-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
29 Август 2019, 11:48

Тамашасыны ла, үҙҙәрен дә бәхетле иткән Ғафаровтар

Мөхәббәт... Бер генә йән эйәһен дә урап үтмәҫ ниндәй илаһи көс бар унда?! Донъялар гиҙҙергән, тау-таштар күсерткән, күктәргә мендергән, иҫерткән, тилмерткән... Күпме шиғыр яҙылған, ни ҡәҙәр йыр бағышланған уға. Ә мөхәббәт темаһы һаман йәш, һаман асылып бөтмәгән сер йәшеренгән унда.
Фидан Ғафаров... Мөхәббәт һүҙенең, әйтерһең дә, игеҙ һыңары. Әллә күңелдәрҙе тетрәткән Искәндәр, Заһир, Хәлил, Булат, Зөлҡәрнәй, Ромео, Лиола кеүек мөхәббәт геройҙарын ижад иткәнгәме, әллә һөйөү тураһындағы моңло йырҙары менән йөрәктәрҙе яулаған өсөнмө?
Ул уйнаған образдарға ҡушылып, уны яратабыҙ, һағынабыҙ, белергә теләйбеҙ, эҙләйбеҙ, көтәбеҙ. Уның тураһында әллә ниндәй легендалар сығарабыҙ. Ә Фидан Ғафаров, мәңгелек мөхәббәт кеүек, һаман йәш һәм сер булып ҡала.
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фидан Ғафаров менән ана шул серле биттәрҙең ҡайһы берҙәрен асайыҡ әле.
Мөхәббәт тураһында һүҙ сығыуға Фидан Сафа улы илле ике йыл ҡуйынында ғына түгел, уйында, хыялында, йөрәгенең иң түрендә йөрөткән хәләле – Фәриҙә ханым янына күсеберәк ултырҙы. Күпме тормош михнәттәре, яҙмыш һынауы, ғәйбәт һүҙҙәр, ауыр сирҙәр һәм ... баш әйләнерлек ижади уңыш һәм дан һынамаған уларҙы, әммә бер-береһенә мөхәббәт, ихтирам һүрелмәгән, уларҙы был һынауҙар ҡаҡшамаҫ пар иткән.
Нисек танышып-ҡауышыуҙары тураһында һүҙ сыҡҡас, икеһе лә көлөп ебәрҙе башта. Аҙаҡ бер-береһен төҙәтә-дөрөҫләй йәшлектәренә ҡайттылар. Йырҙарҙа йырланған йәмле Ағиҙел буйында, Дүртөйлө районының Яңы Уртай ауылында тыуа Фидан. Атаһы Сафа ағай һәйбәт кенә гармунсы була. Шуға ла бәләкәйҙән Фидан атаһы уйнағанға бик ҡыҙығып йөрөй торған була. Мәктәпкә барғансы инде үҙе лә оҫта гармунсы булып өлгөрә. «Алты йәштә ҡулға гармун алдым, ун алтыла йөрөнөм ҡыҙ атып» тигән шиғыр юлдары уның тураһында кеүек. Ҡыҙ атып, тигәндән... Был хаҡта үҙе бына нисек хәтерләй:
– Туғыҙ йәшем тулған ваҡытта мин инде ауыл йәштәрен киске уйындарҙа теттереп йырлата ла, бейетә лә инем. Егеттәр, ҡыҙҙар мин уйнаған көйгә йырлайҙар, бейейҙәр ҙә муйыллы туғайҙарға таралышалар ине. Бер үҙем ултырып ҡалам да гармунымды ҡосаҡлап, илай-илай өйгә ҡайтып китә инем...
Мәктәптә уҡығанда ла гармунынан айырылмай Фидан. Бәлки, шуға ла уның уҡытыусыһы: «Фидан, уҡыуға бигерәк иғтибар итмәйһең, бер һөнәр ҙә ала алмаһаң, тамағыңды нисек туйҙырырһың һуң?» – тип ғәрләндереп тә ҡарай. Ә гармунсы-йырсының яуабы билдәле: йырлап булһа ла.
Маҡсатлы кешегә яйы сығып тора бит ул. Элек һәләтле үҫмерҙәрҙе ауылдарға килеп һайлап йөрөйҙәр ине. Фидандар ауылына ла килә артистар. Етенсе класта уҡып йөрөгән сағы. Уҡыусыларҙы мәк баҫыуына сүп утарға сығарғандар. Шунда оло ағаһы Рәиф йүгереп килә лә: «Артислыҡҡа кеше йыялар, бар, йырлап күрһәт!» – тип кәңәш итә. «Раушаниям, бәғерем» йырынан башлай Фидан сығышын һәм һайлау турын үтә. Оҙаҡ та үтмәй Өфөгә сәнғәт училищеһына имтихан бирергә саҡыралар. Унда ла Фидан үҙен бик етди тота, һәм театр бүлегенә ҡабул ителә.
Бына ошонда осрата ла инде ул Фәриҙәһен. Студент егеттәр дөйөм ятаҡта ашарға әҙерләүҙе сиратҡа һалған булалар. Сират Фиданға етә. Картуф ҡыҙҙырырға була ул. Ҡараһа, табалары юҡ икән. «Хәҙер», – тип сығып китә лә, «Таптым!» – тип бүлмәгә атылып килеп керә. Тик был ҡиәфәте уның таба тапҡанға шатланыуҙыҡы булмай. Егеттәр йәшәгән икенсе ҡаттағы бүлмәләрҙән тапмағас, ҡыҙҙар ҡатына төшә Фидан.
– Бер бүлмәнең ишеген төртһәм, ҙур, матур күҙле, яғымлы ҡарашлы бер ҡыҙ иҙән йыуа. Нимәгә кергәнемде оноттом башта. Ышанаһығыҙмы, бер күреүҙә ғашиҡ булдым. Картуф ҡыҙҙырҙым да, егеттәргә тиҙерәк ашап бөтөрөргә ҡуштым. Табаны керетергә кәрәк, йәнәһе. Алдан уҡ: «Үҙем керетәм», – тип киҫәтеп ҡуйҙым. Икенсегә кергәндә, ҡыҙҙы киноға саҡырҙым.
Һүҙгә Фәриҙә ханым ҡушыла:
– Юҡ, таныш түгел егеттәр менән киноға йөрөмәйем, тинем мин.
– Ысынлап та, һынап йөрөнөм, берәүҙе лә үҙенә яҡын ебәрмәй, кистәрен сығып йөрөмәй, гел уҡый ҙа уҡый. Бер аҙ ваҡыт үткәс, тағы киноға саҡырҙым, – тип бүлдерә хәләлен Фидан.
– Шул ҡәҙәр ялҡыттың, ҡотолор өсөн генә барам һинең менән, тип ризалаштым, – тип хәтирәләрен барлай Фәриҙә ханым. – Ысынлап та, бер аҙ тынысландың бит.
– Һинең күңелеңде яулауымды аңлап, тынысландым мин, – тип ҡәнәғәт йылмая Фидан Сафа улы, әйтерһең дә, яңы ғына Фәриҙә менән беренсе осрашыуҙан ҡайтҡан.
Шул көндән башлап улар бер-береһенә яҡыная. Осрашып йөрөргә лә күндерә ҡыҙҙы егет.
– Осрашыуҙарға мине һағынып килеүен һиҙә инем, тимәк, үҙемдең яныуым менән унда ла мөхәббәт уты ҡабыҙғанмын.
Өсөнсө курста уҡығанда Фәриҙәнең Туймазыла йәшәгән апаларына ҡунаҡҡа ҡайта йәштәр. Фидан шунда үҙен нисек тә Фәриҙәнең туғандарына яҡшы яҡтан күрһәткеһе килә. «Шәп егет», – тиһендәр, Фәриҙә башҡаға ҡарарлыҡ булмаһын, йәнәһе. «Ҡулыма гармун алып йырлап ебәргәйнем, иҫтәре китте. Бик матур пар булырһығыҙ, тип фатиха биргәндәй оҙатып ҡалдылар», – тип хәтерләй хәҙер Фидан Ғафаров.
Дүрт йыл дуҫлашып, серләшеп йөрөй улар шулай. Бергәләп Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә тәғәйенләнәләр. Инде икеһенең дә эш урыны, тимәк, киләсәктәре асыҡланғас, Фидан тәҡдим яһай. 1964 йыл була был. Фәриҙәнең ҡыҙ фамилияһы – Йәғәфәрова. Шуны әйткән һайын, Фидан: «Я – Гафарова, тиһеңме? Эйе, һин – Гафарова», – тип шаяртҡан була. Ғафароваға әйләнеп, Фәриҙә илле ике йыл Фидандың һәм яҡындарының уң ҡулы, кәңәшсеһе, фекерҙәше.
– Фидан Ғафаров тураһында ҡатын-ҡыҙҙар менән бәйле күп ғәйбәт йөрөй халыҡ телендә. Фәриҙә ханым, улар һеҙгә лә ишетелгәндер бит?
– Фәриҙәнең холҡонда бик матур бер сифаты бар: ул – бик сабыр кеше, – һорауыма тәүҙә Фидан Сафа улы яуап бирергә ашыҡты. – Әллә ниндәй имеш-мимештәр ишетһә лә, ҡайтып кереүгә йөҙөмә йәбешмәне, йәберләмәне, дуҫтарына сығып һөйләмәне, эштә ошаҡлашманы. Иң мөһиме – араға кеше һүҙе үткәрмәүе.
Сабыр ғына тыңлап ултырған Фәриҙә ханым иренең һүҙҙәрен дауам итеп:
– Бер саҡ Яңы йылды ҡаршыларға табын әҙерләп йөрөйөм. Телефоныбыҙ шылтырай. «Фидан бер сибәр ханым менән яҡында ғына кафела күңел асып ултыра, ә һин өҙөлөп, ҡабаланып аш-һыу әҙерләйһеңме?» – ти таныш түгел тауыш. Ул көндә Фидан менән Нурия Яңы йыл тапшырыуы алып баралар ине. Тәнәфес ваҡытында тамаҡ ялғап алырға сыҡҡан булғандар икән. Һуңынан ғәйбәткә һүҙ ҡалдырмау өсөн өйгә ҡайтып ашай торған булдылар. Ғөмүмән, Нурия менән Фиданды өйләндереп ҡуйыусылар ҙа булды. Мин бит үҙем дә театрҙа эшләгән кеше. Кемдең кемлеген беләм. Ҡайһы саҡта иланым да, әммә Фиданға ла, кешегә лә һиҙҙермәнем. Шундай сибәр, буй-һынына ҡарап һоҡланырлыҡ, ә мөхәббәт йырҙарын йырлағанда илатырлыҡ ирегеҙ булһа, өҫтәүенә, ул айҙар буйы гастролдәрҙә йөрөһә, уны яратыуҙарын ҡыҙҙар аҙым һайын белдереп, күптәре хатта спектаклдән һуң көтөп тороп, артынан эйәрһә, һеҙ нишләр инегеҙ? Көнләшерлек тә бит, әммә мин көнләшмәнем, был үтә торған нәмә, тип үҙемде һәр саҡ тынысландырҙым. Фидандың мине яратҡанын да беләм бит мин... Былай ҙа тынғыһыҙ, борсоулы эшендә көнләшеүҙәрем менән мәшәҡәт тыуҙырһам, бәлки, йәшәйешебеҙҙең көйө китер, бер-беребеҙҙе яратыу ысынлап та, юғалыр ине.
Эйе, ғаилә ныҡлығын, мөхәббәт усағын нәҡ бына Фәриҙә кеүек аҡыллы ҡатындар һаҡлайҙыр. Шуға ла Фидан Ғафаров бөтә булмышы менән ижад эшенә сума. Тамашасыларҙа тәүге шау-шыу тыуҙырған роле – Лек Вәлиев ҡуйған «Тиле йәшлек» (И. Абдуллин) спектаклендәге Зөлҡәрнәй. Уйлаһаң, ғәжәп бит: нисәлер сәғәт эсендә кешенең тулы бер ғүмерен, холоҡ-фиғелен тамашасыға еткерергә тейеш бит артист. Ауылдаштарын дәртләндереп, йырҙар сығарып йөрөүсе шаян, күңелсәк, үткер Зөлҡәрнәй ролен башҡарыу өсөн Фидандан сәхнә техникаһын виртуоздарса белеү талап ителә. Актерға бер үк ваҡытта йырларға ла, гармунда уйнарға ла, еңел һәм матур итеп бейергә лә, диалогтарҙы ауылса зирәк һәм оҫта алып барырға ла кәрәк. Фидан барыһын да булдыра. Уның һәр хәрәкәте, бер аҙ ҡыланып атлауҙары, кем менән һөйләшеүенә ҡарап, тауышының йә итәғәтле, йә яғымлы, йә иһә буйһоноусан яңғырауы – барыһы ла тамашасы күңелен биләй. Ә айырылмаҫ серҙәше булған гармунда уйнап, киң йыһанға һыймаҫ шатлығын да, даръялар кеүек тәрән ҡайғыһын да йырға һалғанда алдағы рәттә ултырған тамашасының күҙҙәре тирәһендә ҡулъяулыҡ күренеп ҡала... Герой кисергән хистән тамаҡҡа моң төйөрө тығыла. Артист беҙҙе Зөлҡәрнәйе менән ана шулай бынан күп йылдар элек сәнғәттең серле донъяһына алып кереп аҙаштырҙы ла, әле булһа унан сығырға юлды күрһәткәне юҡ. «Тапшырылмаған хаттар»ҙағы Искәндәр, «Ғәлиәбаныу»ҙағы Хәлил, «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар»ҙағы Мәрәһим, «Ғәлиә»ләге Заһир, «Зәңгәр шәл»дәге Булат образдары ла шундайҙарҙан. Тамашасыны ғына илһамландырып ҡалмай был ролдәре менән Фидан, үҙенә лә билдәлелек килә. Мәрәһим роле өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Һуңынан Башҡортостандың халыҡ артисы, күп тә үтмәй, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы исемен бирәләр.
Артистың сәхнә ғүмере умырзаяға оҡшаш. Яҙҙы һағынып көткән кешеләр күңеленә, ҡарлы-боҙло ерҙе тишеп сығып, ҡабатланмаҫ наҙ биргән беренсе сәскә артынан ергә шаулап яҙ, йәй килә, умырзаяны аллы-гөллө башҡа сәскәләр алмаштыра. Фидан Ғафаровтың да үҙ урынын ышанып бирер кешеләре бар.
Атанан күргән уҡ юнған
Ҡайһы ата-әсә балаһының үҙенән яҡшыраҡ тормошта йәшәүен, аҡсалы эштә эшләүен, һәйбәт һөнәр һайлауын теләмәй икән? Артистар ғаиләһендә тәрбиәләнгән, бәләкәйҙән үк шул мөхиттә үҫкән балалар, ғәҙәттә, ата-әсәһе юлынан китә. Фәриҙә менән Фидан Ғафаровтан, һеҙҙең ярҙам менән Азамат театр артисы булырға уҡығандыр, тип һорағас, икәүләшеп: «Сәнғәт институтына уҡырға ингәнен белмәй ҙә ҡалдыҡ», – тип яуапланылар. «Мин гастролдәргә сығып киткәйнем, – тип хәтерләй ул көндәрҙе Фидан Сафа улы. – Ҡайтҡас, әсәһе сер итеп кенә ул институтҡа уҡырға кергән, ахыры, тип әйткәс, минең өсөн көтөлмәгән, әммә һөйөнөслө хәбәр булды. Бәләкәй саҡта йырларға яратыуын күреп, уға «Гармония» тигән шәп магнитофон алып бирҙем. Азамат көндәр буйы шуға ҡушылып, ҡулдарын болғай-болғай йырлап йөрөргә яратты. Үҫә төшкәс, йырлағанын күргән булманы, шуға ла уҡырға ингәнен белгәс, артист була алыр микән, тип бер аҙ шикләнеп тә ҡуйғайным. Хәҙер хаҡлы ғорурлана алабыҙ, минән дә уҙҙыра...»
Сәнғәт институтының театр бүлегендә уҡыған Азамат тәүҙә Өфө «Нур» татар театрында сынығыу ала. Ә хәҙер егерме йылдан ашыу инде ул – М.Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрында әйҙәүсе артистарҙың береһе. Элек атаһы башҡарған ролдәрҙә булһынмы, «Аттила», «Салауат», «Ғәйепһеҙҙән ғәйеплеләр», «Әкәмәтле һөйөү» спектаклдәрендә үҙенсәлекле образдар тыуҙырып, күптән тамашасы һөйөүен яулаған артист. «Илшат Йомағоловтың «Нәркәс»ендәге Тимурбулатты минән дә оҫтараҡ уйнаны», – ти Фидан Ғафаров, шатланыуын йәшермәйенсә. Тамашасылар уның Мостай Кәримдең «Айгөл иле»ндәге Ричард, Флорид Бүләковтың «Шайморатов генерал» спектаклендәге Морат, Островскийҙың «Аҡ ҡанатлы хыялым» («Таланты и поклонники») спектаклендә Петр Мелузов образдарын да яратты. Халыҡ яратыуы уға «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» исемен алып бирҙе. Салауат Әбүзәровтың «Хыялый» әҫәрендәге Сәлим образы Азаматҡа йәнә уңыш килтерҙе. Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған театр фестивалендә ул «Иң яҡшы ир-ат роле» призына лайыҡ булды.
Азамат та, атаһы әсәһенә ғашиҡ булған кеүек, Алһыуҙы бер күреүҙә оҡшата һәм уны үҙенә ҡаратыу юлын эҙләй башлай. Тик ҡыҙҙың иғтибарын тиҙ генә яулармын тип уйлап, яңылыша егет. Алһыу уның бар тәҡдимдәрен дә кире ҡаға. Әллә Азаматтың сәменә тейә ҡыҙҙың был ҡылығы, бер аҙ «дошманлашып» та йөрөйҙәр әле. Әммә егеттең маҡсатсанлығы, «сыбар йөрәк» булмауы еңә: студент ғаиләһе барлыҡҡа килә. Был ваҡытта йәштәрҙең береһенә егерме, икенсеһенә егерме бер йәш кенә була. Матур ғаилә ҡороуҙа, Азамат фекеренсә, ата-әсәһе үрнәге (улар янында йәш ғаилә дүрт йыл йәшәй), атаһының кәңәштәре, әсәһенең сабырлығы, тоғролоғо һәм яратыуы ярҙам иткәндер. Ғөмүмән, Азамат ғаилә татыулығында, ныҡлығында ҡатын-ҡыҙға ҙур роль бүлә. Әсәһенең үҙен бөтә булмышы менән ғаиләгә бағышлауын батырлыҡҡа тиңләй. Алһыуҙы ла шул ролдә бик күргеһе килһә лә, яратҡан эшенән айырыуҙы егетлеккә һанамай. Азамат өсөн әсәһе – ҡатын-ҡыҙ идеалы. Әйткәндәй, Алһыуҙы ул «әсәйемә ныҡ оҡшаған», ти.
Үҙебеҙ булдырабыҙ, үҙ көсөбөҙ менән тигән принципта йәшәйҙәр йәштәр. Ғафаров фамилияһына ышыҡланмаҫ өсөн Алһыу үҙ фамилияһында – Ғәлина булып йөрөмәй микән әле?! Ул тыуҙырған образдар ҙа тамашасыларҙа онотолмаҫ тәьҫораттар, тәрән кисерештәр ҡалдыра. Шундайҙарға «Айгөл иле»ндә – Айгөл, «Хушығыҙ, хыялдарым»да – Гөлнәрисә, «Хыялый» спектаклендә Йондоҙ образдары инә. Бынан тыш актриса «Алдан түләйем», «Юлдарым, һағышлы моңдарым», «Салауат» спектаклдәрендә лә сағыу образдар тыуҙырҙы. Алһыу Ғәлинаның ижады ла Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы исеме менән ҙурланған.
Был мөхәббәтле парҙың «Яратыу гонаһмы?» (Туфан Миңнуллин) спектаклендә һөйәркәләр образын бергәләп тыуҙырыуы тамашасыға айырыуса көслө тәьҫир итә.
Ишеткән бар: ирле-ҡатынлы артистарға роль өйрәнеү еңел инде ул, эшкә бармайынса ла, өйҙә генә репетиция яһап була, йәнәһе. Ә Алһыу менән Азамат ҡына ҡәтғи принципта: өйҙә эш тураһында ләм-мим, ә инде эштә – шәхси проблемаларға урын юҡ!
Фидан Ғафаровтың үҙ театры
– Халыҡ, Фидан Сафа улы, Һеҙҙе спектаклдәрҙә юғалтты. Нурия Ирсаева менән парлы ролдәрегеҙҙе лә һағына.
– Эйе, Нурия менән бергә башҡарған образдарҙы ла, үҙебеҙҙе лә халыҡ һәр ваҡыт яратты. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең дуэтты юҡһыныуҙарын иҫәпкә алып, «Йәшлектәргә бер ҡайтайыҡ әле» тигән театрлаштырылған тамашалар менән сығыш яһаныҡ. Йыл һайын яңы йырҙар өҫтәп, ҡабатлап торабыҙ.
– Ул тамашаларҙа Һеҙҙең яҙмышҡа, тормошҡа бағышланған йырҙар ҙа яңғырай.
– Һуңғы ваҡытта мин бит шиғырҙар яҙыу менән мауығып киттем. Уларҙы Фәриҙә апайыңдан башҡа бер кемгә лә уҡытҡаным юҡ ине. Әммә ҡайһы берҙәре үҙҙәре үк мине йырға һал, тип тора. Шундайҙарҙың бер нисәһенә композиторҙарҙан көй яҙҙырып алдым. Улым Азамат менән башҡарған «Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек» тигәнен айырыуса яратып йырлайбыҙ. Тамашасы ла оҡшатты.
Эйе, һуңғы йылдарҙа Фидан Ғафаровтың улы Азамат, килене Алһыу Ғәлина менән театрлаштырылған тамашалары бик популяр булып китте. Халыҡ бер юлы яратҡан артистарын да күрә, яратҡан йырҙарын да тыңлай. Фидан Ғафаров үҙ театрына йәштәрҙе лә йәлеп итә. Айгөл Һағынбаева, Дамира Сәйетова, Айгөл Ғабдуллина – Фидан театрында танылыу алған таланттар.
Фидан Ғафаровтың ғаиләһе йәй айҙарында тыуған ауылы Яңы Уртайҙа йәшәй. Муйыл ағастарына күмелеп ултырған атай йортоноң киң тәҙрәләре Ағиҙел йылғаһы ярына йәйелгән туғайҙарға ҡарай. Ихатанан уҡ гөл-сәскәле, емеш-еләкле баҡса башлана, ял итеү урыны ҡунаҡтарҙы үҙенә саҡырып тора. Шуға ла был йорттан кеше өҙөлмәй. Фәриҙә ханым ауыл халҡы менән әллә ҡасан дуҫлашып, туғанлашып бөткән. Кәзә һөтө, тауыҡ йомортҡаһы, ҡыҫҡаһы, ауылдың һый-ниғмәттәрен күтәреп әле береһе, әле икенсеһе хәл белергә инеп кенә тора икән.
– Ялдарығыҙҙы ҡайҙа һәм нисек үткәрәһегеҙ? – тигән һорауға, Фидан Сафа улының күҙҙәре осҡонланып китте.
– Атай-әсәйҙәр мираҫ итеп ҡалдырған төп нигеҙ беҙҙең өсөн барлыҡ шифаханаларҙан да яҡшыраҡ. Фәриҙә апайың менән йәйҙәребеҙҙе шунда үткәрәбеҙ. Әлеге ваҡытта улыбыҙ Азамат минең тыуған нигеҙгә терәп, өр-яңы ҙур йорт һалыу менән мәшғүл. Эҫе селләләрҙә Ағиҙел йылғаһының һалҡынса һауаһы асыҡ тәҙрәләрҙән туп-тура беҙҙең өйгә тула. Ә һандуғас һайрауы! Көтөүсенең сыбыртҡы тауышы, малҡайҙарҙы һүгә-һүгә ҡыуыуына ҡәҙәр бер ләззәт бирә. Ә инде барлыҡ туғандар йыйылһа, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ҡайтһа – күңелдәр рәхәт бер тулҡында тирбәлә. Усаҡ яғып, ҡаҙанда аш бешереп ашау бала саҡҡа, йәшлеккә, бесән сапҡан туғайҙарға алып ҡайтҡан кеүек. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә ҡарап ҡына үҙебеҙҙең инде олатай-өләсәй икәнлеккә бер аҙ ышанабыҙ.
– Ейән-ейәнсәрҙәр, тигәндән. Һеҙҙең моң, һәләт уларға күскәнме?
– Азамат улым менән Алһыу килендең ҡыҙҙары Нәргизә быйыл Өфө сәнғәт училищеһына, вокал бүлегенә имтихандар тапшырҙы. Бәләкәстәре Нурлана беренсе класҡа барырға йыйына. Айбулатыбыҙҙың (уның ваҡытһыҙ был донъянан китеүенә лә 10 йыл булып китте) улы Таһир Өфө сәнғәт училищеһында уҡып йөрөй. Бик һәләтле музыкант. Уңыштары менән беҙҙе ҡыуандырып торалар. Бәхетле булһындар!
– Эйе, беҙ ҙә ҡушылабыҙ һеҙҙең теләккә. Ғөмүмән, Ғафаровтар артист һөнәрен һайлап яңылышмаған. Улар ижады менән тамашасыларҙы бәхетле итә, тимәк, үҙҙәре лә бәхетле булырға хаҡлы.
Айгөл АҠМАЛОВА
Читайте нас: