+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ҡатайҙың рухлы ҡыҙы

Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе бер ҡорға туплап, халҡыбыҙ рухына тоғро хеҙмәт итеүсе аҫыл заттарыбыҙҙың береһе ул Зилә Рамаҙан ҡыҙы Аҙнабаева.

Ул – Нефтекама ҡалаһы мәҙәниәт үҙәгенең«Сәйлән» һәүәскәрҙәр студияһы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөтә донъя башҡорттарының I–IV Ҡоролтай делегаты. Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитетының һәм «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенең «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнгән.
Режиссер, актриса, журналист, шағирә, йәмәғәт эшмәкәре, ир ҡатыны, һөйөклө әсәй һәм өләсәй Зилә Аҙнабаева менән ойошторолған әңгәмәбеҙ уның тормошо һәм эшмәкәрлеге кеүек күп ҡырлы, киң даирәле килеп сыҡты.
– Зилә ханым, бала саҡта һеҙ ниндәйерәк ҡыҙ булдығыҙ? Үҙегеҙ үҫкән мөхит, атай-әсәйегеҙ биргән тәрбиә алымдары хаҡында ла белгебеҙ килә.
– Был яҡты донъяға килгәндә Аллаһы Тәғәлә һәр кешегә билдәле бер бурыс, миссия йөкмәтә, тиҙәр. Ошоно тормошҡа ашырыу өсөн Ул мөмкинлектәрен, ҡеүәһен дә бирәлер, күрәһең. Генетика ла кеше яҙмышында мөһим роль уйнай, юҡҡа ғына халҡыбыҙ «Булыр бала – биләүҙән» йәки «Алтылағы – алтмышта» тимәгән бит. Иҫ белгәндән үҙемде теремек, тиктормаҫ, һәр яңы нәмәнең асылына төшөнөргә тырышҡан, шул уҡ ваҡытта бик хисле, нескә күңелле ҡыҙ, тип хәтерләйем.
Иҫ киткес гүзәл, хозур тәбиғәтле Белорет районы Арышпар ауылында тыуһам да, тиҙҙән атайымды – йәш белгес, коммунисты ошо уҡ райондың Аҙналы, артабан төпкөл ауылдарҙың береһе Зөйәккә мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Балалыҡ йылдарым Зөйәктә үтте. Беҙ күсеп килгәндә унда электр уты ла юҡ ине, «Ильич лампалары» тик 1980 йылда, тимер юл һалынғас ҡына, тоҡанды.
Ауылды тирә-яҡтан бейек тауҙар уратып алған. Юл бөтөнләй юҡ, Зөйәктән ҡырҡ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Инйәр ҡасабаһына һыбай барып, артабан поезд менән юлыңды дауам итергә мөмкин. Мин дә алты-ете йәштән атҡа атланып, һыбай йөрөй башланым.
Тәрбиә башы – ғаиләлә, тиҙәр бит. Атайым да, әсәйем дә аңлы, аҡыллы, алдарына маҡсат ҡуя һәм уны тормошҡа ашыра белгән кешеләр ине, йәндәре йәннәттә генә булһын. Улар беҙҙе – балаларын һәр яҡлап үҫешкән кешеләр итеп тәрбиәләргә тырышты. Белемгә ынтылыу, тәрбиәлелек, тәртип, эшһөйәрлек – был сифаттарҙы беҙҙең ғаиләнең девизы тиһәң дә хата булмаҫ, моғайын.
Ауылда электр уты булмаһа ла, ғаиләбеҙҙә батареялар менән эшләүсе радио булды. Өй тултырып гәзит-журналдар алдырҙыҡ. Юл булмағас, почта аҙнаһына, ә инде яҙлы-көҙлө ярты айға бер тапҡыр килтерелә. Почта килеү менән беҙ, балалар, бер-беребеҙ менән ярыша-ярыша гәзит-журнал уҡыйбыҙ.
Атайым шиғырҙарҙы бик матур һөйләй торғайны. Ул заманында Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған, беҙҙә лә тыуған телебеҙгә оло һөйөү тәрбиәләне. Һәр саҡ башҡорт теленә, уның матурлығына, байлығына баҫым яһаны. Әсәйем дә әҙәбиәткә бик әүәҫ ине, китапты күп уҡыны, шунан уларҙың эстәлеген мауыҡтырғыс итеп беҙгә һөйләй. Һөйләгәндә ыңғай образдарға баҫым яһарға тырыша, улар кеүек лайыҡлы булырға өндәй.
– Хыялға бай кескәй Зилә менән бөгөнгө Зилә Рамаҙан ҡыҙы араһында айырма ҙурмы? Барлыҡ хыялдарымды ысын итеп, маҡсаттарыма ирешеп йәшәйем, тип әйтә алаһығыҙмы?
– Бәләкәй саҡта кеше кем генә булырға хыялланмай! Минең дә йә табиб, йә уҡытыусы, йә юрист булғым килә ине. Ә шулай ҙа иң яратҡан шөғөлөм – тиҫтерҙәремде йыйып, улар менән концерт ҡуйыу. Байрам һайын клуб сәхнәһендә сығыш яһайбыҙ, программалар төҙөйөм, үҙем дә йырлайым, бейейем, шиғыр һөйләйем, акробатик номерҙар яһайым. Үҙебеҙҙе ысын артистар тип хис итеп, мәж киләбеҙ. Концерттар менән күрше ауылдарға ла йөрөйбөҙ. Шулай ҙа атай-әсәй юлын дауам итеп, һис шикһеҙ уҡытыусы булырға тейешбеҙ кеүек ине. Шуға күрә башта Гүзәл апайым, уның артынса ике йылдан һуң мин дә Белорет педагогия училищеһына уҡырға индек.
Төпкөл ауылдан ҡалаға килеп, шундай абруйлы уҡыу йортонда уҡыу минең өсөн әкиәт ине. Ниндәй генә түңәрәктәр эшләмәй, йәнең теләгәненә йөрө, үҫ, камиллаш! Шунда уҡ тиҫтәгә яҡын секцияға яҙылдым – саңғы, волейбол, баскетбол, гимнастика, еңел атлетика... Быларҙан тыш, әлбиттә, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашам, уҡыуҙы ла лайыҡлы алып барырға кәрәк. Шулай ҙа сәхнә тормошо тынғылыҡ бирмәй, һаман үҙенә тарта. Педучилищеның йыр ансамблендә шөғөлләнеү менән генә ҡәнәғәтләнмәйенсә «Металлургтар» мәҙәниәт һарайының халыҡ театрында уйнай башланым.
Ул замандың талабы буйынса уҡыу йортон тамамлағас, өс йыл тәғәйенләнгән ерҙә эшләргә тейешһең. Шулай ҙа яйын табып, «ирекле диплом» алыуға өлгәштем һәм Өфөгә – сәнғәт институтына юлландым. Ул йылды буласаҡ студенттар театр факультетының режиссер бүлегенә ҡабул ителә ине. Был минең өсөн бик ҡулай, сөнки режиссерҙар бүлегендә шунда уҡ ике һөнәргә – актер һәм режиссер һөнәрҙәренә эйә булаһың. Әммә унда ҡыҙҙарҙы бик алырға тырышмайҙар, консультацияға килгән һайын «Режиссер – ҡатын-ҡыҙ эше түгел» тип кире өгөтләйҙәр. Шулай ҙа ғариза биргән алтмыш ҡыҙ араһынан бишәүебеҙ һынауҙарҙы уңышлы үтеп, студент булып киттек. Бына шулай йөрәк түрендә йөрөгән хыялым ысынға ашты!
Институттан һуң Актерҙар йортонда эшкә ҡалһам да, тормошҡа сығыу сәбәпле, иптәшем артынан Нефтекама ҡалаһына килдем. Һынауҙарҙың бөтә баҫҡыҫтарын да ошонда үттем, тип әйтә алам. Нефтекама – бик үҙенсәлекле ҡала. Унда үҙ кеше булып, ерегеп китеү, эшем менән үҙемде танытыу өсөн ай-һай бик күп кенә «тоҙ ашарға» тура килде.
- Эш тураһында һүҙ сыҡҡас, хеҙмәт баҫҡыстарығыҙға ла туҡталып үтәйек. Уға күҙ һалғанда, һеҙгә һәрсаҡ тәүгеләрҙән булып яңы эш башларға тура килгән. Һеҙҙеңсә был яҙмыш ҡушыуымы, әллә…
- Эйе, дөрөҫ билдәләйһегеҙ. Ысынлап та, Нефтекамаға күсеп килеп, күп тә үтмәй «Энергетиктар» мәҙәниәт һарайы асылғас, тәүгеләрҙан булып ҡалала ҡурсаҡ театры ойошторорға тура килде. Яңы түңәрәк булғас, бер ниндәй ҙә матди база юҡ, балалар менән үҙебеҙ персонаждарға ярашлы ҡурсаҡтар тегәбеҙ, реквизиттар әҙерләйбеҙ. Ҡыҫҡаһы, спектаклдәр өсөн нимә кәрәк, бөтәһен дә тиерлек үҙ ҡулдарыбыҙ менән хәстәрләнек. Ошонда уҡ актерлыҡ маһирлығы студияһы булдырҙым. Әйтергә кәрәк, балалар, үҫмерҙәр ҡурсаҡ театры түңәрәгенә тәүге көндәрҙән үк шул тиклем теләп йөрөнө, күп кенә йылдар дауамында тиҫтәләгән спектаклдәр менән йәш тамашасыларҙы һөйөндөрҙөк, гастролдәргә лә йыш сыға инек.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, хеҙмәтебеҙ бушҡа китмәне, бер йылды Мәҙәниәт министрлығы беҙҙең базаны тикшергәндән һуң, Нефтекамала профессиональ ҡурсаҡ театры ойоштороу ниәте менән эш башланы. Әммә 1990 йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороуҙар, болғаныштар күп кенә пландарҙы үҙгәртергә мәжбүр итте.
Шулай ҙа миңә барыбыр профессиональ коллективтың режиссеры булыу бәхете яҙҙы.Ҡалабыҙҙа 1998 йылда Нефтекама дәүләт филармонияһы асылды һәм унда режиссер-ҡуйыусы итеп эшкә саҡырылдым.
Яңы эш башлау бер ҡасан да еңел булмаған. Филармониябыҙҙың тәүге директоры Әхәт Әхмәт улы Фәсхетдинов менән яңы асылған филармонияны аяҡҡа баҫтырыу өсөн бик күп көс һалырға тура килде ул замандарҙа.Сәнғәт усағының матди-техник базаһы юҡ, ә план (йылына 360 концерт) башҡа филармонияларҙыҡы кеүек бер кимәлдә бирелә ине. Әхәт Әхмәт улының һөнәри таланты менән аяҡҡа баҫтыҡ, көслө ижади коллектив тупланды һәм филармония гөрләп эшләп китте.
Үҙгәртеп ҡороуҙар ысынлап та республикабыҙҙың тормошона бик күп үҙгәрештәр индерҙе, ҡалабыҙҙа «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының Нефтекама филиалы асылды. Миңә тағы ла ошо яңы учреждениеларҙа – радио һәм телевидениела тәүгеләрҙән булып башҡорт телендә алып барыусы-диктор һәм хәбәрсе булып эшләргә тура килде. Өс эште бер юлы алып барыу ауыр булғас, филармонияны ваҡытлыса ҡалдырып торорға тура килде. Телевидениела эштәр яйға һалынғас, кире филармонияға эшкә ҡайттым.Ә радио – ғүмер буйы минең икенсе ҡанатым булып ҡалды. Ике тиҫтә йылдан артыҡ «Башҡортостан» радиоһына фиҙәкәр хеҙмәт итергә тура килде һәм был минең өсөн оло бәхет тип иҫәпләйем.
- Һеҙҙе күп яҡлы талант эйәһе тип беләбеҙ: режиссер, актриса, журналист, шағирә, йәмәғәт эшмәкәре... Быларҙың барыһына ла нисек өлгөрәһегеҙ? Ә шулай ҙа уларҙың ҡайһыһы күңелегеҙгә нығыраҡ яҡын?
– Һеҙ һанап киткән һөнәрҙәр – улар барыһы ла ижади эштәр. Ә ижад итер өсөн Аллаһы Тәғәлә биргән ижад ҡеүәһе кәрәк. Хоҙайыма мең рәхмәтлемен, йөрәгемә, күңелемә илаһи нур – ижад нуры биргән.
Башҡарған эштәрем бер-береһе менән бәйле тиергә була. Ә шиғриәт донъяһы – тормошомдо тулыландырыусы илаһи донъя ул. Ҡыуаныслы һәм ауыр мәлдәрҙә ҡулыма ҡәләм алам, әрнеү-һыҙланыуҙарымды ла, шатлыҡтарымды ла ҡағыҙ биттәренә төшөрәм. Шундай еңел булып ҡала шиғри юлдар тыуғас. Шуға ла мин уларҙы «үҙем өсөн генә яҙған шиғырҙа» тип йөрөтәм. Әлбиттә, республика матбуғаты биттәрендә лә, ҡала, төбәк күләмендә сығып килгән шиғри тупламаларҙа ла әҫәрҙәрем баҫылһа ла, күп кенә шиғырҙарҙы үҙемдә ҡалдырам, сөнки улар – минең күңел торошомдоң сағылышы. Әлбиттә, әҙерәк ҡәләм тибрәтә белеү икенсе яҡтан бик уңайлы. Әйтәйек, режиссер булараҡ, берәй сара йөкмәтелһә, уның сценарийын үҙем яҙам. Әҙерләгәндә әллә ҡайҙан текстар йәки шиғыр эҙләп ултырмайым, тиҙ генә уйлап сығарып ҡуям. Ә яҙышыу атайымдан күскәндер, ул матур фекерләй, мәҡәләләр яҙа, шиғырҙар ижад итә ине.
Ҡайһы профессия күңелгә яҡын тигәндән, әлбиттә театрҙы, спектаклдәрҙе һағынам. Һуңғы йылдарҙа журналистика, режиссура, йәмәғәт эштәре үҙенә ныҡлап йәлеп итеп киткәнгәлер, сәхнәне бер аҙ ҡалдырып торорға тура килде. Икенсенән, ҡалала профессиональ театр ҙа юҡ. Ә күңелем түрендә барыбер спектаклдәрҙә уйнау теләге йәшәй. Конферансье булып, тамашалар, кисәләр алып барыу ғына, нисектер, күңелде ҡәнәғәтләндереп бөтмәй. Театрға булған һөйөүемде студиямда шөғөлләнгән артистарымда тәрбиәләргә тырышам. Төрлө халыҡ йолаларын, байрамдарын, яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәрен сәхнәләштереп, тамашалар, фольклор кисәләре, композициялар, фестивалдәр әҙерләйем. Улар менән ҡала, төбәк, республика кимәлендә сығыштар яһайбыҙ. Актер маһирлығы дәрестәре аша үҙешмәкәр артистарымды мөғжизәле театр донъяһының байлығына төшөндөрәм.
– Ҡатай ҡыҙын ошо төбәк менән бәйләгән, ошо ергә еректергән ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙ ине...
– Аллаға шөкөр, тормош иптәшем Әсҡәт Әхмәт улы менән татыу, матур итеп бына ҡырҡ йылға яҡын ғүмер итәбеҙ. Ғаилә бәхете бер-береңде аңлауҙан, ваҡытында сигенә белеүҙән һәм хөрмәт итеүҙән торалыр ул. Әсҡәт аҡыллы, сабыр, ә иң мөһиме – мине һәм һөнәремде аңлай белгән шәхес. Улыбыҙ Айрат тыуғас та ул минең ныҡлы терәгем, ярҙамсым булды. Ҙур ҡалаларҙан профессиональ концерттар, спектаклдәр килһә, Әсҡәт: «Баланы үҙем ҡарайым, бар, концерт ҡарап ҡайт, һин бит режиссер кеше, һиңә күп белергә, күрергә, саҡ ҡына замандан алда барырға кәрәк», – тип, мине тамаша ҡарарға ебәрә ине. Ә үҙе инде Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларға барһа, минең спектаклдәр өсөн реквизиттар алып ҡайта торғайны. Тормош булғас, төрлө саҡтар була. Егерме биш йыл ҡәйнә менән йәшәргә тура килде. Сабырлығым менән был һынауҙарҙы ла лайыҡлы үттем, ғаиләм – тулы, улым атайлы булһын, тип тырыштым. Аллаға шөкөр, улым да тәртипле, кеселекле, кешелекле, эшлекле булып үҫеп етте. Хәҙер инде өләсәймен, мөләйем, ипле генә ейәнсәрем үҫеп килә. Бәхеттәрен, тәүфиҡтәрен, ғүмерҙәрен генә теләйем йөрәккәйҙәремдең!
– Күп милләтле төбәктә халҡыбыҙ рухын тергеҙеп, милли мәҙәниәтебеҙ, сәнғәтебеҙ, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының асылын һаҡлау хаҡына фиҙакәр хеҙмәт итәһегеҙ. Тиңдәр араһында тиң булыу өсөн ниндәй сифаттарға эйә булыу мөһим?
- «Алтылағы – алтмышта» тигән мәҡәлде әңгәмәбеҙҙең башында уҡ телгә алғайным. Бала саҡта ғаиләлә алынған тәрбиә ғүмер буйы беҙҙе оҙата баралыр. Атайым туған телебеҙҙе яратырға, хөрмәт итергә, уның менән ғорурланырға өйрәтте, тигәйнем. Нефтекама ҡалаһына күсеп килгәс, ошо хаҡта айырыуса ныҡ уйланырға тура килде. Был төбәк кешеләре, шул иҫәптән Нефтекама халҡы, айырым диалектта һөйләшә. Әҙәби башҡорт телендә аралашыусы бөтөнләй юҡ тиерлек ине.
Ул саҡта Өфөнө, башҡорт мөхитен һағыныуҙарым! Көн һайын илап, иптәшемдән кире Өфөгә күсеүебеҙҙе һорайым. Әммә тормош беҙ теләгәнсә генә бармай.
Шулай итеп, артабан үҙемдең принциптарымды раҫларға ҡарар иттем. Яйлап фекерҙәштәр таптым, милләттәштәремде тупланым. 1987 йылда үҙем эшләп йөрөгән «Энергетиктар» мәҙәниәт һарайында «Башҡорт мәҙәниәте үҙәге» ойоштороп ебәрҙем. Был милли берләшмә ҡалала тәүгеләрҙән ине. Күпме ҡаршылыҡтар, ауырлыҡтар үтергә тура килде! Милләттәштәребеҙҙе берләштереү, милли үҙаң уятыу, рухтарын күтәреү маҡсатында тиҫтәләгән саралар ойошторолдо. «Башҡорт ҡунаҡханаһында» Әхмәт Сөләймәнов, Марат Ҡолшәрипов, Нәжибә Мәҡсүтова, Таңһылыу Күсемова, Розалия Солтангәрәева, Хисмәт Юлдашев, Ишморат Илбәков, Азат Айытҡолов, Фәрит Бикбулатов һәм башҡа бихисап билдәле, күренекле шәхестәр фәһемле сығыштары менән милләттәштәребеҙҙең рухын нығытты.
Үҙгәртеп ҡороу милләт өсөн дә яңы хоҡуҡтар бирҙе. Ҡалабыҙҙа төрлө халыҡтарҙы берләштергән милли үҙәк булдырылды. Әлбиттә, 1987 йылдар менән сағыштырғанда хәҙер эш күпкә еңелерәк. Әммә туған телде һаҡлау, үҫтереү, милли аң тәрбиәләү, туған халҡыңа, ереңә һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү әле лә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Ошо маҡсатта бик күп фестивалдәр, бәйгеләр ойошторҙом, әле лә эҙләнеү өҫтөндәмен. Быларҙың барыһын да йөрәгем, күңелем ҡушыуы буйынса эшләйем. Бөйөк халыҡтың вәкиле булыуымды бер ҡасан да иҫтән сығармайым, был бер яҡтан – ҙур ғорурлыҡ, икенсе яҡтан – оло яуаплылыҡ.
– Ауыр саҡтарҙа ҡайҙан көс алаһығыҙ?
– Тормош – йәшәү өсөн көрәш бит ул. Ҡаршылыҡтар, ауырлыҡтар һағалап ҡына тора әҙәм балаһын. Һынауҙар Аллаһы Тәғәлә тарафынан кеше тағы ла яҡшыраҡ, камилыраҡ булһын өсөн биреләлер. Минең дә ҡаршылыҡтар күп булды. Ҡайһыһын йырып сыға алмаҫтай ҙа булып китә инем. Атай-әсәйемдең: «Был яҡты донъяға килгәс, ысын кеше булырға кәрәк», – тигән һабағы ҡабат ҡалҡынырға, үҙемде раҫларға ярҙам итә килде.
Кешеләрҙе рәнйеткән, яуызлыҡ ҡылғандарҙың береһенең дә бәхетле, матур йәшәгәнен күргәнем юҡ әле. Ни сәсһәң, шуны ураһың. Рәнйетһәләр, Аллаға тапшырам.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әңгәмәләште
Бер һүҙ менән
– Яратҡан аш-һыуығыҙ?
– Балыҡ аштары (бар төрө лә).
– Яратҡан сәскәгеҙ?
– Йәсмин.
– Кешеләрҙә иң хөрмәт иткән сифат.
– Кешелеклек, тоғролоҡ.
– Иң яратмағаны...
– Көнсөллөк, алдаҡсылыҡ, ике йөҙлөлөк.
– Үҙегеҙҙең холҡоғоҙҙағы иң оҡшаған һәм оҡшамаған сифат?
– Мөмкин тиклем кеше үтенесен үтәргә тырышыу, хәленә инеү, «юҡ», тип әйтә белмәү – былар бер яҡтан ыңғай сифаттар, икенсе яҡтан, тормошта ҡамасаулап та ҡуя...
– Бәхет – ул ...
– Ғаиләмдең, туғандарымдың, яҡындарымдың һау-сәләмәт, имен-аман, бәхетле булыуы, һәм, әлбиттә, яратҡан эшемдең яҡшы һөҙөмтәләре.
Читайте нас: