+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
4 Апрель 2020, 09:30

Халыҡ артисткаһына – 75!

4 апрелдә Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Хисамова 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй
Тәнзилә Динислам ҡыҙы Хисамова Ишембай районы Хажы (паспорты буйынса – Һайран) ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланған йылды тыуған Тәнзилә апайҙың да бала сағы, күпселек һуғыш осоро балалары яҙмышы һымаҡ, еңел булмаған шарттарҙа, аслыҡ-яланғаслыҡ ваҡытында үтә. Ишембай ҡалаһының 3-сө һанлы мәктәп-интернатында белем ала. Тап шул ваҡытта Башҡорт академия драма театры артистары “Ҡара сәскәләр” исемле спектакль менән Ишембай ҡалаһына килә. Спектаклдә уйнаған актерҙар - Ишмулла Дилмөхәмәтов, Роза Кәримова, Дәриға Фәйзуллина йәш ҡыҙҙың күңелендә театрға ҡарата һөйөү уята һәм ул Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инергә хыяллана башлай.
“Бер урынға 10 кеше булды, улар араһынан егермегә яҡын кешене генә алдылар. Театр училищеһын ни бары 13 кеше тамамлап сыҡтыҡ, аслыҡ-яланғаслыҡ, нужа арҡаһында күптәр уҡыуҙарын ташланылар. Бөгөнгө көндә, Аллаға шөкөр, курсташтарымдан Рәмзиә Хисамова, Әхәт Хөсәйенов, Фидан Ғафаров һәм мин Башакадемтеатрҙа эшләп йөрөйбөҙ. Беҙгә сәхнә теле буйынса педагог Зәйтүнә Бикбулатова, актер оҫталығы серҙәрен төшөндөрөүсе Илшат Йомағолов, Ғабдулла Ғиләжев, Тамара Хоҙайбирҙина кеүек педагогтарҙың һабаҡтарын алырға яҙҙы“ – тип иҫләй ул көндәрҙе Тәнзилә Динислам ҡыҙы.
Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, ул Башҡорт академия драма театрында эш башлай. Уның тәүге ролдәре - Люба («Крепостные», Н.С.Лесков), Нәркәс («Нәркәс», И.Йомағолов), Сәғәҙәт («Һалдат улы», Ә.Мирзаһитов), Сәлимә («Шоңҡар», Ә.Атнабаев), Варвара («Мираҫ» А.Сафронов), Надя, Полина («Трибунал», А.Макаенок), Сильва («Хужа Насретдин», Н.Иҫәнбәт), Ишбикә («Шомбай», К.Мәргән), Таңсулпан («Таңсулпан», К.Даян) һ.б.
“1971-се йылда Шәүрә Муса ҡыҙы белорус драматургы Андрей Макаеноктың “Трибунал” тигән әҫәрен ҡуйҙы. Миңә Надя ролен бирҙе. Бөйөк Ватан һуғышына арналған беренсе героик трагикомедия ине. Ниндәй ҙә булһа ҙур шәхесте ныҡлығын, матурлығын күрһәтергә түгел, ә бәләкәй кешенең шул дәһшәтле әфәткә ҡаршы тороуын сағылдырған был әҫәрен Советтар Союзының бөтә театрҙары ла тиерлек ҡуйҙы. Һәм ошо спектаклдә Надя ролен уйнаған иң шәп актрисаны асыҡлау ниәте менән комиссия булдырылды. Ул комиссия “Союздағы иң шәп Надя” тип мине – Өфө актрисаһын атаны. Ошо уңышым өсөн Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы мине Мәскәүгә 10 көнлөк ижади командировкаға ебәрҙе” – тип хәтер йомғаҡтарын һүтә актриса.
Шәүрә Муса ҡыҙы уға Ҡадир Даяндың “Таңсулпан” пьесаһында ла төп ролде бирә. Шулай уҡ режиссерҙар Вәли Ғәлимов, Рифҡәт Исрафилов, Лек Вәлиев менән дә эшләй актриса.
Ижад тормошо шыма ғына бармай, шәхси тормош менән дә тығыҙ бәйле ул – тәүге иренән айырылғас, Тәнзилә Динислам ҡыҙы бик билдәле, дәрәжәле кеше –капитан первого ранга, тарих фәндәр кандидаты, философия фәндәре докторы Р.Янборисов менән тормошон бәйләй һәм уның менән Алыҫ Көнсығышҡа күсеп китә, унда бөтөнләй башҡа мөхиттә - юғары чинлы офицерҙар даирәһендә йәшәй.
Һуңынан Өфөгә әйләнеп ҡайтҡас, урау юлдар менән булһа ла, туған театрына ҡайта. “Их, кәләше лә кәләше!” (Х.Зарипов) спектаклендә Йәнһылыу, “Аты барҙың –дәрте бар” комедияһында (Н.Ғәйетбаев) - Балбикә, “Ҡыпсаҡ ҡыҙы”нда (А.Йәғәфәрова) - Аҡһылыу, “Башмағым” (Х.Ибраһимов) музыкаль комедияһында - Йыһан ҡарсыҡ, “Сәсәндәр” (И.Йомағолов) спектаклендә – Туғанай һ.б. ролдәрҙә уйнай.
Бөгөнгө көн репертуарында Флорид Бүләковтың “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме…” пьесаһы буйынса спектаклдә – Ҡарсыҡ, “Нәркәс”тә (И.Йомағолов) – Зөмрәт, “Ҡара йөҙҙәр”ҙә (М.Ғафури)– Ғилми, “Бер мәл санаторийҙа” (Н.Ғәйетбаев) – Фәнүзә, “Бәхет хаҡы”нда (Х.Мөҙәрисова) – Әсә, “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектаклендә Убырлы ҡарсыҡ ролдәрен уйнай.
Башҡортостандың халыҡ артисты Тәнзилә Хисамова “Башҡортостан” дүләт телерадиокомпанияһы төшөргән “Миҙал”, “Ай ҡыҙы”, режиссер Айнур Асҡаровтың “Өс таған” фильмдарында уйнаны. Тәнзилә Динислам ҡыҙы китаптар уҡырға ярата, әйткәндәй, шиғыр яҙыу һәләте лә бар уның.
“Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында уйналмай ҡалған ролдәрем, ижадтан ситләтелгән мәлдәрем дә булды. Әммә хоҙай “бер яманға –бер яҡшы”, “бер йәмһеҙгә – бер матур” тип бүлгәндәге кеүек, минең өлөшкә лә “бер һағышҡа –бер шатлыҡ” бирергә булғандыр – йәшлегемдә күргән михнәттәрем өсөн ҡартлығымда шатлыҡтар кисерәм: шөкөр, ролдәрем дә бар, ил гиҙеп йөрөрлөк хәлем дә бар. Коллективтан ҡалмай донъя гиҙәм – шуныһына мең шөкөр!..” – тигән изге теләктәрҙә йәшәй бөгөн актриса.
Динара Каюмова
(театрҙың әҙәбиәт бүлеге)
Читайте нас: