Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Хәлиҙәр улы ЯРУЛЛИНДЫ популяр йырсы, легендар «Каруанһарай» төркөмөнөң солисы итеп белә тамашасы, уның ижадын яратыусылар. 2019 йылда күптәрҙең яратҡан йырсыһы, республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы – «Башҡортостан» дәүләт концерт залына етәксе итеп тәғәйенләнгәс, «Шундай һәләтле, рухлы йырсыбыҙҙы юғалтабыҙ түгелме һуң?» – тип аптырап ҡалыусылар ҙа булды. Ошо һорауға яуап эҙләп, тамашасының шик-шөбһәһен таратыу өсөн Вилдан Яруллиндың үҙенә мөрәжәт итергә булдыҡ.
– Вилдан Хәлиҙәр улы, журнал уҡыусыларға ҡыҙыҡлы мәғлүмәт булыр. Һеҙ ҡайҙа, ниндәй ғаиләлә тыуып үҫтегеҙ? Туғандарығыҙ араһынан сәнғәт юлын һайлаусылар булдымы? Ата-әсәйегеҙ иҫән-һаумы?
– Йәмле, хозур тәбиғәтле Учалы районының Мулдаҡай ауылында тыуып-үҫтем. Атайым Хәлиҙәр Лоҡман улы урман хужалығында эшләне, әсәйем Ғәйшә Хәжимөхәмәт ҡыҙы мәктәптә эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Тырыш, эшсән ата-әсәйебеҙ һигеҙ балаға ғүмер бүләк иткәндәр, мин ғаиләлә – алтынсы. Ағайҙарымдың өсөһө лә гармунда уйнай ине. Бер-береһенән күреп, кем уҙарҙан уйнарға өйрәнделәр. Ауыл клубында бер-бер артлы гармунда уйнап, йәштәрҙе бейеттеләр, ҡунаҡтарҙа уйнайҙар ине. Мин нишләптер гармунда уйнарға өйрәнмәнем. Әллә өйрәтмәнеләр микән, тип уйлап ҡуям. Атайым моңло ғына итеп йырлай торғайны, әсәйем мандолинала уйнаны, бармаҡтарына уймаҡ кейеп, биҙрә сиртә ине. Бер туған һеңлем Учалы музыка училищеһында бейеү буйынса уҡыны. Элек ауылда ғаиләләр менән сығыш яһай торғайнылар, бәйгеләр ойошторола ине. Үҙебеҙҙең Мулдаҡай ауылы берәмегенә ингән Илсеғол совхозында үткәрелгән бәйгелә бөтә ғаиләбеҙ менән сығыш яһап, беренсе урынды алғайныҡ. Бәләкәй саҡтан сәнғәткә ылығып үҫкәс, мәктәпте тамамлау менән Учалы ҡалаһындағы музыка мәктәбендә белем ала башланым. Бер йыл уҡығас, армия сафтарына алдылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым вафат булып ҡалды. Әсәйем, Аллаға шөкөр, иҫән-һау. Былтыр 85 йәшен ҙурлап үткәрҙек.
– Белеүебеҙсә, 1989 йылда легендар «Каруанһарай» төркөмө ойошторолдо бит инде. Һеҙҙе төркөмдө ойоштороусыларҙың береһе итеп беләбеҙ. Ошо хаҡта һөйләп китһәгеҙ ине, Вилдан Хәлиҙәр улы.
– Армиянан ҡайтҡас, 1988 йылда, Өфө сәнғәт институтына имтихандар тапшырырға килдем. Шул ваҡытта мин Артур Туҡтағолов менән таныштым. Ул да армия сафтарынан ҡайтҡан да, һынау тоторға килгән. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, институтҡа уҡырға индек. Артурҙың да төркөм төҙөргә тигән хыялы булған. Бәләкәй генә төркөм ойоштороп, гастролдәргә сығып киттек. Артурҙың тыуған яғы – Ырымбур яҡтарында, Хәйбулла районында булдыҡ. Йәй буйы шулай йөрөнөк. Бер саҡ Артур: «Минең дуҫ егет Әмир Тойғонов армияла контракт буйынса ҡалды. Ул – музыкант, саксофонда уйнай, әйҙә, уны ла төркөмгә саҡырайыҡ», – ти. Беҙ ул саҡта Артур менән бер бүлмәлә йәшәй инек, шулай һөйләштек тә, ул Әмиргә хат яҙып та ебәрҙе. Әмир тиҙ арала контрактын өҙөп, Өфөгә килеп, институттың режиссер бүлегенә уҡырға инде.
Беҙҙән өлкәнерәк курста уҡыған Рәсүл Ҡарабулатов, Мәхмүт Нәҙершин менән танышып, бер төркөм булып ойошоп, репетициялар эшләй башланыҡ. Төркөмдөң исеме юҡ ине ул ваҡытта. Институттың композиторҙар бүлегендә Учалы районынан Рәмил Ғимранов уҡый ине. Бер ваҡыт репетиция ваҡытында ул килеп инде лә: «Каруанһарай» тип ҡушығыҙ төркөмгә», – тине. Беҙгә лә был исем оҡшап ҡалды. Шулай итеп, «Каруанһарай» төркөмө барлыҡҡа килде. Беренсе концертыбыҙ институттың ҙур залында, 1990 йылдың 6 мартында булды.
– Быйыл «Каруанһарай»ҙың 30 йыллыҡ юбилейы, тимәк.
– Эйе. Өлгөрә алмағанлыҡтан, тулайым концертыбыҙҙы тере музыка ҡоралдары, тере тауыштар менән быйыл көҙгә – октябрь айының 24-нә күсерҙек. Алла бирһә, «Каруанһарай»ҙың юбилей концерты «Башҡортостан» дәүләт концерт залында гөрләп үтәсәк.
– Тамашасыны ниндәй программа көтә ул концертта?
– Хитҡа әйләнгән йырҙарыбыҙҙы, шулай уҡ яңы йырҙар ишетер тамашасы. 30 йыл ваҡыт эсендә төркөмдә эшләп киткән, «Каруанһарай»ҙа ҡанат нығытып, үҙ юлдарын тапҡан артистар ҙа күп булды. Концертта сығыш яһарға уларҙы ла саҡырырға ниәтләп торабыҙ. Әлеге көндә репетициялар бара.
– Ошо 30 йыл ваҡыт дәүерендә төркөм ағзалары алмашынманымы?
– Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, килеп-китеүселәр күп булды. Үҙгәрештәр ҙә урап үтмәне. Ләкин биш егет һаман ҡалды һәм ҡала. «Каруанһарай»ҙың йәш составы» тип тә ҡаранылар. Әммә ләкин мин быға баштан уҡ риза булманым. Нисек инде төркөмдөң йәш составы булырға мөмкин? Уны халыҡ та ҡабул итмәне. Данлыҡлы «Ялла» төркөмөнөң дә йәш составы юҡ бит.
– «Башҡортостан» дәүләт концерт залына етәксе булып килгәс, «Каруанһарай»ҙан китергә тура килмәнеме һеҙгә? Талантлы йырсыны юғалтманымы халҡыбыҙ?
– Юҡ, Аллаға шөкөр, ижадҡа ла ваҡыт ҡала. Ваҡытҡа ҡарап, мөмкинлектәр табып, ял көндәренә тура килтереп йөрөргә тырышам. Мин 30 йыл инде төркөмдә, китмәнем бер ҡайҙа ла. «Каруанһарай» тарҡалған икән», – тип тә һөйләүселәр булды. Бөгөнгө көндә һәр беребеҙҙең үҙ эше булһа ла, төркөм тарҡалманы. Бына әле алда ҙур гастролдәр тора. Республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарына сығырға йыйынабыҙ.
– Вилдан Хәлиҙәр улы, нимә ул һеҙҙең өсөн – «Каруанһарай»? Ниндәй маҡсат менән ойошторолдо ҙур уңыштарға өлгәшкән был төркөм?
– «Каруанһарай» – минең йәшәйешем, яҙмышым, тип әйтер инем. Бына ошо биш егет – Артур, Рәсүл, Мәхмүт, Әмир һәм мин – беҙ бер туғандар һымаҡ, ҙур ғаилә ағзалары кеүек, аралашып йәшәйбеҙ. Ҡайғыларҙы ла, шатлыҡтарҙы ла бергә кисерәбеҙ. Кемдең тыуған яғына бармайыҡ, туғандарыбыҙға ҡайтҡан кеүек хис итәбеҙ үҙебеҙҙе.
Сәнғәттә бит инде шулай – күтәрелеүҙәр ҙә, кире төшөүҙәр ҙә була. Әммә ниндәй генә үҙгәрештәр, һынылыштар булмаһын – беҙ төркөмдә ҡала алдыҡ.
Төркөмдөң маҡсаты – Тыуған илгә, туған телгә, милләткә һөйөү тәрбиәләү, йәштәр менән эшләү. Репертуарҙа бик күп патриотик йырҙар тупланған: «Салауат», «Уйна, ҡурай!», «Ел, ерәнем», «Сыңрау торна» һәм башҡалар. Күп ғаиләләрҙә туған телдәрендә һөйләшмәйҙәр – шул үҙәкте өҙә, йәнде әрнетә. Өфөлә йәшәгән чечен, әзербайджан, әрмән ғаиләләре менән күптән дуҫтарса аралашабыҙ, мин ошо милләт халҡына аҡ көнләшеү менән ҡарайым. Улар үҙ илдәренән күптән сығып киткәндәр, Өфөлә тупланып балалары тыуған. Әммә ләкин улар телдәрен дә, ғөрөф-ғәҙәттәрен дә һаҡлап ҡала алған. Уларҙа ололарға ихтирам ярылып ята. Беҙҙең халыҡҡа ул аңды нисек еткерергә инде?
– Ә һеҙҙең балаларығыҙ туған телдәрендә һөйләшәме?
– Әлбиттә! Башҡаса булыуы мөмкин түгел. Күптәр: «Балалар баҡсаһында, мәктәптә урыҫса уҡыталар, шуға балам телде белмәй», – тип һылтау таба. Тел өйрәнгәндә ғаиләнән дә көслөрәк йоғонто юҡ балаға. Һәр ваҡыт: «Ғаиләгеҙҙә туған телдә һөйләшегеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе юғалтмағыҙ, балаларға күрһәтегеҙ», – тип әйтеп йөрөйбөҙ.
– Ҡыйынлыҡтарҙы төркөм менән йырып сығыуы еңелерәктер?
– Юҡ, мин улай уйламайым. Төркөмгә еңел түгел, айырым йырсыға күпкә еңелерәк.
– Костюмдарығыҙҙы кем тегә, тип һорамай булдыра алмайбыҙ. Бигерәк матур бит сәхнә кейемдәрегеҙ.
– Өфөләге Карл Маркс урамында хореография йәмғиәте бар. Күптән инде шунда тектерәбеҙ. Костюмдарҙың биҙәлешен үҙебеҙ һайлайбыҙ. Яңыраҡ ҡына һәр беребеҙҙең ырыу тамғаһы менән еләндәр тектерҙек.
– Республикабыҙҙың исемен, атамаһын йөрөткән, ҡалабыҙҙың йөҙөк ҡашы – «Башҡортостан» дәүләт концерт залына эшкә килгәс, фекерҙәштәр, йәғни, команда төҙөй алдығыҙмы?
– Күп йылдар ошо коллективта эшләгән кешеләргә таянып эш итәм. Үҙгәрештәр ҙә булды, әлбиттә – унһыҙ булмай. Беҙҙең тормош бит алға бара, бер урында ғына тормай. Хаҡлы ялға киткәндәргә алмашҡа һәләтле йәштәр килергә тейеш. Беренсе урынбаҫарым – Роберт Радамир улы Абдуллин коллективҡа минең менән бер ваҡыттараҡ килде. Ижади проекттар менән Әлфиә Барый ҡыҙы Ғимаҙиева шөғөлләнә. Коллективтарҙың художество етәксеһе – Владимир Ильич Стаханов күп йылдар эшләй коллективта. Барлыҡ килешеүҙәр маркетинг бүлеге аша үтә, был бүлекте Зарема Фәнил ҡыҙы Уразмәтова етәкләй. Бөгөнгө көндә Инера Сабирйән ҡыҙы Яппарова баш бухгалтер вазифаһын башҡара. Коллективта 155 кеше. 14 ижади коллектив ине, мин килгәс, 15 булды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына торған этно-төркөм барлыҡҡа килде, исеме әлегә юҡ. Уны ҡурайсы Земфира Рәшитова етәкләй.
Әлеге көндә «Башҡортостан» концерт залында вокал, бейеүҙе үҙ иткән 4 йәштән алып өлкән быуынға тиклем 2000-ләп кеше шөғөлләнә. Спорт менән шөғөлләнергә лә мөмкинлектәр бар.
– Коллективтарҙың иң-иңдәрен атап китһәгеҙ ине.
– Һәр коллектив хаҡында күп итеп һөйләргә булыр ине. «Ятаған» этно-төркөмө, «Ренессанс» халыҡ бейеүҙәре театры, «Диво» экзотик бейеүҙәр студияһы, «Премьер» егеттәре, «Вираж» халыҡ бал бейеүҙәре ансамбле, Петр Шеин ваҡытында барлыҡҡа килгән театр уңышлы эшләп килә.
– Ниндәй ҡаҙаныштар бар эшегеҙҙә?
– Үткән йылдың аҙағында күп кенә уңыштарға ирештек, тип әйтер инем. Виртуаль зал барлыҡҡа килде. Ремонт эштәре булды. Ҙур залда ла, тауыш операторҙары бүлмәһендә лә заманса талаптарға тура килтереп, райдер пультын алыштырҙыҡ. Сөнки Мәскәүҙән, сит илдәрҙән килгән коллективтар райдер пульты кәрәк, тиҙәр.
– Ошондай ҙур коллективҡа етәксе булып килгәндәге уй-хыялдар, пландар тормошҡа ашып барамы?
– Пландар яйлап ҡына тормошҡа ашып бара, тип әйтергә була. Мәскәүҙең Кремль һарайында «Беҙ – Башҡортостандан» тигән ҙур проектта ҡатнашҡайным. Кремль һарайы бик ҙур, мөһабәт бина. Грим бүлмәләре лә статусҡа тура килә, бөтә ерҙә лә бөхтәлек, матурлыҡ. Мин шунда ныҡ тәьҫирләнеп, иҫем китеп ҡайттым. Кремль һарайы тиһәк – Мәскәү күҙ алдына килә, «Башҡортостан» концерт залы тиһәк – Өфөбөҙҙө күҙ алдына килтерәбеҙ. Шуның өсөн был бина бөтә стандарттарға ла тап килергә тейеш. Беҙ бөгөнгө көндә шуның өҫтөндә эшләйбеҙ, шул юҫыҡта күп кенә эштәр башҡарабыҙ.
– Сер булмаһа, тағын ниндәй уй-хыялдарығыҙ бар?
– Бөгөнгө көндәге хыял – бинаның өҫкө ҡатын йәйгеһен амфитеатр кеүегерәк итеп эшләргә уйлағайныҡ. Ләкин архитектор Павел Мазиндың вариҫтары рөхсәт бирмәне (мәрхүм архитекторҙың шундай талабы булған – уларҙың рөхсәтенән башҡа бер нимә лә төҙөргә ярамай тигән). Улын саҡырып, кәңәшләшеп, бинаның түбәһе түҙмәйәсәк, тигән һығымта яһаныҡ. Шуның өсөн Крупская урамы яғына «Башҡортостан» концерт залын киңәйтергә, тигән тәҡдим менән республика башлығына мөрәжәғәт итергә уйлайбыҙ. Крупская урамы яғына киңәйтһәк, икенсе яғында өфөлөләргә ял итер урыны булыр ине, тибеҙ. Был урамда тығындар ҙа бөтөр, машина ҡуйырға урындар ҙа барлыҡҡа килер ине. Бина ҙурайғас, өҫтәмә репетиция залдары булыр, кафе, ресторан асырға ла мөмкинлек тыуыр ине. Ошо хыял менән янып йөрөйбөҙ. Әлбиттә, ҙур сығымдар талап итәсәк был эш.
– Владимир Спиваковтың фонды ла һеҙҙең бинала икән.
– Эйе, күренекле дирижер, танылған скрипкасы, педагог Владимир Теодорович Спиваков йыл һайын үҙенең симфоник оркестры менән мотлаҡ беҙҙең залда сығыш яһарға килә. Күренекле яҡташыбыҙҙың был эше ҙур ихтирамға, ҙур иғтибарға лайыҡ. Йәш быуын вәкилдәре йәлеп ителә, сәнғәт училищеһынан, институтынан киләләр, бөйөк педагог оҫталыҡ дәрестәре бирә. Владимир Теодорович менән яҡындан аралашҡас, шуны аңланым: йәш таланттар үҫтереүҙә үҙенә илһам бирәлер был саралар. Быйыл сентябрь айында өс көн буйы барасаҡ фестивалдә уны тағы ла көтәбеҙ. Тамаша залы һәр саҡ туп-тулы була, тамашасы уны бик теләп көтөп ала.
– Вилдан Хәлиҙәр улы, балаларығыҙ сәнғәт юлынан китмәнеме?
– Юҡ, мин быны теләмәнем. Сәнғәт юлы бик ҡатмарлы ул, уның өсөн психик яҡтан да, физик яҡтан да ныҡлы булырға тейешһең. Сәнғәт кешеһе бөтә нимәне йөрәгенә яҡын алып, ауыр һүҙгә лә үпкәләп бара. Шуның өсөн икенсе юлды һайлағыҙ, тинем. Улым Фәнәзил – авиация университетын, ҡыҙым Айгизә БДУ-ның психология факультетын тамамланы.
– Интернет селтәрендә һеҙҙең бер ҡыҙ бала менән йырлаған видеояҙмағыҙға әленән-әле юлығабыҙ.
– Ейәнсәрем Йәсминә, улымдың ҡыҙы менән өләсәһенең юбилейында йырлағайныҡ. Уға алты йәш. Йырларға бик ярата.
– Хәҙерге эстрадаға, йыр сәнғәтендә йәштәрҙең ижадына һеҙҙең ҡараш ниндәй?
– Һуңғы йылдарҙа йырсы Радик Юлъяҡшин популярлыҡ яулай бит инде. Уға оҡшатырға теләп йырлаусылар күбәйҙе. Бер яҡтан ҡарағанда, бәлки насар күренеш тә түгелдер бындай ынтылыш. Әммә шуны онотмаһындар ине йәштәребеҙ: һәр йырсының үҙ юлы, үҙ йөҙө булырға тейеш. Бер нисә йыл элек Ҡаҙағстанда «Ебәк юл» тип аталған халыҡ-ара телевизион конкурс булды. Башҡортостандан Ян Лира ҡатнашты. Жюри ағзаһы булараҡ, миңә өс ай шунда йәшәргә тура килде. Был бик ҙур проект ине, уны үткәреү өсөн президент Назарбаев ике миллион доллар аҡса бүлгән. Күләмле саралар ҡуйыусы профессионалдар командаһы Украинанан килгәйне. Бөтә яҡлап та бик матур, иҫтә ҡалырлыҡ сара булды. Шуныһы ғәжәп – ҡаҙаҡтарҙа төрлө йүнәлештәр күп. Бына уларҙан үрнәк алырға кәрәк был йәһәттән. Тел яғынан да Ҡаҙағстанда матур күренеш күҙәтелә – иң тәүҙә улар ҡаҙаҡса өндәшә. «Аңламайым», – тиһәң инде, руссаға күсәләр. Конкурстың да талабы буйынса бәйгелә ҡатнашыусы ҡаҙаҡса йырларға тейеш ине. Конкурс тамамланғас, гала-концертта Нурсолтан Назарбаевтың һүҙҙәренә яҙылған гимнды йырланыҡ.
Йәш эстрада йырсыларына әйтер һүҙем – күберәк конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашығыҙ, тәжрибә туплағыҙ, репертуарығыҙҙы байытығыҙ һәм үҙегеҙҙең юлығыҙҙы, үҙегеҙҙең йөҙөгөҙҙө табығыҙ.
– Һеҙ үҙегеҙ йәш таланттарға ярҙам итәһегеҙме?
– Эйе, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Әйткәндәй, «Башҡортостан» концерт залының өсөнсө ҡатында заман талаптарына тура килгән ҡоролмалар менән йыһазландырылған тауыш яҙҙырыу, аранжировка эшләү буйынса «Каруанһарай» исемле студиябыҙ эшләп килә. Был студия байтаҡ йылдар элек булдырылды. Профессионалдар һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Беҙҙә үҙ һөнәренең оҫталары композитор, музыкант Урал Иҙелбаев, Айрат Нәбиев эшләй. Йәштәрҙе үҙебеҙ менән гастролдәрҙә йөрөтөп, ҡанаттарын нығытырға ярҙам итәбеҙ. Ояһынан осоп сыҡҡан ҡоштар кеүек, улар артабан үҙҙәренең юлдары менән китә. Шундайҙарҙан Йәмил Баймырҙинды, Рәил Өмөтбаевты әйтергә була.
Әңгәмәне тамамлап, «Тик алға!» тип әйтке килә. Ғөмүмән, «Башҡортостан, Алға!» Ҡайһы тармаҡты алып ҡарама, беҙ беренселәрҙән булырға тейешбеҙ!
– Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың һүҙҙәре иҫкә төштө.
– Әйткәндәй, «Берҙәм Рәсәй» партияһының съезы ваҡытында Радий Фәрит улы минең тыуған яҡҡа – Учалы районына килгәйне. Мулдаҡай ауылының мәктәбендә, клубында булып, халыҡ менән аралашты, ниндәй проблемалар барлығын күрҙе. Республика етәкселеге беҙҙең яҡтарҙа күптәнән булғаны юҡ ине. Радий Фәрит улы халыҡтан: «Һеҙгә тәү сиратта юл кәрәкме, әллә газмы?» – тип һораны. Сөнки икеһен дә бер юлы эшләү ҙур сығымдар талап итә. Ауыл халҡы: «Беренсе сиратта беҙгә юл кәрәк», – тигәс, 2019 йылдың көҙөндә юл төҙөкләндереү башланды. Алла бирһә, тиҙҙән Мулдаҡай ауылы халҡы ла асфальтлы юл күрәсәк, тип шатланам.
– Вилдан Хәлиҙәр улы, һеҙҙең эшегеҙҙә, ижадығыҙҙа ҙур уңыштар теләйбеҙ. Уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Рената ХӘБИРОВА, Рифат ЙӘМЛИХИН