- Йәмле май айҙары минең өсөн ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай булды. Иң ҙур ҡыуанысым - яңы йырымдың премьераһы. Р. Кашапов һүҙҙәре һәм көйөнә яҙылған - "Үтә ҡыҫҡа ғүмер" исемле йыр. Был йыр һуңғы йылдарҙа, ҙур тәнәфестән һуң беренсе яҙған йырым. Уны атайымдың юбилейына - 70 йәшенә бағышлап яҙҙырҙым. Бушыраҡ саҡта, яңы йырҙар әҙерләргә ниәт бар. Алла бирһә, яҡын арала уларҙың да премьерылары буласаҡ.