+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
22 Апрель 2020, 00:45

Үҙизоляцияла Милли йәштәр театры актеры Илсур Хәбиров нимә менән мәшғүл?

Үҙизоляцияла үҙҙәренә ниндәй шөғөл табып, нисек көн үткәрәләр икән, тигән һорау менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илсур Сәғит улы Хәбировҡа мөрәжәғәт иттек.
- Илсур Сәғит улы, ни эштәр менән мәшғүлһегеҙ әлеге көндә?
- Тәүге көндәрҙә, әлбиттә, бик ҡыйын булды. Эшкә барырға кәрәк бит, тип, автоматик рәүештә әҙерләнә башлайһың да, иҫкә килеп төшә. Аҙыраҡ күнегелгәс был хәлгә, элек ҡул етмәйерәк торған өй эштәрен дә башҡарып сыҡҡас, тағын аптырауға ҡалынды. Инде хәҙер көйәләнеп, күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт та юҡ, тип әйтергә була. Бала саҡтан китап уҡырға яраттым. Һуңғы йылдарҙа уҡырға планлаштырған китаптарға сират етте. Гел генә телевизор алдында ятып, йә интернетта бер туҡтауһыҙ соҡоноп ултырып булмай бит инде.
Иҫтәлектәр ҙә яҙа башланым әле. Милли йәштәр театры асылған көндән башлап шунда эшләгәс, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәрҙе теркәп бара башланым. Бәлки, киләсәктә китап сығарырға тура килер.
Техник саралар ярҙамында туғандарым, дуҫтарым менән аралашып торам. Был кесаҙнала тура эфирҙан сығыш яһарға әҙерләнәбеҙ коллегалар менән.
- Физик яҡтан үҙегеҙҙе нисек ҡарайһығыҙ?
- Балконды асып ҡуйып, ярты сәғәт тирәһе физик күнекмәләр эшләйем көн дә. Сүп ташларға сыҡҡанда, өй тирәләй йөрөштөрөп алабыҙ ҡатыным менән. Республика башлығы баҡсаларға барырға рөхсәт иткәс, ауылыма ҡайтып, рәхәтләнеп мунса инеп килдем.
- Үҙизоляцияла ашау тәртибе, рацион үҙгәрҙеме?
- Эйе, физик әүҙемлек әҙерәк булғас, йәшелсә-емешкә, еңел аштарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Ҡабаҡтан бешерелгән рагу, бутҡаны бигерәк яратам.
- Үҙизоляция бөтөп, элекке тормошҡа әйләнеп ҡайтҡас, икенсе төрлөрәк йәшәргә кәрәк, тигән уйҙар килмәйме?
- Әлбиттә, килә ундай уйҙар. Ҡәҙерен белмәгәнбеҙ икән ябай ғына төшөнсәләрҙең. Хәҙер бит кеше менән күрешеп тә булмай, магазинға керһәң, берәй кеше йүткереп-сөскөрөп ҡуймаһын миңә ҡарап, тип уйлайһың, өйҙән саҡ ҡына йыраҡлашһаң, алан-йолан ҡаранаһың, бур кеше кеүек. Бер нимәнән ҡурҡмай, күкрәк тултырып һауа һулап, бирсәткә кеймәй генә дуҫтарҙың, туғандарҙың ҡулын ҡыҫҡы килә. Эшкә барыу үҙе бер бәхет, бер шатлыҡ икән ул. Күптәр шуны аңлағандыр, тип уйлайым. Төшөнкөлөккә бирелмәйек, дуҫтар. Уҡығыҙ, ғаиләгеҙ менән аралашығыҙ, яратҡан фильмдарығыҙҙы ҡарағыҙ. Йырҙа йырланғанса, башҡа килгән ҡайғы, ҡайғымы ни, илгә ҡайғы килмәһен, тип әйтергә генә ҡала. Ошо ауырлыҡтарҙы йырып сығырға Хоҙай ярҙамынан ҡалдырмаһын. Сәләмәт булайыҡ!
Рената ЮЛУБАЕВА яҙып алды
Читайте нас: