+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
21 Ноябрь 2019, 14:38

Хөрмәткә лайыҡ «Мировой» ҡатын!

Беҙгә яҙалар
Баймаҡ районының Иҫке Сибай мәҙәниәт һәм ял үҙәге йорто бер ҡасан да буш тормай һәм унан кеше өҙөлмәй. Унда әлдән-әле булып торған концерт-маҙарҙан тыш, башҡа төрлө саралар ҙа йыш үтә: бер көн «Атайсал» фольклор ансамбле алдағы сараға әҙерләнһә, икенсе көндө «Яҙгөл»дәр йыйыла. Артабан инде сәхнәне «Ялҡын» халыҡ театры ағзалары биләй. Унан инде йырсылар тауыштарын көйләй, бейеүселәр яңы бейеү өйрәнергә тотона, бер ҡараһаң, халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар, балалар бер була... Ә бит уларҙың барыһын да бер кеше бер ҡорға туплай, мәҙәниәт йортона өйҙәй. Кем икән ул, тиһегеҙме? «Беҙҙең Миңнур инде, кем булһын!». Иҫке Сибайҙа йәшәүселәр мотлаҡ шулай тип яуап бирәсәк. Ауылдаштарын һис ялҡытмаҫ мәҙәниәт һәм сәнғәт донъяһына әйҙәп, арыу-талыу белмәй йүгереп йөрөүсе ханым – ул Миңнур Зәйнетдин ҡыҙы Һунаршина! Бер генә байрам-фәләнде лә буш үткәрмәй, уныһын-быныһын уйлап сығарып, әҙ-мәҙ оҫталығы, һәләте булған ауыл кешеләрен сәхнәгә әйҙәп-саҡырып ҡына торған көнө. Шуға ла ауылда бар байрамдар ҙа киң ҡолас менән үтә, йәше-ҡарты мәҙәниәт усағына ҙур теләк менән йөрөй.
...Миңнур Зәйнетдин ҡыҙы Һунаршина бынан 55 йыл элек Баймаҡ районының урман төпкөлөндә урынлашҡан иҫ киткес матур тәбиғәтле Ишбирҙе ауылында Дәүләткилдиндәрҙең ишле ғаиләһендә донъяға килә. Ете малай араһында ике генә ҡыҙ булғанғалыр инде, күп йәһәттән үтә лә шуҡ, малай холоҡло булып буй еткерә ҡыҙ. Ниндәй генә ирҙәр эшенә тотонмаһын, ҡулы килешеп бара уның – ҡолас киреп бесәнен дә саба, утынын да яра, ауыл еренең тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ бар эшен урын-еренә еткереп, намыҫ менән эшләргә өйрәнә.
Тыуған ауылында, артабан Йомаш урта мәктәбендә тормошҡа юллама алған ҡыҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһында буласаҡ һөнәрен үҙләштерә, йәғни секретарь-машинисткалыҡҡа уҡый. Нәҡ шул йылдарҙа – уҙған быуаттың 70-се һәм 80-се йылдары ҡауышҡан мәлдә илебеҙҙең Красноярск крайында Кана-Ачинск йылылыҡ-энергетика комплексы (КАТЭК) Бөтә союз төҙөлөшө иғлан ителә. Эш өсөн йән атып торған меңәрләгән йәш эшселәр һәм белгестәрҙе үҙенә ылыҡтыра төҙөлөш. Үҙен ҙур төҙөлөштә һынап ҡарарға теләгән, хыял карабында йөҙгән бик күп йәштәр КАТЭК-ҡа ағыла. Заманында 20 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙҙың йәшлек утрауына әйләнә төҙөлөш. Бында бөтөнләйгә килеүселәр ҙә, ваҡытлыса ғына булып китеүселәр ҙә үҙенә эш һәм йәшәр мөйөш таба. Миңнур менән Мөхәмәт Һунаршиндар ҙа нәҡ ошонда табышып-ҡауыша һәм ун йыл ғүмерҙәрен тыуған төйәктәренән йыраҡта үткәрә. Тик тыуған ер, ата нигеҙе уларҙың күңеленән сыҡмай һәм Һунаршиндар, ғаилә башлығының тыуған ауылы Иҫке Сибайға ҡайтып, Мөхәмәттең тыуған йорт йылыһын һаҡларға ҡарар итә. Бер аҙҙан иҫке йорт урынында заманса яңы бура күтәрәләр һәм әлеге көндә лә шунда татыу ғүмер итәләр.
– Үткән тормош юлыңа байҡау яһау үҙ-үҙеңде баһалауҙыр ул, – ул ти Миңнур Зәйнетдин ҡыҙы. – Мин рәхмәтлемен шундай матур, изге йөрәкле ата-әсәйем, туғандарым, мөхәббәтем - Мөхәмәтем, ҡыҙҙарым-йондоҙҙарым Гөлназ, Гүзәл, Гөлдәрем, кейәүҙәрем Артур менән Амур, күршеләрем Мирза, Әҡлимә Утарбаевтар һәм уларҙың мине, инәй, тип өҙөлөп торған балалары, дуҫтарым, әхирәттәрем, коллегаларым, ауылдаштарым менән бүләкләгән Хоҙайыма... Уларһыҙ мин ни эшләр инем һуң?! Яратҡан эшемдә ниндәй генә уңыштарға өлгәшһәм дә, иң элек алда телгә алынған яҡындарыма бурыслымын...
Ысынлап та, бөтә урында мәҙәниәт усаҡтары һүнеп-һүрелеп барған бер осорҙа Иҫке Сибай мәҙәниәт һәм ял үҙәге гөрләп эшләй, яңынан-яңы уңыштарға, еңеүҙәргә ирешә. Быйыл, мәҫәлән Театр йылында Миңнур Зәйнетдин ҡыҙы Һунаршина етәкселек иткән «Ялҡын» драма түңәрәге, һәүәҫкәр театр коллективтарының республика фестивалендә ҡатнашып, еңеү яуланы һәм «Халыҡ театры» исеменә лайыҡ булды. Тамашасылар хөкөмөнә «Ялҡын»дар күренекле драматург Флорид Бүләковтың «Ярангөл» пьесаһы буйынса әҙерләнгән үҙенсәлекле трагик комедия тәҡдим итте. Ә Миңнур Зәйнетдин ҡыҙы «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» исемен алып ҡыуанды.
Ғөмүмән, Иҫке Сибай мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең һәүәҫкәр артистары һәр ваҡыт һәм һәр фестиваль-конкурста алдынғылыҡты бирмәй. Ысын мәғәнәһендә талантлы, эшһөйәр, татыу халыҡ йәшәй шул Иҫке Сибайҙа! Ә бына уларҙы бер ҡорға туплап, ойоштороп алып йөрөүсе мәҙәниәт усағы хужабикәһе тик маҡтауға ғына лайыҡ!
Һунаршиндарҙың татыу ғаиләһендә өс ҡыҙ буй еткерҙе. Балалары өсөн йән атып торған атай менән әсәй өсәүһенә лә юғары белемгә эйә булырға ярҙам итеп, үҙ аллы тормош юлынан оҙатты. Бөгөн Һунаршиндар ҡунаҡҡа ҡайтҡан ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп ҡыуана.
Миңнур менән Мөхәмәттең күркәм йортонан кеше өҙөлмәй. Кемдер хәл белешергә, алсаҡ хужабикә менән гәпләшергә килһә, бәғзеләр был йорттоң ишеген кәңәш һорап аса. Ә хужалар һәр кемде яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршылай – барыһын да хуш еҫле сәй, хужабикә тәмле ризыҡтар менән һыйлай...
Туғандары, дуҫ-иштәре, ауылдаштары Миңнур Зәйнетдин ҡыҙын яратып һәм хөрмәт итеп «мировой ҡатын» тип йөрөтә. Ысынлап та, мир өсөн бар көсөн, дәртен, белемен һалған, халыҡҡа хеҙмәт итергә тырышып торған булдыҡлы ҡатын ул!
Мотал РӘМОВ, Баймаҡ районы
Читайте нас: