+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Тулҡынланып көтәм байрамдарҙы

«Әгәр артист профессияһын һайлағанһың икән – үҙеңде йәлләмәҫкә, үҙ-үҙеңә аяуһыҙ булырға тейешһең. Шуны гел хәтереңдә тоторға кәрәк: образдың эске кисерешен, ҡылығын, холҡон үҙеңдең йөрәк хисең аша үткәрмәй тороп, тормошсан образдар тыуҙырып булмай, сөнки беҙҙең сәхнә геройының прототибы – беҙҙе уратҡан кешеләрҙең береһе, ул ысынбарлыҡтан алынған», – тип фекерҙәре менән бүлешә актриса. Ысынлап та, Гүзәл Маликова – драматик пландағы образдар тыуҙырыуға маһир киң диапазонлы актриса.

«Киләһе уйнай торған ролем хаҡында бер нисә көн алдан уйлай башлайым – беренсе тапҡыр ҡуйылһынмы, йә ун йыл барһынмы спектакль – мөһим түгел. Ролемде уҡып сығам, костюмдарымды, парикты кейеп ҡарайым... Уйналасаҡ спектаклде берәй мөһим ваҡиға-байрамды көткән һымаҡ көтәм – көнө еткән һайын тулҡынланыуым арта. Спектакль көнө һүҙҙәремде ҡысҡырып ҡабатлап йөрөйөм. Беренсе ҡыңғырау менән йөрәк урынынан ҡуба, икенсе ҡыңғырауҙан һуң мин грим бүлмәһенән сәхнә артына төшәм, унда реквизиттарымды барлайым һәм, һикерергә әҙерләнгән гимнаст кеүек, үҙемдең урынға – “трамплинға” менеп баҫам һәм өсөнсө ҡыңғырау менән күкрәк тултырып тын алам да яратҡан Сәхнәм ҡосағына башкөллө сумам», – тип үҙенең ғүмерлеккә яратып һайлаған эше хаҡында һөйләй Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гүзәл Маликова.
Бөгөнгө көндә юғары исемдәргә, дәрәжәләргә ирешкән актриса ижад эшмәкәрлеген 1987 йылда башлай, курстағы һигеҙ кеше араһынан Илфат Йомағолов менән икеһен генә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры труппаһына алалар. Арҙаҡлы шәхестәр, абруйлы, ҙур исемле артистар араһында үҙ урынын табыу йәш актрисаға еңел бирелмәй, әлбиттә. Әммә “тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан”, тиҙәр бит!.. Тәүге йылдарҙа актрисаға икеләтә тырышлыҡ күрһәтергә, сәмләнеп, ең һыҙғанып эшләргә тура килә. Холҡондағы был яҡшы сифаттарын ул тәүге тапҡыр Илдар Юзеевтың пьесаһы буйынса «Аҡ ҡалпағым төшөрҙөм ҡулдан» спектаклен ҡуйғанда күрһәтә. Спектаклдең режиссеры Рифҡәт Исрафилов уға Зөбәйҙә-Прайс ролен бирә һәм: «Әгәр ошо ролде мин күрергә теләгәнсә эшләй алһаң, ролеңде ҡалдырам, эшләй алмаһаң – һыҙып ырғытабыҙ», ти. Режиссерҙың талабы – актриса телмәрҙәрен саф инглиз телендә алып барырға тейеш. Гүзәл ең һыҙғанып эшкә тотона – мәктәптә иң яратҡан фәне нәҡ инглиз теле булыуы ла уға ярҙам иткәндер, әлбиттә. Уҡытыусыһына бара, уйнаясаҡ ролен тулыһынса инглиз теленә тәржемә итәләр, һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелешен күп тапҡыр ҡабатлайҙар, тексты уҡытыусыһынан уҡытып, кассетаға яҙып ала һәм көндән-көн шымарта... Һуңғы яуаплы репетиция көнөндә (был көндө уның роленең яҙмышы хәл ителергә тейеш!) Гүзәл бөтә батырлығын йыйып, ғәҙәттәгесә репетицияларҙағы кеүек башҡортса түгел, ә саф инглиз телендә һөйләшә башлай. Режиссер ҙа, спектаклдә бергә уйнаған артистар ҙа тын ҡала... Мизансцена үткәс, дәррәү алҡышлайҙар, ә Рифҡәт Вәкил улы: «Бына бит, әгәр артист теләһә, бөтә нәмә ҡулынан килә!» – тип маҡтай һәм Зөбәйҙә-Прайс ролен спектаклдә ҡалдыра. Ысынлап та, был роле спектакль өсөн дә бик отошло булып сыға – Зөбәйҙә-Прайс сәхнәһе бөтә спектаклгә йәнлелек бирә, сит телдәге телмәр ҙә тамашасылар иғтибарын тарта һәм бер тынала ҡарала.
«Әгәр артист профессияһын һайлағанһың икән – үҙеңде йәлләмәҫкә, үҙ-үҙеңә аяуһыҙ булырға тейешһең. Шуны гел хәтереңдә тоторға кәрәк: образдың эске кисерешен, ҡылығын, холҡон үҙеңдең йөрәк хисең аша үткәрмәй тороп, тормошсан образдар тыуҙырып булмай, сөнки беҙҙең сәхнә геройының прототибы – беҙҙе уратҡан кешеләрҙең береһе, ул ысынбарлыҡтан алынған», – тип фекерҙәре менән бүлешә актриса. Ысынлап та, Гүзәл Маликова – драматик пландағы образдар тыуҙырыуға маһир киң диапазонлы актриса. «Йәрем минең, алиһәм»дә (Р.Байбулатов) – Ляля Моисеевна, «Юлдарым – һағышлы моңдарым»да (С.Айытматов) – Әсә, «Тылсымлы сәңгелдәк»тә (Н.Абдыҡадыров) – Ҡарсыҡ, «Ҡыпсаҡ ҡыҙы»нда (А.Йәғәфәрова) – Аҡһылыу, «Яралы яҙмыш»та (Н.Асанбаев) – Файка-Фәйрүзә, «Күгәрсенкәйҙәрем»дә (Ф.Бүләков) – Сәлимә, «Ҡоҙаса»ла (Б.Бикбай, З.Исмәғилев) – Шәмсиә, «Мәһәре – байҙан» (Й.Болат) спектаклендә – Фәрештә, «Минең ғаиләм»дә (Т.Дәүләтбирҙина) – Маринка-Мөғлифә, «Артур+Нэнси»ла (Ә.Дилмөхәмәтова) Әсә һ.б. тиҫтәләгән ролдәре театр һөйөүселәрҙең күңелдәрендә һаҡлана, тип ышаныслы әйтеп була, сөнки актриса һәр бер ролен үҙенсәлекле, онотолмаҫ итеп тамашасыға сығарыу һәләтенә эйә.
Күптәр Гүзәл Маликованы комедия жанры өсөн яралған актриса тип ҡабул итә, булмышы менән дә ул ошо жанр өсөн тап килеп, унда йөҙөп йөрөп уйнай, тәрән кисерешле драматик образдары кеүек үк, комик ролдәрҙә лә уның героинялары һәр ваҡыт үҙенсәлекле, сағыу килеп сыға. Уның был һәләтен «Веселая кулиса» исемле Республика фестивалендә ике тапҡыр «Иң күңелле актриса» номинацияһында Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләп үттеләр һәм «Тамаша» журналына бер йыллыҡ подписка менән бүләкләнеләр.
Актрисаның ижады, уның ролдәре тураһында тәнҡитселәр ҙә, журналистар ҙа әленән-әле яҙып тора. Олуғ шәхес, драматург Нәжиб Асанбай ҙа актрисаға ҡарата маҡтау һүҙҙәрен бер ҡасан да йәлләмәй. «Иң тәүҙә шуны әйткем килә: ул бик һылыу актриса! Исеме лә есеменә тура килә – Гүзәл! Йыр-бейеүгә лә оҫта ул. Мин уны үҙемдең «Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта» тигән комедиямда Катя ролендә күреп, таң ҡалдым. Образ тыуҙырғанда психологик тәрәнлек тә, уның тормошсан һәм халыҡсан булыуы ла мөһим. Катя ролен Гүзәл Маликова үҙенең йырлап һәм бейеп уйнауы менән тап бына шулай халыҡсан итеп башҡарҙы ла. Гүзәл Маликова, төпкә егелеп тартҡан ат һымаҡ, үҙенең елкәһенә ғәйәт ҙур йөктәрҙе йөкмәп ижад итә» – тип яҙа ул актрисаның ижадына бәйле бер мәҡәләһендә.
Бөгөнгө көндә лә актриса яратҡан эшенә мөкиббән китеп ижад итә. Уның һуңғы йылдарҙа сығарған Шәрифә ролен генә алайыҡ. Салауат Әбүзәровтың пьесаһы буйынса ҡуйылған «Хыялый» спектаклендә партнеры Илдар Сәйетов (Ғиззәт ролендә) менән рәхәтләнеп, кинәнес табып уйнай. Шәрифәлә лә актриса ролдең асылын эҙләп тапҡан, уның тормошҡа ҡарашын тамашасыға еткерә алған. Гүзәл Маликованың Шәрифәһе – тормош фәлсәфәһен аңлаған ябай ҡатын, күңел байлығы, сабырлығы, ысынбарлыҡҡа үҙенсә ҡарашы, бөгөнгө көндән бер нәмәгә лә дәғүә итмәй, донъяның матурлығын нисек бар, шул килеш күреп йәшәүе менән бәхетле. Шәрифә – ғүмер буйына яҡын кешеһенә тоғро ҡалып, уның бәхетендә үҙ бәхетен тапҡан, уның ҡыуанысы менән үҙенең дә тормошон йәмләп йәшәгән ҡатын. Шәрифәне шундай халыҡсан да, бер үк ваҡытта тормоштоң ҡатмарлы фәлсәфәһен төшөнгән оло йөрәкле лә итеп уйнау өсөн актрисаға ни тиклем күңел байлығы, зиһен зирәклеге, тормош һәм сәхнә тәжрибәһе кәрәк!..
Гүзәл Маликова үҙен бәхетле яҙмышлы актриса һәм ҡатын тип иҫәпләй. Сөнки уның театрға килеүе лә – тап яҙмыш бүләге. Әсәһе – Хәнифә Хөснөтдин ҡыҙы – медицина хеҙмәткәре, ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен дауалау эшенә арнаған. Бер ваҡыт әсәһе эшләгән дауаханала актриса Тәнзилә Хисамованың ҡыҙы дауалана, рәхмәт йөҙөнән танылған актриса Хәнифә апайға театрға саҡырыу ҡағыҙы алып килә. Хәнифә апай театрға бара алмай, билетты ҡыҙы Гүзәлгә тоттора. Өфө сәнғәт институтының вокал бүлегендә уҡып йөрөгән Гүзәл Мостай Кәрим пьесаһы буйынса ҡуйылған «Ҡыҙ урлау» комедияһына бара. Сәхнәләге матурлыҡ, спектаклдә уйнаусы йәштәрҙең дәрте ҡыҙҙың күңелен ғүмерлеккә әсир итә һәм ул «театр» исемле «ауырыуға» дусар була. Сәнғәт институтында үҙенең дәрестәренән тыш, актер бүлегендә уҡыған егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың дәрестәренә лә инеп өлгөрә, аҙаҡтан уларҙың этюдтарында ла ҡатнаша башлай. Ә киләһе йылына, уҡытыусыларының «Әгәр актерлыҡҡа инә алмаһаң, беҙ һине вокал бүлегенә кире алмаясаҡбыҙ» тип янауҙарына ла ҡарамайынса, вокал бүлеген ташлап, яңынан абитуриенттар менән бер сафҡа баҫа һәм театр факультетында Рифҡәт Исрафилов курсында яңы уҡыу йылын башлай. Курсташтары Илфат Йомағолов, Франгизә Илбәкова, Эмма Ваһапова, Мәғәфүр Усманов, Гөлназ Кәримова, Резеда Вәлиева, Энгель Ғәлиәкбәров менән бергә уҡый, ә остаздары – киң танылған педагогтар: Рифҡәт Исрафилов, Олег Ханов, Гөлли Мөбәрәкова, Булат Хәбибуллин, Тамара Хоҙайбирҙина.
Гүзәл Маликова – тынғыһыҙ күңелле актриса. Мәҫәлән, уның өсөн бик мауыҡтырғыс проект «Ай ҡыҙы» (Ф.Бүләков, реж. Ә.Нурмөхәмәтов) исемле тәүге башҡорт сериалы була. Сериалды ҡараусыларҙың Гүзәл апайҙы Ғайсарҙың әсәһе булараҡ таныуы – ул, әлбиттә, ролдең уңышлы булыуына көслө дәлил.
Шул йылдарҙа Гүзәл апай дауаханаға эләгә һәм табип уға Дейл Карнегиҙың китабын бүләк итә. «Бөгөнгө көндә лә был китапты ҡулымдан төшөрмәйем», – ти Гүзәл апай. Бигерәк тә уға фекер эйәһенең: «Әгәр һиңә яҙмыш лимон бирһә, һин ул лимондан лимонад эшлә», – тигән әйтеме оҡшай. Был әйтем Гүзәл апайҙың тормошона тап килгәндәй. Әйтәйек, «Һөйөү сәғәте һуҡҡанда» (Ф.Бүләков) спектаклендә ул эпизодик ролде – медсестраны башҡарырға тейеш. Режиссер Борис Манджиев Гүзәл апайға: «Үҙең нисек күрәһең – шулай эшләп ҡара», – ти. Роле тураһында күп уйланып йөрөгәндән һуң бер репетиция ваҡытында уның медсестраһы, ҡулына баян алып, сәхнәнән йырлап үтеп китә. Борис Манджиев актрисаның табышына ихлас күңелдән рәхәтләнеп көлә лә: «Был нимә булды? Мин бер нәмә лә аңламаным, әлбиттә, әммә ролеңде шул килеш ҡалдырам», – ти. Эпизодик ролде лә төп роль кеүек иҫтә ҡалырлыҡ итеп уйнарға мөмкин икәнен Гүзәл апай раҫлай (лимондан лимонад шул була инде!) – «Пресса –2008» рейтингында тәнҡитсе-журналистар уның Медсестраһын юғары баһалап, «Иң яҡшы эпизодик роль» номинацияһында еңеүсе тип таный.
Гүзәл апайҙың иң тоғро дуҫы – уның баяны. «Күңелһеҙ минуттарҙа ла, күңелем шатлыҡтан ташып барғанда ла мин ҡулға баянымды алам», – ти ул.
“Әллә ниңә яратам мин
Ағын һыуға ҡарарға,
Ағын һыуға ҡарап йырлап,
Төшәм төрлө уйҙарға...” –
тип йырлап ебәрә һәм күңеле менән үткәндәрен байҡай. Атаһы – биология һәм химия уҡытыусыһы Хәсән Мөхәмәтша улының һәм әсәһе – медицина хеҙмәткәре Хәнифә Хөснөтдин ҡыҙының йәш саҡтары, ә үҙенең һәм ҡустыһы Илдарҙың бала сағы күҙ алдынан үтә. Бына улар тыуған яғы Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы янындағы яланда: атаһы менән әсәһе бесән саба, ә ул ҡустыһы менән бейек үләндәр араһынан йүгерә, уларҙан да бейегерәк ағастарҙың осонда эленеп торған ҡояшҡа ҡарап-ҡарап ала... Ниндәй бәхетле минуттар, әле булһа шул хәтирәләр күңелде йылытып тора! Үкенескә күрә, атаһына ҡыҙының бөгөнгө бәхетен күрергә насип булмай, әммә бәхеткә ҡаршы – әсәһе әле лә иҫән-һау, ҡыҙына оло таяныс! Бөгөнгө бәхете өсөн Гүзәл апай ата-әсәһенә рәхмәтле – улар балаларын белемле итер өсөн һәм йәмғиәттә үҙ урындарын, яратҡан һөнәрен тапһын өсөн бар көсөн һалған.
Гүзәл апайға ете йәштәр самаһында атаһын Өфөгә Уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтына эшкә саҡыралар, шул ваҡыттан алып улар баш ҡалала төпләнә. Гүзәл Өфөлә беренсе класҡа бара, бер үк ваҡытта музыка мәктәбенә лә йөрөй – атаһы уға фортепьяно һәм баян алып бирә, Гүзәл баянды һайлай. Мәктәпте тамамлағас, Өфөнөң 2-се һанлы музыка-педагогия училищеһына уҡырға инә һәм «Башланғыс кластарҙа йыр дәресе уҡытыусыһы» һөнәрен алып сыға, шунда уҡ уға Өфө сәнғәт институтының вокал бүлегенә маҡсатлы юллама бирәләр. Әммә, алдан әйтелгәнсә, «Ҡыҙ урлау»ҙы ҡарағас, Гүзәл үҙенең яҙмышын театр менән бәйләргә хәл итә...
«Баянда уйнай белеүем, вокал бүлегендә уҡыуым – былар барыһы ла минең актерлыҡ профессиямда кәрәк булды, мәҫәлән «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһында Шәмсиә ролен уйнаным, белеүегеҙсә, минең героиням йырлай. Тәүге тапҡыр «Тиле йәшлек» (И.Абдуллин) спектаклен ҡуйғанда мин Сәйҙә ролен башҡарғайным, режиссер Ғабдулла ағай Ғиләжев минең баянда яҡшы уйнағанымды белеп ҡалған да Сәйҙәмде баянда уйнаусы һәм йырлаусы итеп сығарырға тәҡдим итте. Мин баҙнат итмәнем, ҡыйыулығым етмәне. Әммә, Алла бирһә, ундай ролдәрем булыр әле, тип ышанам. Әлеге ваҡытта билдәле драматург Флорид Бүләков миңә таманлап пьеса яҙа, юбилейымда тамашасыларыма уйнап күрһәтергә яҙһын», – тип киләсәккә ҙур өмөттәр менән йәшәй актриса.
Амин, шулай булһын, Гүзәл Хәсән ҡыҙы! Ҡырҡ йылдан ашыу ҡалала йәшәп тә, үҙен һаман да ауыл ҡыҙы итеп һанаусы, тыуған яғына ҡайтып, эшләргә һәм ижад итергә дәрт, унда ҡалған тамырҙарынан һут һәм йәшәү көсө алыусы Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гүзәл Маликова тулы, ялҡынлы ижад менән йәшәй.
Сәхнәлә лә, тормошта ла актриса үҙен бәхетле итеп тоя – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры яҙмышы менән бергә үрелеп барған егерме биш йыллыҡ емешле ижады менән бәхетле ул. Яратҡан ғаиләһе менән бәхетле: ғәзиз балаһы – улы Ғәзиз – Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты аспиранты, яңынан-яңы уңыштары, яҡшы хәбәрҙәре менән әсәһен шатландырып тора. Иң ҙур ҡыуанысы – әсәһе Хәнифә апай иҫән-һау. Әсәһенә иркәләнеп, уға арҡаланып, уның кәңәштәрен тотоп йәшәүе менән дә үҙен бәхетле тип һанай ул.
Ысынлап та, бәхет – кешенең үҙ ҡулында, уның эшләгән эшендә, ҡылған ғәмәлендә. Гүзәл апай иртән сыҡҡан ҡояшҡа, баҡсаһында яҙын япраҡ ярған алмағастарға, сейәләргә, унда һайраған ҡоштарға ҡыуанып, бөгөнгө көнөнә, Хоҙай биргәненә риза булып йәшәй белә. Гүзәл Маликова кеүек, донъяның матурлығын, тәбиғәттең сафлығын, ошо мәлдең ҡабатланмаҫын тойған ижад кешеләре бай, тәрән хисле булалыр һәм үҙенең күңел кисерештәрен, йөрәк йылыһын тамашасыһына ла еткерә алалыр, моғайын.
Динара КӘРИМОВА
Читайте нас: