-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
27 Апрель 2020, 15:37

Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәровтың әйтер һүҙе

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров:
“Хәйерле көн, “Тамаша” журналын уҡыусылар, театр сәнғәтен һөйөүселәр!
Ирекһеҙҙән ошолай өйҙә ултырғанда, мин шуны әйтеп үтер инем, беҙҙең өйҙә ултырырға тейешлегебеҙҙе аңлау, уны дөрөҫ ҡабул итеү мөһим. Был беҙҙең үҙебеҙ өсөн генә түгел, хатта табиптар өсөн генә лә түгел, ә бер-беребеҙ өсөн, балаларыбыҙ өсөн кәрәк.
Табиптарыбыҙҙың талаптарын үтәмәгән хәлдә, бик оҙайлы ваҡытты талап итәсәк был афәт. Өйҙә ҡалып та эш эшләп була һәм эшләргә кәрәк тә. Беҙҙең коллектив менән йәнле аралашыу бара, шулай уҡ интернет селтәрҙәрендә эфирға сығып торалар. Беҙ бер-беребеҙҙе, театр сәхнәһен һағынһаҡ та, эш дауам итә, бер-беребеҙҙе юғалтманыҡ.
Шәхси минең үҙемә килгәндә, әлбиттә, бөтә эшләгән эшемде әле асып һала алмайым. Эшем бар һәм мин уны эшләргә кәрәктер, тип уйлайым. Ҡулдан килгән тиклем сифатлы итеп. Юл ыңғайы эшләнелә торған эштәр өйҙә лә байтаҡ. Ҡулға паяльник алып, бер эштән арынып, паяльникты кире ҡуйып, ижад эшенә кире әйләнеп ҡайтаһың. Юл ыңғайында ғына тағы икенсе эште башҡарып куяһың. Ижад эше менән шөғөлләнә башлаһаң, ул ваҡытты күп талап итә. Эҙләнеүҙәр, икеләнеүҙәр аша үтелә бит инде. Актер профессияһы тиҙ юғала торған профессия, формала булыу өсөн, үҙ өҫтөңдә даими эшләргә кәрәк. Бының инде инструменнтары күп. Мин физик форманы ғына әйтмәйем, эске форма, аң-фекер йөрөтөү дәрәжәһен әйтәм.
Ошо афәттәр үтеп китеп, киләсәктә донъялар таҙарынып, яңы аң менән йәмғиәттә йәшәй башлаһаҡ ине, тигән теләгем бар. Нисек кенә булмаһын, ул беҙгә бирелгән һынау, беҙ быны мөмкин тиклем позитив кәйеф менән үткәрергә тейешбеҙ. Мин үҙем дә ошолай үткәрергә ынтылам. Әлегә миңә ауыр түгел. Ниндәйҙер эш менән мәшғүл булһаң, ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй, киреһенсә, ваҡыт етмәй ҡала. Тамашасылырға теләгем ябай – ошо афәт илебеҙҙән, еребеҙҙән китеп, имен-аман, теүәл килеш, сәләмәт килеш тамаша залдарын тултырып осрашырға, бер–беребеҙ менән ҡосаҡлашып, ихлас күрешергә насип булһын. Ошоларға ирешеү өсөн өйҙә булырға кәрәк”.
Тәғзиә Хәбирова яҙып алды
Читайте нас: