+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Тимур ЯМАЛОВ:“Үҙемде йондоҙ итеп тоймайым”

Башҡорт эстрадаһының сағыу тауышы булыу өсөн был сифаты уға ҡамасау түгел. Уның тауышын башҡаларҙыҡы менән бутау мөмкин түгел. Әллә ниндәй ярһыу һағыш, моңһоу саялыҡ сатҡылары сәскән тауышы йырҙарын да, уларҙы башҡарыр алдынан уҡыған шиғырҙарын да иҫ киткес моңло, тетрәндергес итә. “Сплин” рок-төркөмөн белмәгән кеше һирәктер. Башҡорт Васильевы тип атар инем мин уны, әммә шул уҡ ваҡытта беҙ әңгәмә ҡорған йырсының үҙенә генә хас юлы, үҙе генә бәйән итер тарихы бар. Ҡаршы алығыҙ, Тимур ЯМАЛОВ! Ул сығыш яһаған һәр концерт сараларында алып барыусыларҙың ошолай иғлан итеүе була, тамашасы залы ҡапыл йәнләнеп китә. Егеттең тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә 12 – 14 июль Ишембай ерендә үтәсәк VIII “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале алдынан уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Ошондай һәләтле егеттең ижад юлы нисек башланып китте? Ҡулыңа нисек гитара килеп эләкте?
– Һуңғы арала был хаҡта уйлана торғас, быға Миңзәлә Яхина (шулай уҡ башҡорт бард йондоҙо, “Ҡош юлы” фестивале лауреаты, Башҡорт дәүләт филармонияһы режиссеры – авт.) сәбәпсе, тигән фекергә килдем. Бала сағымда беҙҙең Учалы районының Ҡотой ауылына ул үҙенең концерты менән килгәйне. Гитара менән ҡыҙыҡһынмай ҙа инем, дуҫыма эйәреп кенә барғайным. Миңзәләнең гитара уйнап йырлауы минең өсөн тәүҙә хатта ҡырағай күренеш тойолдо, әммә шул ваҡыттан алып күңелемә гитарала уйнап өйрәнергә ине, тигән хыял ояланы, ҙурайғас, концерттар менән сығыш яһау теләге тыуҙы. Йылдар үтте, хыял хыял ғына булып ҡала килде. Туғыҙынсы класта уҡыған саҡта гитара түңәрәгенә яҙылдым, аҙнаһына бер тапҡыр шөғөлләнә башланым, бер күнекмәләрҙә өйрәнгәнде, киләһе аҙнаға килгәндә онота торғайным. Бер ай эсендә әллә ни уңышҡа өлгәшә алманым. 2004 йылда ниһайәт үҙ гитарамды ҡулға алырға насип булды, көн дә уйнау сәбәпле, был музыка ҡоралының тулыһынса телен систем. Ул ваҡытта интернет юҡ, гитарала уйнарға махсус өйрәтә торған китаптар һирәк, почтанан яҙҙырып алған хәлдә лә, барыһы ла килеп етмәй. Шунда ғына мейе минең нимә эшләргә теләгәнемде аңланы, шикелле. Беренсе “Ҡош юлы” бәйгеһе еңеүсеһе Венер Моратовты беләһең бит? Ә ул һөйләүе буйынса, тағы ла элегерәк замандарҙа гитарала уйнарға өйрәнеү өсөн китаптар бик әҙ, юҡ кимәлендә булыу сәбәпле, улар аккордтарҙы үҙҙәре уйлап тапҡан. Нимәлер эшләргә өйрәнеү өсөн оло теләк кәрәк, тиҙәрме әле? Бөгөн килеп, ҡайһы бер йәш быуындың интернет селтәрендә донъя материал булып та, уйнарға өйрәнә алмауҙары уйландырып ҡуя. Бер яҙыу етә, гитарала уйнау төрҙәренә тиклем видеодәреслектәр бар. Миңә аккордтарҙы өйрәнеү ҡыйын булды, ҡайҙан алырға, нисек өйрәнергә? Ауылда гитарала һәүетемсә уйнай белгән бер нисә кеше бар ине, уларҙан да оҫталыҡ дәрестәре алдым. Бынан бер-ике йыл үткәс, гитарала уйнап ултырғанымда, йырлай алыуымды аңлап ҡалдым. Тауыш бар, уны төрләндерә алам. Шул уҡ ваҡытта нимә тураһында һәм нимә өсөн йырлағанымды, был йырым менән кешеләргә нимәлер еткерә алыуымды аңланым. Ошонан һуң гитараны йышыраҡ ҡулға ала, йырҙар яҙып маташа башланым, әммә улар урыҫ телендә булды. Тәүге йырҙарым уртаса кимәлдә, әллә ни иҫ китерлек тә түгелдәр ине.
– Көй нисек тыуа? Ауырмы уны уйлап сығарыу, әллә...
– Тәүге ваҡытта ҡыйын. Ижадымда ниндәйҙер аяҡ терәрлек нигеҙ кәрәк ине. Был нигеҙ, башта схема һалынғас, бая әйтеп киткәнемсә, ни өсөн, кемгә йыр яҙыуымды аңлағас, көй яҙыу еңелләште. Шиғырға, йәғни йырҙарға һүҙҙәр яҙғанда ла шулай. Тәүге ауыҙ тултырып шиғыр, тип әйтерлек ижад емешем 2011 йылда тыуҙы.
– Быға нимә этәргес көс булып торҙо? Хистәр?
– Башта хистәр ҙә түгел, ә тап ниндәйҙер лайыҡлы әйбер ижад итергә ҙур теләк был аҙымға этәрҙе. Мәктәп йылдарында Сергей Есенин, Марина Цветаеваларҙың шиғырҙары күңелемә яҡын ине, шиғыр яҙыу серҙәрен дә тулыһынса шунда төшөндөм, әммә үҙем яҙа алмай инем барыбер. 2011 йылда дуҫым менән Өфөгә күстек. Изге Рамаҙан айы ине, дуҫыма эйәреп, ҡыҙыҡһыныуым еңгәндер, ураҙа тота башланым. Утыҙ көнләп ваҡыт үткәндән һуң, беренсенән, бар насар ғәҙәттәремдән арыныуымды аңланым, икенсенән, ҡапыл төн йөҙөндә күңелдә
“Ҡотҡар мине,
Ҡар менән тулғанда болоттар,
Йөрәгемдә уттар һүнгәндә,
Күренмәгән саҡта йондоҙҙар,
Күңелемдә хистәр үлгәндә...”
тигән юлдар яралды, һәм тулыһынса шиғыр хасил булды. Дәртләнеп киттем, ниһайәт ижади процесстың нисек эшләгәнен аңлап ҡалдым. Бынан бер нисә көн үткәс, “Ҡайҙа? Ҡасан? Нисек?” шиғырын яҙҙым.
– Һәм ул һинең киң таралған тәүге йырҙарыңдың береһенә әүерелде, ошонан барыһы ла башланып китте...
– Шиғырҙы көйләп ултырҙым да, дуҫымдан кәңәш һораным: “Бындай йыр була аламы?” “Әлбиттә, яҙып бөт!” - ти. Бер нисә ай үткәс, бер төркөм балаларҙы район КВН уйындарына әҙерләргә тура килде. Һәйбәт сығыш яһап, еңеү яуланыҡ, шунда тәүге тапҡыр сәхнә ҡомарын тойҙом. “Йырла, гитарам!” район бәйгеһе хаҡында белеп ҡалғанда ла, КВН тәьҫиренән айнып бөтмәгән инем, миндә ҡайнаған адреналин “конкурста ҡатнаш!” тине. Иртәгәһенә ҡурҡырға ла уйлап ҡуйҙым, нисек сәхнәгә сығырға, нисек йырларға, ә бер нәмә лә килеп сыҡмаһа, башҡаларға ҡарағанда күпкә насарыраҡ йырлап ҡуйһам... Шулай ҙа ҡатнашырға йөрьәт иттем, етмәһә йәрәбәлә миңә беренсе һан эләкте. Сығыш яһарға ярты сәғәт ҡалғас, тулҡынланыуымдан гитара аккордтары ла, йыр һүҙҙәре лә баштан сығып осҡанын аңлап ҡалдым. Сәхнәгә сығып, беренсе аккордты баҫҡандан һуң, нисектер хәтер кире ҡайтты. Был бәйгелә беренсе урын яуланым. Шунан башланды ла инде... “Беҙҙең ихата йырҙары” бәйгеһе – Гран-при, унда ҡатнашҡан егеттәр “беҙ унда барыбер урын яуламаясаҡбыҙ, әммә әйҙә киттек!” - тигән һүҙҙәр менән мине Белорет районында үтәсәк “Уралтау тауышы” бардтар бәйгеһенә саҡырҙы. Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларҙан килеп еңеү яулаған бардтар ҡатнашҡан был бәйгегә беҙ әллә ни ҙур өмөт бағламай инек. “Уралтау тауышы” бәйгеһе хәтеремдә айырыуса уйылып ҡалған, сөнки беренсе көндә башҡа ҡатнашыусыларҙы аптырап тыңлап торам, барыһы ла урман, шишмә хаҡында йырлайҙар, һәм мин үҙемдең рок-музыка менән (көлә – авт.). Бер сәғәт буйы сиратымды көтөп, ҡараңғы төшөп барғанда, мин дә сәхнәгә күтәрелдем. “Иртәгә конкурстың үҙендә йырлаясаҡ йырың менән сығыш яһама”, - тиһәләр ҙә, уны йырлай башланым. Рус телендә үҙем яҙған “Взлетела стая” йыры ине. Сығыш яһап бөтөүем булды, бар халыҡ “тағы йырла!” тип шаулаша башланы. Сәхнәнән төшөүемә, барыһы ла уратып алды, кемдер ялан сәскәләре һуҙа, ҡыҙҙар йүгереп килде... Икенсе көнөнә иртән палаткала йоҡлап ятҡан еремдән үҙемдең йырлағанымды ишетеп уянып киттем. Кисен йырлағанымды яҙҙырып алып, иртә менән колонкалар ярҙамында бар яланға яңғыраталар икән. Ниндәйҙер Ҡотой егетен, шулай итеп, иртәгәһенә бар ялан белә ине. Был бәйгелә I дәрәжә лауреат исеменә һәм “Тамашасы һөйөүе” номинацияһына лайыҡ булдым. Бер аҙна үттеме-юҡмы, мине “Ҡош юлы” бардтар фестиваленә саҡырҙылар.
– Тап ошо мәлдә тормошоңда яңы баҫҡыс башланғанын тойҙоңмо? Киң билдәлелек һиңә “Ҡош юлы” арҡылы килде бит.
– Тәүҙә аңламай ҙа ҡалдым. Етмәһә, тәүге йылы бер урын да яуламаным, “Башҡортостан” киностудияһы тарафынан клип төшөрөүгә сертификатты иҫәпкә алмағанда. Киләһе йыл “Ҡош юлы” бәйгеһендә еңеүсе булам, тип маҡсат ҡуйҙым.
– Бәйгеләрҙә беренсе урындар яулап килеп, беренсе “Ҡош юлы”нда бер нәмә лә алмауың сәмгә тейҙеме?
– Тәү сиратта үҙ-үҙемә ниндәйҙер эш ҡулымдан килеүемде иҫбат иткем килде. Икенсенән, һәләтемдә, мөмкинлектәремдә шикләнгәндәр ҙә бар ине. Өсөнсөнән, “Ҡош юлы” – үҙенең юҫығында эшләп килеүсе башҡортса берҙән-бер фестиваль. Ул башҡа рус телендәге бард фестивалдәренән үҙ идеологияһы, мәҙәниәте булыуы менән айырылып тора. Шуға күрә, тап был бәйгелә еңеү теләгем көслө ине. Йыл дауамында был маҡсатымды тормошҡа ашырыу өҫтөнән ентекле эш башланым.
– Ни рәүешле ине ул әҙерлек?
– Сәхнә тормошом әүҙемләште, бик күп сығыш яһай башланым. Көрәш ярыштары, ниндәйҙер һәйкәл асыу тантаналары, төрлө байрамдар, бер саранан да ситтә ҡалмай торғайным. Үҙемдең 30-сы сығышыма барыһына ла әҙер булыуымды аңланым. Башҡортса йырҙар яҙа башланым, улар хәҙер еңел бирелә ине.
– “Ҡош юлы” хәрәкәтенә ҡушылғас, ниндәй тәьҫораттар кисерҙең?
– Унда мин фекерҙәштәремде таптым, сөнки беҙ бер милләттән, тел, ил тип борсолоуҙарыбыҙ ҙа бер.
– Ни өсөн һинең йырҙарыңда шул тиклем һағыш күп?
– Бында инде мөхәббәт ғәйепле. “Фәрештәләр”, “Менер инем болоттарға”, “Һиңә һаман йырҙар яҙам” – былар барыһы ла һөйөү ғазабынан яралған йырҙар.
– Мөхәббәттән тыш, тағы һинең йырҙарыңда үҙ-үҙеңде эҙләү, яңғыҙлыҡ кеүек темалар ҙа етерлек...
– Беҙ шундай заманда йәшәйбеҙ: кеше телефон, интернет ярҙамында Ер шарының икенсе осонда йәшәгән кеше менән секунд тиҙлегендә бәйләнешкә инә ала, әммә барыбер һәр беребеҙ үҙенсә яңғыҙ.
– Йыр яҙыу процессы нисек бара?
– Төрлө йыр төрлөсә. Мәҫәлән, “Менер инем болоттарға” йырын яҙыр алдынан “Алып ҡайта микән яҙҙар кире һинең яндарыңа” тигән юлдар күптән башта йөрөй ине. Бер ваҡыт төнөн йоҡларға ятҡанда, әллә йоҡо алмағанда ҡапыл шул юлдарҙың дауамы булып, аңымда “Аға микән кире һыуҙар үрмәләп ҡаяларға” тигән һүҙҙәр хасил булды. Һикереп торҙом, һәм егерме минут эсендә йыр әҙер ине. Әлеге мәлдә 4 йыл буйы бер йырҙы үҙем менән йөрөтәм, яҙып бөтөп булмай. Өс йырым Сорғот ҡалаһында йәшәгәндә тыуҙы. Унда йәшәү темпы Башҡортостандағы һымаҡ юғары тиҙлектә түгел, бер кем дә борсомай, рәхәтләнеп ижад иттем.
– Ғилман Ишкинин “Ижад” тигән шиғырында “Үҙеңә үҙең хужа булған ваҡыт” ти бит...
– Эйе. Әммә ҡайһы ваҡыт илһам килгәнен ҡул ҡаушырып көтөп ултырырға ла ярамай, тоторға ла эшләргә, йәғни илһам килһен өсөн сәбәп уйлап табырға кәрәк.
– 2015 йылда “Фәрештәләр” исемле йырыңа клип сыҡҡас, мин Бәйләнештәге сәхифәмә “Башҡорт эстрадаһындағы күп ҡыҙ-малайҙарҙың танауына сирттең, афарин!” — тип яҙып ҡуйғайным. Ысынлап та шәп эш бит! Сценарий, идея авторы кем?
– Ул ваҡытта мин Миңзәлә Яхина, Ришат Сөләймәновтар менән “Нектория” төркөмөндә уйнай инем. Дамир тигән егет менән танышыуҙан башланды бөтәһе лә, уның,әмәлгә ҡалғандай, башҡаларҙыҡынан айырылып торған, ғәҙәти булмаған клип төшөргөһө килә ине. Яҡынса сценарийҙы ла ул тәҡдим итте: мунсаҡ, ҡыҙ, йәнле фотоһүрәттәр... Беренсе көндө тулыһынса студияла төшөрһәк, иртәгәһенә буш фатир бүлмәһе булһын өсөн, кресло-шкаф-диван кеүек йыһаздарҙы йоҡо бүлмәһенә ташыныҡ. Уның ишеген асһаң, өҫтөңә ишелеп китерҙәй булып торалар, инеп тә булмай хатта. Өсөнсө көндө ташландыҡ бинала булған кадрҙарға арнаныҡ.
– Клипта лирик герой, йәғни һин үҙең менән мунсаҡ алып йөрөйһөң, һәм ул ябай түгел – һауала эленеп тора ала. Быға ниндәй мәғәнә һалынған?
– Был мунсаҡ – үткән һөйөүҙән ҡалған, һаман мине ташлап китә алмаған хәтирәләр. Клип һуңында уның ниһайәт ергә ҡолауы минең хистәремде ҡалдырып китә алыуым хаҡында һөйләй.
– Ошоноң менән булды ла бөттө, башҡа клиптар күренмәне. Ни өсөн?
– Хәҙер өҫтөнлөктәр үҙгәрҙе. Ғаилә ҡорҙом, уны тәьмин итергә кәрәк. Музыка икенсе планға күсте. Күберәк фотоға төшөрөү менән шөғөлләнә башланым. Һәр өлкәлә тулыһынса бирелеп эшләү мөһим, үҙ-үҙемде ике ярға бүлһәм, музыка ла, фотограф карьераһы ла килеп сыҡмаҫ ине. Йырсы карьераһы төҙөргә теләһәм, мин музыка тураһында көн-төн уйларға һәм гитара менән ҡосаҡлашып йоҡларға тейешмен. Әлегә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минең ундай мөмкинселегем юҡ. Ҡайһы ваҡыт барыһын да ташлап, үҙемде тулыһынса музыкаға арнағым килә, әммә был осраҡта мин кәләшһеҙ, аҡсаһыҙ ҡаласаҡмын (көлә – авт.). Шаярыу шаярыу менән, әммә был да бит үҙенә күрә ҙур яуаплылыҡ.
– Шул сәбәптән студияла йырҙар ҙа яҙҙырылмай...
– Бөгөнгө көндә өс йырға аранжировка эшләнгән, унан тыш, “Менер инем болоттарға” йырын фортепиано форматында халыҡҡа сығарырға уйлайым.
– 2013 йылда Башҡорт академия драма театрының бәләкәй залында һинең “Йондоҙҙар йыям” исемле концерт-монологың үтте. Шундағы тәьҫораттарың нисек ине? Сыҡтың да йырланың тигән һүҙ түгел, концерт ғәҙәти булмаған форматта, шиғыр, монологтар менән үрелеп бара ине.
– Ҡурҡыу. Атҡарып сығалмаҫтай тоя инем үҙемде. Ул кисәне әле булһа ла иҫләйҙәр, оло апай-ағайҙар килеп “Ә беҙ һинең шул концертыңда булдыҡ” тип әйтеп китәләр. Ғөмүмән, “О, Тимур! Һеҙҙең менән фотоға төшөргә мөмкинме? Ә мин һеҙҙең йырҙарығыҙҙы тыңлайым!” тип әйтһәләр, гел баҙап ҡалам, башта “Минең менән? Ни өсөн?” тигән һорауҙар ярала. Әле һаман үҙемде йондоҙ итеп тоймайым. “Евразия йөрәге”ндә сығыш яһап төшкәс, бер ҡыҙ килеп “Ә мине һеҙҙең “Фәрештәләр” йыры музыкаль училищеға уҡырға инергә этәрҙе. Ҙур рәхмәт!” тине. Күҙ алдыңа килтерә алаһыңмы, миңә (көлә – авт.) Ары китеп барам, ҡыҙ менән егет тора: “Ә һеҙ беләһегеҙме, беҙ “Евразия йөрәге”нә һеҙҙе тыңлар өсөн генә килдек!” Ошондай күренештәр миңә гел сәйер тойола.
– “Евразия йөрәге” тигәндәй, унда һин быйыл Республика милли музыка ҡоралдары оркестры менән сығыш яһаның. Нисек үтте?
– Репетициялар ваҡытында оркестр ҡаршыһында тороп та, был эштең масштабын тулыһынса аңлап еткермәнем башта. Аҙаҡ ҡурҡыу, тулҡынланыу кеүек тойғолар хасил булды: ә тактҡа тура килмәһәм? Ә бер нәмә лә килеп сыҡмаһа? Әмәлгә ҡалғандай, ул мәлдә барыһы ла килеп тығылған: “Ҡош юлы. Балалар” телефизион проектында остазмын, балаларҙы финалға әҙерләр кәрәк, туйға фотограф итеп саҡырылғанмын... Сәхнәгә сығыу ваҡыты етеп килә, һәм тәүге сығышымдағы кеүек, аккордтар ҙа, йырҙың һүҙҙәре лә, ҡасан, ниндәй квадратта оркестрға ҡушылыу ваҡыты ла баштан сығып оса... Барыһын берәм-берәм хәтергә төшөрәм. Сәхнәгә сығырға бер минут ҡала, кемдер яңылыш гитарама ҡағыла, һәм уны көйләүҙән сығара... Яңынан көйләйем, тамаҡ кипкән, һыу юҡ. Ниндәйҙер бала әсәһен юғалтып, сәхнә артына килгән, илай, уны йыуатырға тырышам. Үҙемде кем йыуатһын (көлә – авт.)... Сәхнәгә сығам, миңә дүрт тарафтан дүрт прожектор яҡтырта, халыҡтың күплеге һушты килтерә, һәм башлана... “Ҡоштар һанайым...” тип әйтеүем була, амфитеатр тауышҡа күмелә. Аңлайһыңмы, өс минут бер ғүмерҙәй тойолдо.
— Ғәмәлдә күңелеңде ниндәй уйҙар биләй?
– Ултырып тормош хаҡында уйланып алырға яратам. Кешеләрҙең туҡтап уйланырға ваҡыты юҡ бит ул. Иртә менән ҡайҙалыр ашығалар, буш ваҡыттарын социал селтәрҙәр биләй, сәй артында ла YouTube каналынан видео ҡарайбыҙ, кисен – фильм, сериалдар. Шулай көн үтә, ул айға олғаша. Әйҙәгеҙ, ултырып бер аҙ уйланып алайыҡ...
Тимур “Евразия йөрәге” фестивалендәге сығышы хаҡында һөйләгәндә “Тәүгә сәхнәгә сығыуыма ете йыл үткәс, 40 меңлек кеше алдында сығыш яһармын тип кем уйлаған?” — тигәйне.
Әңгәмәбеҙ һуңында уға ҡоштар һанап ҡына ҡалмай, үҙе лә шул ҡоштарҙай һәләт ҡанаттарында юғарыға күтәрелеүен теләгем килә.
Башҡорт эстрадаһының сағыу, бер кемгә лә оҡшамаған тауышыңды, мәңге йәш күңелеңде, тормошто яратыуыңды һаҡла, дуҫ!
Айгөл ЙӘМИЛЕВА әңгәмәләште.
Читайте нас: