+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
8 Ноябрь 2019, 10:25

ГАСТРОЛДӘРҘӘН – БАЙ ТӘЬҪОРАТТАР МЕНӘН

Быйыл республикабыҙ иҫтәлекле даталарға бай. Ғәҙәттә, беҙ байрамдарҙы тәғәйен көнөндә генә билдәләүгә күнеккән, әммә был юлы республиканың ойошторолоуына 100 йыл, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейҙары йыл буйы дауам ителеүе менән тарихта ҡаласаҡ. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрысентябрҙә ике уңайҙы ла берҙәй итеп «Ҙур гастрольдар» федераль проектына ярашлы Ҡазан ҡалаһына гастролдәргә юлланды.
Театр коллективы сәфәргә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән алынған яңы, ҙур автобус менән сыҡты. Шатлыҡ-ҡыуаныстар эскә һыймай, оҙон юлдың ғазаптарын күрмәй, тәғәйен ваҡытта, имен-аман ғына алып барып еткерҙе тимер атыбыҙ. Хатта һуңғы мәлдәрҙә нурҙарын ҡыҙғанып һипкән ҡояш та, был көндә беҙҙе оҙатып барҙы. Был, моғайын, бер ерҙә лә яҙылмаған ҡанундыр: изге сәфәр уң булырға тейеш.
Ҡазандағы тәүге көн телевидениелағы тура эфирҙан башланды. Татарстан дәүләт теле-радиоһы компаниеһының«Хәйерле иртә, Татарстан!» тапшырыуында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Камалов менән Лилиә Исҡужина Ҡазандарҙы сәләмләне, театр тураһында ентекле һөйләне, буласаҡ спектаклдәргә саҡырҙы.Ә кисен, Ҡазандар тәүге тамашаға,Ғәлиәскәр Камал исемендәге татар дәүләт академия драма театры сәхнәһендә уйналасаҡ Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата ҡуйылған Мөхәмәтша Буранғоловтың «Башҡорт туйы» спектаклен ҡарарға бик ихлас килде. Тантаналы кисәне асып, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры Рәфис Мөхәмәтйәнов Ғәлиәскәр Камал исемендәге татар дәүләт академия драма театрына Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хатын тапшырҙы. Башҡортостан артистарын Татарстандың Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ленар Хәкимйәнов һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Ринат Тажетдинов гастролдәр башлау менән тәбрикләп, йылы һүҙҙәрен еткерҙе.
Милли йолаларҙы, уның быуаттар буйы һаҡланып килгән рухи байлығын сағылдырған «Башҡорт туйы»романтик драмаһы тамашасы залында ултырыусыларҙың береһен дә битараф ҡалдырманы. Спектакль һуңында улар артистарҙы сәхнәнән оҙаҡ ебәрмәй, алҡыштарға күмде.
«Ҡуйыусы режиссерҙың хеҙмәтенә һоҡланып туя алманым. Ул тиклем йолалар туплаған халыҡ көнкүреше күсе менән нисек тамашасы иғтибарын бер секундҡа ла ситкә ебәрмәй тота алған һуң?! Был сағыу тамаша Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына лайыҡлы бүләк, башҡорт халҡының ижадын, мәҙәниәтен, йолалары тарихын һаҡлауға күп көс һалған М.Буранғоловҡа ҡәҙер күрһәтеүе тип аңланыҡ, – тип яҙҙы әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе Миләүшә Хәбөтдинова kalebtatar.ru сайтында. – Халыҡ рухы байрамын тейешлесә күрһәтә белгәнегеҙ, халыҡ аҡылына мәҙхиә йырлауығыҙ өсөн һеҙгә, театрығыҙға рәхмәт!»
Был театрҙың инеше 1906 йылға ҡайтып ҡала. Халыҡсан, рухи тәрбиә сығанағы булып етешкән милли театр юғарылыҡтарға күтәрелеп, килеп сыҡҡан ауырлыҡтарҙы ныҡышмалы еңеп, уңыштарға өлгәшә. 1929 йылда академия исеменә лайыҡ була. 1939 йылда, драматургҒәлиәскәр Камалдың 60 йыллыҡ юбилейы уңайы менән театрға уның исеме бирелә. Ҡазан ҡалаһындағы мөһабәт бина театрға 1989 йылда бирелә һәм бөгөнгәсә баш ҡала ҡунаҡтарын, урындағы халыҡты үҙенә саҡырып тора. Ҡотло, рәхимле сәхнә һәр ваҡыт бөгөнгөләй нурлы ҡалһын!
Гастролдәрҙең икенсе көнө Ғабдулла Ҡарыев исемендәге Ҡазан дәүләт йәш тамашасы театры менән танышыуҙан башланды. Дөрөҫөрәге, был ижади коллектив өфөләр менән таныш, гастролдәрҙең ул театрҙа дауам ителеүе лә алмаш гастролдәр һөҙөмтәһе. Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы, тигәндәй, баш ҡалабыҙ тамашасыһы ағымдағы йылдың апрель айында уларҙың сығыштарын ҡарап кинәнгәйне.
Тарихы менән был театр 1919 йылдарға барып тоташа. Алафузовтарҙың «Эшселәр театрында»балалар театр труппаһы төҙөлөп, артабан ошо труппа айырым театр булып, йылдар үткәс, хәҙерге Ғабдулла Ҡарыев исемендәге йәш тамашасы театрына тиклем оҙон юл үтә. 2018 йылда ошо бөгөнгө бинаға күсәләр, элек бында Офицерҙар йорто урынлашҡан булған.
Тәү ҡарашҡа ыҡсым ғына күренһә лә, үҙенә йәлеп итер иркенлеге лә ихласлығы бар театрҙың. Ишек төбөнән үк йылы ҡарашын йәлләмәгән театрҙың директоры яҡташыбыҙ, Дамир Сиразиев исемендәге премия лауреаты Гүзәл Сәғитова татыу коллективы менән гастролдәрҙең һуңғы көнөнәсә асыҡ һәм мөләйем йөҙ күрһәтеүҙәре Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистарына ышаныс, көс өҫтәне, һәр сығышҡа ҡеүәт биреп торҙо.
Балалар өсөн көндөҙгө сеанстарҙа Мостай Кәримдең «Әтәс тирмәне» әкиәте буйынса ҡуйылған «Тылсымлы тирмән», У.Хубтың «Нух кәмәһе», Д. Родариҙың «Чиполлино» әкиәттәре күрһәтелде. Тамашасы алҡышларға ярата, күңелле кәйеф, йән аҙығы алып ҡайтыуын йәшермәй әйтеп сығыуҙары ла һоҡландырҙы. Баланы алдап булмай, улар булғанды күрә, баһалай, ҡабул итә. Ҡуйылған әкиәттәрҙең тәрбиәүи фәлсәфәһен аңлап барыуҙары ҡыуаныслы.
Халыҡ театрға йөрөй икән, тимәк, улар йөрәгендә матурлыҡҡа, гүзәллеккә урын бар. Тамашасы ҡайҙа ла бер үк, тиһәм, моғайын бәхәс тыуҙырмам. Сөнки театр яратмаған әҙәм унда килмәй. Килгәндәре – көнүҙәк мәшәҡәттәрҙән арынып, ял итеп ҡайтыу теләген тәү урынға ҡуялыр. Белгестәр иһә, сәнғәт әҫәренең бар нескәлектәрен күҙәтә, артистың уйнауын нарыҡлай. Гастроль спектаклдәрен һис ҡалдырмай йөрөүселәр араһында театр тәнҡитсеһенең булыуы, һәр тамашанан һуң уның рецензияларын уҡыу – Башҡортостандан килгән коллектив өсөн мәртәбә ине. Яңы тамашасының фекере, кәйефе лә бик мөһим. Туғандаш халыҡҡа тәржемә кәрәкмәй, залда ултырыусылар өсөн ул бер ҡаршылыҡ та тыуҙырманы. Ә артистар, һәр ваҡыттағыса, мостайсайса, күкрәгенән ҡоштар осороп, бар һәләтен, оҫталығын биреп, кинәнеп үҙ ролдәрен халыҡ күңеленең иң нескә ҡылдарына ҡағылып еткерә белде. Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса ҡуйылған спектаклдән сыҡҡан тамашасының йәшле күҙҙәренә артистар тура ҡарап, уларҙың рәхмәтен ҡабул итте.
– Икенсе килгәндә лә «Беҙҙең өйҙөң йәме»н алып килегеҙ! Ул һеҙҙең театрҙың йәме, Мостайыбыҙ йәме. Репертуарҙан төшөрөп ҡалдыра күрмәгеҙ, – тигән теләктәр ҙә улар теленән сыҡты.
Ҡасандыр күрше республикаларҙың сәнғәт әһелдәре алмашлап ижади кисәләргә, яңы премьераларға ошолай йөрөшөр булған. Улар бер-береһенең репертуарын яҡшы белгән, кәңәшләшкән. Донъялар еңелгә барған һайын, ниңәлер аралар алыҫайыуы һиҙелә. Әммә бөгөнгө гастролдәр ул һалҡынлыҡты юйҙырып ҡайтты. Йоланы тергеҙер ваҡыт еткәндер: киләһе осрашыуға тиклем, Ҡазан! Беҙ һеҙҙе йырлы монло бүләк-тамашаларығыҙ менән үҙебеҙҙә көтәбеҙ!
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры үҙенең утыҙынсы ижад миҙгеле асылыр алдынан ошондай уйланыр уй, өйрәнер тәжрибә алыр файҙалы, күңел байытыр иңдәрен йәйеп, матур аралашыуға кинәнгән, тәьҫораттарға бай сәфәргә сығып килде. Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыллығына, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейына арналған гастролдәр үҙ маҡсатына иреште.
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА,
Театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөхәррире.
Читайте нас: