-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

«Бер ҡанатым – сәхнә, икенсеһе – уҡытыусылыҡ булды»

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Флүрә Ноғоманова йыр-моң һөйөүселәргә үҙенсәлекле йырсы һәм сәнғәт училищеһында йырсылар әҙерләүсе педагог булараҡ таныш. Уны белгән кешеләр был билдәле шәхесте алсаҡлығы, ярҙамсыллығы, ил-көн мәнфәғәттәре менән янып йәшәүсе, оптимист рухлы, һөйкөмлө ханым булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Флүрә апайҙы мин дә уҙған быуаттың алтмышынсы йылдар аҙағында Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөгән сағымдан беләм. Сәхнәләрҙән тыш эшсе һәм студент йәштәр алдында, улар йәшәгән ятаҡтарҙа уҙғарылған йыр һәм шиғыр кисәләрендә бергәләп сығыш яһаған саҡтарыбыҙ ҙа булды.

Мәктәптәрҙе йыш алыштырырға тура килә
Ҡайһы берәүҙәр менән рухи яҡынлыҡ булған хәлдә лә, күрешәһең дә хәл-әхүәл һорашып, таралышаһың, ә ҡайһылары магнит һымаҡ үҙенә тартып тора, һөйләшеп һүҙ бөтмәй. Уға үҙеңдең дә уй-кисерештәреңде еткерергә, кәңәш-төңәш итергә тырышаһың.
Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы бына ошондай шауҡымлы ханымдарҙың береһе.
Флүрә апайҙы бәләкәйҙән йырсы булырға хыялланған, тип әйтеп булмай. Атаһы Ғәлимйән Суфиян улы төрлө вазифаларҙа эшләгәнлектән, Флүрәгә лә әллә нисә мәктәп алыштырырға, башҡорт, татар, рус, сыуаш телдәрендә белем алырға тура килә.
Ҡырмыҫҡалы районының Липовка, Ефремкино, Бәпес мәктәптәрендә уҡыу ауырлыҡтар тыуҙырһа ла, бәлки, Флүрәне кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел табырға, ниндәй генә хәлдәрҙә лә юғалып ҡалмаҫҡа, бер нисә телдә һөйләшә белергә өйрәткәндер.
Бер күреүҙә характерҙарын күҙаллау, күңелдәренә юл таба һалып, аралашып китә алыу һәләте буласаҡ педагог өсөн бик кәрәкле сифаттар бит.
Тырышып уҡып, кластан тыш эштәрҙә әүҙем ҡатнашып, киләсәктә халҡына, ғаиләһенә файҙа килтерерлек һөнәр һайлап, тиҙерәк үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫырға хыяллана ҡыҙыҡай.
Өлкән Ноғомановтар – әсәһе Шаһиҙә апай менән атаһы Ғәлимйән ағай алты балаһын да уҡытып, кеше итергә тырыша. Көслө ихтыярлы, донъяның әсеһен дә, сөсөһөн дә күп күргән, утлы яу юлдарынан яраланып ҡайтҡан, етәкселек ҡеүәһенә эйә, заманына күрә белемле булған, ғаилә тормошоноң дилбегәһен ҡулында ныҡ тотҡан атай һәм йомшаҡ холоҡло, уңған хужабикә, нескә күңелле әсәй – икеһе лә өйҙә балалары һәр яҡлап белемле, тәрбиәле, егәрле булып үҫһендәр өсөн көс йәлләмәй. Етәксе балаһымын тип тормай, тиҫтерҙәре ыңғайына Флүрә лә утауын да утай, мал-тыуар ҙа ҡарай, өй эштәрендә лә булыша.
Ғаилә йыр-моң ярата. Ғәлимйән ағай бигерәк тә ул осорҙа бик популяр булған опера солисы Мәғәфүр Хисмәтуллин башҡарған йырҙарҙы яҡын күрә. Үҙе лә халыҡ йырҙарын шәп йырлай. «Атайымдың «Ҡаһым түрә», «Етеҙ бүртә», «Тәфтиләү», әсәйемдең моңло тауыш менән башҡарған «Һаҡмар», «Ғилмияза», «Гөлъямал» йырҙары әле лә ҡолағымда яҡты бер һағыш менән сыңлап ала», – тип хәтерләй Флүрә апай. Бына ҡасан һалына башҡорт халыҡ йырына булған оло мөхәббәт буласаҡ халыҡ йырсыһы күңеленә. Бөтәһе лә бала саҡтан башлана шул: хыялдарҙы ысынға әүерелдерер ынтылыштар ҙа, тормошҡа мөхәббәт һәм кешеләрҙе аңлау һәләте лә. Киләсәктә рухи бейеклектәргә күтәрелер изгелек орлоҡтары ла бала йөрәгендә кескәйҙән шытып сыға башлай.
Аллабирҙе һигеҙ йыллыҡ мәктәбен «бишле» билдәләренә генә тамамлаған Флүрә ата-әсәһен һәм ауыл халҡын аптыратып Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инә. «Нисек ул уҡыу йортона инергә уйланы икән Флүрә, ни йырлағаны, ни спектаклдәрҙә уйнап ҡарағаны ла юҡта баһа?!»
«Имтиханһыҙ алғанға, торорға ятағы, стипендияһы булғанға һайланым ул уҡыу йортон», – ти Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы. Шулайҙыр, шик юҡ. Әммә был хәл осраҡлы ғына булмағандыр. Күңеле сәнғәткә тартылмаһа, һис кенә лә был юлға аяҡ баҫмаҫ ине үҙ һүҙле, еңмеш ҡыҙыҡай.
«Йырҙан бигерәк бейеү яҡыныраҡ тойолдо»
Яҙмышы ла эске һиҙемләү аша иҫкәрткәндер, һинең һөнәри юлың, яҡты киләсәгең ошо яҡтан башлана, тип.
Уҡытыусыларына ла, иптәштәренә лә тиҙ эйәләшә йәш студентка. Мәҙәниәт, сәнғәт донъяһына тиҙ үк ылығып, үҙ кеше булып китә. Йыр, бейеү, режиссура нескәлектәрен бик теләп, ҡыҙыҡһынып өйрәнә.
«Йырҙан бигерәк бейеү яҡыныраҡ тойолдо, – ти Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы, ул саҡтарҙы иҫкә алып. – Йәш, дәртле саҡ. Ритмды һәйбәт тоям. Училище, ҡала концерттарында сығыш яһай башланыҡ. Бер саҡ һабаҡташым Фәнзил Сөләймәнов менән «Дуҫлыҡ» бейеүен башҡарғанды мәшһүр бейеү ансамбле етәксеһе Фәйзи Ғәскәров күреп ҡалған. Ансамблгә саҡырып бер түгел өс телеграмма килде. «Тәүҙә башлаған уҡыуыңды бөтөр», – тип атайым ебәрмәне».
Флүрә Ноғоманова исемле бик шәп бейеүсебеҙ булыр ине. Ул саҡта йырсы Флүрә Ноғоманова булмаҫ ине. Бында ла яҙмыш һайлауы.
Йәш белгес үҙенең тыуған яҡтарына Ҡырмыҫҡалы мәҙәниәт йортона эшкә ҡайта. Бейеү ансамбле етәксеһе вазифаһында ең һыҙғанып эшкә тотона. Күңелдәре лә бейеп, талпынып торған йәштәрҙе йыйып, бер нисә бейеү һалырға ла өлгөрә. Рәхәт: атай-әсәй яҡын. Кескәй туғандары күстәнәстәр, бүләктәр тейәп ҡайтҡанды көтөп тора. Улар янына ҡайтып йөрөр өсөн мотоциклы ла бар. Сая, дәртле ҡыҙ уны ауыҙлыҡлап, елдерергә тиҙ өйрәнә. Хатта ҡайһы берҙә хәүефһеҙлек хаҡында ла онотоп ебәрә. Ярай әле ул саҡта юлда машиналар бөгөнгө һымаҡ мыжғып тормай. Шулай ҙа осраҡлы хәл аҡылға ултырта «матай» хужабикәһен. Бер көн Ҡырмыҫҡалынан ата-әсәһе йәшәгән ауылға елдергәндә иген тейәгән машина уны уҙып китә. Флүрә сәмләнеп китеп, уны ҡыуып уҙмаҡ була. Үҙе лә күстәнәскә өс тоҡ он һалып алған бит әле. Бер машина уҙа, бер – мотоцикл. Машина шоферы ла сәмле булып сыға, күрәһең. Ҡапыл мотоцикл юлдан тайпылып, бер ағас төпһәһенә килеп бәрелә. Тоҡтар ҙа, мотоцикл йөрөтөүсе лә төрлө яҡҡа осоп барып төшә. Тоҡтарҙы ат килеп ала, ҡыҙыҡай аяғын һындыра. Ошо хәлдән һуң мотоциклда йөрөүҙән баш тартырға тура килә.
Концерттар йыш ойошторола ул саҡта. Ауыл клубтары гөрләп тора. Район-ара конкурстарҙа, республика фестивалдәрендә лә ҡатнашырға кәрәк. Хәҙер инде Флүрә Ноғоманова тигән бейеү һалыусы менән бейеүсене генә түгел, үҙенсәлекле тауышлы сибәр йырсыны ла көтөп ала тамашасы.
Ошондай концерттарҙың береһендә күренекле йырсы Хөсәйен Мәжитов уның йырлағанын ишетә. Тап ошо осорҙа Свердловск (хәҙерге Екатеринбург) консерваторияһында уҡырға һәләтле йәштәрҙе йыялар икән. Хөрмәтле йырсының тәҡдиме менән Флүрә Ноғоманованы ла телеграмма менән Өфөгә саҡырып алалар.
Мәҙәниәт министрлығында эшләп йөрөгән сәнғәт белгесе Әминә Аралбаева апай Ҡырмыҫҡалы ҡыҙының йырлағанын тыңлап ҡарай ҙа, бер төркөм абитуриенттар менән Свердловскийға имтиханға ебәрә. «Һандуғас» йырын йырлай Флүрә. Йыр имтихан алыусыларҙа һәйбәт тәьҫир ҡалдыра. Уны әҙерлек курсына ҡабул итәләр. Тик ул бер төркөм иптәштәре менән кире Өфөгә ҡайтып, имтихан һөҙөмтәләре менән Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә, мәшһүр педагог Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина класына уҡырға килә.
Йырҙы сәхнәнән тыңлауы ғына анһат. Тауыш, йырҙар өҫтөндә көндәр-айҙар буйына эшләп, профессиональ кимәлдәге сәнғәт әҫәре ижад итеүҙе бик тырыштар һәм түҙемлеләр генә булдыра ала. Йыр сәнғәтенә еңелсә ҡарап, уҡымайынса ла шәп йырлайым, тип уйлаусылар күпме генә һәләтле булмаһындар, ысын профессиональ йырсы була алмай. Ижадсы-фанатик ул Флүрә. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында алған белеме бик ярап ҡала. Мәктәп эскәмйәһенән генә килгәндәргә ҡыйыныраҡ. Училищелағы концерттарҙа, ҡаланың башҡа урындарында уҙғарылған сараларҙа ҡатнашыу буласаҡ сәхнә йондоҙҙарын халыҡҡа яҡынайтһа, тауышыңа килешле һәм тамашасы яратып ҡабул итерлек йырҙар һайлау ҙур сәхнәлә үҙеңде тейешле кимәлдә тота белеү, зал менән бәйләнеш булдырыу һәләттәре сәхнәгә сыҡҡан һайын нығына, тәжрибә туплана.
Буласаҡ ире Фәрит Ғәбитов менән Башҡорт дәүләт университетында бер концертта таныша улар. Филология факультетында уҡыһа ла, сәнғәткә ғашиҡ ҡара ҡашлы, ҡара күҙле егет бейеүсе ҡыҙға шундуҡ оҡшай.
Егет тә бер күреүҙән ғашиҡ була. Оҙаҡҡа һуҙмай, ғаилә лә ҡороп ебәрәләр.
Тормош уларҙы айырым йәшәтеп тә һынап ҡарай
Диплом алып, бер аҙ ғына эшләгән ғаилә башлығын армияға саҡыралар. Флүрә училищены Фәрите Байконурҙа хеҙмәт иткәндә тамамлай. Һағынышлы хаттар йөрәктәрҙе тағы ла нығыраҡ яҡынайта. «Артабан уҡырға кәрәк һиңә», – тип төплө кәңәштәрен бирә һалдат егет һөйөклөһөнә. Флүрәнең дә теләге тап ошолай – юғары белем алыу.
Йәш йырсы Мәскәү консерваторияһына китергә әҙерләнә. Тап шул көндәрҙә Композиторҙар союзы съезында сығыш яһап, ул Башҡортостанда кадрҙар әҙерләүҙәге етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләй. Залда ултырған халыҡ гөрләтеп ҡул сабып, уның һүҙҙәрен ҡеүәтләй. Һәм... күп тә үтмәй, Мәскәүгә китәһе студенттар исемлегенән үҙенең төшөрөп ҡалдырылғанын ишетә. Иң изге теләктәрҙән сығып башҡарылғайны ла баһа был эш. Ауыр була, әлбиттә, Флүрәгә. Киләсәк хыялдарының селпәрәмә килеүе, тип ҡабул итә хатта был хәлде. Тик ул тиҙ генә ебеп төшөүселәрҙән түгел. «Вузда барыбер уҡыясаҡмын», – тип хәл итә ныҡыш ҡыҙ. Ә уның алдына алғанын эшләмәй ҡалғаны юҡ. Юҡҡа ғынамы ни халыҡ араһында «Ышаныслы кеше» тигән даны таралған. Һүҙен һүҙ итә Флүрә апай. Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе күренекле композиторыбыҙ Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтовтың кәңәше менән ул Ҡазан консерваторияһына уҡырға инә.
Тағы ла гөрләп торған студент йылдары башлана. «Ағайың армиянан яҙған хаттары менән күңелемде күтәрһә, Рафиҡ ҡәйнешем матди яҡтан ярҙам итте, – ти бөгөн Флүрә ханым, – Филармонияның ул саҡтағы директоры Нәжибәк Хафизов ағай каникулдарға ҡайтҡанда йәй һайын гастролдәргә ебәрә, Ҡазанда уҡыған осорҙа гел генә йырларға ла саҡыра ине. Бик теләп ҡатнаштым: сәхнә тәжрибәһе лә тупларға, аҡса ла эшләргә кәрәк бит. Ата-әсәйҙән ярҙам көтөп булмай, ирем – армияла».
Ҡазан консерваторияһында уҡыу рухи үҫешемә ҙур йоғонто яһаны. Илһам Шакиров, Әлфиә Афзалова, Хәсән Туфан, Нәҡи Иҫәнбәт, Мансур Мозафаров, Рөстәм Яхин кеүек мәшһүр сәнғәт һәм әҙәбиәт әһелдәренән белем алыу бәхетенә ирештем. Ә инде Рөстәм Яхин бер нисә студентты Мәскәүгә алып барып, баш ҡала сәхнәләрендә лә йырлатты.
Эмиль Йәләлетдинов, Әлфиә Ғәлимова, Венера Шәрипова кеүек аҙаҡтан күренекле шәхестәр булып киткән дуҫтарым булды.
Ҡазанда ҡалырға ла мөмкинлегем ҙур ине, тик ғаиләм, тыуған яғым үҙенә тартты. Ләкин Өфө ҡолас йәйеп ҡаршы алды тип әйтә алмайым. Уҡырға киткәнсе Композиторҙар союзы съезында юҡҡа ғына йәш кадрҙарға һаҡһыҙ мөнәсәбәт хаҡында сығыш яһамағанмын икән.
Министр Советы урынбаҫары Рамазан Өмөтбаев аша сәнғәт училищеһына эшкә урынлаштым һәм биш йыл педагог вазифаһын башҡарҙым. Аҙаҡ сәнғәт оҫталары булып киткән Ләйлә Әхмәтйәнова, Зифа Фәйзуллина, Флүрә Килдейәрова, Лариса Марилова – минең тәүге студенттарым булды. Уҡытыу менән бергә концерттарҙа, музыкаль аралашыуҙарҙа ҡатнаштым, бер генә көн дә йырҙан айырылманым.
Фәрит Фәтих улы, сәнғәтте, сәхнә кешеләрен аңлаусы, яратыусы кеше булараҡ, эшемдә һәр саҡ иң яҡын кәңәшсем, серҙәшем, ярҙамсым булды. Партияның район, өлкә комитеттарында, Министрҙар Советында эшләне. Фатирһыҙ ҙа оҙаҡ интекмәнек».
Оло сәхнә үҙенә тартып алды
Эйе, Флүрә Ноғоманова тигән үҙенсәлекле тауышлы опера йырсыһын әле лә хәтерләйем. Композитор Заһир Исмәғилев менән либретто авторы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың «Урал илселәре» операһында – Әсә, «Шәүрә»лә (Заһир Исмәғилев, Баязит Бикбай) – Яубикә, «Салауат Юлаев»та (Заһир Исмәғилев, Баязит Бикбай) – Көнбикә, «Ағиҙел тулҡындары»нда (Заһир Исмәғилев, Мостай Кәрим) – Гөлмария, «Дауыл» операһында (Рәүеф Мортазин, Рәғиҙә Янбулатова) – Яланбикә һәм башҡа ролдәрҙе (арияларҙы) тамашасы бик яратып ҡабул итте. Үҙебеҙҙең башҡорт ерлегендә ижад ителгәнгә лә, ул осорҙа халыҡ опера театрына әүҙем йөрөнө. Был операларҙың ариялары радио тулҡындары аша ла йыш тапшырыла торғайны.
Төп вазифаһы – опера йырсыһы булыуҙан тыш Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы опера һәм балет бинаһын башҡорт халыҡ йырҙарын күберәк өйрәнеп, халыҡҡа еткереү өсөн дә файҙалана. Мәҫәлән, тынғыһыҙ артистка 1972 йылда «Халыҡ йыры – халыҡҡа» тип исемләнгән ҙур кисә әҙерләй. Кисә әллә ни пропагандаланмаһа ла, етди йыр-моңға һыуһаған тамашасы театрға эркелеп килә. Залда энә төртөрлөк урын ҡалмай. Концертта күренекле сәхнә оҫталары менән бергә йәштәр ҙә шатланып, илһамланып сығыш яһай. Хөсәйен Мәжитов, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Әсмә Шайморатова, Мәғфирә Ғәлиева, Сөләймән Абдуллин, Ғәли Хәмзин, Флүрә Килдейәрова, Тәнзилә Үҙәнбаева, Фәрит Бикбулатов, Мәүлитбай Ғәйнетдиновтарҙың һәр береһен тамашасы ҙур алҡыштарға күмә.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был көтөп алынған концертты ул саҡта уҡ күренекле ғалимдар Әхмәт Сөләймәнов менән Фәнүзә Нәҙершина һәр башҡарылған йырҙың тарихын һөйләп бик үҙенсәлекле итеп алып баралар. Был онотолмаҫлыҡ кисәлә шағир һәм ғалим Рәшит Шәкүр ҙә халыҡ йырҙары хаҡында фәһемле сығышы менән тамашасыларҙы ҡыуандыра. Ә инде кисәнең сценарий авторы ла, режиссеры ла, продюсеры ла халҡыбыҙҙың яратҡан йырсыһы Флүрә Ноғоманова була. Аҙаҡтан йыр сәнғәте тарихында ҡыуаныслы ваҡиға булып ҡалырлыҡ ошо кисә хаҡында «Совет Башҡортостаны» (хәҙерге «Башҡортостан») гәзитендә шулай уҡ «Халыҡ йыры – халыҡҡа» тигән исем менән ҙур мәҡәлә донъя күрә. Йәл, был концертты әле күрһәтеп булмай тамашасыға, телевидениеға төшөрөлмәгәндер инде ул, бәлки, төшөрөлһә лә, һаҡланмағандыр.
Ә бына яңыртып әҙерләп булыр ине. Шул уҡ опера балет театры бинаһында, мәҫәлән. Башҡорт халыҡ йырҙарынан торған концерттар булғылап тора филармонияла. Тик уларҙы ана шулай шаулатып, төрлөләндереп үткәреү уңышлыраҡ булыр ине. Бына ошондай изге уйҙар менән янып йәшәй ҙә инде етмеш биш йәште үткән, тормош ауырлыҡтарына ла бирешмәгән, ихтыяр көсөн туплап ҡаты ауырыуҙарҙы ла еңеп барған тынғыһыҙ Флүрә апайыбыҙ.
«Тағы ла бер идея бар, – тип йәнләнеп китә Флүрә апай. – Башҡорт халыҡ йырҙарынан торған йыйынтыҡ әҙерләргә ине. Ул ике бүлектән булырға тейеш. Беренсе бүлектә – ҡатын-ҡыҙ йырсыларҙың икешәр йыры, уларҙың фотолары һәм биографик белешмәләре булырға тейеш. Икенсе бүлектә ун ирҙәр тауышы. Сөләймән Абдуллиндан башлап бөгөнгә тиклем иң шәп башҡарыусылар булырға тейеш унда. Һуҙмаҫҡа ине был эште лә, киләһе йылда уҡ сығарырға ине».
«Һин тотонғас – була ул», – тип кенә әйтке килә инде Флүрә апайға. Сөнки уның ойоштороу һәләте һәммәһенә лә өлгө булырлыҡ.
Ә бит алда әйтелгән опера театрындағы башҡорт халыҡ йырҙарынан торған концерт тағы ла бер нисә тапҡыр ҡабатлана әле. Береһенең режиссеры – билдәле сәнғәт эшмәкәре, республика кимәлендә «Тальян гармун» байрамдарын үткәргән Фәтих Ихсанов була. Ойоштороусыһы, әлбиттә, Флүрә Ноғоманова үҙе.
Йырсы менән интервью
Һөйләшеү аҙағында Флүрә Ғәлимйән ҡыҙынан ҙур булмаған интервью ла алыуға өлгәшеп, мәҡәләмде байыттым.
– Ҡасан һәм ни өсөн сәнғәт училищеһына кире эшкә ҡайттығыҙ?
– 1983 йылда һуңлап ҡына табып, ҡәҙерләп үҫтергән ҡыҙым Шәүрә беренсе синыфҡа уҡырға инде. Опера театрынан, үҙегеҙ беләһегеҙ, төнһөҙ эштән ҡайтып булмай. Балаҡайымдың мәктәптән ҡайтыуына, уның ғүмеренең яуаплы миҙгелендә өйҙә булғым килде.
– Һеҙҙе педагог булараҡ та, эшегеҙгә бик яуаплы ҡараған белгес тип беләбеҙ.
– Кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә яуаплы ҡарау хаҡында, алда әйткәнемсә, мин йәш саҡта уҡ күтәрелеп сыҡҡайным инде. Йыр жанры бөтә ижад төрҙәре араһында иң халыҡсан сәнғәт, тип әйтер инем. Сөнки йыр тыңламаған кеше юҡ. Шуға күрә уның тәрбиәүи роле лә бик ҙур. Йыр – кешенең ғүмерлек юлдашы, серҙәше, дуҫы.
– Ә, ғөмүмән, училищела уҡытыу кимәленә ниндәй баһа бирер инегеҙ?
– Уртасанан юғары.
– Йәш йырсыларҙан иң өмөтлөләре тип кемдәрҙе атар инегеҙ?
– Минең ҡарамаҡҡа, киләсәктә үҙ өҫтәрендә ныҡлы эшләһәләр, йондоҙ ауырыуына бирешмәһәләр, Айгиз Ғиззәтуллин, Марсель Ҡотоев, Әлим Ҡәйүмов, Артур Ҡәйепҡолов, Илһам Вәлиев, Рөстәм Шаһыбалов, Әминә Хәсәноваларҙың сәнғәттә ҙур уңыштар яулар мөмкинлектәре бар.
– Бөтә йырсыларға ла халыҡ йырҙарын йырлау кәрәкме?
– Кәрәк. Халыҡ йыры артисты үҫтерә, башҡарыу, фекерләү кимәлдәрен арттыра. Халыҡ йырҙары күп төрлө бит. Тауышыңа тура килгәндәрен һайларға кәрәк.
– Тележурналист, продюсер Рита Өмөтбаева ойошторған «Башҡорт йыры» конкурсы тураһында фекерегеҙ нисек?
– Рита бик кәрәкле эш башҡара. Ауылдарҙа хәҙер башҡортса профессиональ концерттар юҡ кимәлдә бит. Бөтә халыҡҡа еткергәне өсөн телевидениеға ла ҙур рәхмәт. Тамашасыларҙың фекерен, тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, концерт номерҙарының кимәле күтәрелә барған һымаҡ. Бер тәҡдимем дә бар: был эште тағы ла яҡшыртыу маҡсатында Тәнзилә Үҙәнбаева, Флүрә Килдейәрова, Йәмил Әбделмәнов, Азамат Тимеров кимәлендәге бер нисә консультант кәрәк.
«Халыҡ йырҙарына иғтибарлы булығыҙ»
– Йәштәргә кәңәштәрегеҙ нисек?
– Уларға теләктәрҙең иң изгеләре инде. Кәңәштәр ҙә бар. Бына шуларҙың бер-икеһе. Халыҡ йырҙарына иғтибарлы булығыҙ. Уларҙың үҙҙәренә генә хас моңо, башҡарыу алымы, бай тарихы бар, моң киңлеге, тәрәнлеге ҙур. Тамашасы күңелен тәьҫораттар менән байытырлыҡ, ҡанатландырырлыҡ, уйландырырлыҡ йырҙар һайлағыҙ. Ижади осор мәңгелек түгел. Ғүмерегеҙҙе еңел-елпе, фекерһеҙ, моңһоҙ өс көнлөк йырҙар менән сәхнәлә сиңерткә кеүек һикерәңләп үткәрмәгеҙ. Йырсының миссияһы бик юғары: ул халыҡ күңелендә матурлыҡ, батырлыҡ тәрбиәләй. Тормошҡа илһам, дәрт өҫтәй.
– Ғаиләгеҙ хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтһәгеҙ ине.
– Ирем Фәрит Фәтих улы, хаҡлы ялда булһа ла, Башҡортостан кинопрокатында эшләп йөрөй. Шәүрә ҡыҙым да сәнғәт кешеһе. Ул сәнғәт училищеһының фортепьяно бүлеген, сәнғәт академияһын, аспирантура тамамланы. Әле ейәнебеҙҙе һәм ике айлыҡ ҡына ейәнсәребеҙҙе тәрбиәләй.
– Фәрит ағай армиянан ҡайтҡанда һеҙ ҡайҙа инегеҙ, нисек күрештегеҙ?
– Мин Ҡазанда уҡып йөрөй инем. Ул минең янға килде. Бик һағындырһа ла, бергә Өфөгә ҡайтҡым килһә лә, ҡалып торҙом инде, уҡыуҙы тамамларға кәрәк ине бит. Йыш ҡына осрашып торҙоҡ. Матди яҡтан да хәлдәр һәйбәтләнде.
– Ҡыҙығыҙ музыкант һөнәрен үҙ аллы һайланымы, һеҙ ярҙам иттегеҙме?
– Минең ролем булғандыр, тип уйлайым. Шәүрә һәйбәт уҡыны. Икенсе профилле вуздарға ла инә ала ине. Үҙемдең 14 йәшкә тиклем рояль күрмәгәнем, аҙаҡ уҡығанда уйнарға өйрәнеп интеккәндәрем иҫкә төштө лә, балам ғәйәт ҙур, серле моң донъяһын белеп, аңлап үҫһен, тип пианиноға ылыҡтырҙым. Яратып, тырышып өйрәнде. Үкенгәне һиҙелмәй. Элек юҡҡа ғына дворяндар балаларына музыкаль белем бирергә тырышмаған бит. Музыка күңелде байыта, фекерләү офоҡтарын киңәйтә, кешеләргә, донъяға ҡарашты яҡтырта.
– Һеҙ йырлап йөрөгән йылдарҙан башҡорт операһы тормошо нимә менән айырыла?
– Ул осорҙа башҡортса опералар күберәк булғанғамы, башҡорт, татар тамашасыһы күберәк йөрөй ине театрға. Хәҙер зауыҡ та икенсерәк инде. Кешене етди музыкаға бала саҡтан йәлеп итергә кәрәк. Шулай булғанда ғына ул төрлө жанрҙағы ижад емештәрен аңларлыҡ, анализларлыҡ, уларҙан фәһем, тулҡынландырғыс кисерештәр алырлыҡ, хатта донъя мәҙәниәтен үҙ итеп ҡабул итерлек дәрәжәгә күтәрелә.
«Ғүмерем заяға үтмәне»
Бер генә үкенесем бар: донъя, эш мәшәҡәттәре менән йырҙарымдың күбеһе яҙҙырылмай ҡалды. Йәштәр хәҙер аҡыллыраҡ: өйрәнгән бер йырын радио, телевидение тулҡындарында яңғыратып, әленән-әле тапшырыуҙарҙа ҡабатлатып, музыка фондына ҡалдыра баралар.
– Ейәнсәрегеҙ Әлфиәнең дә һеҙҙең юлдан китеүен теләйһегеҙме?
– Ул әлегә бик бәләкәй әле. Тауышы көр, көйҙө тоя, иғтибар менән тыңлай. Ниндәй һөнәр һайлауы үҙенә бәйләнгән. Музыканы һайлаһа ла, һис ҡаршылығым юҡ.
– Флүрә апай, йырсылар алыу һәм уҡытыу тәртибен дә ҡыҫҡаса әйтеп китһәгеҙ ине. Уҡырға ингәндә төҫ-ҡиәфәткә лә иғтибар биреләме, әллә матур тауыш булһа, шул етәме?
– Беренсе сиратта, тауыш мөһим роль уйнай, әлбиттә. Сәхнә кешеһенең төҫ-ҡиәфәтенә лә иғтибар ителә инде.
– Студенттарын һәр педагог үҙе һайлап аламы? Ябай дәрестәр һымаҡ музыканан да 45 минут уҡытыламы? Бер педагогта бер үк осорҙа нисә бала уҡый?
– Бер ыңғайҙан күпме һорау. Миңә уҡыусыларҙы үҙемә һайларға тура килмәне. Ҡабул итеү комиссияһы аша үткән студенттар менән эшләнем. Музыка дәрестәре 45 минут иҫәпләнһә лә, ул арауыҡ менән генә сикләнеп булмай. Эш барышында унан ике тапҡырға артығыраҡ шөғөлләнгән саҡтар ҙа була. Йыр серҙәрен өйрәнеү ижади процесс бит. Бер педагогта, ғәҙәттә, 5–6 бала белем ала. Миңә, күбеһенсә, ауылдан килгән балалар эләкте. Уның да ыңғай һәм кире яҡтары була. Ауыл балаһы тәбиғәтте, ундағы аһәңде тоя, тауыштары киң, ә ҡаланыҡылар башланғыс булһа ла, музыкаль белем алған була. Сәхнәлә үҙҙәрен иркенерәк тота, дәрестәрҙә ҡыйыуыраҡтар. Ауылдан килгәндәргә дәрес менән бергә етешһеҙлектәренән дә арынырға ярҙам итәһең. Беренсе курс – ҡалаға өйрәнеү осоро. Ҡайһылары тыуған ауылын, ата-әсәһен һағынып бер була. Өйгә алып ҡайтып, ашатып-эсереп, өгөтләп училищела алып ҡалған осраҡтар ҙа етерлек. Улар аҙаҡ өйрәнеп китеп, үҙ итеп, кәңәшкә лә, аҡса һорап торорға ла киләләр. Ҡайһылар һуңынан да рәхмәт тойғоларын еткереп тора.
– Йәш йырсы уҡыған саҡта уҡ сәхнәгә сығып йырлай башлаһа һәйбәтме, әллә уҡып бөткәс кенәме?
– Был мәсьәләлә педагогтарҙың ҡарашы айырыла. Мин сәхнәгә сыға башларға тейеш, тип уйлайым. Буласаҡ сәнғәт әһеле сәхнәлә үҙен тоторға, тамашасы менән бәйләнешкә инергә өйрәнә. Йыр-моң яратыусылар уның ижади үҫешен күҙәтә, теләктәшлек белдерә. Профессиональ йырсы булырға әҙерләнгән кеше өсөн халыҡ менән осрашыу үҙенә күрә бер стимул, практика бит инде. Хатта үҙҙәрен артабан сәхнә оҫтаһы итеп күрмәгән студенттар, һөнәрҙе яңылыш һайлағанын ваҡытында аңлаһа, был да һәйбәт.
– Флүрә апай, 2015 йылдан 73 йәшегеҙҙән хаҡлы ялда булһағыҙ ҙа, сәнғәт тормошо күңелегеҙгә яҡын. Һеҙгә кәңәш менән дә, рәхмәт әйтеп тә йыш мөрәжәғәт итәләрме?
– Йыш мөрәжәғәт итәләр. Бына берәүһе менән таныштырып китәйем әле. «Флүрә апайға рәхмәтлемен», – тип яҙған республика гәзите редакцияһына Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, күренекле йырсы Тәнзилә Үҙәнбаева. Үҙен уҡытмаһам да, уҡыусым тип йөрөтәм мин уны. Бына ниҙәр ти ул: «Халыҡ йырҙарын башҡарғаным өсөнмө, Флүрә апай миңә йәш кенә сағымдан уҡ иғтибарлы булды. «Йәдкәр» ансамблендә эшләгәндә лә, ижади концерттарма ла даими йөрөнө. Үҙе ойошторған һәм башҡа сараларға саҡырҙы. Үҙенең фекерен, тәҡдимдәрен уратып-суратып тормай, ярып тураһын әйтә ул. Опера артисткаһы булараҡ та, абруйлы, үҙ өҫтөндә ныҡ эшләгән йырсы ул. Бигерәк тә милли операларыбыҙҙа гел төп ариялар башҡарҙы, халыҡтың ихлас һөйөүен яуланы. Ул театрҙа эшләгәндә беҙ, йәш артисткалар, премьераларҙы ҡалдырмай йөрөй торғайныҡ, шуға Флүрә Ноғоманованы йырсы булараҡ та уҡытыусыбыҙ, тип ҡабул иткәнбеҙҙер.
Флүрә Ғәлимйән ҡыҙының ихласлап халыҡ йырҙарын халыҡҡа ҡайтарыу йүнәлешендә арымай-талмай эшләүе оло баһаға лайыҡ, үҙенән йәшерәктәргә фәһем, өлгө ул. Уның ярҙамы миңә, оҙаҡ йылдар «Йәдкәр» фольклор ансамблендә йырлап йөрөгән кешегә, сәнғәт училищеһына педагог булып барыуҙа ныҡ тейҙе. Иң тәүҙә минең унда эшләүемдең тәжрибәле йырсы булараҡ, талантлы кадрҙар-йырсылар әҙерләүҙә кәрәклегем хаҡында үҙемде ышандырҙы, аҙаҡ етәкселәргә аңлатты. Педагогик эшем бик оҡшай. Онотолоп, йөҙөп, ошо өлкәлә халҡыма хеҙмәт итәм. Флүрә апайға сикһеҙ рәхмәтлемен».
– Үҙегеҙҙе бәхетле ҡатын тип иҫәпләйһегеҙме?
– Бәхеттәрҙең береһе килә, икенсеһе китә бара инде, тормош бит. Шулай ҙа бәхетһеҙмен, тип әйтә алмайым. Ғүмерем заяға үтмәне: яратҡан кешем менән ғүмер иттем, һайлаған һөнәрем буйынса илһамланып эшләнем. Һөйкөмлө, талантлы ҡыҙ үҫтерҙек. Өләсәйлек ҡыуаныстары ла насип булды. Бала саҡта күргән ауырлыҡтар ил менән күрелде. Үҙ көсөм менән шул ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, йырсы булараҡ, Башҡортостандың халыҡ артисы дәрәжәһенә күтәрелеүем, педагог булараҡ, исемдәре Башҡортостанға, илгә танылған студенттар тәрбиәләп, уҡытып сығарыуым – шулай уҡ, ҙур мәртәбә, тип уйлайым. Эйе, бәхетле ҡатынмын, Аллаға шөкөр.
Гөлфиә ЮНЫСОВА
Читайте нас: