+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
22 Апрель 2020, 12:55

“ЕР ҘӘ БЕҘҘӘН ЯЛ ИТЕР!”

"ЕР ҘӘ БЕҘҘӘН ЯЛ ИТЕР!"
Танылған йырсы, композитор, шағирә һәм оҫта рәссам Флёра Шәрипова:
"ЕР ҘӘ БЕҘҘӘН ЯЛ ИТЕР!”
Хәсрәт башта, донъя шашты,
Эпидемия бөгөн:
Әллә вирус короналы,
Әллә корона вируслы –
Аңлап бөтөрлөк түгел.
Ерҙе бураныҡ, тырнаныҡ –
Үҙәгенә үткәндер,
Бәлки, шуға ер-әсәйҙең
Ял иткеһе киләлер.
Бераҙ тынып, өйҙә тороп,
Тауыш-ғауға ҡутармай,
Өйҙә генә торайыҡсы,
Тәбиғәтте бутамай.
Ғаиләлә, бергә-бергә
Тороу – булыр файҙалы.
Мөнәсәбәт яңыртырға
Был – бик яҡшы саралыр!
Йылы хистәр уянырҙар,
Ығы-зығылар бөтөр,
Беҙ ҙә бер аҙ ял итербеҙ,
Ер ҙә беҙҙән ял итер!
ЯҠТЫ УЙҘАР
“Кәйеф төштө”, “Күңелдә шом” –
Өмөтһөҙ һоро һүҙҙәр.
Көсһөҙ йәндәр был һүҙҙәрҙән
Үҙенә аҡлау эҙләр.
Күңел төшөнкөлөгө, ти...
Төшөрмә һуң, төшмәһен!
Йылмайып баҡһаң донъяға –
Зар һыуҙарын эсмәҫһең.
Үҙең хәсрәт тултырмаһаң –
Йәнгә ҡара күсмәй ул.
Яҡты уйҙан тамыр кәрәк,
Насар уйҙан үҫмәй ул!
ЯҘҒАНЫ ҠАЛҒАН
Бала сағым, йүгерек ҡолон кеүек,
Һикергеләп ҡалды үҙәндә.
Хәҙер инде ҡолон булып булмаҫ,
Үткәндәрҙе кире һүткәндә.
Иркәләнеп уйнап сабыу бөттө,
Һалмаҡ ҡына киләм юлымдан,
Тормош йөгөн тартыу ғына түгел,
Этәреү ҙә килә ҡулымдан.
Ашығыуҙар илтә ялғыштарға,..
Ашыҡмайым... Юлдар үлсәнгән...
Ташты ватып килә тормош-арбам,
Тәгәрмәстәр әле күсәрҙә.
Ниәт иткән – мораҙына еткән,
Ауырлыҡтан кемдәр арымай?
Боҙҙа янып, утта туңдым, ләкин
Барам әле һаман, абынмай.
Ғаләм өсөн мин бер туҙан ғына...
Күрер күҙгә, эшем күренмәй.
Йөгөм һөйрәп киләм һалмак ҡына,
Хис түгелә, йәштәр түгелмәй.
Ашыҡмаҫҡа, аҙашмаҫҡа ине,
Былай ҙа бит юлдар сыуалған...
Ҡыуалама, яҙмыш, атлайымсы,
Тик туктатма ... Яҙғаны ҡалған...
ТЫУҒАН ЯККА
Тыуған якка яҙ ҡайтҡандыр инде,
Тау баштарын елдәр үбәлер,
Иңдәренән һыйпап урманымды,
Йәшел ебәктәргә төрәлер...
Умырзая өшөп, илай микән,
Һин ниңә, тип, быйыл ҡайтманың?
Урап ҡайтыр инем йүгереп кенә,
Тәбиғәттең юҡ шул сайттары...
Аяҡ менән йөрөмәйбеҙ хәҙер,
Тышҡа сығыу беҙгә тыйылған..
Тыуған яҡты йәнем менән ҡосоп,
Урайым тик бары уйымда...
***
Әллә ерем шулай ауыр һулай?
Әллә яҙҙар шулай һалҡынмы?
Беҙ еткерҙек уны ошо көнгә,
Алтын менән бутап ялҡынды.
Гөрләүектәр йәштәр булып аға,
Күккә баға, илап, күләүек...
Тәбиғәтте ҡыйырһытты кеше,
Ә ғаләмдә бар ҙа түләүле!
Ҡыш менән ер ҡосаҡлашып илай,
Яҙға сират килеп етәлмәй....
Хәҫрәтенән ҡара көйгән ғаләм
Ҡар һыуығын ерҙән ебәрмәй.
ЯҘ БАРЫБЕР КИЛӘ!
Нисек кенә ҡарышмаһын был ҡыш,
Ҡыйыуһыҙ тик яҙ барыбер килә.
Тәҙ(е)рәгә шаҡый ҙа, йылмайып,
Көлә-көлә нурын өйгә һибә.
Йоҡлап ятҡан ерҙе уята ла,
Ағастарға йәшел наҙҙар элә.
Сылтыр-сылтыр шишмәләрҙә көлөп,
Саҡыра ла – кейек ҡаҙҙар килә.
Тал-ҡайынға алҡа элә, биҙәп,
Еле мелән үләндәрҙе тарай.
Керпек ҡағып, ерҙән күҙен асҡан
Умырзая күҙҙәренә ҡарай.
Йән иретер йылылығы менән
Наҙға төрә, һөйөүҙәргә күмә.
Нисек кенә уҫаллашмаһын ҡыш,
Яҙ килә ул! Яҙ барыбер килә!
ЙӘШӘЙЕК
И, Хоҙайым, күңел күҙе булһын,
Иман булһын ине йәндәрҙә.
Яҙмыш юлын дөрөҫ күрһәтергә
Фәрештәләр килһен ярҙамға.
Был тормоштоң яуыз ауы ғына
Төшенкөлөктәргә төрмәһен.
Көс һәм ҡеүәт ташлап киткәндә лә,
Өмөт беҙҙе ташлай күрмәһен.
Урап үтеп булмаҫ үлемдәрҙе,
Бер һүндерер Хоҙай күмерҙе...
Асыҡ күңел, яҡты хистәр менән
Йәшәйексе биргән ғүмерҙе.
ЯҘ
Шаян елдәр тейеп киткәнгәме,
Яҙ ҡулынан һыуҙар түгелә:
Гөрләүектәр булып ағыла ул,
Ямғыр булып ерҙән йүгерә.
Елдәр бейей, улар көлә-көлә,
Тау итәген барлап уҙалар.
Йәнләнә һыу: хәбәр һөйләй-һөйләй,
Төрткөләшеп, боҙҙар ҡуҙғала.
Кирелеп, ҡышкы йоҡоһонан
Яр асыла йылға буйынан.
Бөрө менән керпектәрен ҡағып,
Урман буйы наҙға ҡойона.
Ебәктәрен алып йәшеллектең
Нәфис шәлгә ерем күмелә.
“Йөрәгеңде уят! Яҙ килә!” - тип,
Умырзая сиртә күңелгә.
БАРЫҺЫ ЛА ЯҠШЫ БУЛЫР
Уралғанда хәүеф-буран
Кешеләргә ҡарап торам:
Хафа-бәләләрҙән түгел,
Һалҡын һүҙҙән йәндәр туңа.
Шик-ят һүҙҙе ситкә атып,
Изгелеккә урап өндө,
Төрәйек йәнде яҡтыға,
Именлеккә юрап көндө!
Һәр уй, һәр һүҙ, һәр бер теләк,
Йәшәйештең яҡты нуры.
Нурлы булһа беҙҙең йәндәр –
Барыһы ла яҡшы булыр!
Флёра Шәрипова
Читайте нас: