-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Бикле хазина

Зариф бабай китте, ә минең күңелдә ауыр тойғо ҡалды. Уның үкенесле яҙмышында ниндәйҙер кимәлдә үҙебеҙ ҙә ғәйеплебеҙ һымаҡ тойолдо. Ысынлап та, ниңә теге саҡта, улар ҙур һандыҡтағы хазинаны яңғыҙ бүлгеләгәндә, нәфсегә баш булып, киң күңеллелек күрһәтеп, беҙ ихлас...

Баянан бирле ағай менән ҡапҡа төбөнә өйөлгән бүрәнә өҫтөндә ултырабыҙ. Ул да һөйләшергә әллә ни теләк белдермәй, мин дә өндәшмәйем. Бик йыраҡта эшләгәнлектән бер-ике йыл ҡайтып булмағайны, ауыл үтә һағындырған. Бында рәхәт инде ул, ҡалалағы кеүек түгел, ишек асып сыҡтыңмы, тәбиғәт ҡосағына индең тигән һүҙ. Уңға ҡараһаң, урман, талғын еләҫлек уның сафлығын урамдарға һирпә; һул яҡта серле таҫма булып Ағиҙел һуҙыла, әкиәттәге ҡыҙҙың аҡ сатыры һымаҡ, уның өҫтөндә еңел аҡ томан тирбәлә. Ауыл тып-тын. Тик ара-тирә генә эт өргән тауыш ишетелеп ҡала, ҡуйы һөт еҫе аңҡытып, урамда ятҡан туҡ һыйырҙар уфылдап ҡуя... һауа шул тиклем тәмле, күкрәктәр киңәйеп, күңел хушланып китә, ҡәнәғәтлек менән тула.
Мин ана шуларға кинәнеп, киске һиллек менән хозурланып ултырам, ә ағайҙың бөтөнләй башҡа ҡайғы. Бая ашап ултырғанда еңгәй: “Ағайыңа нығыраҡ әйткеләп кит әле, ҡәйнеш, тыңламай, эсә, ҡыйырһыта”, – тип ярым етди, ярым шаярып һүҙ ҡата ғына башлағайны, “ике йылға бер ҡайтҡан кеше менән йүнләп һөйләшергә лә ирек бирмәйһең, һаман бер һүҙ!” тип, ағай, ниңәлер, ҡапыл ғына яман туҙынып, ашап та бөтмәй урамға сыҡты ла китте.
Һиҙеп торам, һуңғы йылдарҙа әллә ни эшләп “борсаҡтары бешеп” етмәй шикелле уларҙың. Үткән ҡайтҡанда ла еңгәй ошоға оҡшаш нимәлер һөйләргә уҡталғайны, быныһында ла күңеле түҙмәгәндер инде.
– Ана шулай була башланы ағайың, – тине еңгәй минең уйҙарҙы һиҙгәндәй, – әллә ни эшләне, күңеле яҙғы боҙ кеүек: һаҡланып ҡына баҫһаң да уйылырға ғына тора, бер һүҙ әйтеп булмай... Исмаһам, үҙ-үҙен ҡараһын ине. Башҡалар гөрләтеп донъя көтә. Берәү машина ала, икенсеһе баҡса ҡарай, уйнай-көлә, емереп эшләй... һис юғында тупырҙатып балалар үҫтерә, ә беҙҙең... – асынып китеп еңгәй ҡул һелтәп ҡуйҙы. – Һаҡал-мыйыҡ баҫып бөттө үҙен, аҙнаһына бер генә ҡырына. Ҡайтһа, һөйләшмәй, бер ҡайҙа бармай, ә хәҙер бына эскеләй ҙә башланы. Йә инде, ҡырҡ йәшлек бәһлеүән, үлергә әҙерләнгәндәй баш баҫып вайымһыҙ ғына йөрөп ятһын, имеш...
Шулай үртәнеп һыҙылғайны еңгәй. Ағай, күрәһең, әле ана шул һөйләшеүҙең кәйефендә ултыралыр. Мин дә уға ҡамасауламайым. Әйҙә, әҙерәк уйланып, минең алда уңайһыҙлыҡ кисереп ултырһын, тим. Юҡһа, ысынлап та, һуңғы йылдарҙа ул үтә таушалыбыраҡ китте буғай. Ҡасан ғына әле ут бөрсәһендәй дәртле, уйнаҡ ағайым, хәҙер “йәшәйһе йәшәлгән, ашайһы ашалған, иҫ китәһе нәмә юҡ” тигәндәй һүлпән йәшәй. Еңгәй юҡҡа ғына борсолмай торғандыр.
Шулай ҙа аптырайым мин был ауыл кешеләренә. Нимәгә ошо хозурлыҡтан файҙаланып шатлана-һоҡлана тыныс ҡына йәшәмәйҙәр икән? Ҡалала, исмаһам, ғаилә ығы-зығыһына, борсолоуҙарға сәбәп күп. Магазинда ит булмаһа ла, ваҡытында һөт килеп етмәһә лә, ғауға; балаң тыуһа, уны ҡарарға әбей таба алмай йөҙәйһең; урамға сыҡһаң, туҙан, шау-шыу, иркенләп йөрөп тә булмай: әле тегенән, әле бынан жыулап атылып торған машиналар ҡотоңдо алып бөтөрә. Ә ауылда нимә? Ит кәрәкһә, берәй һарығыңдымы, һис булмаһа, йә, анау тибенеп йөрөгән тауығыңдымы, ҡыҙыл кикерекле әтәсеңдеме тот та йыҡ! Ә бала-сағаңа әбейеңдең дә, баҡсаңдың да кәрәге бер тин: иртән тамағын туйҙырып, ҡаҙ бәпкәләре менән бергә һыу буйынамы, урамғамы ҡыуып сығарып ебәрәһең дә, кисен уларҙы йыйып алып, ҡаҙҙарын кәртәгә, балаларын өйгә ҡыуаһың да индерәһең. Ә театрға ауыл халҡы ҡала кешеләренә ҡарағанда ла йышыраҡ йөрөй. Йә колхоз культпоход ойоштора, йә һәр кем үҙ машинаһынамы, мотоциклынамы ултыра ла китә. Ә тәбиғәт һуң, тәбиғәт?! Ошондай ерҙә кешеләр ҙә тәбиғәт һымаҡ, матур, татыу йәшәргә тейештәр тип уйлайым мин.
...Ағай менән беҙ һаман һүҙһеҙ генә ултыра бирәбеҙ. Хәҙер, ҡараңғы ла төшә инде. Тирә-яҡта тынлыҡ, өйҙәрҙә һирәк-һаяҡ уттар ҙа емелдәшә башланы. Ут алған саҡта ауыл урамдарында һәр саҡ ни эшләптер тып-тын була ул. Хәйер, улай тиһәң дә, әллә ни тын түгел икән урам. Ана, ауылдың теге осонан баянан бирле ниндәйҙер йырға оҡшаған өҙөк-өҙөк моңло бер ауаз ишетелә. Кемдер беҙҙең яҡҡа табан килә, күрәһең, әллә айныҡ, әллә иҫерек. Уның тауышы ла бер ишетелә, бер тына. Мин уға баянан бирле ҡолаҡ һалып ултырам. Ағай ҙа уға иғтибар иткән, күрәһең:
– Зариф ҡарт сыҡты тағы үҙенең киске сәйәхәтенә! – тине ул иҫе китмәйенсә генә, минең ҡыҙыҡһыныуымды шәйләп. – Ҡарсығы үлеп киткәс, эштәре хөртәйҙе уның, юҡһына шикелле, өйҙә ултырып сыҙай алмай.
– Ҡайһы Зариф ул?
– Оноттоңмо ни үрге остағы Саимә әбей менән Зариф бабайҙы? Икәү генә йәшәйҙәр ине. Һуғыштан һуң уларҙың ҡул тирмәненә байтаҡ йөрөгәйнек бит?
– Саимә әбей шулай үлеп тә киттеме ни?
– Үткән яҙ уҡ инде. Ул үлгәс, бына Зариф бабай ҙа әллә ни эшләне, кис булһа, оло башы менән йүләрләнеп, ауыҙ күтәреп йырлап тик йөрөй.
– Әллә төшөргөләйме?
– Бер аҙ ғына һала шикелле, хәйер... – ағай йөҙөн сирыштырып, ҡулын һелтәп ҡуйҙы. – Уның эсеүен дә хоҙай бар итһен инде. Эсмәй иҫереп, сабыйҙай ҡыланып тик йөрөй инде шунда.
Ә йырсы беҙгә һаман яҡынлаша килә. Башта уның йыры бик үк аңлашылып етмәһә лә, тора-бара айырым һүҙҙәр ҙә ап-асыҡ ишетелә башланы:
...Иҫмәй яҡҡайҙарҙан ҡара елдәр иҫһә,
Йән өшөтөп, көндө һыуытыр.
Йырлаусының тауышы әллә ни көслө булмаһа ла, нисектер, үтә һағышлы, ҡысҡырып йырлауға ҡарағанда өҙөк-өҙөк һулҡылдап килеүгә оҡшаш. Килеүсенең йыры бер аҙға ғына өҙөлөп тора ла, йөрәккә шом һалып, аҡрын-аҡрын, һуңғы юлдары ла ағыла башлай:
Бергәләй бергә үткән сая был ғүмерҙе
Диуаналар ғына онотор...
– Ана нисек йырлай башлаған, ҡартлас, – тине ағайым, уның зарын бер ҙә иҫәпкә алмағандай. – Хәҙер уға ҡарсыҡ ҡәҙерле булып киткән, имеш! Ә тере саҡта, хәтерләйһеңдер, нисек ҡыҙыҡ йәшәй торғайнылар.
Хәтерләмәйемме һуң мин? Нисек онотаһың инде уларҙы? Һуғыштан һуң, иген аҙ булғас, беҙҙә уны ҡул тирмәнендә генә тарта торғайнылар. Ауылда улар ҙа бер нисәү генә. Ә шуларҙың береһе ана шул Зариф бабайҙарҙа була торғайны.
Ҡул тирмәнен тартыу ифрат ауыр эш ул. Уға аҙ-аҙлап, услап ҡына һалаһың. Саҡ ҡына артыҡ ебәрҙеңме, көйһөҙ тирмән юҡ ҡына игенде лә әрҙәнә һымаҡ уртаға яра ла сығара. Шуға ла бер-ике туҫтаҡ игенде тартыу ҙа оҙаҡҡа һуҙыла торғайны. Ауыр тирмән ташын тығыр-тығыр әйләндереүҙән ҡулдар тала, баш әйләнә, ләкин Зариф бабайҙар тирмәненә барырға беҙ һәр саҡ атлығып торабыҙ, сөнки уның үҙебеҙ генә белгән бер сере лә бар.
Зариф бабайҙарҙың түр башында тиерлек гел генә бикле торған һандыҡтарын хәтерләйем мин. Хәйер, элегерәк ундай һандыҡтар һәр өйҙә була торғайны шикелле. Һирәк асыла, ҡәҙерлерәк нәмәләр һаҡлана ине уларҙа. Аҙыҡ-түлек үтә ҡәҙерләнә башлағас, тәм-том нәмәләре лә шунда инеп, төптәрәк йәшенеп ятмаҡ булып киткәйне бер саҡ. Ундай нәмәләр бала-сағалы өйҙә, әлбиттә, бик оҙаҡ тормай, ә бына Зариф бабайҙар бындай хазинанан бер ҡасан да өҙөлмәне. Беҙҙең уларға тирмән тартырға барыу әүәҫлеге лә ана шул оло һандыҡҡа бәйле ине инде.
Тирмәнгә, ғәҙәттә, иртүк баралар. Беҙ ҙә рөхсәт һорап, алып барған игенде тартырға керешәбеҙ. Зариф бабай менән Саимә әбей бер-береһенән оялғандай һүҙһеҙ генә икәүләп сәй эсәләр. Беҙ ҙә уларға артыҡ иғтибар итмәйбеҙ, сөнки ҡыҙығы әле бында түгел, баш баҫып ағай менән икәүләп ауыр ташты тығырлата бирәбеҙ...
Иртәнге сәйҙән һуң Зариф бабай эшкәме йәки берәй йомош табып урамғамы, урманғамы сығып китә. Беҙҙең күңелдәргә тик ана шунан һуң ғына йән керә. Зариф бабайҙың китеүен генә көткәндәй, Саимә әбей ҡайҙандыр ҙур асҡыс килтереп сығара ла түр башындағы әлеге ҡәҙерле һандыҡты аса башлай. Уның нимә эшләргә теләгәнен һиҙеп, түҙемһеҙлектән йөрәктәребеҙ дарҫлап типһә лә, беҙ уны күрмәмешкә һалышабыҙ, һаман тирмән әйләндергән булабыҙ. Әбей, әлбиттә, беҙҙең юрый ҡыланғанды белә, йылмайыуын йәшереп, һандыҡты аса. Унан шәкәр киҫәгеме, прәникме, кәнфитме килтереп сығара ла көлә-көлә:
– Мәгеҙ әле, ыласындар, – ти, – бик тырышаһығыҙ ҙа буғай, бабайығыҙ күрмәгәндә генә ошо тәм-томдан ауыҙ итегеҙ әле, хәл кереп китер үҙегеҙгә.
Беҙ, әлбиттә, инәлтеп тормайбыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, “йөрөгән аяҡҡа – йүрмә” тигәндәй, бындай иғтибар, беҙ бәләкәй булғанғамы, ҡайһы саҡта, әлбиттә, башҡа кешеләрҙән дә эләгә ине. Тырышып-тырмашып ауыр ташты әйләндергәнде күреп, тирмән хужаларының ҡайһыһы ла беҙгә бешкән картуфмы, усаҡта бешерелгән көлсәме услатып китер ине. Ул саҡта һәммәһе лә – затлы аҙыҡ. Тик барыбер уларҙы Саимә әбейҙең “тәм-томо” менән сағыштырып булмай. Уларҙы ашағандан һуң, арыуҙар бөтөп, күңел күтәрелеп китә, ләкин эш бының менән генә сикләнмәй.
Саимә әбей биргән татлы тәм-томдо ләззәтләнеп һура-һура йәнә бер тын эшләп алыуға, киткән еренән урап, Зариф бабай ҡайтып керә, үтеп-һүтеп ихаталағы ниндәйҙер эштәрен ҡарап йөрөй башлай. Сабырһыҙланып өйгә лә бер нисә ҡат инеп сыға, нимәлер көтә. Шунан беҙҙең янға килеп ҡоро ғына: “Эш барамы, уландар?” – тигән була.
Хәйер, ул гел тиерлек шулай ҡоро һөйләшә. Беҙ унан хатта бер аҙ шөрләйбеҙ ҙә. Ул ҡайтып инһә, Саимә әбей ҙә, нисектер, кесерәйеп, йомолобораҡ ҡалған һымаҡ беҙгә, ләкин Зариф бабайҙың да һәйбәт кеше, тыйнаҡ күңелле икәнен тоябыҙ.
Бабай шулай үтеп-һүтеп йөрөгән арала әбейгә лә ниндәйҙер йомош менән урамға сығырға тура килә. Шуны ғына көткәндәй Зариф бабай ҙа йәһәтләп кенә өйгә инә лә, яңыраҡ ҡына әбей йәшереп ҡуйған асҡысты алып, һандыҡты аса:
– Йәгеҙ әле, уландар, әбейегеҙ күрмәгәндә әҙерәк һыйланып алығыҙ, – тип беҙгә әлеге хазинанан үҙ өлөшөн килтереп сығара...
Беҙ ҙә ул тиклем үк бер ҡатлы түгел. Ололап, хөрмәт итеп һыйларға теләгәс, “әбей беҙгә биргәйне инде”, – тип, серҙе асып, бабайҙың кәйефен ебәреп тормайбыҙ, йәһәтләп кенә уныһын да “юғалта” һалабыҙ.
Ана шулай рәхәт йәшәп ҡалғайныҡ беҙ ағай менән бер мәл. Бикле һандыҡты Зариф бабай менән Саимә әбейҙең шулай айырым-айырым асыуҙары беҙҙең өсөн һәйбәт ине. Тик һуңынан, үҫә төшкәс кенә, уларҙың был ҡылығына әҙерәк ғәжәп иткән саҡтар булды: икеһенә уртаҡ асҡыс була тороп, ниңә уны бер-береһенән йәшереп йөрөттөләр икән? Уртаҡ хазинаны уртаға һалып, шатлана-шатлана бергә файҙаланаһы урында, матур күңелдәрен нимә тип бер-береһенән бикләп ҡуйғандар улар? Хәйер, үҙ-ара мөнәсәбәттәре лә сәйер генә ине шикелле Зариф бабай менән Саимә әбейҙең. Күп булһа, ҡырҡ-ҡырҡ биш йәштәр генә самаһындағы был икәү, кеше алдында олпат булып ҡыланыуҙанмы, бер-береһенә ниңәлер “әбей” ҙә, “бабай” тип кенә өндәшер инеләр. Хәйер, үҙҙәре береһе ҡайтҡанда, икенсеһе өйҙә булмаһа, шул арала бер-береһен юҡһынышып, күршеләрҙән белешкеләп, аллы-артлы юллашып та йөрөй торғайнылар, ләкин сөкөрҙәшә-сөкөрҙәшә тыныс ҡына һөйләшеп ултырғандарын хәтерләмәйем мин уларҙың. Йыш ҡына береһе эшләгәнде икенсеһе яратмай, әбей әйткәнде бабай ишетмәй ҡыландылар шикелле. Был икәүҙең һирәк-мирәк үҙ-ара әйтешеүҙәре лә хатта, нисектер, башҡаларҙыҡына оҡшамай торғайны: бабай ҡыҙып киткәндә, әбей инде күптән һүрелгән була. Шулай Зариф бабай ҡайҙандыр, эштәнме, урамданмы ҡайтып инә. Был Саимә әбейҙең картуф баҡсаһында эшләп йөрөгән сағына тура килә. Уның ҡайҙалып ошо тирәлә генә икәнен һиҙенеп, тирҙәрен һөртә-һөртә утынлыҡ өҫтөндә ултырған Зариф бабай әкрен генә былай өндәшә:
– Ҡана, әбей, айран килтерһәңсе, бигерәк сарсап кителде...
Тәүге өндәшеүҙе Саимә әбей әллә ишетмәй, әллә юрамал ишетмәмешкә һалыша. Бер аҙ ултырғас, бабай асыуланмай ғына ҡатыраҡ итеп йәнә саҡырып ҡарай:
– Айран килтер, тинем бит, әбей, ниңә оҙаҡланың?
Ҡатыны һаман күренмәгәс, сабырһыҙланып, Зариф бабай эште ҡыҙыулата төшә:
– Әбей! Әбей!
Улай ҙа булмаһа, Зариф бабайҙың түҙемлеге юҡҡа сыға, аяғүрә баҫып, ул асыулы ҡысҡырып ебәрә:
– Әбей! – тим бит. – Баҡса ҡарасҡыһы, ҡайҙа олаҡтың?!
Быныһы инде “әбей”гә йәһәт барып етә. Иренең һөрәнләүе менән бер үк ваҡытта тиерлек Саимә әбейҙең дә:
– Әү, әү, бабай, ҡайттыңмы ни? – тигән шаян да, өлтөрәүле лә тауышы ишетелә. – Хәҙер, хәҙер, бабай, эшкә бирелеп, ваҡыттың уҙғанын да һиҙмәгәнмен...
Хәйер, әбей унда ла бик үк ашыға һалып бармай. Тик, бабайының холҡон белгәнгәлер инде, тегеһенең ниҙер һөйләнә-һөйләнә аҙбар яғына йүнәлеүен күреп ҡалыу менән, “көнө лә эҫе бит әле уның, һыуһағанһыңдыр шул, хәҙер, хәҙер” тигән булып, бөрмәгә ҡыҫтырылған итәктәренә ҡулдарын һөртә-һөртә йүгерә-атлай әбей өйгә инеп юғала.
Ләкин әбейҙең ундай мутлыҡтары гел генә шыма үтмәй торғайны шикелле. Бер саҡ шулай тауыҡ кетәгенән бабай бер кәрзин күкәй алып сыҡты ла, ғәҙәттәгесә: “Мә, алып ин әле шуларҙы”, – тип әкрен генә әбейен саҡырҙы. Ә тегеһе ишетмәгәнгә һалышып әллә артығыраҡ көттөрҙө, килеп етеп, ҡулын һоноуы булды, холоҡһоҙланып китеп, күкәй тулы кәрзинде бабай уның башына ҡапланы ла ҡуйҙы. Әбей өсөн уңайһыҙланып беҙ ул көндө алып барған игенде тартып та бөтмәй ҡайтып киткәйнек. Тәү ҡарауға Зариф бабай ифрат олпат, тыныс һымаҡ күренһә лә, шундайыраҡ ҡылыҡтарҙы ла ҡапыл ғына күрһәтә лә ҡуя ине шул...
– Олоғайып бөткәс тә ахмаҡлығын ташлай алманы инде ул ҡарт, – тип бүлдерҙе шунда ағайым минең уйҙарҙы. – Ҡарсығы менән ни ҡыланып йөрөгәнен ишеткәнһеңдер бит?
Эйе, өҙә-йырта бер сәйер хәбәр ишетеп ҡалғайным мин улар тураһында, тик ышанғым килмәгәйне, юрамал арттыраларҙыр тип уйлағайным, ә хәҙер килеп шуны уҡ бына минең ағай ҙа иҫкә төшөрә.
Зариф бабайҙың нәүбәттәге шундай ғауға-ҡылығынан һуң, кемдер, шайтан таяғы, Саимә әбейгә кәңәш иткән, имеш: “Ниңә улай үҙеңде йәберләтәһең, бар ҙа әйт, ҡурҡыт, ирҙәр шунан һуң бер аҙ баҫылып ҡала ул...”
Саимә әбей ҙә, ни эшләптер, кеше һүҙенә ҡараған, ҡурҡытыр өсөн генә типтер инде, милицияға барған да әйткән. Ләкин әллә Зариф бабайҙың гонаһы ҙур булған, әллә хөкөм ҡатыраҡ сыҡҡан, әбейҙең күптән үҙ ниәтенән кире ҡайтыуына ла, үкенә-үкенә ялбарыуына ла ҡарамаҫтан, бабайҙы районға алып китәләр ҙә, бер нисә көнгә ултыртып та ҡуялар. Унан ҡайтҡас, Зариф бабай ҡатынына ләм-мим йәбер һүҙ әйтмәй, туҙынмай, былай ти:
– Әбей, бар, мунса яҡ әле.
Эстәрендә уттар янһа ла, бабайы шулай ипле һүҙ ҡушҡас, әбей “ярай яҡшыға ғына булһын инде” тип йүгерә йөрөп мунса яға, һәйбәтләп томалай. Мунсаға барғас, Зариф бабай үҙе артыҡ йыбанмай ғына һәйбәтләп йыуынып ала ла, кейенә һалып, әбейҙе тыштан бикләп тә ҡуя:
– Асыуланышмайыҡ, әбей, – ти ул, – мин үҙ өлөшөмдө ултырҙым, хәҙер инде һиңә сират.
Шунан, ысынлап та, әбейҙе мунсала үҙе ултырған саҡлы тотоп сығара. Ауылда ни, ҡарт менән ҡарсыҡҡа кеше ике-өс көнгә бер инһә инә, инмәһә юҡ. Бабайҙың этлеген берәү ҙә һиҙмәй. Унан, баҡса артындағы мунсанан ҡысҡырып ятып булмай бит инде, алыҫ та, кем ишетһен?
– Ҡото осоп әбей шунда үлеп ятһа?
– Үлергә ни, ҡарт шулай ҡыланһа ла, йәлләгәндер инде ҡарсығын, яңғыҙ ғына ҡалдырмаған уны, ашарға биреп торған, эш урынын шул тирәгә күсергән дә көнө буйы мунса тирәһендә ҡыштыр-ҡыштыр йөрөп ятҡан. Ә төнөн үҙе лә мунсаның соланына барып йоҡлай икән... Уға һүҙен һүҙ итергә генә кәрәк булған бит инде... Бер нисә көн әбейен мунса эсендә ултыртҡан.
...Ағай һөйләй, ә минең ҡолаҡта Саимә әбейҙең бер ҡайтҡандағы зары ишетелгәндәй була. Һуңыраҡ та, ауылда булырға тура килгән һайын, мин уларға инеп китергә тырыша инем. Әбей ҙа, бабай ҙа элеккесә яҡшы ҡаршы алалар, яҡын күрәләр, тик үҙ-ара ғына, нисектер, һаман арҡыс-торҡос йәшәйҙәр. Шунда бер саҡ, ғәҙәттә, түҙемле Саимә әбей ҙә нимәгәлер хәтере ҡалып:
– Ошо холоҡһоҙ ҡарт менән ғүмерем үтте инде, – тип ысҡындырғайны. Улар тураһында ара-тирә төрлө хәбәр ишеткеләгәнгә, ҡыйыулана төшөп мин дә ҡапыл ғына һорай һалдым:
– Ә ниңә улай үткәрҙегеҙ һуң?
Саимә әбей миңә ҡарап торҙо-торҙо ла, ниңәлер, күңелле йылмайып ҡуйҙы:
– Яратҡанмындыр инде бабайыңды, – тине ул, шунан былай тип өҫтәне. – Һин, улым, был ниндәй сәйер ҡарсыҡ, тиһеңдер инде. Өйләнерһең әле үҙең дә, белерһең... Донъя ҡыҙыҡ ул, кеше ғәжәп ҡатмарлы.
...Ағай менән икәү шулай гәпләшеп ултырған арала, яҡынлашып килеүсе әлеге “йырсы” ла күренде. Ул беҙҙе шәйләп уңайһыҙланып киттеме, йырын ярты юлда туҡтатып, атлауҙан яҙып, нимә эшләргә белмәгәндәй, бер урында тапанып ҡалды. Был хәлдән уны минең ағай ҡотҡарҙы:
– Ҡарсыҡһыҙ ауырмы әллә, Зариф бабай, – тине ул әллә ни кәйеф һаҡлап тормайса, – ни ҡыланып, йәштәр һымаҡ ауыҙ күтәреп йырлап йөрөйһөң былай?
Зариф бабай уның ҡырыҫлығына иғтибар итеп торманы, баҫалҡы ғына һорауға һорау менән яуапланы:
– Минең йәштә әбейһеҙ еңел буламы ни?
– Ә тере саҡта ҡәҙере бер ҙә юҡ ине шикелле?
Үҙен һанһынмай ғына әйтелгән был һүҙҙәрҙән Зариф бабайҙың да кәйефе китте буғай:
– Ҡалай шәбәйеп киткәнһең әле һин, мырҙам, – тине ул, ҡыҙа төшөп. – Оло кешегә лә аҡыл өйрәтә башлағанһың. – Ләкин ул башҡаса асыуланманы. Беҙҙең янға килеп ултырҙы ла, яҙмышына буйһонғандай, күңелһеҙ генә өҫтәп ҡуйҙы:
– Хәйер, әйткәнең дә дөрөҫ. Йәшерәк саҡта ғүмер оҙон булыр, мәңге дауам итер төҫлө тояһың, ҡәҙерен белмәйһең, ә ул бик аҙ икән, иң яҡын кешеңә күңел ҡапҡаларыңды ла асып өлгөрөргә етмәй... Ана, минең ҡарсыҡ та уны көтмәй китеп барҙы...
– Йүләрләнеп йөрөмәһәң, өлгөрөр инең. – Зариф бабайға ҡарата минең ағай ниңәлер, бер ҙә йомшармай. Йәш айырмаһына ла ҡарамай, уның хәтерен ҡалдырырҙай һүҙҙәр әйтә. – Саимә әбей һымаҡ изге кеше менән тартҡылашып йәшәмәһәң, һиңә нимә етмәгәйне?
– Булғандыр инде, – Зариф бабай бындай битәрләүҙәргә әллә күнегеп бөткән, әллә уны ҡайғы нығыраҡ баҫҡан, туҙынып китмәй, сабыр ғына һөйләшә, – бына килен һинең менән һәр саҡ ризамы һуң? Беҙ ҙә ана шулай ҡарсыҡ менән арабыҙға үҙебеҙ яһап ниндәйҙер сибек кенә кәртә ҡуйғанбыҙ ҙа, уны тибеп емерәһе урында, “әйҙә, һин минең яҡҡа сыҡ!”, “юҡ, үҙең сыҡ!” тип һәр кем үҙ яғында үсегеп тик йөрөгән, күңел хазинаһын бикле тотҡан, кәртә аша гүзәллеге күренмәйерәк ҡалған...
Зариф бабай бер аҙ тын ғына ултырҙы ла, артыҡ асылып китеүенә үкенгәндәй, йәһәт кенә ҡалҡынып, хушлашып та тормай, сайҡала баҫып, ауыр аҙымдар менән ары китеп тә барҙы.
Зариф бабай китте, ә минең күңелдә ауыр тойғо ҡалды. Уның үкенесле яҙмышында ниндәйҙер кимәлдә үҙебеҙ ҙә ғәйеплебеҙ һымаҡ тойолдо. Ысынлап та, ниңә теге саҡта, улар ҙур һандыҡтағы хазинаны яңғыҙ бүлгеләгәндә, нәфсегә баш булып, киң күңеллелек күрһәтеп, беҙ ихлас: “Рәхмәт, бабай, беҙгә уны әле генә Саимә әбей ҙә ауыҙ иттергәйне”, – тип әйтмәнек икән? Бер-береһенең күңел йомартлыҡтарын үҙҙәренә үк асып һалған булһаҡ, улар араһындағы бабай әйткән әлеге “сибек кәртә” лә юҡҡа сығыр, уның бөгөнгө яҙмышы ла башҡаса булыр ине, бәлки?
Мин шулай уйланым, ә ағай әллә баяғы кәйефен еңә алманы, әллә, ысынлап та, Зариф бабайҙы үҙһенмәне, уның артынан һаман битәрләй ҡалды:
– Ғүмер баҡый шулай килделе-киттеле булды, уң ҡулы ни эшләгәнде, һул ҡулы белмәне, йүнле менән йүнһеҙҙе бергә бутаны. Берҙе һөйләне, икенсене ҡылды, ахмаҡ йәшәне...
– Әле ҡайҙа бара һуң ул?
– Элекке өйҙәренә. Хәҙер ул һеңлеһендә тора бит. Ә үҙҙәренеке, ана, теге яҡта, оноттоңмо ни? – тине ул йәнә. – Шунда барып, тәҙрә алдарында тора ла-тора ла, кирегә борола. Иҫәрҙе сәсеп үҫтермәйҙәр инде. Хәҙер уфтанып йөрөү менәнме ни...
Мин өндәшмәнем. “Кешене өйрәтеү, уны ғәйепләп хөкөм сығарыу анһат ул, – тип уйланым, – еңгәй ҙә һинән ныҡ ҡына зарлана, донъяға ике килгән кеүек ҡылана, ти. Башта һин үҙең, ана, еңгәйҙән һүҙ ишетмәҫлек итеп йәшәп ҡара...”
Ә йыраҡтан йәнә теге үтә һағышлы йыр ишетелде:
...Бергәләй бергә үткән сая был ғүмерҙе
Диуаналар ғына онотор...
Роберт Байымов
Читайте нас в