+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Лилиә Ишемйәрованы концерт ҡуйып йөрөгән артистарҙың ҡыҙы тиеп уйлайҙар.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрованы концерт ҡуйып йөрөгән артистарҙың ҡыҙы тиеп уйлайҙар.

Урал Мортазин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы:
- 1999 йылдар тирәһе ине. Сибай филармонияһында эшләп йөрөгән саҡта, Себер тарафтарына гастролгә сығып киттек. Бик елле концерттар ҡуйып йөрөйбөҙ. Бер ҡалала Алмира апай Ҡыуатова, мин, Лилиә бер квартираға төштөк. Хужабикә бик мөләйем, матур итеп ашатып-эсерҙе лә, Алмира апай менән миңә ҡарап: "Ҡыҙығыҙ үҙегеҙ менән бергә гастролдәргә йөрөп ҙурайып киләме инде", - тиеп, Лилиә тураһында һораша. Эй, рәхәтләнеп бер өй булып көлөштөк инде. Бәләкәс кенә Лилиәмде Алмира апай менән минең ҡыҙым тип уйлаған икән.
Читайте нас: