+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
24 Апрель 2020, 12:35

ЕҢЕҮ – ҘУР ХӘРЕФТӘН ЯҘЫЛА

Бөйөк Еңеүгә – 75 йыл
ЕҢЕҮ – ҘУР ХӘРЕФТӘН ЯҘЫЛА
Илебеҙ бынан 75 йыл элек булған һуғыш, Бөйөк Еңеү хәтирәләрен йылдан-йыл яңыртып йәшәй. Исемдәре яу яланында ҡалған йәки әйләнеп ҡайтҡандарҙы ғына түгел, ул һуғышҡа шаһит һәр кемдең яҙмышын өйрәнә, киләсәк быуынға еткереү эштәрен алып бара. Эйе, әллә күпме ата-олатайҙарының, совет һалдатының тыныслыҡ өсөн ҡан ҡойғанын белһен заман кешеһе – патриотизм тойғоһо ғына түгел, ғорурлыҡ кисереүҙән тартынмаһын. Театр, ваҡыт арбаһында елеү мөмкинлеге менән файҙаланып, тап ошо һыҙаттар тәрбиәләүҙе үҙенә маҡсат, бурыс итеп алған. Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театры йыл һайын Бөйөк Еңеү байрамы алдынан ун көнлөк үткәреүҙе традицияһына әйләндергән. Шул тамашалар, спектаклдәр тураһында һүҙ йөрөтөү артыҡ булмаҫ.
Әле 2005 йылда, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим фатихаһы менән «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса ҡуйылған ошо уҡ исемдәге спектакль (режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Мөсәлим Күлбаев) бөгөн яҡынса 150-се тапҡыр зал тулы тамашасы йыя. Фатихаға дәлил театр музейының иң ҡәҙерле документы булған әҙип яҙмаһында: «Мөсәлим Күлбаев эшләгән сценарий тексы менән бик ҡәнәғәтмен. Ике повесым мотивтары ҡушылған. Башта ул ғәҙәти булмаҫ кеүек ине. Һуңынан өйрәндем һәм ҡабул иттем. Мостай Кәрим. 26 ғинуар, 2005 йыл», тиелгән. Эйе, күнегелгән, бөгөн ул хатта тап ана шулай, спектаклдәгесә итеп тамашасыға барып етеүе лә хилафлыҡ түгел. Мәңгелек әҫәрҙәрҙе нисә тапҡыр ҡараһаң да күңел елкенә, күҙҙәргә йәш эркелә. «Һуғыш, ул ҡот осҡос нәмә. Кешеләргә бик күп ҡайғы-хәсрәт килтерә. Аҙмы яндырылған, емерелгән ауыл-ҡалалар үттек, әйтеп бөтөргөһөҙ. Беҙҙең дошмандар – фашистар йыртҡыстан да яман булып сыҡты. Улар әсәләрҙе лә, кескәй балаларҙы ла ҡыҙғанманы...», – тип балаларға һуғыш тураһында һөйләй Йәмилдең атаһы. Ысынлап та, әле тормошта бер ни күрмәгән бәләкәй генә Оксананың (спектаклдә уны Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлшат Ғайсина уйнай) күҙ алдында иң ҡәҙерле кешеһе – әсәһен атып үлтерәләр. Бала тәрән күңел яраһы ала. Башҡорт ғаиләһе, башҡорт ауылы Оксананың яралы күңелен дауалай, хатта һуғыш тураһында ишетеп кенә белгән бәләкәс Йәмил дә (БР-ҙың Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рәмзил Сәлмәнов) уның хәсрәттәрен үҙенекеләй ҡабул итә белеүе һоҡланғыс. Авторҙың туғанлыҡ мөнәсәбәттәре, бүтән халыҡтар менән дуҫлыҡты күрһәтеүе сәхнәлә оло уңышҡа өлгәште. Ветерандарыбыҙҙың ниндәй бәхет өсөн көрәшеүен күрһәтеү ул. Ун биш йыл сәхнәнән төшмәгән әҫәр Еңеү байрамы алдынан да тамашасыһын ҡыуандырасаҡ. Спектакль сыҡҡан йылында уҡ «Театр яҙы» фестивалендә йылдың иң яҡшы спектакле, 2007 йылда «AVANTE» йәштәр премияһының «Йәштәр өсөн иң яҡшы спектакль», шул уҡ йылда төрки телле театрҙарының халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивалендә лә ҙур уңышҡа өлгәште. Гастролдәргә сыҡҡанда ла тамашасы ошо әҫәрҙе алып килеүҙе һорай. 2019–2020 йылдарҙа ғына спектакль Ҡазан, Мәскәү тамашасыһын таң ҡалдырҙы.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булараҡ, Мостай Кәрим һуғыш темаһына йыш мөрәжәғәт итте. Милли йәштәр театры уның «Йәләлетдин атай» (Илгиз Кәримов инсценировкаһы), «Ауыл адвокаттары» һәм «Туй дауам итә» әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған «Яуҙы еңгән мөхәббәт», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәрҙәре ҡуйылды. Был спектаклдәр әле лә театр репертуарынан төшөп ҡалмай, күрһәтелеп тора.
2009 йылда режиссер, театрҙың художество етәксеһе Мөсәлим Күлбаев рус труппаһында Анатолий Приставкиндың «Ночевала тучка золотая» әҫәрен ҡуйҙы. Был юлы ла режиссерҙың бар оҫталығын биреп эшләүе тойола: ваҡиғалар шартлауҙан һуң ярты емерек ҡурсаҡ театрында бара. Емереклектәр араһында һуғыштан иҫән ҡалған балалар йәшеренгән була. Улар харабалар араһында Анатолий Приставкиндың «Ночевала тучка золотая» повесының янмай ҡалған биттәрен табып ала. Артабанғы сәхнә ошо повеста яҙылған ваҡиғалар һәм ысынбарлыҡтың сиратлашыуы менән дауам итә. Тамашасы Бөйөк Ватан һуғышын балалар күҙлеге аша күрә.
Был спектакль дә бихисап фестивалдәрҙә ҡатнашып, меңәрләгән тамашасы иғтибарын яуланы. «Театр яҙы – 2009», «Дуҫлыҡ күпере» (Рәсәй милли республикаларының һәм яҡын сит илдәрҙең рус театрҙары форумы), Йошкар-Олала фестиваль-лаборатория кеүек бер нисә республика һәм Рәсәй фестивале лауреаты исемен алды, спектакль шулай уҡ «Алтын битлек» фестивалендә конкурстан тыш күрһәтелде. «Театр яҙы – 2009» фестивалендә ике номинация еңеүсеһе, рус труппаһы етәксеһе Мөсәлим Күлбаевтың ҡуйылышы фестивалдең гран-приһын алды.
2015 йылда театр «Бөтәһен дә исемләп хәтерләйек» музыкаль-шиғри композиция әҙерләне. Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Константин Симонов, Николай Заболоцкий, Роберт Рождественский, Александр Твардовский шиғырҙары аша Бөйөк Еңеүгә дан йырлау ғына түгел, уның мәғәнәһенә тәрәнерәк төшөндөрөп, уны мәңгеләштереүгә үҙ өлөшөн индерҙе, тиһәк тә артыҡ булмаҫ. Сөнки был тамаша менән театр коллективы республиканың күп райондарында сығыш яһаны. Йылдан-йыл уның географияһы киңәйә бара.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Милли йәштәр театры сәхнәгә ике премьера сығарасаҡ. Рус труппаһы һуғыштан алдағы һәм һуғыш ваҡытында ауыл тормошон, унда йәшәгән халыҡтың ауырлыҡтарҙы геройҙарса күтәрә алыуын тасуирлаған Борис Вахтиндың «Синяя-синяя речка» спектаклен әҙерләй (режиссеры – Мөсәлим Күлбаев). Башҡорт труппаһы иһә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһын сәхнәләштерә (режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БР-ҙың Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов). Шиғри әҫәрҙең сценарийын Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева яҙҙы.
Бына тағы Еңеү яҙы етә. Ер йәшәрә, ҡояштың иң сағыу нурҙарына мансылып яңы һулышын ала. Ҡояштың тап май айында балҡыр нурҙарында ҙур хәрефтән генә яҙылыр Еңеү тыны бар, уның ҡәҙерен ебәрмәйек, быуаттар үтһә лә, мәңгелек булып ҡалһын ул.
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА
Читайте нас: