+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Йылға ағымының көйөнә тәбиғәт ҡосағында иҙерәп йөҙөү - әйтеп биргеһеҙ мөғжизә!"

Текә ҡаяларға бәрелеп-һуғылып, ажарланып яҙғы йылға аға. Ҙур тиҙлек менән ҡаршыға елгән олоғара таштар араһынан резина кәмәгә дөрөҫ һәм тиҙ генә йүнәлеш биреп ишмәһәң, шарлап торған һыу түңкәреп бәрергә лә күп һорамай. Ә ҙур ишкәккә сытырман йәбешеп нәфис кенә сәхнә йондоҙо кәмә ауыҙлыҡлай. Күҙ алдына килтерҙегеҙме? Кем мкән ул гүзәл зат - дауамы сайтта һәм журналдың киләһе һанында уның турала тулыраҡ уҡырһығыҙ.

Рәссам, шағирә, композитор Флюрә ШӘРИПОВА яҙғы йылға буйлап экстремаль йөҙөүҙәр ярата икән.
- Йылға ағымының көйөнә тәбиғәт ҡосағында иҙерәп йөҙөү - әйтеп биргеһеҙ мөғжизә! - ти ул. - Йомшаҡ ел... Тыныслыҡ... Йәнең-тәнең тәбиғәт менән бер бөтөнгә әйләнә. Шул тиклем әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ләззәтле кисерештәрҙе, ҡабатланмаҫ мәлдәрҙе ҡыш буйына һағынып, түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Әлбиттә, һәр йөҙөү алдынан әҙерлек була: маршрут һалына, яҡшы аяҙ көндәрҙе тура килтерергә тырышып, рюкзак, кәмә, кәрәк-ярағыңды барлайһың. Һәр бер поход нимәһе менәндер иҫтә уйылып ҡала. Һәр йөҙөү - экстремаль ваҡиға. Бер ваҡыт айырыуса ямғырлы йыл булды... Нөгөш буйлап 10 көнгә походҡа сығып киттек. Беренсе көндән ямғыр яуа башлағайны, көнө-төнө яуа ла яуа. Ямғыр аҫтында палатка ҡуябыҙ, аш-һыу әҙерләйбеҙ, иртәгеһен ямғыр аҫтында палатҡаны йыябыҙ, ямғыр аҫтында йөҙәбеҙ. Йәй көнө булғас, ныҡ һыуыҡ түгел. Ямғыр бер һибәләй, бер көсәйеп китә, араһында ҡояш йылытып та ала. Ҡоро кейем-фәлән дә ҡалманы, киптереп өлгөрә алмайбыҙ. Шулай, тирә-яҡтың матурлығына һоҡланып йөҙөп барған саҡта әллә ҡайҙан өйөрмәләй ҡаты ел сыҡты, ямғыр ҡоя башланы. Күнәкләп ҡоямы ни, өҫтөбөҙгә йылға аҡҡан кеүек! Һәр кәмәлә икешәр кеше, беҙ кәмәлә ҡыҙым менән икәү. Ул ваҡытта ҡыҙым бәләкәс ине әле. Ел ҡаршыға иҫә, ишкән һайын, кире артҡа этә. Нисек кенә тырышһам да, бер урында торған кеүекмен. Әсе ел йәнде ала яҙып, кәмәне дер һелкетә, өшөтә, өҫтән ямғыр ишелә... Баламды йәлләп, өҫтөнә яптым да, кәмәнең төбөнә ултырттым, йәнәһе, ел-ямғырҙан һаҡлайым. Үҙем ишәм. Алдағыларҙы ҡыуып етергә кәрәк. Улар, ишкәк артында ир-аттар булғас, күптән яйлы урын табып, ярға сығып утырғандар. Ә мин йән-фарманға ишәм! Көс бөттө, хәл ҡалманы. Саҡ барып еттем. Инде беҙ ҙә ышыҡҡа инеп ултырғас, ҡыҙым миңә: “Әсәй, мин всемирный потоп башланған тип торам”, - ти. Өҫтөнә ябып, кәмәнең төбөнә ултыртҡан балам муйындан һыу эсендә ҡурҡып ултырған, туфан һыуы ҡалҡҡан икән, тип. Хәҙер көлөп иҫкә алабыҙ. Йырҙа әйтелгәнсә, тәбиғәттең насары булмай бит инде...
Яҙғы йөҙөү
Аңлата алмаҫлыҡ бәхет бит ул Кәмәләрҙә йөҙөү, дуҫҡайым! Ашҡынып та көтөп ала күңел Ташҡын һыулы яҙҙың май айын!
Хистәр таша, күңел оса кеүек, Шундай рәхәт йөҙөү, кешеләр! Тулҡын өҫтәренән оса-оса Ҡая-ташты урап төшөүҙәр!
Йылға, ярҙар, урман, таштар, тулҡын – Мин иҫ киткес ожмах эсендә! Эх, рәхәтлек! Йәндең иреүҙәре Матурлыҡтың хисле кисендә!
Тулҡындарҙа иреп, иркәләнәм, Йәшәү көсө алам елдәрҙән! Йән яңыра, тән йәшәрә! Ҡанат үҫеп сыға кеүек иңдәргә!
Флюрә Шәрипова
Читайте нас: