+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
23 Декабрь 2019, 12:59

Уйна, гармун!

«Мин башҡорт ҡурайы, башҡорт көйҙәре аша милләтемде танытып йөрөйөм»

«Рәсәйҙең беренсе гармунсыһы» исемен йөрөткән музыкант, композитор, йырсы, шағир Геннадий Заволокинды иҫләмәгән кеше һирәктер. Һикһәненсе йылдарҙа ул нигеҙ һалған «Играй, гармонь любимая!» тапшырыуы миллионлаған тамашасыны телевизор төбөнә йыя торғайны. Алып барыусы үҙенең ихласлығы, ябайлығы һәм һөйкөмлөлөгө менән хатта музыканан йыраҡ торған кешеләрҙе лә арбай белде. Ә күпме төпкөл төбәктәрҙә йәшәгән таланттарҙы сәхнәгә сығарҙы ул!
– Бала саҡтан «Играй, гармонь любимая!» телетапшырыуының һәр сығарылышын йотлоғоп ҡарай, үҙем дә унда ҡатнашырға хыяллана инем. Заволокиндың янында тороп, гармун күректәрен кирә тартҡанда, ул мине һоҡланып тыңлап тора икән тип күҙ алдына баҫтыра торғайным, – тип татлы ла, һағышлы ла хәтирәләргә бирелә Әбйәлил районының Асҡар сәнғәт мәктәбе ҡурай класы уҡытыусыһы Азат Атанғолов.
Ул замандарҙа ҡурай тартҡан кеше әллә ней юҡ ине, ә гармун һәр ир-егеттең хыялы булды. Гармун уйнаған малайҙар нисектер тиҫтерҙәренән иртәрәк өлгөрәләр кеүек ине. Сөнки уларҙы йәштәр ҙә, олораҡтар ҙа, ай-вайҙарына ҡуймай, киске уйындарға, аулаҡ өйҙәргә, туй-ҡунаҡтарға алып йөрөгәс, күпте күрергә, күпте белергә лә тура килгәндер инде. Алты йәшенән гармунда уйнай башлаған Азат менән дә шулай булғандыр, һәр хәлдә хыялдары ябай ауыл малайы өсөн үтә ҡыйыу ине. Һәм уның тормошо «Хыялдар тормошҡа аша!» тигән ҡанатлы һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн тағы бер тапҡыр раҫланы.
Армияла хеҙмәт иткәндә Азатҡа Рәсәйҙең беренсе гармунсыһын үҙ күҙҙәре менән күрергә насип була. Туҡһанынсы йылдар уртаһында Геннадий Заволокин үҙенең телевизион төркөмө менән Азат хәрби оркестрҙа хеҙмәт иткән Амур өлкәһенең Тында ҡалаһына килә. «Беҙ, һалдаттар ҙа, тапшырыуҙа ҡатнаштыҡ. Шунда халыҡтың Заволокинды ни тиклем яратыуын күреп хайран ҡалдым. Шул ваҡытта уға, бала саҡта хыялланғанса, уйнап күрһәткем бик килгәйне, тик гармун булманы. Ысын музыканттарҙың уйын ҡоралын кешегә тоттора һалып бармай торған ғәҙәтен белгәнгәме, әллә йәшлек менәнме, кемдәндер һорап торорға ла ҡыйманым. Ярай, яҙған булһа, берәй ҡасан беҙҙең яҡтарға ла килеп сығыр әле, тинем», – тип иҫтәлектәрен артабан һүтә әңгәмәсем.
Әммә Заволокиндың фажиғәле үлеме хаҡында хәбәр бар уй-ниәттәрҙе емереп ташлаған кеүек булһа ла, ябай ауыл малайының хыялын ғәмәл дәфтәренә яҙып ҡуйған Аллаһы Тәғәлә уға барыбер кәрәкле юлдарҙы үҙе асты. Сөнки авторҙың үлеменән һуң да ысын мәғәнәһендә «халыҡ проекты»на әйләнгән телетапшырыу юҡҡа сыҡманы – аталарының эшен ҡыҙы Анастасия менән улы Захар лайыҡлы дауам итте. Улар Новосибирск өлкәһе хакимиәте ярҙамы менән талантлы гармунсыларҙы ике йылға бер тапҡыр РСФСР-ҙың халыҡ артисы Г.Заволокин исемендәге «Уйна, гармун!» халыҡ-ара фестиваленә йыя башланы, Рәсәй ҡалалары буйлап телетапшырыуҙы төшөрөүҙе дауам иттеләр. Һәм уйламаған-көтмәгәндә Әбйәлил районының Амангилде ауылы егете Азат Атанғоловҡа ла «Уйна, гармун!» Рәсәй үҙәге етәкселәре Анастасия һәм Захар Заволокиндар менән танышырға насип итте. Был бәхетле осрашыу 2012 йылда тапшырыу Магнитогорск ҡалаһында төшөрөлгән ваҡытта булды. Әбйәлилдәрҙең был металлургтар ҡалаһында уҙған күп мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмауы барыһына ла мәғлүм. Заволокиндар Азатты оҡшатып, шул уҡ йылда Новосибирскиҙа үтәсәк фестивалгә саҡыралар. «Әсәйем, билдәле сәсәниә Хәнифә Әбүбәкерова, бала сағымда алып биргән иҫке ябай гармун менән оло еңеүгә ынтылып булмағанын аңлай инем. Шулай ҙа конкурстың лауреаты дипломына эйә булдым. Анастасия ике йылдан тағы көсөмдө һынап ҡарарға тәҡдим итте, тик гармунымды яңыртырға ҡушты, – тип дауам итте Азат Ханнан улы. – Фестивалгә ҙур ихласлыҡ менән әҙерләнә башланым. Әлбиттә, иң тәүҙә яңы гармун кәрәк ине. Булғас, булһын тип, Тула оҫталарына интернет аша заказ бирҙем. Улар һәр талымымды үтәп, нәҡ үҙем теләгәнсә итеп, өс айҙан эшләп тә бирҙеләр. Хаҡы минең өсөн ҡыйбат ине. Их, был аҡсаға машина алырға була бит, тип шаяртты дуҫтар. Минең өсөн гармундан да ҡәҙерле әйбер юҡлығын аңлаған әсәйем ярҙамға килде. Үҙемде «копейка»нан «Мерседес»ҡа күсеп ултырған кеше кеүек тойҙом!»
Хәҙерге конкурстарҙа иң яҡшы сығышҡа гран-при тапшырып, беренсе, икенсе, өсөнсө урындарҙы ҡалған бөтә ҡатнашыусыларға бүлгеләп биреү модаға инеп китте. Йәнәһе, берәүҙе лә рәнйетмәйҙәр. Ә бына «Уйна, гармун!»да улай түгел икән. Унда гран-при менән бергә ни бары биш төп приз бирелә. Азат эстән «Тамашасы һөйөүе»нә иҫәп тота. Уны алыу өсөн ниндәйҙер башҡаларҙы ҡабатламаған, хатта уникаль сығыш әҙерләргә кәрәк. Көн кеүек асыҡ: унда ҡурай булмаясаҡ, тип уйлай егет. Ә беҙҙең милли ҡоралдың ошоға тиклем берәүҙе лә битараф ҡалдырғаны юҡ әле! Ысынлап та, уң ҡулына ҡурай тотоп, һулы менән «Тула һандуғасы» телдәрен бейеткәндә, башына ҡамсат бүрек кейгән камзуллы егетте жюри ла, тамашасылар ҙа йотлоғоп күҙәтә.
– Башта сығышымды ҡурай менән «Сыңрау торна», «Кәкүк» көйҙәренә вариациялар менән астым да, яйлап гармун менән ҡушылып, «Һыбайлылар» һәм «Юлдаш» көйҙәрен башҡарҙым. Ҡасандыр Йомабай Иҫәнбаевтың Францияла ҡурай менән публиканы аптыратыуын һөйләгән булабыҙ. Баҡһаң, беҙҙең ҡурайҙы белмәгән кешеләр Рәсәйҙә лә етерлек икән. Күптәр, француздар ише, көй сығара торған нәмәһе ҡайҙа тора, тип һорашты, өрөп-өрөп, нисек моң сығыуын аңлай алмай ыҙаланы. Яңылышманым: ҡурай ныҡ ярҙам итте, әммә гармуным да дан ине. Икеһенең уңышы иллегә-илле булды тип һанайым, – тип әңгәмәһен һүтте яҡташым.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, Асҡар сәнғәт мәктәбенең ҡурай класы уҡытыусыһы Азат Атанғолов Новосибирскиҙа үткән III «Уйна, гармун!» фестивалендә өсөнсө урын яуланы. Яҡташыбыҙҙың Америка, Германия, Израиль, Румыния кеүек сит илдәрҙән, элекке союздаш республикаларҙан, Рәсәйҙең 60-тан ашыу төбәгенән мең ярым музыкант ҡатнашҡан сарала призлы урын яулауы – бөтә район, республика өсөн оло мәртәбә булды. «Фестивалдең кубогын ниндәй хәлдә сығып алғанды күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Хоҙайға рәхмәт, бар тырышлығымды бүләкләне, хыялымды тормошҡа ашырҙы! Тимәк, Новосибирскиға тиклем машинамда яңғыҙым тегеләй-былайға дүрт мең саҡрым юлды бушҡа үтмәнем», – тип, йылдар үтһә лә тулҡынланыуын баҫа алмай дауам итте Әбйәлилдең беренсе ҡурайсыһы.
Эйе, ул ваҡытта районда беренсе ине, ә хәҙер Азат Атанғолов рәсми рәүештә Рәсәй гармунсыларының «Алтын унау» исемлегенә индерелде һәм был хаҡта һөйләүсе рәсми сертификаты менән миҙалы ла бар. Әлбиттә, бындай мәртәбәле исемгә эләгеү өсөн Заволокиндарҙа яулаған 3-сө урын ғына етмәй ине. Ул Новосибирск өлкәһенең Ордын районында гармун фестивалдәрен үткәреү өсөн махсус рәүештә төҙөлгән «Заволокин ауылы»нда үткән фестивалдәрҙе ҡалдырманы. Унан тыш, үҙ теләге менән дә, Анастасия менән Захарҙың саҡырыуы буйынса ла бөтә Рәсәй буйлап гармунсылар араһында ойошторолған бәйгеләргә йөрөнө. «Уйна, гармун!» телетапшырыуының 30 йыллығында Мәскәүҙә Кремлдә сығыш яһаны. Гармун ҡалаһы Тула, Орел, Дондағы Ростов, Ҡырым, Сочи, Санкт-Петербург, Архангел… Әлбиттә, һәр береһенән призлы урын алыуы хаҡында һөйләүсе грамоталар менән ҡайта. Ә «Гармонь без границ» фестивалендә Дондағы Ростовтан гармунға ғашиҡ казачество үҙенең II дәрәжә миҙалы менән дә бүләкләй.
Быларҙан тыш, геройым әсәһе Хәнифә Шаһиғәле ҡыҙы менән Венгрияның бейеүҙәрҙе һәм йырҙарҙы йыйыу һәм тергеҙеү менән шөғөлләнеүсе «Дом традиций» ансамбле һәм «Фоно Зенекар» музыкаль төркөмөнөң саҡырыуы буйынса өс тапҡыр Будапешт, Кечкемет, Дебрецене, Гюль Бабаб Тюрбе ҡалаларында ҡунаҡта булып ҡайттылар. Боронғо мадъярҙарҙың нәҫелдәре үҙҙәренең төрки тамырҙарын барлап, Дағстандағы ҡумыҡтар, ҡабардин-балҡарҙар. ҡарасәй-черкестар һәм башҡорттар менән «Ветвь отцов» гастролдәре сиктәрендә даими осрашыуҙар ойоштора башлаған. Хәнифә апай, оҫта бейеүсе булараҡ, венгрҙарға башҡорт бейеүе хәрәкәттәрен, айырыуса халыҡсан тыпырлау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Азат концерттарҙа ҡурай-гармунда башҡорт көйҙәрен яңғырата. Видео аша залдарҙың шығырым тулы булыуын күреп, венгрҙарҙың ихласлығын, үҙ тарихына битараф булмауын төҫмөрләргә була. Әле был проект хаҡында киләсәктә киңерәк билдәле булыр, моғайын, сөнки венгрҙар был гастролдәр хаҡында сығарасаҡ китаптарын киләһе йыл Мәскәүҙәге осрашыуҙа туйларға ниәтләйҙәр.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: былтыр Азат Ханнан улын «Беренсе канал»ға «Мөғжизәләр яланы»на саҡырҙылар. Егеттең «Лағыр көйө»н ҡурайҙа ла, гармунда ла бер юлы үҙе генә уйнауына ышанмай, Якубович «йәшенеп торған икенсе кеше»не таптырып маташыуы ҡыҙыҡ бер тамаша булды.
Ә бит, уйлап ҡараһаң, Азат профессиональ гармунсы ла түгел. Мәктәптән һуң ул Өфөгә сәнғәт училищеһына бара. Унда гармунсылар әҙерләмәйҙәр икән, шуға ҡурай класын тәҡдим итәләр. Белемен ошо йүнәлештә Өфө сәнғәт академияһында дауам итә. Асҡарға килгәнсе, Салауат музыка училищеһында, Магнитогорскиҙа Башҡорт сәнғәт йортонда, Йәнгел музыка мәктәбендә ҡурай кластарында уҡыта. Әле район үҙәгендә балалар сәнғәт мәктәбендә ҡурай класын һәм гармун түңәрәген алып бара. Айназ Дәүләтов исемле һәләтле гармунсы-уҡыусыһы остазы менән бер рәттән үҙен хәҙер Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа һынай. Әбйәлилдә Азат Атанғолов үҙенең призына ике йылға бер гармунсылар бәйгеһе лә үткәреп тора.
– Ғүмерҙең байтаҡ өлөш руль артында алыҫ юлдарҙа үтә. Был сәфәрҙәр миңә нимә бирә һуң? – тип үҙ һорауына үҙе яуап биреү менән тамамланы һүҙен Азат Атанғолов. – Минең кеүек гармунға, халыҡ моңона ғашиҡ кешеләр менән аралашыу күңелгә йыуаныс бирә. Әммә иң мөһиме, мин башҡорт ҡурайы, башҡорт көйҙәре аша милләтемде танытып йөрөйөм. Беҙҙең көй-моңдо, «ҡурай&гармун» тандемын битараф тыңлаған кешене бер ҡайҙа ла тап иткәнем юҡ әле. Һәр кем үҙе булдыра алған тиклем халҡының данын күтәрергә тейеш. Мин музыкант булараҡ, тыуған еремә, Башҡортостан-илемә бына шулай хеҙмәт итәм...
Рәхимә МУСИНА
Читайте нас: