+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Зилә Усманованың сәнғәткә юлы нисегерәк башланған?

Хәсән менән кем таныштырған?

- Мин Бөрйән районының Иҫке Собханғолдағы мәктәптең IX синыфын тамамлағас, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһына уҡырға килдем. Ике йыл ошо абруйлы белем усағында белем алыуыма бик ҡыуанам. Синыфташтар менән хәҙер ҙә дуҫбыҙ, ғаиләләр менән аралашабыҙ. Гимназияла йыр түңәрәге эшләй ине. Бәләкәйҙән йырларға яратҡас, Асия апай Смакова алып барған дәрестәргә рәхәтләнеп йөрөнөм.
Йырға әүәҫлегем атайымдың әсәһәе – Шәрифә өләсәйемдән киләлер. Ул сәнғәт буйынса уҡымаһа ла, “Абдрахман”, “Сибай” кеүек тәрән мәғәнәле боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын шул тиклем матур итеп башҡара торғайны. Мәҙәниәт йортонда иҙән йыуыусы булып эшләгәнендә бер ваҡыт Фәриҙә Ҡудашева үҙенең төркөмө менән концерт ҡуйырға килгән. Өләсәйемдең эшләгәнендә йырлап йөрөгәнен ишетеп ҡалған да: “Һин бит йырлырға тейешһең, әйҙә, Өфөгә алып китәбеҙ”, - тигән. Өләсәйем, минең биш балам бар, юҡ, тип тәҡдимде кире ҡаҡҡан. Бәлки, мин уның яҙмышын дауам итәмдер, тип тә уйлап ҡуям.
Бәләкәйҙән төрлө сараларҙа йырлата торғайнылар. Йыр дәресендә иң тәүҙә мин йырлап күрһәтә инем. Әсәйем әйтеүенсе, бәләкәй саҡта ауырыһам да, иламай, мөңрәп, йырлап ултырғанмын. Сәнғәт юлына аяҡ баҫыуымда Әлфиә апай Юлсуринаның да өлөшө ҙур. 1996 йылда ул мине Сибайҙа үткән “Ирәндек моңдары” конкурсына әҙерләне. 12 йәштә “Сәҙе буйы” тигән йырҙы башҡарып, ошо бәйгенән “Халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығы өсөн” дипломын алып ҡайттым. Был мине ныҡ ҡанатландырҙы.
Артабан Өфөлә Асия апай Смаҡова менән осрашыу яҙмышымды үҙгәртте. Ул миңә: “Әйҙә, сәнғәт институтына барып ҡара әле, профессорҙар һине тыңлап ҡарауын теләйем, нимә әйтерҙәр?” - тине. Ә мин ул ваҡытта гимназияла биргән имтихан һөҙөмтәһендә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт-инглиз бүлегенә алынғайным инде. Музыкаль белем дә булмағас, ҡаушап ҡалдым. Йәй көнө Асия апай шылтырата, Өфөгә саҡыра. Шунан әсәйем менән килдек. Ҡабул итеү комиссия ағзалары тыңланы ла: “Һине уҡырға алабыҙ, уйла”, - тимәһенме! Шулай итеп, 1999 йылда тормошом ҡырҡа үҙгәрҙе. Сәнғәт институтында уҡый башланым.
Хәсән менән студент сағыбыҙҙа хәҙер инде танылған йырсы Әнүәр Нурғәлиев таныштырғайны. Өс йыл дуҫлашып йөрөгәс, өйләнештек. Беҙҙең сәнғәт ғаиләһе шулай барлыҡҡа килде. Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА
Читайте нас: