+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бер йырҙың тарихы «Һағышлы музыка эсенән бәреп сыҡҡан йыр…» - «Йәнбикә» (Шамил Ҡолбарисов - Рафаэль Сафин)

Башҡорт сәнғәтендә тотош бер дәүерҙе күҙ алдына килтерер йырҙар бар. Яҙылыуына тиҫтә йылдар үтеп китһә лә, улар халыҡ күңелендә йәшәй бирә, һәр быуын уны үҙе өсөн яңынан аса бара. Заманабыҙҙың мәшһүр композиторы Шамил Ҡолбарисовтың «Йәнбикә» йыры ана шундайҙарҙан булды. Ә инде был йырҙы беренсе булып башҡарған Рамаҙан Йәнбәковтың көслө, ҡабатланмаҫ моңло тауышы ҡолаҡта һаман да сыңлап тора. Fүмерле йыр булып сыҡты ул: уҙған йылда «Йәнбикә»нең ижад ителеүенә 35 йыл тулды.

Бер йырҙың тарихы
«Һағышлы музыка эсенән бәреп сыҡҡан йыр…» - «Йәнбикә» (Шамил Ҡолбарисов - Рафаэль Сафин)
Башҡорт сәнғәтендә тотош бер дәүерҙе күҙ алдына килтерер йырҙар бар. Яҙылыуына тиҫтә йылдар үтеп китһә лә, улар халыҡ күңелендә йәшәй бирә, һәр быуын уны үҙе өсөн яңынан аса бара. Заманабыҙҙың мәшһүр композиторы Шамил Ҡолбарисовтың «Йәнбикә» йыры ана шундайҙарҙан булды. Ә инде был йырҙы беренсе булып башҡарған Рамаҙан Йәнбәковтың көслө, ҡабатланмаҫ моңло тауышы ҡолаҡта һаман да сыңлап тора. Fүмерле йыр булып сыҡты ул: уҙған йылда «Йәнбикә»нең ижад ителеүенә 35 йыл тулды. Бөгөн был йырға бәйле ваҡиғаларҙы Шамил ағай үҙе, ҡыҙы Айһылыу һәм мәшһүр йырсы Рамаҙан Йәнбәков йылы хистәр менән иҫкә ала. Шамил Ҡолбарисов оҙаҡ йылдар опера театры солисы булып эшләй. Классик һәм милли операларҙа төп партияларҙы башҡарыусы булараҡ таныла. 1968 йылда йырсы карьераһын туҡтатып, режиссерлыҡ эшенә күсә, филармонияның художество етәксеһе вазифаһын башҡара. Бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт академия драма театрында музыкаль бүлек мөдире һәм дирижер булырға ла өлгөрә. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, музыкаль ижад менән шөғөлләнеү, йырҙар яҙыу – уның күңел талабына әйләнә. Шамил Ҡолбарисов бөтәһе 44 спектаклгә музыка яҙған композитор! Улар араһындағы «Йәнбикә» (1968), «Диләфрүзгә дүрт кейәү» (1973), «Тальян-гармун» (1975), «Башмағым» (1980) кеүек популяр спектаклдәрҙе музыкаль яҡтан биҙәү эше уның өлөшөнә төшә. Тамашасы күңеленә хуш килер сәхнә әҫәрен тыуҙырғанда сағыу образлы моңло музыканың әһәмиәте ифрат та ҙур.- Йырҙарымдың күбеһе конкрет спектаклдәргә яҙылған, - тип иҫләй Шамил ағай. - Драматик материал һәм, әлбиттә, шиғыр йыр яҙыу өсөн этәргес булып торҙо. Йырҙарға көйҙәрҙе кабинетта ултырып яҙманым, шиғырҙың үҙемә иң оҡшаған куплетын ятлап алам да, бөтә ерҙә - урамда, трамвайҙа китеп бараммы – эстән генә көйләп йөрөйөм. Ҡайтҡас, пианинола бер нисә вариантын ҡат-ҡат уйнап ҡарайым, шунан иң һәйбәтен һайлап алам. Көйҙәр ижад итеүҙә миңә халыҡ йырҙарын яҡшы белеүем һәм опера театрында туплаған тәжрибәм ныҡ ярҙам итте. Мин бала сағымдан халыҡ йырҙарын күңелемә һеңдереп үҫеүемә ҡыуанам, был үҙе ҙур бәхет. Шуның өҫтәүенә, аҙаҡ опера театрында бик күп классик музыка йырларға тура килде – композиторлыҡ ижадымды яңы һыҙаттар менән байытмай ҡалманы, әлбиттә.«Йәнбикә» спектакле Рафаэль Сафиндың «Йәнбикә» драматик поэмаһы буйынса ҡуйылған. Ул башҡорт сәнғәтенең сағыу бер күренеше булып, академтеатр репертуарынан оҙаҡ төшмәне. Поэманың үҙендә үк музыка ҙур роль уйнай, «киҫкен ритмлы музыка», «бер ҡылда ғына уйналған скрипка моңо һуҙыла», «музыка байып барған ҡояш моңо булып ишетелә» һәм башҡа автор ремаркалары бихисап унда. Шамил Ҡолбарисов драмаға яҙған бөтә музыкаль номерҙар араһынан «Йәнбикә» йырының йөрәккә үтерлек көйө, халыҡ көйҙәрен хәтерләтеп торған бөгөлөштәре уның киң таралып китеүенә, халыҡҡа оҡшауына сәбәптер. Спектакль барышында «Йәнбикә» йыры фон булып та яңғырай, сюжеттың үҫешенә лейтмотив булып үрелеп тә бара. Драма хәҙер ҡуйылмай, ә йыр бөгөн дә йәшәй бирә…Шамил ағайҙың ҡыҙы Айһылыу иҫләүенсә, бөтәһе лә бик тә ябай, прозаик рәүештә башланған.- Беҙ атайым менән ул саҡтағы министрҙар Советы ашханаһында ашап ултырғанда Рафаэль Сафин эргәбеҙгә килеп ултырҙы. Һүҙ ыңғайында ул атайыма «Йәнбикә» исемле драмаһына музыка яҙырға тәҡдим итте. Атайым риза булды. Бына шул ғына, - ти.«…Һағышлы музыка эсенән йыр бәреп сыға. Уны үтә моңло тауышлы йырсы егет йырлай», - Рафаэль Сафиндың драмаһында ошондай күрһәтмә осрай. Fөмүмән, йырҙың ярты уңышы уның башҡарыусыһынан тора, тип әйтеүҙәре дөрөҫтөр.
Йырсы Рамаҙан Йәнбәков үҙенең хәтирәләре менән ихлас уртаҡлаша:- Ул ваҡытта Шамил Ҡолбарисов Хөсәйен Әхмәтовтан һуң Башҡорт дәүләт филармонияһына художество етәксеһе булып килгәйне. Бик талапсан булды, һәр бригаданы ентекләп ҡарап, уларҙың мөмкинселектәрен даими күҙәтеп йөрөгәне иҫемдә. Бригадаға ниндәй музыкант, йырсы, бейеүсе, ҡурайсы, һүҙ оҫтаһын ҡушырға кәрәклеген алдан һиҙеп торҙо. Ул филармонияла эшләгән дәүерҙә солистар араһында ижади дуҫлыҡ та көслө булды. Башҡортостандың бөтә райондары буйлап гастролдәрҙә йөрөй торғайныҡ.Бер ваҡыт беҙҙең әртистәр бригадаһы Хәйбулла яҡтарында, Урал аръяғы райондарында гастролдән йөрөп ҡайтҡас, Шамил ағайҙы осраттым.- Бына, Рамаҙан ҡустым, ошоно өйрәнеп ҡара әле, - тип, миңә бер яңы йыр тотторҙо.Быға тиклем мин уның «Йәшермәсе, иркәм» тигән йырын ғына башҡара торғайным. Мин яңы йырҙы алдым да, бер-ике көн уйланып йөрөнөм әле, быны йырларғамы, юҡмы, тип. Fәҙәттә, яңы йырҙы мин пианинола үҙемсә сүпләп уйнап ҡарайым, тональносен билдәләп алам да, шунан китә инде: нисек бөгөлөштәр алырға, ҡайһы ерҙә көсәйтергә, ҡайҙа талғын үтергә. Шамил ағай биргән йырҙың көйөн өйрәнеп алғайным, миңә был йыр бик оҡшаны, ныҡ тәьҫир итте... Был спектакль өсөн яҙылған «Йәнбикә» йыры ине. Һүҙҙәрен бынан бик күп йылдар элек Социалистик урамында урынлашҡан балалар йортонда минең менән бергә йәшәгән күренекле шағир, драматург Рафаэль Сафин яҙған. Йырҙың һүҙҙәре миңә бигерәк тә яҡын булды. Философик яҡтан тәрән мәғәнәле, ант иткән кеүек тойола миңә (йырлай): Баҙарҙарға барһаң, аҡ тула ал, Хаҡҡынаһын үҙем түләрмен. Әжәлдәрең етһә, әйт үҙемә, Йәнбикәм, Йәнбикәм, Һинең өсөн үҙем үлермен. Урмандарға керһәм, аҙашмамын, Менгән атым аҡбуҙ ат булһа. Ауыр юлдар үтеп, мин ҡайтырмын, Йәнбикәм, Йәнбикәм, Көтәм тигән һүҙең хаҡ булһа. Көйө халыҡсан булыуына, композитор халыҡ моңон оҫта файҙалыныуына хайран ҡалаһың. Шамил ағай бит Мәскәү консерваторияһының композиция бүлеген бөткән. Эш, әлбиттә, диплом ҡатырғаһы алыуҙа ғына түгел, эш, минең аңлауымса, тәбиғи, Алла тарафынан бирелгән, бер көс булыуҙа, бәләкәйҙән ҡаныңа халыҡ моңдарын һеңдереүҙә. Һәр композитор ҙа йыр яҙа алмай. Ысын композитор булыр өсөн, бер ниндәй ҙә академия бөтөрөргә кәрәкмәй. Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Таһир Кәримов, Рафиҡ Сәлмәнов – улар бөтәһе лә халыҡсан итеп яҙҙылар бит инде. Улар халыҡ араһында тыуып үҫеп, ана шул багажын Мәскәүҙә, консерваторияла уҡыған ваҡытта мең арттырғандар. Халыҡ йырына әүерелеп киткән композитор йырҙары күп бит ул. Таһир Кәримовтың «Бажалар» пьесаһынан Зөлфиә йыры, әлеге «Йәнбикә» йыры. Элек һәр спектаклгә шундай йырҙар яҙа торғайны композиторҙар. Халыҡсан йырҙар, быуындан-быуынға күсә килеп, хатта киләсәктә уларҙы халыҡ йырҙары тип ҡабул итәсәктәр, шулай бит? Милли традицияға нигеҙләнеп яҙылған йырҙар мәңгелек. Улар быуындан-быуынға оҙатып килә һәм халыҡ йөрәгендә йәшәй. Йыр үҙеңдең йөрәгеңдән сыҡһа ғына, тыңлаусының йөрәгенә лә барып етә ул. Һәр кем уны үҙенеке итеп ҡабул итә. Ысын мәғәнәһендә ул әҫәр булып ҡала инде, минең аңлауымса. Тәүҙә мин «Йәнбикә»не филармонияла, гастролдәрҙә йырлап йөрөнөм, шунан Шамил Ҡолбарисов оркестрға һалды. Төп партия скрипка тауышына бирелгәйне. Мин башлап йырлайым, филармонияның дәүләт хор капеллаһынан ирҙәр төркөмө ҡушылып китә. Хәтәр шәп, көслө килеп сыҡты! Тиҙ генә барып, драмтеатрға яҙҙырҙыҡ. Оркестр менән Шамил ағай үҙе дирижерлыҡ итте. Минеңсә, сәхнә әҫәренә яҙылған көйҙәр айырыуса моңло булырға тейеш. «Йәнбикә»лә шиғриәт менән музыка философик яҡтан, йөкмәткеһе яғынан бер-береһен тулыландыра. «Йәнбикә» спектаклен академтеатрға ике рәт махсус барып ҡараным. Премьерала ла Рафаэль Сафин менән бергә ултырҙыҡ. Йыр миңә лә, тамашасыларға ла бик оҡшап ҡалды. Бына шулай килеп тыуҙы инде ул йыр…- Рамаҙан ағай, был йырҙы бәлки, махсус һеҙҙең өсөн яҙғандарҙыр?- Моғайын, шулайҙыр. Көтөп торғандарҙыр шул минең гастролдән ҡайтҡанды. Шамил Зөфәр улы Ҡолбарисов ошо «Йәнбикә» йырын ғына ижад итһә лә, исеме башкорт музыка сәнғәтенә алтын хәрефтәр менән яҙылыр ине. Ә уның «Йәшермәсе, иркәм», «Көҙгө юлдар», «Их, Өфө ҡыҙҙары!» һәм башҡа киң таралған йырҙары ла тыңлаусыларҙың күңел ҡылдарын һаман тирбәтә. Әммә улар – үҙҙәре бер тарих. Ләйлә Аралбаева, 2004 йыл.#Берйырҙыңтарихы #ЛәйләАралбаева #Историяоднойпесни #ЛейлаАралбаеваhttps://www.youtube.com/watch?v=sNSFDJjJH8A
Читайте нас: