- 19 май беҙҙең быуын кешеләренең иң көтөп алған байрамы ине, тип әйтһәм, һис тә яңылышмам. Патриотик хистәр, дуҫлыҡ, берҙәмлек кеүек төшөнсәләр, бәлки, нәҡ ошо ваҡытта яралып, нығынғандыр.
Ул көндә дәрестәр булмай ине, мәктәптән йыраҡ түгел туғайлыҡта иң тәүҙә линейка үткәрелә ине. Шунан башлана ине спорт ярыштары. Кемуҙарҙан төрлө йыраҡлыҡҡа йүгереү, оҙонлоҡҡа, бейеклеккә һикереү һәм башҡа төр бәйгеләрҙә ҡатнашыу. Туғайлыҡ гөр килә бала-сағаның шат тауыштарынан. Физкультура уҡытыусыһы Булат ағай Буранғолов етәкселегендә туғайҙа йондоҙ формаһында ер ҡаҙып, яҡындағы урмандан күп итеп кипкән ағас ботаҡтары өйөп, ҡайтып китә инек.
Тамаҡ туйҙырып, ял итеп, кискеһен йәнә туғайлыҡҡа киләбеҙ. Усаҡ яғырға. Күккә олғашҡан шул усаҡ һаман күҙ алдымда. Йырҙар йырлап, төрлө уйындар уйнап, һуң ғына таралыша инек.
Рената ЮЛУБАЕВА яҙып алды