+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

"Йырҙарым - күңел һулышым"

Талант асылы

«Йырҙарым – күңел һулышым»
Ришат Төхвәтуллин – гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың хозур тәбиғәтле Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылының аҫыл егете, бөгөнгө көндә башҡорт-татар йыр-моң сәнғәте көмбәҙендә иң сағыу йондоҙ булып балҡый. Уның концерттары ла һәр саҡ аншлаг менән үтә, уға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем бирелде. Ришат Төхвәтуллиндың йырҙарын тыңлау һәм аңлау юғары сәнғәтле булыуҙы талап итә.
Хөрмәтле уҡыусыларым, һеҙҙең иғтибарығыҙға Ришат Төхвәтуллин менән йылы һәм ҡыҙыҡлы әңгәмә тәҡдим итәм.
– Ришат, һин ҡайһы төбәктең һыуын эсеп, һауаһын һулап, былай моңло йырсы бала булып үҫтең?
– Мин ғорур һәм гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың үҙенсәлекле Туймазы районының хозур тәбиғәтле Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында тыуып, йәйҙәрен саф Өсән йылғаһында ҡойоноп, һыу инеп, балыҡ тотоп, сөгөлдөр баҫыуында ҡарайып, картуф ыҙанында ҡайнап, көнбағыш араһында буталып, имәнле-ҡайынлы шыр урманлығыбыҙ уртаһында бесән сабып, ҡыштарын Мулла тауы башында сана шыуғанда осоп, саңғыла йөрөп, бына шундай баһадир егет булып үҫеп еттем инде!
– Бала сағың ниндәй матур хәтирәләре менән иҫеңдә ҡалған? Әле лә һин бала күңеллеһеңме? Сөнки һин юморға бик әүәҫһең, миңә һинең ошо сифатың оҡшай!
– Минең бала сағым үҙе мөғжизәле әкиәт төҫлө булды ул. Иң тоғро дуҫым – Нәркизде лә ла тап балалар баҡсаһына йөрөгәндә осраттым. Уның менән «Ишәй менән Ҡушай» һымаҡ булдыҡ, бергәләшеп 4-се класта уҡығанда уҡ клубҡа сыға башланыҡ. Бигерәк бәләкәйҙән былар клубҡа сыға башлағандар икән тип уйлайһығыҙҙыр. Беҙ тәртип боҙоп йөрөмәнек, шулай ҙа алма, ҡыяр ауыҙ итеп шаярғылап та ала инек. Мине бер туған ағайым Ренат Төхвәтуллин тыйып ҡына торҙо, йәш айырмабыҙ 2 йәш тә 7 ай ғына булһа ла, ағайлығын күрһәтә килде. Ағайым бик әҙәпле һәм хөрмәтле егет булды ауылыбыҙҙа, ул спорт менән шөғөлләнде, шуға бәйле һөнәр ҙә алды. Беҙ ағайым менән ныҡ дуҫ һәм серҙәш булып үҫтек, икебеҙ ҙә һыуға бәйле йондоҙлоҡ аҫтында тыуғанбыҙ, ул – ҡыҫала, мин – балыҡ, һүҙҙәребеҙ гел берегә ине. Кескенә сағымда мин шаяныраҡ, тиктормаҫ һуғыш суҡмары ла булғылап, ағайыма арҡаланып, еңмешләнеп тә алған саҡтарымда, ул миңә һәр саҡ терәк булып, тыйып ҡына торҙо, сөнки ҡыҫалалар бик тыныс, сабыр холоҡлолар. Аллаға шөкөр, бөгөнгө көндә улар Зилә еңгәм менән өс балаға ғүмер биреп, ҡартатайҙарымдың нигеҙендә ҙур итеп йорт һалып, шунда матур итеп (Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында) йәшәйҙәр. Зилә еңгәм мәктәптә физика һәм математика фәндәренән уҡытыусы булып эшләп, әле декрет ялында. Ренат ағайым да ауыл мәктәбендә физкультуранан уҡытты, күрше ауылда мәктәп директоры вазифаһын да башҡарҙы, Себерҙә лә, Әлмәт ҡалаһында ла бер нефть компанияһында оператор-машинист булып эшләп алды. Уларға ярҙам да булһын тип, үҙемдең дә яратҡан шөғөлөм техника булғас, ауылыбыҙҙа ағайыма автосервис үҙәге асып бирҙем. Улар мине ҡасандыр хәстәрләгәндәр бит, хәҙер мин уларға ярҙам итергә тейешмендер тип уйлайым.
– Ришат, быйылғы миҙгелдәге Ҡазанда уҙған концертыңда Ренат ағайыңдың килеүе һәм йыр башҡарыуы тамашасыларға ҙур сюрприз булды. Бергәләшеп өс бер туғандың (Ренат, Ришат, Айгөл) йөрәктәргә үтерлек итеп йырлауынан бер кем дә битараф ҡала алмағандыр. Һеҙҙең өсәүләшеп йырлауығыҙ меңдәрсә Ҡазан тамашасыһын, миллионлаған тыңлаусыны илатты! Ришат, ағайың һәм һылыуың Өфөгә лә килеп шулай беҙҙең ихлас Башҡортостаныбыҙ тамашасыһын да һөйөндөрөрҙәрме икән?
– Әлбиттә, киләһе миҙгелдәрҙә мотлаҡ киләсәктәр концерттарыма. Ағайым эшләй, һылыуым уҡый. Мөмкинлектәренә ҡарап инде. Үҙҙәренең дә теләктәре бар. Һеңлем Айгөлдөң тыуыуы беҙҙең ғаиләбеҙ өсөн ҙур бүләк булды. Миңә уны ағай булараҡ ҡарарға тура килде инде, мәктәпкә барышлай балалар баҡсаһына ла алып бара инем. Беҙ уны яратып, иркәләп кенә торһаҡ та, ул бик етди, әҙәпле ҡыҙ булып үҫте. Ул быйыл Ҡазан дәүләт федераль университетының иҡтисад факультетын тамамлау алдында, бакалавр дипломы аласаҡ, Алла бирһә! Уға уҡыуында ҙур уңыштар теләйем, ҡулымдан килгәнсә төрлө яҡлап ярҙам итеп торам.Уның менән бергәләп Зифа Нагаева ижад иткән «Ағайыма» тигән йырҙы башҡарабыҙ. Әле яңыраҡ ҡына Яр Саллы ҡалаһындағы концертыма килеп, минең тамашама матур биҙәк өҫтәне, беҙ унда ла бергәләп әлеге яратҡан йырыбыҙҙы башҡарҙыҡ. Ошолай туғанлыҡ ептәрен төрлө яҡлап нығытып торабыҙ. Хөрмәтле ата-әсәйем хаҡлы ялда булһалар ҙа, аҙбар тултырып мал-тыуар тоталар, ҡош-ҡорт аҫырайҙар, баҡса үҫтерәләр. Пенсияла булһалар ҙа, ҡул ҡаушырып ултырмайҙар, ауылда йәшәгән кешегә эш табылып ҡына тора инде. Быйыл уларға яңы йорт һалып бирештем. Әсәйем шул яңы йортта тағы ла матурыраҡ йырҙар ижад итер әле, Алла бирһә, үҙемдең студиям ауылда ла булғас. Ижад кешеһе, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бала күңелле, саф йөрәкле булырға тейештер ул. Былай мин бөтәһен дә шаяртып бармайым ул, барыбер миндә етдилек күберәктер ул. Ныҡ яҡын белгән кешеләремде генә шулай итәм. Мин ошондай бәхетле бала сағым өсөн рәхмәтле булырға тырышам.
– Тимәк, дуҫлыҡ – һинең өсөн нимә ул, Ришат?
– Дуҫлыҡ – минең өсөн ҡәҙерле төшөнсә, һүҙҙә генә түгел, ә ысынбарлыҡта, ғәмәлдә. Бала саҡ дуҫым – Нәркиз Шәрәфиев! Мин уның тураһында сәғәттәр буйы һөйләй алам. Беҙ бер-беребеҙ өсөн, кәрәк икән, алышҡа ла сығырға әҙербеҙ. Ауылдашым, класташым, яҡын дуҫым Ленар Ғәзимов. Уның менән әкәмәт хәлдәр күп булды инде. Был йән дуҫым миңә һәр саҡ булыша, мин дә ҡулымдан килгәнсә уға ярҙам итешәм. Быйыл ул матур итеп ауылыбыҙҙа, «Йәшлек» исемле саф башҡортса исем ҡушып, кафе асып ебәрҙе. Тағы ла минең өсөнсө тағаным – ул да булһа, класташым, бер ҡасан да зарлана белмәүсе Рәмил. Ошо өс тағаным, өс көсөм тип әйтәм хатта, матур итеп тырышып донъя көтәләр. Нәркиз дуҫым Октябрьскиҙа (7-се концерт миҙгелемдән ул минең командамда видеооператор булып эшләй), Ленар Ғәзимов – Ҡарамалы-Ғөбәйҙә, ә Рәмил Ҡәйүмов Себер тарафтарында эшләү сәбәпле, әлеге көндә Сургут–Ҡарамалы-Ғөбәй юлына саң да ҡундырмай йыш ҡайтып йөрөй, минең үҙем кеүек инде (көлә)!
– «Ғүмерҙәр бер», «Йәшлек дуҫтарым» тигән махсус уларға арналған йырҙарың да бар, шикелле.
– Эйе, мин ул йырҙарымды тап дуҫтарыма бағышланым, ихлас күңелдән башҡарам, репертуарымда бар.
– Йырҙарың байтаҡ ҡына, ә шулай ҙа үҙеңдең күңелеңә ныҡ яҡындарын ғына атаһаң ине.
– Эйе, мин бөтә йырҙарымды ла яратып башҡарам. Барыһын да яңы тыуған сабый балалай күрәм, сөнки уларҙы тамашасы алдына, киң майҙанға алып сыҡҡансы күп көс һалып эшләйем. Ул процесс – үҙе бер донъя. Һәр береһенең тыуыу тарихы бар. Мәҫәлән, «Сәләм юллайым һиңә, тыуып үҫкән ауылым Ҡарамалы-Ғөбәй, һағындым һине, ауылым!» йырын махсус рәүештә әсәйем Розалия Нурулла ҡыҙы яҙҙы. Әсәйем, мин ситтә уҡып йөрөгәндә лә, оҙайлы гастролдәрҙән һуң да, шул тиклем ныҡ итеп ауылымды һағыныуымды күреп, тойоп, шуға шундай йыр яҙыуҙы миңә тәҡдим итте лә инде. Был яратып даими башҡарған йырҙарымдың береһе булһа, тағы ла махсус үҙемдең һорауым буйынса, минең рухи талаптарыма яуап бирә торған йырҙарымдың береһе ул «Аҡҡоштар мөхәббәте».
– Ришат, ысынлап та, ул һинең «коронный йыр»ың! Ул һинең бөгөнгө көндәге ижадыңдың эталоны тип әйтергә лә булалыр. Тап ошо йырҙа көслө хистәр һинең һығылмалы арбағыс тауышың аша тамашасыны күктәргә алып менә, һыуҙарҙа йөҙҙөрә лә инде. Зифа апай Нагаева – егәрле һәм талантлы композитор ҙа, шағирә лә, башҡарыусы ла. Тәүҙәрәк башҡарған «Яңғыҙ аҡҡош» (Р.Арыҫлан көйө, Р.Тимерова һүҙҙәре) йырына «Аҡҡоштар мөхәббәте» яуап кеүегерәк яңғырай төҫлө. Иҫ киткес образлы һәм тулы бер тормош кеүек. Башҡалар ҙа тоямы икән, әммә минең нескә һиҙгер күңел быны шунда уҡ тойҙо, был йырҙарҙы тыңлау һәм аңлау һинең үҙең кеүек үк юғары сәнғәтле булыуҙы талап итә һәм уларҙы тик юғары зауыҡлы тамашасы ғына аңлар төҫлө.
– Быйылғы, йәғни 7-се концерт миҙгелемдә лә ундай йырҙарға мөрәжәғәт иттем. Башҡорт халыҡ йыры «Хан ҡыҙы»н дуэт өсөн алдыҡ. Сөнки был йыр әйтеш формаһында яҙылған. Йырҙы матур итеп яңы аранжировка менән эшкәрттек, сәхнәлә ул башҡорт халыҡ бейеүе менән йәнәш башҡарыла. Шуға ярашлы башҡорт халыҡ кейемдәре лә тектерттек. Ижадымда ҙур һәм тәүге кәңәшсем булған әсәйем Розалия Нурулла ҡыҙы ижад иткән «Һин генә» тигән лирик йырҙы ла дуэт итеп тамашасыларға еткерҙек. Киләһе концерт миҙгелемдә был йырҙы үҙем генә башҡарырмын тип торам. Шулай уҡ тағы ла бер өр-яңы «Һағыныу йыры»н аранжировкаһыҙ, ижадташ дуҫым – Руслан Мөхәмәҙиевтең баяны оҙатыуында башҡарам, уны композитор Илгиз Закиров ижад иткән, ә һүҙҙәре Нәжип Мадъяровтыҡы.
– Һин бөтә йырҙарыңды ла аңлап, яратып йырлайһың. Күп кенә йырсылар кеүек ҡысҡырмайһың, көсәнмәйһең, хатта йәмһеҙ итеп тирләмәйһең, ә һәлмәк кенә итеп, тыныс ҡына йырлайһың. Был һинең үҙеңдең характерыңа (холоҡ-фиғелеңә) бәйлеме икән? Һинең бындай матур сифаттарың үҙе бер сәнғәт инде!
– Шулайҙыр, күрәһең. Мин үҙем дә бик тыныс холоҡло кешемен. Минең шулай тыныс күңелле булыуым ҡайһы бер йырҙарымда булышлыҡ итәләр, айырыуса «Ағым һыу» йыры миңә ныҡ яҡын, уны Марат Кәримов һүҙҙәренә Ризуан Хәкимов ижад иткән. Һәм һөнәри белемем булыуы ла йоғонто яһамай ҡалмайҙыр. Әсәйемдең йырлау һәләте лә миңә күскән.
– Ысынлап та, талант һәм аҡыл күберәк әсәйҙәр яғынан күсһә, ә тышҡы сибәрлек, һылыулыҡ атай яғынан бирелә тигән ҡараш йәшәй һәм ул ғалимдар тарафынан тикшеренеүҙәр үткәрелеп иҫбатланған да.
– Бәлки, барҙыр ундай ҡараш, ысынлап та, күп һәләттәр балаға ата-әсәһе тарафынан бирелә. Бына беҙҙең ғаиләбеҙҙә өс бала ла, йәғни ағайым Ренат та, һеңлем Айгөл дә матур итеп йырлайбыҙ, Аллаға шөкөр! Сөнки әсәйем Розалия Нурулла ҡыҙы бик моңло итеп йырлай, һөнәре буйынса сәнғәт кешеһе, егерме йылдан ашыу, йәғни хаҡлы ялға сыҡҡансы тыуған ауылым Ҡарамалы-Ғөбәйҙә клуб мөдире, мәҙәниәт йорто директоры булып эшләп, халыҡты рухи яҡтан тәрбиәләне, мәҙәни-ағартыу эше алып барҙы. Тимәк, ғалимдарҙың тикшеренеүҙәре дөрөҫлөккә тура килә булып сыға. Әсәйем минең буйға бәләкәй генә, ә үҙенең эсенә Йыһандай күпме изгелек, моң һыйған. Бушҡа ғына әйтмәйҙәрҙер инде «Дөйәләй кәүҙәң булғансы, төймәләй аҡылың булһын!» – тип, тағы ла минең был һүҙҙәремде «Алтын ҙур булмай» тигән әйтем дә раҫлай. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығын әсәйемә ҡарап ышаныслы әйтә алам. Киреһенсә, ҡыҙҙар бәләкәй буйлы булһалар, һөйкөмлөрәк тә, матурыраҡ та күренәләр, бөтмөр ҙә, егәрле лә булалар, ә егеттәрҙе, киреһенсә, оҙон буй биҙәй.
– Ә минең «Бәләкәй буйлы ҡыҙҙарға егеттәр күберәк баш эйә» тигәндәрен дә ишеткәнем бар.
– Тап шулай, Наҡыя Дамир ҡыҙы, минең атайым Айрат Сөләймән улы ла бик аҡыллы кеше, әсәйем Розалия Нурулла ҡыҙын бәләкәй генә ҡиммәтле алтынға тиңләп һайлап алыуы ла уларҙы бәхеткә алып килгән һәм минең атайымдың ошо матур сифаты миңә ҙур өлгө булып тора, Аллаға шөкөр! Ғаиләбеҙҙең башлығынан миңә бик күп эске рухи һәм тышҡы матур сифаттар күскән. Тыныс холоҡло булыуым да, эште еренә еткереп, аҡрын ғына башҡарыуым да тап атайымдан күскәндер әле. Шулай уҡ буй-һыным да, электрик булырға хыялланыуым да, техника яратыуым да тап атайымдан. Ул байтаҡ йылдар ауылыбыҙҙа колхозда механизатор булып эшләне. Ул кескенә сағымдан уҡ, Аллаһы Тәғәлә тарафынан әҙәм балаларының тормошон еңеләйтеү өсөн күктән төшөрөлгән металдың, йәғни тимерҙең серҙәренә төшөндөрҙө, бик ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
– Ришат, һин ниндәй музыка уйын ҡоралдарында уйнайһың?
– Мин гармунда, баянда уйнайым. Сөнки мин Октябрьский ҡалаһындағы сәнғәт колледжында хор дирижерлығы бүлегендә уҡый башлағайным.
– Туҡта, туҡта, һин бит баян класында бер аҙ уҡығандан һуң ғына вокалға күскәнһең. Ҡаһармандарса, хәл иткес аҙым яһағанһың түгелме?!
– Тап шулай. Шулай уҡ гитарала ла сиртәм, ә синтезаторҙа мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ уйнайым, ярайһы ғына оҫта уйнайым тип әйтергә кәрәк (көлә). Шулай уҡ ҡурайҙа һәм фортепьянола уйнайым. Универсалмын (көлә).
– Минеңсә, йырға күсеп дөрөҫ эшләгәнһең, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ! Ә был музыкаль инструменттарҙа йыр яҙҙырғанда ла, былай ваҡытта ла кинәнеп уйнай алаһың. Йырлауың барыһын да уларҙы биләй, йәғни үҙ эсенә ала. 7-cе ижад миҙгелеңдә Мәскәү ҡалаһының ете мең тамашасы һыйҙырырлыҡ ҙур концерт залдарының береһе – Крокус Сити Холл һине ҡаршыланы. Был бит ныҡ яуаплы аҙым булды. Һин булдырҙың, маҡсатыңа ирештең – һин башҡара алмаған эштәр юҡ инде. Күҙҙәр генә теймәһен!
– Әлбиттә, ҡурҡытты ла, тулҡынландым да, хатта бер аҙ икеләнеп тә ҡуйҙым. Былай ҡурҡҡан эш хәйерлегә була, тиҙәр. Уның өсөн йәй көнө күп эшләргә тура килде һәм беҙ тырышып әҙерләндек. Юғары зауыҡлы Мәскәү тамашасыһының да ышанысын аҡланым, тип уйлайым. Үҙемә алға табан ижади үҫеш өсөн ҙур тәжрибә тупланым.
– Манты яратҡаныңды беләм. Ә заманса тиҙ генә әҙерләнә торған үҙеңдең берәй рецебың бармы?
– Биш минут эсендә әҙерләнә торған бер фирма турамам бар (көлә). Ҡыяр менән помидорҙы матур итеп йыуып, шаҡмаҡлап турайһың да, шуға укроп менән ике бешкән йомортҡаны ҡушаһың да, ҡаймаҡ һалып, әҙ генә тоҙ һибеп болғатаһың. Шулай тиҙ генә туҡлыҡлы һәм файҙалы турама килеп сыға.
– Яратҡан фразаң бармы? Булһа, уны ҡайһы осраҡта йыш ҡулланаһың?
– Минең яратҡан әйтемем бар, эйе. «Хәрәкәттә – бәрәкәт!» – тип йыш ҡабатларға яратам. Беренсенән, был спортты яратыуымдан килһә, икенсенән, хәрәкәт итһәң, эшең дә бара, ашарыңа ла була, донъя ла күрәһең. Хәрәкәт итһәң, һиңә бөтә яҡшы нимәләр эйәрә бит ул. Быйыл миңә «Иң шәп спорт яратыусы артист» тигән кубок тапшырҙылар.
– Бына һиңә яңылыҡ! Концерттар мәлендә үҙең бик матур итеп һөйләйһең, ҡанатлы һүҙҙәрҙе лә йыш ҡулланаһың. Әллә шул концерт мәлдәрендә һиңә бик күп запискалар яҙып, «Шул йырҙы йырла, был туғанымдың тыуған көнөн генә ҡотла әле!» тигән кеүегерәк хаттарға яуап бирә торғас, шулай шымарып алғанһыңдыр инде. Һинең «клиптар»ың ул тиклем күп түгел. Бер нимә лә аңлатмаған клиптар ныҡ күбәйеп китте, уларҙың күбеһе шаблонға ҡоролған, бер-береһен ҡабатлаған, урланған сюжеттар ҙа байтаҡ. Быға һинең ҡарашың нисек? Башҡорт телендә зауыҡлы, яңылыҡ алып килерҙәй һәм репертуарыңдағы үҙенсәлекле йырҙарыңа төшөрөлгән өр-яңы клиптарың менән беҙҙе ҡасан шатландырырһың икән?
– Клиптарымдың тәүгеләре башҡорт телендә булды, улар юҡ түгел, барҙар, Аллаға шөкөр! Әле клиптар төшөрөү өҫтөндәмен. Яҡын көндәрҙә киң майҙанға өр-яңы клиптарым сығасаҡ.
– Ниндәй йырҙарыңа төшөрөлгән?
– «Оноторға мине тырышма» йырыма клип Ҡазан ҡалаһында, ә «Мөхәббәтем» йырына Ҡырымда төшөрөлдө. Ошо көндәрҙә «Зәңгәр күҙҙәр», «Мин бәхетле» тигән йырҙарыма клип төшөрөү өҫтөндәбеҙ. Улар сыҡты инде, Аллаға шөкөр!
– Өфөлә ҡасан һәм ниндәй йырыңа төшөрөргә тигән ниәтең бар?
– Башҡорт телендә яңғыраған өр-яңы йырҙарымдың барыһына ла Өфөлә төшөрөргә тип уйлап йөрөйөм, сөнки баш ҡалабыҙ йылдан-йыл матурлана. Әлбиттә, һоҡланғыс тәбиғәтле Башҡортостаныбыҙҙың төрлө-төрлө матур төбәктәрендә лә төшөрөргә тигән изге ниәттәрем бар. Мәҫәлән, шул «Зәңгәр күҙҙәр» йырына клип Мәскәүҙә, Өфөлә, Ҡазанда һәм тыуған республикамдың Ҡырмыҫҡалы районында төшөрөлдө.
– Быйылғы тылсымлы 7-се миҙгелеңде нисек атаның?
– Үҙемдең 7-се концерт миҙгелемде «Утһыҙ төтөн» тип атаным.
– Ҡыҙыҡ һәм бик серле исем икән. Нимәнән алып ҡуштың һуң ул исемде?
– Концертымда шул исемдәге өр-яңы йырымды башҡарам. Ул йырҙы миңә Зифа апай Нагаева яҙҙы.
– Хәтәр икән! Ә, иҫемә төштө, йөкмәткенән сығып, әҙәбиәт белгесе булараҡ, шуны әйтә алам. Был үткәндәге мөхәббәт тойғолары һүнеп, унан да элеккеһенең тағы ла яңынан ҡабынасағына өмөт тойғолары менән һуғарылған йыр! Шул мөхәббәт тойғоһо лирик образды йылыта башлаған, ә герой кем икәнен аңлап етмәйерәк... Ниһайәт, аңланы ул уны! Утһыҙ булһа ла, уның ялҡыны һаман да йылытып, үҙенә тартып тора икән. Шул һинең йөрәгеңдә хистәр уятыусы мөхәббәтең хаҡында имеш-мимештәрҙең йөрөүен беҙҙең халыҡта «Утһыҙ төтөн булмай ҙа инде» тигән әйтем менән нарыҡлайҙар. Быйыл яҙ көнө Башҡортостандың Ҡандра ҡасабаһында утһыҙ концерт бирҙегеҙ инде.
– Эйе, был беҙҙең өсөн көтөлмәгән сюрприз булды инде. Яңылыш ҡына колхоз баҫыуында тракторсы электр бағанаһын төкөп киткән дә тамашасыларға ике сәғәт тирәһе утһыҙ концерт ҡуйырға тура килде. Унда бөтөнләй микрофонһыҙ баян, гармун, ағас гитара аҫтында йырланым. Күберәген халыҡ йырҙарын башҡарҙым. Беҙ уны командам менән лайыҡлы йырып сыҡтыҡ, тиһәң дә була.
– Шулай шул, афарин һеҙгә! Эйе, мин дә ҡараным уны. Был серле исемле концертыңа тағы ла әкиәти тылсым өҫтәне, шикелле. Айырыуса, «Элмәлек» матур яңғыраны. Шулай ҙа, ундай көтөлмәгәнлектәр башҡаса ҡабатланмаһын инде. Нимә һине мотивациялай, йәғни көс һәм ижади этәргес бирә? Сөнки һинең ижадың үҙе бер юғары сәнғәт өлгөһө. Нимәләр һине илһамландыра?
– Алдыңа юғары маҡсаттар ҡуйып, шуны тормошҡа ашырыу өсөн, иң беренсе минең осраҡта тырышлыҡ һәм талант кәрәк, шунан һуң тирә-йүндәге яҡын кешеләремдең мине аңлауы ла, ярҙамы ла мөһим, өсөнсөнән, тамашасым миңә ҙур этәргес көс бирә. Әлбиттә, спортҡа һөйөүем дә ҡанатландыра, тәбиғәт тә илһам бирә һәм үҙемдең берәү генә булырға тейешле саф мөхәббәт тойғоһо!
– Үҙ һөнәрең өлкәһеңдә яҡшы педагогка эләгеү уңышҡа өлгәшеүҙең нигеҙен тәшкил итә, йәғни ҙур йылғалар бәләкәй инештәрҙән башлана икәнлеген беләбеҙ. Мәҫәлән, яҡшы осоусы булыр өсөн летчикка яҡшы уҡытыусы кәрәк, әгәр остазың етерлек кимәлдә эшләп еткермәһә, һауаға осоп булмай. Бында ла шулай – вокал буйынса уҡытыусың талантлы булмаһа, яҡшы орлоҡ һалмаһа, үҫеүе ауыр була, үҙеңә меңләтә тырышырға тура килә. Һинең менән шулай булманымы, минең белеүемсә, һин үҙең ҡара тырыш егетһең!
– Әлбиттә. Килешәм. Бик дөрөҫ фекер. Миңә төрлө уҡытыусының ҡулы аҫтында уҡырға тура килде һәм мин остаздарымдан уңдым. Октябрьскиҙа музыка колледжында йыр башҡарыу серҙәренә талантлы педагог Ғәлиә Закир ҡыҙы Мусина өйрәтһә, Өфө сәнғәт академияһында (институтында) иһә вокал бүлегендә профессор Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова класында уҡыным. Мин үҙемдең мәғрифәт нуры таратыусы барлыҡ уҡытыусыларыма ла рәхмәтлемен! Әгәр ҙә улар талапсан һәм ярҙамсыл булмаһалар, мин бөгөн бындай затлы йырсы була алмаҫ инем.
– Аҡ төҫ яратаһың бит инде. Ул, ысынлап та, балыҡ йондоҙлоғо төҫө булһа, икенсенән, ул – сафлыҡ төҫө, бәхет төҫө (кешегә һәр саҡ аҡ бәхет юрайҙар) һәм был һинең үҙеңде лә, ижади образыңды ла асыусы төҫ. Барлыҡ сәхнә костюмдарың да тиерлек аҡ төҫтән. Йәшеле лә, күк төҫтәгеһе лә, ҡыҙылы ла шул тиклем үҙеңә килешә, шәмәхә төҫөндәгеһе лә бар, логотибың менән тегелгәне лә хисләндерә, һиңә етдилек тә өҫтәй, матур, килешле стилле лә, уңайлы ла итеп тегелгәндәр. Тынды ҡыҫып торғанын кеймәйһең бит инде, күкрәгең менән, йәғни йөрәгең менән йырлағас, галстук таҡмай дөрөҫ эшләйһең. Шул костюмдарыңдың фасондарын кем уйлаша? Бында һинең теләктәр тулыһынса иҫәпкә алынамы?
– Минең сәхнә костюмдарым директорым, киң эрудициялы, ижади ҡарашлы шәхес Эмиль ағай Уйылданов фантазияһы нигеҙендә һәм үҙемдең дә теләк-тәҡдимдәрем менән Өфөләге тегенсем тарафынан тектерелә. Әлбиттә, бында минең теләктәр хәл иткес роль уйнай. Һәр бер йырымдың йөкмәткеһенә тура килерлек һәм минең тышҡы һәм эске күңел донъямды асырлыҡ та, зауыҡлы ла булырға тейеш ул костюмдар.
– Һинең йырҙарыңдың шиғырҙары ла элитар шиғриәткә ҡарай. Уларҙа шул тиклем тәрән мәғәнә, әйтәйек, символик мәғәнәгә эйә ҡош, ҡанат, сафлыҡ, һыу, шишмә, йылға, диңгеҙ образдары барыһында ла бар. Концерт сценарийың да шул рухтараҡ. Уларҙы оҙаҡ һайлайһыңмы? Йөрәгеңдең ҡушыуы буйынса һайлайһыңдыр. Әйтәләр бит, эске йөрәгеңде тыңла, унда тик Аллаһы Тәғәләнең генә өндәшеүе сағыла тип?
– Әлбиттә, мин көйгә ҡарағанда, иң беренсе һүҙҙәргә иғтибар бирәм. Сөнки тәүҙә йыр һүҙҙәре эҙләп алам, унан һуң ғына көйөн яҙам йәки композиторға мөрәжәғәт итәм. Шиғырҙың йөкмәткеһенә тәрән фекер һалынған һәм уны автор отҡор теле менән еткергән икән – ул минең йыр буласаҡ. Мотлаҡ һәр бер һүҙгә диҡҡәт менән ҡарайым. Йырҙың һүҙҙәре минең йөрәгемә тәүге уҡығандан уҡ инеп оялай икән, уны тап мин генә йырларға тейешмен тигән оло маҡсат биләп ала.
– Шәжәрәң менән ҡыҙыҡһынғаның булдымы? Ата-әсәйең, яҡындарың, ҡартатай-өләсәйҙәрең тураһында һөйләп үтһәң ине.
– Әбейҙәрем, бабайҙарым бик һәйбәт һәм хөрмәтле кешеләр ине. Улар бик иртә киттеләр. Шәжәрәмде төҙөй башланым. Яҡын киләсәктә был эште мотлаҡ тулыһынса эшләп ҡуйырмын тип уйлайым. Әсәйем яҡлап беҙ – башҡорттар.
– Кеше хатта үҙ-үҙенән оялырға тейеш, ә бына һин сәхнәгә сыҡҡанда уңайһыҙланып, ҡыйыуһыҙланып ҡалған осраҡтарың бармы?
– Унһыҙ булмай инде, булғылай. Мин дә әҙәм балаһы. Тәүге мәлдәрҙә ауырға тура килде. Барлыҡ ҡыйыулығымды йыйып, эшем икәнлеген аңлап сығам сәхнәгә. Хәҙер өйрәндем. Тамашасы ла миңә бик ҙур көс бирә. Шулай ҙа һәр саҡ Аллаһы Тәғәләгә тапшырып сығам.
– Аҡыллы ҡыҙ һәм егет нисек була ул?
– Аҡыллы ҡыҙҙың үрнәге һин булһаң, Наҡыя, ә егеттең иң өлгөлөһө минең шикелле булырға тейештер! (Көлә).
– Ижадташ дуҫтарың хаҡында ни әйтерһең? Йырҙарыңды музыкаль яҡтан ҡайҙа, ниндәй студияла биҙәтәһең, яҙҙыраһың, әллә был эш менән тулыһынса үҙең шөғөлләнәһеңме? Белеүемсә, йырҙарға аранжировкалар яһаусы тәжрибәле музыкант Марат Мухин менән дә бик тығыҙ хеҙмәттәшлек итәһең, шикелле. Ул Башҡортостандан да бик күп йырсыларҙың аудиотаҫмаларын ике тиҫтәгә яҡын йыл элек үк яҙҙырышып сығарышҡан. Үҙе лә Башҡортостанда тыуғанмы ни?
– Марат Мухин үҙ эшенә бик яуаплы ҡараған тәжрибәле музыкант, Татарстандыҡы. Аранжировка яһаусының эшен мин бал ҡортоноң кәрәҙҙәрҙе үреп, уға бал тултырыуға тиңләр инем. Уның менән байтаҡ йырҙарымды бергәләп яҙҙыҡ. Ул үҙ эшенә мөкиббән киткән. Йырҙарымды уның студияһында ла, үҙемдекендә лә яҙҙырам. Аранжировка эшләү серҙәренә яйлап төшөндөм, буғай, хәҙер үҙем дә йырҙарымды музыкаль яҡтан биҙәштергеләйем...
– Ришат, һинең башҡарыу стилең академик та, халыҡсан да йүнәлештә. Ошондай ҙа профессиональ үҙенсәлеккә эйә булыр өсөн нимәләргә иғтибар итәһең? Һөнәри белеме булмаған йырсыларҙың зал тултырып кеше йыя алыуҙарына ниндәй баһа бирәһең?
– Ысынлап та, миңә бик ауырға тура киләсәк икәнен аңлап эш итәм. Сөнки гел тере тауышҡа йырлағас, ауырыраҡ йүнәлеште һайлау дөрөҫөрәк. Әлбиттә, эстараданы ла онотмайым. Эстраданы башҡарғанда ла бит тамашасы һинең йырҙарыңдан мәғрур тауҙар төпкөлөнән урғылып сыҡҡан саф шишмә тауышын да, яҙғы һандуғас моңон да, бала сығарған саҡтағы сыйырсыҡ моңон да, ғөмүмән Ер йөҙөндә ниндәй матурлыҡ бар, шуларҙың барыһын да ишетергә, күрергә, тойорға тейеш. Хөрмәтле минең тамашасым һағышланһа, мин уларҙың һағыштарын таратырға, киреһенсә, һағышландырырға ла, уйландырырға ла тейешмендер. Шуға дәртлерәк йырҙарым минең күп түгелдәр. Улары ла кәрәк инде, тик мин был мәсьәләлә сама тигән нимәне онотмайым. Һәр нимәнең үҙ миҡдары булһа, яҡшы була. Әгәр ҙә беҙҙең тормошобоҙҙа ошо законсалыҡ үтәлһә, донъяла барыһы ла камил булыр ине. Ә халыҡ моңо – минең ижадымдың төп кредоһы. Мин уға бер ҡасан да хыянат итмәйәсәкмен. Акамедик йүнәлеште онотмау – минең һөнәрҙең төп талабы. Улайһа, ни өсөн мин нисәмә йылдар был өлкәлә уҡыным һуң?! Ошо һөнәр буйынса уҡымағандарҙың зал тултырып тамаша йыйыуҙары ваҡытлыса ғына ул. Йылдар үтер, ундай йырсыларҙың концерттарына йөрөүселәрҙең ҡараштары үҙгәрәсәк, шул кешеләр барыбер моңло йырҙар тыңлағыһы киләсәк, әгәр ҙә улар үҙҙәре үҫешкән булһалар. Был бик бәхәсле, ҡайһы бер тамашасы үҫешмәй, шул урында тороп ҡалмаһа инде.
– Быйыл, Ришат, тамашасыларың өсөн яңы бер ҡыҙыҡлы ғына проект – ртчелленджик (саҡырыу, осрашыу) уйлап тапҡанһың икән. Был – беҙҙең йырсылар араһында яңы күренеш.
– Эйе, Риф Арыҫландың «Һағыныу» йырына кем дә кем матур итеп бейеп төшкән видеояҙмаһын минең «Инстаграм»дағы һәм «Бәйләнеш»тәге махсус төркөмөмә ебәргән – шуларҙың иң ҡыҙыҡлыһына махсус бүләк – аҡсалата премиямды Өфө ҡалаһының С.Юлаев майҙанында халыҡты йыйып тапшырҙым. Был йола киләсәктә лә дауам ителәсәк. Ошо май аҙаҡтарында «Аҡҡоштар мөхәббәте» йырына кемдәр матур итеп йырлап видеояҙма ебәрә, шулай уҡ үҙемдең команда менән һайлап алып, шул уҡ майҙанда бүләкләйәсәкбеҙ.
– Ярай, был изге башланғысың да алға табан да уңышлы дауам иттерелһен! Яҙмышҡа ышанаһыңмы? Хәйриә концерттары ойоштороуға ла ҙур әһәмиәт бирәһең. Был һинең күңел талабымы?
– Әлбиттә, яҙмышҡа ышанам. Яҙмышҡа ышаныу – имандың бер билгеһе. Беҙ тыуғанға тиклем үк Аллаһы Тәғәлә беҙҙең яҙмышыбыҙҙы, кем менән буласағыбыҙҙы ла билдәләп ҡуйған инде. Хәйриә концерттары үткәреү бер ниндәй ҙә пиар өсөн дә, дан ҡаҙаныр өсөн дә түгел. Хәйриә концерттары ойоштороу – тулыһынса минең күңел талабым. Йыл һайын, бына инде 9-cы мәртәбә, үҙемдең тыуған ауылым Ҡарамалы-Ғөбәйҙә (Башҡортостандың Туймазы районы) йәйгеһен традицион рәүештә бындай концерттарымды ойошторам. Быйыл да минең тоғро тамашасыларымдың ун меңләбе шунда йыйылды. Бер айҙан тағы ла, Аллаһ бирһә, 10-сы хәйриә концертымды үткәрәсәкмен.
– Ришат, бына әле генә Ураҙа байрамы уҙҙы. Аллаһы Тәғәләнең 99 гүзәл исеме бар тиҙәр. Шулай ҙа был өлкәлә энциклопедия төҙөүсе ғалимдар Аллаһы Тәғәләбеҙҙең 1001 исеме барлығын астылар, шулай булһа ла, был мәғлүмәт бөтәһенә лә билдәле түгел, сөнки уның тулы 1001 исемен үтә моңло йырсы ҡош – һандуғас ҡына белә, Хоҙай уға ғына ул исемдәрҙе белгерткән, йәғни тапшырған. Уның һайрауы ошо Аллаһы Тәғәләнең 1001 исемен ҡабатлауы икән. Бына ниндәй мөғжизә! Һинең быға ҡарашыңды белгем килә.
– Мин быға тулыһынса ышанам. Йырсыға ла талант шул Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән бит инде. Әгәрҙә һин шул Хоҙайҙан бирелгән талантыңды тулыһынса бойомға, тормошҡа ашырмайһың икән, йәғни бөтә тырышлығыңды һалмайһың икән – ул гонаһ һанала бит. Һандуғасҡа ла шундай матур, мөғжизәле һәләт бирелгән икән, улар һайрайҙар ҙа һайрайҙар. Шуның кеүек йырсы ла үҙ өҫтөндә даими эшләп, үҫергә лә үҫергә тейеш. Йылдан-йыл тамашасыһын үҙенсәлекле йырлауы, ғөмүмән, ижады менән һөйөндөрөргә тейештер.
– Йыр бит өс ҡанатлы – шағир (халыҡ йыры булһа ла, ул ҡасандыр билдәһеҙ кеше тарафынан тыуҙырылған), композитор һәм башҡарыусы. Уларҙың һәр береһе ошо илһам ҡошоноң осоп йөрөүе, талмаҫ ҡанат булыуы өсөн яуаплы. Йырҙы ла бит йәр һайлаған һымаҡ иғтибарлап һайларға кәрәк. Бөгөнгө көндә эстрада өлкәһендә лә, музыка донъяһында ла баһа биреү үҙгәрҙе. Шулай ҙа һинең ижади тормошоңда ниндәй композитор хәл иткес роль уйнаны? Ниндәй композиторҙы ысын талант эйәһе тип әйтә алаһың? (Бер нисәүҙе атаһаң да була, күп түгелдер тип уйлайым.)
– Миңә йыр карьераһы өлкәһендә хәл иткес роль уйнаған беренсе композиторҙарымдың береһе – яҡташыбыҙ (Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы) Рәйес Ханнанов (Илдар Юзеев һүҙҙәренә ижад иткән «Тыңласы, һандуғас!» йыры). Әлбиттә, шулай уҡ яҡташым, классик композитор, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нур Дауытов. Мин уның Рәмил Сурағол һүҙҙәренә ижад ителгән «Гармун моңо» тигән йырын яратып башҡарҙым. Ул да минең ижади карьерам өлкәһендә этәргес көс булды. Әле шуларҙың береһен яңынан репертуарыма индерермен тигән изге ниәтем бар. Йәш композиторҙар араһынан Риф Арыҫлан. Яратып башҡарған «Ғүмерем буйы көттөм шул һөйөүҙе» (Р.Тимерова һүҙҙәре) тап уныҡы. Иҫ китмәле мәғәнәле һәм матур йыр, минең барлыҡ күңел талаптарыма, тормош принцибыма яуап биргән йыр. Был йырға башҡортса видеоклип та төшөрҙөк. Мин уның 7-8 йырын башҡарҙым («Туй теләктәре», «Яңғыҙ аҡҡош», «Яҙмыш бураны», «Яңы йыл» (Ә.Афзалова һүҙҙәре). Алла бирһә, киләсәктә лә ижади хеҙмәттәшлек итербеҙ тигән изге ниәттәмен. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Риф Арыҫландың тағы ла «Һағыныу йыры» йырын репертуарыма бик теләп алдым әле. Шулай уҡ ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Зөлфәт Вәлиуллиндың бер нисә йырын бик яратып башҡарам («Зәңгәр күҙҙәр», «Тыуған ерем», «Тоямын ҡулыңдың йылыһын»).
– Әле тағы ниндәй йырҙарҙы репертуарыңа алдың?
– Зифа Нагаеваныҡын әйттем инде. Шулай уҡ яҡташыбыҙ, Татарстанда йәшәп ижад итеүсе Башҡортостандың талантлы егете Морат Ғайсиндың «Һиңә барам» тигән йырын алдым. Уның һүҙҙәрен Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, ғүмерен хәрби профессияға арнаған Венер Фәттәхов ижад итте. Тәүге сығышымдан уҡ был йырымды тамашасыларым ихлас ҡабул итте. Үрҙә телгә алған башҡорт халыҡ йырҙарынан «Хан ҡыҙы» ла өр-яңы күренеш, асыш булды тип уйлайым! Махсус рәүештә был йырға башҡорт халыҡ бейеүе һалдырҙыҡ. Уны Башҡорт дәүләт филармонияһының талапсан, талантлы хореографы Маргарита Камил ҡыҙы Ғандалипова һалды.Ғөмүмән, беҙҙең бөтә бейеүҙәребеҙҙе лә тиерлек ул ҡуйҙы. Беҙ төркөмөбөҙ менән уға бик рәхмәтлебеҙ! Шуны ла әйтергә кәрәк, 7-се миҙгелебеҙгә әҙерләнгәндә, Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайының «Солнышко» хореография театр-студияһында эшләүсе, заманса бейеүҙәр һалыусы хореограф Тимур Ишмаковты ла саҡырҙыҡ, ул көн тәртибе тығыҙ булһа ла, беҙгә бейеүҙәр ҡуйышырға ҡуш ҡуллап ризалашты. Киләсәктә лә уның менән ижади хеҙмәттәшлегебеҙҙе дауам иттерербеҙ тигән изге ниәттәбеҙ. Быйылғы концерт миҙгелемдә бик яратып тәрән фәлсәфәүи мәғәнә һалынған башҡорт халыҡ йыры «Уйыл»ды ҡурай моңо аҫтында башҡарам. Үҙемдең төркөмөмә яҡташымды, Туймазынан, киләсәге өмөтлө йәш ҡурайсы егет Радмир Ғүмәровты алдым.
– Ришат, йәмғиәтте нимә алға алып бара һәм киреһенсә, артҡа һөйрәй?
– Йәмғиәтте алға алып бара – намыҫлы хеҙмәт итеүсе алдынғы ҡарашлы шәхестәр һәм ябай халыҡтың берҙәмлеге, даими үҫештәге иҡтисад, иман, әҙәп-әхлаҡ, күркәм тәрбиә, тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт һәм мәғәнәле, моңло, тәрән йөкмәткеле йырҙар! Артҡа һөйрәй – ялҡаулыҡ, яһиллыҡ, тәртипһеҙлек, уңышлыларҙан көнләшеү, белемһеҙлек, ғалимдарға аяҡ салыу, битарафлыҡ, мәғәнәһеҙ йырҙар йырлау, маҡсатһыҙлыҡ!
– Бөгөн ошо йәмғиәттә мәшһүр булыр өсөн ниндәй сифаттар кәрәк?
– Әлбиттә, кемдәндер көтөп ятһаң, популяр булып булмай, мәшһүрлек тауына даими үрмәләү кәрәк, хатта шыуып төшһәң дә, тешең-тырнағың менән тырмашып менергә кәрәк, өҫтөңә менеп, тапап үтеп китмәһендәр өсөн. Эшләргә, һәр саҡ камиллыҡҡа ынтылырға, изгелекле, ярҙамсыл да булыу фарыз.
– Нимәлә һәр саҡ икеләнәһең?
– Өр-яңы йырымды киң тыңлаусыларға тәҡдим итер алдынан һәр саҡ икеләнәм, халыҡ нисек ҡабул итер был ижад емешемде, оҡшармы, юҡмы, оҙон ғүмерле булырмы ул, хитҡа әйләнерме икән, киләсәктә нимәләргә иғтибар итергә кәрәк булыр икән тигән борсолоулы тойғолар кисерәм, нәҡ дистанцион имтихан бирәм кеүек!
– Һин өкөмө йәки һабан турғайымы, әллә бөтөнләй ҡояшмы? Минең уйлауымса, һин – өкө.
– Дөрөҫ, уйлайһығыҙ, профессия өкө булыуҙы талап итә. Шулай уҡ өкө – тәрән аҡыл билгеһе. Белемле, киң ҡарашлы һәм тәрән фекер йөрөтөүсе отҡорҙарҙың «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» тип аталған телепроект та нисәмә йылдар өкө символы менән бәйләнгән. Бик күп шедеврҙар ҙа нәҡ төнөн ижад ителгәндәр. Нисектер төнөн аяҡ тауыштары тынғас, һиллек була, ижадҡа бер нимә лә ҡамасауламай төҫлө, кинәнеп көй, йыр, шиғыр, әҫәр ижад ит кенә. Тап шуғалыр, күрәһең, бәлки, серле ай ҙа булышлыҡ итәлер.
– Ришат, бына мин төштәргә ышанам, күп нимәләрҙе алдан күрәм, ә һин төштәргә әһәмиәт бирәһеңме, эзотерикаға ҡарашың нисек?
– Әлбиттә, төштәрҙе мин дә күрәм. Ышанмай ҙа булмай. Сөнки төш – төпкө аңдың да сағылышы бит ул. Һәйбәтен күрһәң, шатланаһың инде. Ғөмүмән, төштәрҙе изгелеккә юрарға кәрәк. Бөтә кешегә лә Аллаһы Тәғәлә ундай мөмкинлек бирмәйҙер, күрәһең. Күптәр күргән төштәрен шунда уҡ оноталар, йә иһә бөтөнләй күрмәйҙәрҙер. Улар нимәнелер алдан белгертеү, иҫкәртеү функцияһын да үтәйҙәр. Тормошомда айырым һандар ҙа ҡайһы саҡ хәл иткес роль уйнағаны булды. Был донъяла бер нимә лә осраҡлы булмайҙыр ул. Мәҫәлән, йәшәгән йортоңдоң һаны ла нимәлер тураһында һөйләргә мөмкин. Аҙнаңдың уңышлы көнө йәки бәрәкәтле һаны ла булыуы ихтимал. Ышанһаң да, ышанмаһаң да, тормошомда ла, эшемдә лә, ижадымда ла улар хәл иткес роль уйнағандары бар.
– Йәйҙе оҙонайтыу өсөн ял итергә барып ҡайтаһыңдыр. Быйыл ҡасан барырға һәм ҡайҙа ял итергә уйлап тораһың әле? Бындай тығыҙ эш графигы менән эшләгәс (бер миҙгелгә төрлө төбәктә, юлды ла иҫәпкә алһаң, 300-ҙән ашыу концерт ҡуйыу), һиңә йәйгеһен өс ай ял итергә кәрәктер тип уйлайым. Көс тә йыйырға, яңы йырҙар ҙа ижад итергә лә мөмкинлектәр күберәк булыр ине.
– Бәлки, киләсәктә шулай итермен.Ваҡыт күрһәтер әле. Бигерәк тә Абхазия яҡтарында, Ҡырымда ял итергә яратам. Үткән йәйем һөҙөмтәле генә булды, байтаҡ ҡына яңы йырҙар ҙа ижад иттем, ял да иттем, дөрөҫөрәге, Чечен Республикаһында Грозныйҙа булдым. Атап әйткәндә, Чечняның иҫ китмәле матур һәм мөғжизәле Кезеной-Ам күле янында (ул 2 мең саҡрым тәрәнлектә урынлашҡан), тап шунда «Мин бәхетле» тип аталған йырыма клип та төшөрҙөк, ял да иттек.
– Ришат, ихлас әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт! Һин хәҙер Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемен алдың. Ниндәй тойғолар кисерәһең, ғөмүмән, кем һуң ул атҡаҙанған артист? Мине ошо атҡаҙанған һүҙенең килеп сығышы, мәғәнәһе ҡыҙыҡһындыра һәм ул, минеңсә, аттай көслө һәм ҙур ҡаҙаныш яулаусы тигәнде аңлата, буғай, ә һинеңсә, Ришат, профессиональ йырсы булараҡ, үҙеңдең билдәләмәң? Йәш йырсыларға, йәш ижадсыларға, ғөмүмән «Тамаша» журналын уҡыусыларға теләктәрең, тәҡдим-фекерҙәрең?
– Ысынлап та, мин матур тойғолар кисерәм, шуның шауҡымы менән серле лә, тылсымлы ла булған 7-се концерт миҙгелемде Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме статусында башлап ебәрҙем, Аллаға шөкөр! Киләсәктә мин был юғары маҡтаулы исемде үҙемдең намыҫлы хеҙмәтем, ижадым менән тағы лайыҡлыраҡ итеп аҡлармын тип ышанам. Үҙемдең тыуып-үҫкән, белем биргән Башҡортостаным менән ихлас күңелдән ғорурланам, мине шулай ҡанатландырғандары өсөн рәхмәттәрем сикһеҙ! Әлбиттә, был маҡтаулы исем миңә тағы ла нығыраҡ бөтә тамашасыларым алдында мең ат көсөләй ҙур яуаплылыҡ өҫтәй һәм киләсәктә нығыраҡ илһамланып, профессиональ йырсы нисек булырға тейешлеген даими иҫбат итеп, тырышып эшләү өсөн ҙур стимул, йәғни этәргес көс биреп торасаҡ, миңә ҡанат өҫтәйәсәк! Кемдәр мине һәр саҡ күтәреп, хуплап, ярҙам итеп, ижадҡа ҡанатландырып торған, барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдергем килә! Шулай уҡ ата-әсәйемә, туғандарыма, яҡындарыма, яҡташтарыма, барлыҡ дуҫтарыма рәхмәтлемен! Йәш йырсыларға нимә теләр инемме? Уларға, әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә биргән таланттары бар икән, шул бик ҡәҙерле бүләкте осһоҙ йырҙарға тәләфләмәй, матур итеп үҙ стилдәрен табып, туҡтамай алға барыуҙарын теләйем. Әлбиттә, талант – бер нимә, тырышлыҡ – бөтөнләй икенсе ул. Мин талантлымын тиеп, ҡул ҡаушырып ултырһаң, үҫеш булмай. Шуға бер кемдән дә ярҙам көтөп ултырмаҫҡа, эшләргә кәрәк. Хәҙер йәштәр, әлбиттә, амбициялылар. Ҡайһы саҡ үтә амбициялы булыу ҙа кәрәкмәйҙер. Әҙәп, аҡыл, тәртип, тыйнаҡлыҡ менән һәм зыялыларҙың да, ғалимдарҙың да кәңәшен тотоп ҡына юғары уңыштарға өлгәшеп булалыр ул. «Тамаша» – Башҡортостанда башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер мәҙәниәт һәм сәнғәт журналы. Бәләкәй генә коллектив бик тырышып эшләп, шундай сағыу йөкмәткеле журнал сығарыуға өлгәшкәндәр, уларға алда ла ижади уңыштар юлдаш булһын! Был баҫманы мин дә яратып уҡыйым. Уны уҡыусыларға, тормош ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, ошо сихри сәнғәт, мәҙәниәт, ижад донъяһынан айырылмауҙарын теләйем! «Тамаша» журналының уҡыусылары, затлы йырсының концертындағы тамашасылар кеүек, йылдан-йыл, көндән-көн артһын, ә ундағы мәҡәләләр, әңгәмәләр, ғөмүмән, ниндәй рубрика бар, барыһы ла уҡымлы, мәғәнәле, йотлоғоп уҡырлыҡ булһын! Интервьюғыҙ өсөн дә бик ҙур рәхмәт һиңә, Наҡыя Дамир ҡыҙы!
– Ришат, һиңә лә, көн тәртибең тығыҙ булып та, минең менән әңгәмә ҡороп, журнал уҡыусыларын һәм үҙеңдең яратҡан тамашасыларыңды аҡыллы һәм матур фекерҙәрең менән уртаҡлашыуың, атҡаҙанған артист булараҡ та, тәжрибәң, тамаша ҡороу серҙәрең менән уртаҡлашыуың өсөн ҙур рәхмәт! Ижад ҡанаттарың нығынғандан-нығынһын, һәр саҡ талпынып, осошта булып, саф шишмәләй сылтырап ағып, урғылып, тулышып торһон!
Наҡыя ИСҠУЖИНА, филология фәндәре кандидаты
Читайте нас: