+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
30 Апрель 2020, 18:13

Йәш йырсы Тимур Рамазанов ваҡытын өйҙә нисек үткәрә?

#өйҙәҡалығыҙ Халыҡ–ара йыр бәйгеләре лауреаты, республикабыҙҙың, сит өлкәләрҙең күп төбәктәрендә үҙенсәлекле тауышы менән тамашасылар һөйөүен яулаған йәш йырсы Тимур Рамазанов ваҡытын өйҙә нисек үткәрә, ниндәй фильмдар оҡшай уға. Йорт эштәрендә ҡатынына нисек ярҙам итә, ашарға бешерә беләме?
Тимур Рамазанов:
"Шәхсән үҙемә "Кинг Конг", "2012", "Три метра над уровнем моря" фильмдары, хатта әкиәттәр ҙә оҡшай, мәҫәлән индеецтар тураһындағы "Спирит" йәнһүрәтен ғаиләбеҙ менән бер нисә рәт уҡыныҡ. Аш-һыу тигәндән, мин күбеһенсә еңелсә ризыҡтарға өҫтөнлөк бирәм, төрлө-төрлө үләндәр менән салаттар яратам, кәләшем әҙерләгән мантыны ихласлап ашайым. Әгәр ҙә мин өйҙә икәнмен, ә ҡатыным эштә булһа, мин йырлай-йырлай, хатта яңы йырҙар өйрәнеп, рәхәтләнеп өй йыйыштырап, ашарға бешереп, хәләлемде көтәм. Ял көндәрендә лә күпселеген мин бешерергә тырышам, сөнки гастролдәргә йыш йөрөгәс, өйҙә булған мәлдәр һағындыра, ҡәҙерлеләремде ҡыуандырғым килә".
Читайте нас: