-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
23 Апрель 2020, 09:35

Һәләтле йәштәр

ДИҢГЕҘҘӘРГӘ ҠАРШЫ ЙӨҘӘМ
Азат ҡустыма
Диңгеҙ тулҡынына ҡаршы йөҙәм,
Хәлкәйҙәрем генә самалы.
Бындай тулҡындарҙы күргәнем юҡ,
Мин бит ябай ауыл балаһы.
Диңгеҙ – даръя, мине үҙ яйына
Бормаҡ була, ә мин ҡыртлашам.
Аҡһыл тулҡындарҙың үркәсенә
Менеп барам үткер ҡыл аша.
Ҡолағымда бер илаһи ауаз
Маяҡ булып әйҙәй бейеккә.
Мин бит диңгеҙҙәрҙе ауыҙлыҡлар,
Күккә менә торған егет тә!
Диңгеҙ тулҡынына ҡаршы йөҙәм,
Илаһи көй әйҙәй бейеккә.
Был шиғырымды Азат Исҡужиндың 2016 йылдың май айында үткән «Диңгеҙҙәргә ҡаршы йөҙәм» тип аталған тәүге үҙ аллы концертына баш һүҙ итеп яҙып биргәйнем. Аллаға шөкөр, Урал аръяғы райондары буйлап ҙур уңыш менән шаулап-гөрләп үтеп китте концерттары. Тамашасы үҙе өсөн яңы башҡарыусы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алды, уның ижады менән яҡынданыраҡ танышты.
Азат Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында ғәҙәти генә ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килә. Әлфинә һәм Зәлфинә исемле һеңлеләре бар. Атаһы Азамат урындағы колхозда – тракторсы-механизатор, әсәһе Фәрҙиә ашнаҡсы булып эшләй.
Райондың ожмахҡа тиңләрлек урман-тауҙар менән уратып алынған иң матур ауылдарының береһендә тыуып үҫеүе, бала сағының йырҙарҙа маҡталған йәмле Һаҡмар буйында үтеүе уның аҡ ҡағыҙҙай саф күңеленә бер моң булып һарылғандыр, йәшәү көсө, рух ныҡлығы менән бүләкләгәндер.
– Тыумыштан күреү һәләтенән мәхрүм булыуымды Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән һынау тип ҡабул итәм. Яҙмышыма һис кенә лә үпкәләмәйем. Кешегә үҙе күтәрә алырлыҡ ҡына һынау бирелә бит. Тимәк, ошо яҙмышымды башҡаларға артмаҡлатмай ғына, үҙем күтәреп үтергә тейешмен был донъяла, – ти оло йөрәкле егет.
Эйе, яҙмыш – һәр кемгә юғарынан бирелгән бүләк. Хатта ҡарап тороуға көслө генә күренгән кешеләр тормош һынауҙарына ҡаршы тора алмаған, юғалып ҡалған, һынған дәүерҙә ажарланып, дәртләнеп белем алырға, тормошта үҙ урынын табырға тырышып йәшәй Азат.
Өфө ҡалаһының 28-се махсус мәктәбендә уҡыған сағында уяна ла инде егеттә йыр-моңға һөйөү. Уҡытыусыһы Гөлдәр Байғужинаны ҙур рәхмәттәр менән иҫкә ала, сөнки тап ул Азаттың бала сағынан уҡ күңелендә бөрөләнеп йөрөгән, сәскә атып китер өсөн һыу, наҙ һибеүҙәрен генә көткән музыкаль һәләтен күреп ҡалып, ошо йүнәлештә маҡсатлы эш башларға тәҡдим итә.
Һәр кемдең дә үҙ ғүмерендә яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеп ебәрә торған ваҡиғалар була. Азатты ла был һынылыш мәле урап үтмәй. Бәхетенәме, яҙмыш бүләгеме, тап ошо интернатта уҡыған сағында егеткә күренекле композитор, йырсы Салауат Низаметдиновтан сольфеджио дәрестәре алырға насип була. Маҡсатлы егет бар булмышы менән музыка донъяһына, уҡыуға, эҙләнеүҙәргә сума. Салауат Низаметдинов та уҡыусыһының бик ныҡышмал, шул уҡ ваҡытта талантлы ла икәнен һиҙеп ҡалып, уның менән өҫтәмә рәүештә шөғөлләнә башлай. Ә һөҙөмтә үҙен оҙаҡ көттөрмәй. Тыңлаусыһы фортепьянола ышаныслы итеп уйнарға, ноталарҙы өйрәнә, вокал һәләте лә асыла. Хатта Азат менән бергә уҡыған үҙе кеүек үк яҙмышлы Ләйсән Нуриева исемле ҡыҙ менән йырлаған дуэт эштәре зәңгәр экрандарға ла барып эләгә.
Тик тормошта барыһы ла шыма ғына бармай шул. Остазы Салауат Низаметдиновтың ҡапыл ғына вафат булып ҡалыуын бик ауыр кисерә егет. Бөтә киләсәге селпәрәмә килеп, донъя ағышы туҡтап ҡалғандай тойола. Әммә маҡсатына бирелгәнлеге, был тормошҡа инде үҙ ҡарашы, үҙ фәлсәфәһе булыуы ижади юлында туҡтап ҡалмаҫҡа, бар ҡыйынлыҡтарҙы ла еңеп сығырға ярҙам итә, тағы ла ең һыҙғанып уҡый башларға этәрә. Пианинонан тыш баянда, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнә. Ҡазанда үткән күреү һәләте сикләнгән балалар өсөн ойошторолған Волга буйы республикалары конкурсында ҡумыҙҙа «Салауат маршы»н уйнап, икенсе урынға лайыҡ була һәм АҠШ-тың Вашингтон ҡалаһына барыу бәхетенә өлгәшә. Азаттың ул саҡтағы еңеүҙәренә Санкт-Петербург ҡалаһында үткән «Киләсәккә ҡаршы аҙым» конкурсында беренсе урын бирелеүен дә өҫтәп китһәм, урынлы булыр, тип уйлайым.
Йәйге каникул мәлдәрендә лә өйҙә генә ятмай тынғыһыҙ егет. Тыуған ауылының мәҙәниәт йортонда йәштәргә дискотекалар үткәрешеп, концерттарҙа әүҙем ҡатнашып, ҡайнап йәшәй. Район үҙәгенә сираттағы концерт менән барған саҡтарында, һәләтле егетте билдәле рок-музыкант Юлай Асҡаров һәм уның хәләл ефете, йырсы Сәриә Асҡарова күреп ҡала. Был осрашыу уларҙың улдары, талантлы режиссер Айнур Асҡаров төшөргән «Яратам һине, донъя» исемле клип менән тамамлана.
Үткәндәр, шәхестәр тураһында һүҙ башлаһаң, донъяла миһырбанлы кешеләрҙең күплегенә инанаһың. Ошо мәлдә район хакимиәте башлығы булып эшләгән Р.Р.Хәлиуллинды бары йылы һүҙҙәр, оло рәхмәттәр менән телгә ала Азат. Асҡаровтар ғаиләһенең юлламаһы буйынса «Бөйөк дала» исемле рок-фестивалдә ҡатнашҡандан һуң, көтмәгәндә егеттең күптәнге хыялы тормошҡа аша – уға профессиональ синтезатор бүләк итәләр. Түбәһе нисек күккә тейгәнен Азат үҙе генә белә. Был синтезатор байтаҡ ҡына туҙһа ла, ошо көнгәсә тоғро хеҙмәт итә егеткә. Ижад иткән бөтә йырҙары менән ошо киң күңелле, оло йөрәкле кешеләр алдында үҙен бурыслы һанай.
Сибай ҡалаһында йәшәгән, бөтә йыһанға ярҙам итергә әҙер һәүәҫкәр композитор Юлай ағай Моратовтың Азатты күргеһе килгәнен белгәс, бергәләп барғайныҡ осрашыуға. Ижад, киләсәккә маҡсаттар тураһында оҙаҡ ҡына гәпләшкәндән һуң, Юлай ағай Азатҡа башҡарып йөрөһөн өсөн «Ағиҙел» тигән йырын бирҙе һәм бер тауыш пультын бүләк итте. Үкенескә ҡаршы, был иҫ киткес нескә күңелле Юлай ағай менән һуңғы осрашыуыбыҙ булған икән...
– Донъяла һәйбәт кешеләр күп икән. Сибай ҡалаһы гәзите минең турала мәҡәлә баҫтырғас, Хазина Сирусина тигән апай мине дөйөм ятаҡҡа килеп, үҙе эҙләп тапты. Һөнәре буйынса – табип. Йыш ҡына тәмле-тәмле бәлештәр, аш бешереп алып килә. Оҙатып йөрөр кешем булмағанда, хатта Өфөгә бер конкурсҡа алып барышты. Ижад итер өсөн нимәләр кәрәклеген һорағас, проблемаларымды һөйләп биргәйнем, йүгереп йөрөп төрлө инстанцияларға хаттар, үтенестәр менән мөрәжәғәт иткән икән. Миңә компьютер алып бирешергә ярҙам итеште. Эскерһеҙ ярҙамдары өсөн Учалы тау байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы етәксеһе Йәүҙәт Биккиновҡа, яуаплылығы сикләнгән «Ремстройцентр» йәмғиәте етәксеһе Рафаэль Исмәғилев, шәхси эшҡыуарҙар Дамир Ғиззәтуллин, Юрий Иванов, Роза Янбаева һәм Заһир Ҡаҙаҡбаевҡа ҙур рәхмәттәремде еткерәм, – тип һөйләй Азат.
Эйе, әлеге көндә Сибай ҡалаһының сәнғәт колледжында вокал бүлегендә уҡып йөрөгән егеттең пландары ҙур. Йыр булып сығырын көтөп ятҡан эштәре лә бер һандыҡ булып бара. Әлеге лә баяғы, эш аранжировкалар яҙыр өсөн студия, клавиша, микрофон, пульттарға барып төртөлә...
Тырыш егеткә колледж директоры Азат Ғәйнетдин улы Ҡамбулатов һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша. Күреү һәләттәре сикләнгән студенттарҙы уҡытыу буйынса тәжрибәһе булған уҡыу йорттары менән бәйләнеш булдырып, уҡыу өсөн кәрәк-яраҡ әсбаптар алдырыша, ижад менән шөғөлләнгәнен белгәнлектән, дөйөм ятаҡта ял бүлмәһенә яҡыныраҡ ерҙән бүлмә бирҙертә. Курсташтары ла Азат өсөн өҙөлөп тора. Уны дәрестәргә етәкләп алып йөрөйҙәр, бүлмәһен тәртиптә тотошорға ярҙам итәләр. Бигерәк тә эргәһенән китмәй ҡарашып йөрөгән Илһам Мөхәмәтшинға рәхмәтле Азат. Их, берәй заманса аҡыллы навигатор алып биргәндә, тигән уй килә ҡапыл башына...
Колледжда көслө уҡытыусыларға эләгеүенә ҡыуанып бөтә алмай Азат. Дилбәр Бәхтизина, Гөлсинә Ҡудашева, Динар Ыласынов, Нурғәле Кәйекбирҙин кеүек үҙ эштәрен яратҡан, студенттарға юғары талаптар ҡуйып, ысын белгес итеп сығарған уҡытыусылар республикабыҙға бик күп сәнғәт әһелдәре, йырсылар бүләк иткән.
Азат Исҡужиндың ижады сағыу, күп яҡлы. Ул башҡорт халыҡ йырҙарын да, заманса эстрада көйҙәрен дә яратып башҡара. Сер итеп кенә әйтәм: әлеге мәлдә рок, диско, хатта регги стилендәге яңы йырҙарын сығарырға әҙерләп йөрөй. Шулай уҡ етди әҫәрҙәргә лә мөрәжәғәт итә башланы. Үҙе яҙған ҙур ғына күләмле симфонияһының өҙөктәрен дә тыңларға яҙҙы миңә. Азаттың нисек бирелеп, бөтә донъяһын онотоп, әҫәрләнеп уйнауын күргән кеше генә аңлар мөмкинлегенең сикһеҙ икәнлеген. Билдәле композитор, музыка белгесе Ләйлә Заһир ҡыҙы Исмәғилева ла бик юғары баһа бирә Азаттың ижадына. Ул жюри етәксеһе булған Мәләүез ҡалаһында үҙешмәкәр композиторҙар араһында үткәрелгән төбәк-ара конкурста лауреат була Азат.
2017 йылда Сибай ҡалаһында беренсе тапҡыр ғына Юлай Моратовтың яҡты иҫтәлегенә бағышлап үткәрелгән һәүәҫкәр композиторҙар бәйгеһендә лә икенсе урынды яуланы А.Исҡужин. Композитор булараҡ, үҙенең ижадына ла юғары талаптар ҡуя ул. Һуңғы ваҡытта эстрадала үрсеп киткән өс аккордтан ғына торған көйҙәргә ихтыяж ҙур булһа ла, күңел торошона тура килгән йырҙар ғына ижад итә. Ижадташ дуҫтары ла һыналған. Фирүзә Абдуллина, Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина, Мотал Рәмов, Гөлнур Ҡыуатова, Гөлнара Хәлфетдинова, Рәзилә Ырыҫҡужина кеүек маһирҙарҙың ижадынан эҙләй кәрәк һүҙҙәрҙе. Уның йырҙарын Фәнис Сирбаев, Миңзифа Исҡужина һәм Артур Туҡтағолов, Гөлфиә Хәләфетдинова, Динә Аҡназарова, Хәлиҙә Ҡолшәрипова, Иҙел Манишев, Динислам Сафин, Илһам Мөхәммәтов, «Тархан» төркөмдәре башҡара.
Ҡыҙҙарға, өйләнеүгә ҡарашы һәм киләсәккә пландары тураһындағы һорауыма ошондайыраҡ яуап ишеттем:
– Минең өсөн ҡыҙҙарҙың тышҡы матурлығы мөһим түгел. Күберәк эске матурлығы, күңел таҙалығы менән йәлеп итер иғтибарымды буласаҡ йәрем. Пландарым Наполеондыҡынан кәм түгел. Иң беренсе нәүбәттә, яҡшы билдәләр менән уҡыуымды тамамларға, диплом алырға кәрәк. Унан һуң эшкә урынлашыуҙы хәстәрләргә, ситтән тороп уҡырға инергә һәм, әлбиттә, үҙ көнөмдө үҙем күреп йәшәй башларға кәрәк буласаҡ, Алла бирһә.
Бына ошондай ҙур пландар, аҡ өмөттәр менән йәшәп ята Азат Исҡужин. Һинең кеүек егеттең ҡулынан килмәҫ эш юҡтыр ул донъяла, аҡ юл һиңә, Азат ҡустым!
«Ағай, машинаңды туҡтат әле,
Фото төшәйексе ошонда.
Их, матур бит! Инде күп ҡалманы,
Өлгөрөрбөҙ әле, бошонма!»
Аптыраштан, ҡапыл шаңҡып ҡалдым,
Ә мин матурлыҡты күрмәнем!
Күңел күҙе үткерерәк икән:
Һиҙә ағас япраҡ үргәнен,
Йәшел үләндәрҙең моронлауын,
Умырзая сәскә атыуын,
Тәбиғәттең инде уяныуын,
Һуңлап ҡына ҡояш батыуын...
Мин үҙемде хисле кеше тиһәм,
Күңел күҙе үткерерәк икән!
Насип ҺАҠМАРОВ, Рифат ЙӘМЛИХИН әҙерләне
Читайте нас в