Коппола Кейдж донъяға килә. Малай атаһы менән бергә йәшәмәһә лә, яҡшы мөнәсәбәттә була. «Ул бик ғәҙәти, яратҡан атай һәм аҡыллы кеше, – ти Уэстон бер интервьюла. – Уны бик хөрмәт итәм». Уэстон музыкант: уның вокалы «Eyes of Noctum» (2012 йылға тиклем) һәм «Arsh Anubis» (2011 йылдан башлап) блэк-металл төркөмдәрендә яңғырай. Бынан тыш, ул атаһы төшкән «Оружейный барон» фильмында эпизодик роль уйнай. 2014 йылдың 1 июлендә Уэстон һәм уның ҡатыны Даниэлдең улдары – Николас Кейдждың иң яратҡан ейәне – Люсиан Огастус Коппола Кейдж донъяға килә. «Мин олатай роленән һәр секунд һайын ләззәт алам», – ти Николас.
1995 йылда актер йәнә Патрисия Аркетты осрата, ул ваҡытта уның да улы тыуған була һәм элекке мөхәббәт яңынан йәнләнә. Был юлы тәҡдимде Патрисия үҙе яһай һәм 1995 йылдың 8 апрелендә улар өйләнешә. Был пар ни бары туғыҙ ай ғына мөхәббәт һәм татыулыҡта йәшәй, унан һуң айырылышалар. «Воскрешая мертвецов» картинаһында Кейдж һәм Арккетт бергә төп ролдәрҙе башҡарғанда уларҙың бергә булмауҙарын бер кем дә һиҙмәй. 2000 йылда улар тағы ҡауыша, ә 2001 йылдың майында рәсми рәүештә айырылышалар.
Кейдждың икенсе ҡатыны, легендар «Рок-н-ролл короле» Элвис Преслиҙың ҡыҙы – йырсы Лиза Мари Пресли.
Николас Кейдждың өсөнсө ҡатыны – официантка Элис Ким, ул милләте буйынса кореянка. Актер уның менән 2004 йылда Лос-Анджелес ресторандарының береһендә таныша. Ул саҡта Кимға ни бары 19 йәш була. 2005 йылда уларҙың улдары тыуа. Малайға комикстар супергеройы хөрмәтенә Кал-Эл тип исем ҡушалар. Актерҙың был никахы алдағылары менән сағыштырғанда, күпкә нығыраҡ булып сыға – ғаилә тормошо 11 йыл дауам итә. Кейдж ҡатыны һәм кесе улын бик ярата һәм ҡәҙерләй, улар уны киноға төшкәндә йыш оҙатып йөрөй. Шуға ҡарамаҫтан, Николастың холҡо арҡаһында 2016 йылда был пар айырылыша.
Кейдж – комикстар ярата. Ул 400 винтаж баҫмаһынан торған коллекция йыя һәм уны 2002 йылда аукционда 1,6 миллион долларға һата. 2007 йылда улы Уэстон менән бергә үҙ комикстар китабын төшөрә, ул «Virgin Comics» нәшриәтендә донъя күрә.
2000 йылдар башында Николас Кейдж Американың иң бай актерҙарының береһе һанала. Топ-кимәлдәге кино йондоҙо һәм Оскар эйәһе булараҡ, ул үҙ эштәре өсөн бик юғары гонорарҙар ала. Кейдж – Голливудтың иң йомарт хәйриәселәренең береһе репутацияһына эйә. Ул бөтә донъя буйынса хәрби конфликттарҙан зыян күргән балаларға ярҙам итеү өсөн «Amnesty International» ойошмаһына 2 миллион доллар аҡса биргән. Катрина ураганынан зыян күреүселәргә ярҙам йөҙөнән 1 миллион доллар, шулай уҡ башҡа күп кенә хәйриә һәм мәғрифәтселек программаларына ярҙам күрһәткән. Бының өсөн актер БМО Маҡтау наградаһына лайыҡ була.
Николас Кейдж бөгөн
Кейдж бөгөнгө көндә лә бик әүҙем, күп ижад итеүсе актер. Әйтәйек, 2017 йылда ул «Зеркало» триллеры һәм «211» боевигы өҫтөндә эшләй. Болгарияла кино төшөрөү ваҡытында ҡатмарлы трюктан һуң актер аяғын һындыра һәм АҠШ-ҡа өйөнә ҡайтарыла, шуға күрә фильм өҫтөндә эш оҙаҡҡа һуҙыла һәм уның экранға сығыуы бер аҙ тотҡарлана. 2018 йылда «Мэнди» триллеры сыға, унда секта ағзалары геройҙың яратҡан ҡатынын үлтерә һәм ул бандиттарға ҡаршы ҡанлы һуғыш алып бара.
Бынан тыш, 2018–2019 йылдарҙа ул «Между мирами», «Красный отряд», «Судак» һәм «Сибирь» фильмдары өҫтөндә эшләй. 2019 йылдың йәйендә Торонтола үткән фестивалдә «Цвет из иных миров» фантастик фильмы тәҡдим ителә. Бында Кейдж төп ролде башҡара. Ә 2020 йылда «Семейка Крудс» мультфильмының икенсе өлөшөн тауышлы итә.
Айгөл ҒИМАЛЕТДИНОВА әҙерләне
Читайте нас: