+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Донъя буйлап, баян уйнап

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Ридик Фәсхетдинов

Уның тураһындағы ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе рекордтар китабына ла индереп булыр ине. Мәҫәлән, профессиональ сәхнәлә ярты быуаттан артыҡ баянсы булып эшләүен, концерттарҙа яһаған сығыштар һәм ул уйнаған көйҙәр һанын, Ватаныбыҙҙың һәм сит илдәрҙең мәшһүр шәхестәре, шул иҫәптән ил етәкселәре менән яҡындан аралашыуын, Европа, Азия, Америка, Африка дәүләттәрендә йөҙ тапҡыр булыуын...
Ридиктың нәҫел шәжәрәһенең ҡеүәтле тамырҙары республикабыҙҙың ер өҫтө һәм ер аҫты хазиналарына ғына түгел, йырға-моңға ифрат бай төбәктәре – Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Әбйәлил, Учалы райондары биләмәләренән һут алған. Ул тамырҙарҙың ҡайһы бер тармаҡтары Силәбе өлкәһенә үк сығып китә. Тәбиғәт әйтерһең дә, бындай талант эйәһе бер генә район өсөн күберәк булыр тип, уның тыуған төйәгенең сиктәрен киңәйткән. Ридик Әхмәт улы менән һөйләшеү ҙә уның биографияһының географияһына ҡыҫҡаса күҙ ташлауҙан башланды.
– Атайымдың ҡартатаһы Учалы районының Ураҙ ауылы кешеһе булғанлығын миңә әле күптән түгел ғалим Рәшит Шәкүр асыҡлап бирҙе. Уны Ураҙ тархан тип йөрөткәндәр. Ә уның улы – ҡартатайым Мәхмүт Фәсхетдиновтың исеме Магнитогорск тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Бер ваҡыт мин шул ҡаланың сәхнәһенә баянымды күтәреп сыҡҡас, конферансье һис көтмәгәндә былай тип иғлан итте: «Һеҙҙең алда –Магнитогорскиҙың беренсе төҙөүсеһе, ҡаланың хөрмәтле шәхесе Мәхмүт Фәсхетдиновтың ейәне, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Ридик Фәсхетдинов!» Тулҡынланыуымдан теҙ быуындарым ҡалтырап китте. Алты йәштәрҙә миңә: «Ҡартатайың кем булып эшләй?» – тип һораһалар, мин: «Бейеүсе», – тигәс, рәхәтләнеп көлгәндәр. Ул комбинатта ҡалай вальцовкалаусы булған икән, ә мин уны вальс бейеүсе тип аңлағанмын. Атайым Әхмәт Белорет районының Тирлән ҡасабаһына яҡын урынлашҡан Мәхмүт ауылында тыуған. Үҫмер сағында Һаҡмар һыуында һал ағыҙған. Шунда Бөрйән районы Байғазы ауылының Хәлимә исемле 16 йәшлек ҡыҙын, буласаҡ әсәйебеҙҙе осратҡан да кәләш итеп алған. Атайҙың үҙенә лә 20 йәш кенә булған. Әсәйем яҡлап Хәким ҡартатайым Әбйәлил районының Хәлил ауылында донъяға килгән. Күп уҡыған, тәрән белемле, тирә-яҡҡа билдәле мулла булған. Ата-әсәйем Баймаҡтың тарихи Темәс ауылында ғаилә ҡорған. Мин шунда 1940 йылдың 16 мартында бишенсе бала булып тыуғанмын.
– Һеҙҙең исемде ике төрлө яҙалар. Ҡайһыһы дөрөҫ: Ридикмы, Редикмы?
– Дөрөҫө – Ридик. Паспортта ла шулай.
– Атай-әсәйегеҙ ниндәйерәк кешеләр ине, ниндәй эштәр менән шөғөлләнделәр?
– Драматург Мирхәйҙәр Фәйзи беҙҙең яҡта йәшәгән, ижад иткән, уның «Ғәлиәбаныу» әҫәре лә беҙҙә яҙылып, сәхнәгә менгән. Әсәйем 15–16 йәшендә үк Түбә руднигы клубында Ғәлиәбаныуҙы клуб мөдире Ҡунаҡбикә апай менән алмашлап уйнаған. Моғайын, атай ҙа уны беренсе тапҡыр сәхнәлә күргәндер. Сәнғәткә ғашиҡ кеше ине. Һатыусы булып эшләне.
Атайым һуғыштың башынан аҙағына тиклем фронтта пулеметсы булған. 17 тапҡыр яраланған. Лазаретта ятып бер аҙ аяҡҡа баҫыу менән ҡабат фронтҡа ебәрә торған булғандар. «Окоп төбөндә ятҡанда немецтар, үлгән тип уйлап, тапап үтеп киттеләр», – тип тә һөйләй ине. Еңеү көнөн Венгрияның баш ҡалаһы Будапешта ҡаршылаған. Һуғыштан һуң Брянск урман техникумын тамамлап, Темәс леспромхозына прораб булып эшкә ҡайтты. Бер аҙ ваҡыт кирбес заводы директоры, сельпо рәйесе булып та эшләй. 49 ғына йәшендә донъя ҡуйҙы. Уның ҡарауы, әсәй Нальчик ҡалаһында һеңлемдә ғүмер кисереп, 91 йәшендә вафат булды.
Беҙ ғаиләлә туғыҙ бала үҫтек: дүрт ҡыҙ, биш малай. Алты йәштә ҡулыма гармун алдым. Ҙур ауылға бер генә гармун ине. Уны күберәге мәктәп директоры улы Ирек Бакаев менән алмаш-тилмәш уйнаныҡ. Сәнғәт буйынса хәбәрҙар кешеләргә был исем яҡшы таныш булырға тейеш. Ирек Өфөлә билдәле гармунсы булды, Нефтселәр мәҙәниәт һарайында эшләне. Бына шулай, ауылда ниндәй мәжлес йәки байрам булһа, Ирек менән беҙҙе шунда сиратлап йөрөтәләр. Урамдан йырлап үтеүселәр артынан эйәреп беҙ ҙә йыр, көй отоп барабыҙ. Ул йырлы урамдар һәм мәжлестәр беҙҙең өсөн балалар музыка мәктәбе урынына булды. Үҙебеҙ детекторлы радиоҡабулиткестәр яһап, бөтөн Ер шары эфирын тыңланыҡ. Төрлө халыҡтарҙың моң-көйҙәрен бәләкәйҙән аңыма һеңдергәнгә лә импровизация миңә еңел бирелә. Етенсе бала булып Әхәт ҡустым тыуғас, уның пособиеһына миңә өс рәтле ярым баян һатып алып бирҙеләр. Ул саҡта миңә ун йәш тулған ине. «Минең тыуыуым һине баянлы иткән», – тип шаярта ине Әхәт.
– Һеҙ, алты йәштән гармун, ун йәштән баян уйнап үҫкән малай, ни эшләп умартасы һөнәренә уҡырға китергә йыйындығыҙ?
Мәктәпкә төшкәнсе үк хәреф танығанлыҡтан, яҡшы уҡыным. Хатта латин хәрефтәрен дә өйрәндем, артабан бының миңә кәрәге тейҙе, хәҙер төрөксә лә уҡый алам. Һигеҙенсе синыфта күҙҙәр насар күрә башланы. Иң алғы партала утырһам да, таҡтаға яҙылғанды күрмәйем. Күҙлек кейеү тигән нәмәне, моғайын, мин генә түгел, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр ҙә белмәгәндер. Уҡыу насарланды, кәйеф төштө. Алға ниндәйҙер юғары маҡсаттар ҡуйып булмай, ҡулдан килерлек һөнәр һайларға кәрәк. Күҙҙәремде тикшертеп, күҙлек кейгәс, донъяның яңыса балҡып китеүенә үҙем дә аптыраным. Был ваҡытҡа минең Троицк ҡалаһына умартасылыҡ буйынса уҡырға китәсәгем хәл ителгән ине инде. Альмира апайым Башҡорт дәүләт университетында уҡый һәм шундағы хорҙа йырлай ине. Уның янына барғас, ул мине күренекле пианистка Елизавета Крыловаға күрһәтте. Баянда уйнаным, пианинола дыңғырлаттым (беҙҙең ауылдағы балалар йортонда пианино бар ине һәм мин шунда уйнарға өйрәндем). «Был егеттең юлы бары тик сәнғәт училищеһына ғына, бөгөн үк шунда алып бар», – тине апайыма Елизавета Крылова.
500 кеше имтихан тотҡанбыҙ, һайлап алынған 12 кеше араһында мин дә бар булып сыҡтым. Тимәк, әҙерлек дәрәжәһе булған. Уҡырға индем, тип шатланып, өҫ-башты ҡарарға, тип ауылға ҡайттым. Өфөгә әҙәмсә кейенеп барыу өсөн аҡса кәрәк. Прицепщик булып эшкә тотондом. Үҙемдең һаҡһыҙ ҡыланыуым арҡаһында йығылып, ике аяҡ та трактор аҫтында ҡалып, иҙелде. Шунда уҡ Баймаҡҡа алып киттеләр. Бәхетемә, Гуревич һәм Антонов тигән оҫта хәрби хирургтар тура килде. Биш сәғәт буйы операция яһағандарын ҡарап яттым. Сәрпәкләнгән һөйәк ярсыҡтарын алып ташлайҙар, тарамыштарҙы тарттырып бәйләп ҡуялар. Гангрена башланған тип, һул аяҡты киҫергә уйлағайнылар. Әлеге шул Альмира апайым ҡайтып ҡотҡарҙы. Бик дефицит булған укол табып килтерҙе ул. Шуны һигеҙҙе ҡаҙағас, аяҡ иҫән ҡалды. Был хирургтар аҙаҡтан да минең сәләмәтлек менән ҡыҙыҡһынып торҙолар.
Училищеға тиклем бер йыл ауылда киномеханик булып эшләгән инем, ҡайтып, шул эшемде дауам иттем. Икенсе көҙҙө тағы Өфөгә юл тоттом. Аварияла ишетеү һәләтенә зыян килмәгәнме тип, тикшереп ҡаранылар, имтихан һымаҡ нәмә бирҙем. «Бәхетһеҙлек бәхет килтерә», – тиҙәр. Бер йылға һуңлауым һөҙөмтәһендә бик яҡшы һабаҡташтар тура килде. Бында мин иң беренсе Илфаҡ Смаковты күҙ уңында тотам. Уның менән бер төркөмгә эләгеү генә түгел, 4 йыл буйы бер бүлмәлә йәшәнек. Ғүмергә ул минең иң яҡын дуҫым булып ҡалды. Уның вафатына тиклем сәхнәләрҙә бергә сығыш яһаныҡ.
– Уҡыу нисегерәк барҙы?
– Мин училище директоры Әхнәф Кальметьевты һәр саҡ рәхмәт хистәре менән иҫкә алам. Кеше хәленә инә белә торған изге йәнле етәксе ине. Минең русса белеүем стипендия алырлыҡ кимәлдә булмаһа ла, ул мине училище ойошторған шефлыҡ концерттарына ебәреп, шуның өсөн стипендия түләтә ине. Каникул ваҡыттарында һабаҡташтарым Нажиә Аллаярова, Рима Мусина һәм Илфаҡ Смаков менән бергә яҡын-тирәгә сығып концерттар ҙа ҡуя инек. Мин шулай уҡ данлыҡлы режиссерҙар булып киткән Рифҡәт Исрафилов, Фәтих Ихсанов менән уҡыным. Сәнғәтебеҙгә бөгөн улар етмәй. Беҙҙе сольный концерттар буйынса – Петр Петров, ансамблдәр менән эшләргә Николай Инякин тигән оҫта баянсылар уҡытты.
– Һеҙ студент саҡта уҡ Мәскәүҙең Кремль һарайы сәхнәһенә сыҡҡанһығыҙ.
– 1961 йылдың август башында Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре булды. Бейеү ансамбле етәксеһе Фәйзи Ғәскәров мине үҙҙәренең ауырып киткән баянсыһы урынына алып барҙы. Сәхнәлә бейеүселәргә уйнағанда мин залда иң алда ултырған ил башлығы Никита Хрущевҡа йыш ҡына иғтибар иттем. Уны бер нисә тапҡыр ҡайҙалыр саҡырып алдылар, ул ҡыҙарынып, тулҡынланып кереп-сығып йөрөнө. Һуңынан беленеүенсә, ул көндө СССР-ҙың икенсе һанлы космонавы Герман Титов йыһанға осҡан һәм Хрущев уның менән телефон аша элемтәгә ингән икән.
1962 йылда уҡып сыҡҡан 12 баянсыны СССР-ҙың төрлө тарафтарына оҙаттылар. Мин Алма-Ата ҡалаһындағы музыка мәктәбенә тәғәйенләндем. Ләкин климат килешмәне, ҡан баҫымы күтәрелеп, аяҡ һыҙланы. Ташлап ҡайттым. Ә иң мөһиме – үҙ илемдә, үҙ халҡым өсөн эшләгем килде. Мәскәүгә Гнесиндар исемендәге институтҡа уҡырға ебәрергә йыйындылар. Мин Фәйзи Ғәскәровҡа кәңәшләшергә килдем. «Ҡайтып дөрөҫ эшләгәнһең, мин һине баянсы итеп эшкә алам, ансамбль һинең өсөн институт та, академия ла булыр, бер айҙан донъя буйлап гастролгә китәбеҙ – Афғанстан, Иран, Бангладеш...», – тине. Ысынлап та, ғәскәровсылар менән 12 йыл эшләүем минең өсөн юғары сәнғәт мәктәбе булды.
– Ансамбль менән сит илгә тәүге гастролдәрегеҙҙең береһендә Африка джунглиҙарында аҙашып йөрөүегеҙ тураһында һөйләгәнегеҙ бар. Ул уйлап сығарылған мәҙәк түгелме?
– Ундай хәл булды шул. Африкала бер урында сығыш яһағас, автобустар беҙҙе алып китергә көтөп тора. Беҙ ҡатыным (ул ансамблдә бейеүсе ине) менән төрлө автобустарҙа йөрөйбөҙ. Сөнки быға тиклем Ҡытайҙың бер автобусы шартлап, бейеүселәре һәләк булғайны. Йәнәһе, шартлау осрағында беребеҙ үлһә, беребеҙ ҡала. Концерттан һуң бәҙрәфкә барып килгәнсе, автобустар киткән дә барған. Клубты бикләп торған негр, ҡулы менән генә иҙәп, юлды күрһәтте. Был бит экватор тирәһе, ҡояш баш осонда тора-тора ла 15 минут эсендә күҙгә күренеп байый ҙа ҡуя. Африканың ҡап-ҡараңғы урманында бер үҙем торҙом да ҡалдым. Ағас ботаҡтарындағы маймылдар муйындан, баштан һыйпап ҡала. Ҡуңыҙҙар шаҡ та шоҡ маңлайға килеп бәрелә. Иң ҡурҡҡаным — себен. Уларҙың тешләп үлтерә торғандары була, тип һөйләгәндәре бар. Урманды сыҡтым, там-там тауышы ишетеп, шул яҡҡа йүгерҙем. Мине хатта сит илгә ҡасҡандыр, тип уйлағандар.
– Быға оҡшаш ваҡиғалар күп булғандыр инде.
– Сит илгә көтмәгәндә лә сығып китергә тура килде. 1965 йылда Ленинградта сығыштарыбыҙ барғанда, ансамблде Мәскәүгә саҡырып алдылар ҙа, ашығыс рәүештә Афғанстанға ебәрҙеләр. Ифрат ярлы был илдә беҙгә асыҡ йөҙ күрһәтеп, яҡшы шарттар тыуҙырырға тырыштылар. Ил башлығы ҡустыһының резиденцияһында торҙоҡ, хатта уның шәхси бассейны менән файҙаланырға рөхсәт иттеләр. Йәш саҡта ҡыҙыҡ эҙләп йөрөйһөң бит ул. Ана, 7 ишек теҙелеп тора, береһендә сәллә эленгән. Мин шуны алдым да, сиратлашып кейә-кейә фотоға төшәбеҙ. Беҙҙең етәксе булып барған КГБ хеҙмәткәре күреп ҡалды ла: «Сәлләне тиҙ генә урынына элеп ҡуй, халыҡ-ара ғауға сығараһың бит», – тип шелтәләне. Ул 7 бүлмәлә резиденция хужаһының 7 ҡатыны йәшәй, ә сәлләнең ишек башында эленеүе, уның бөгөн ҡайһы ҡатыны янына инеүен аңлата икән.
Йыраҡ сәфәрҙәрҙә ҡыҙыҡлы ла, күңелһеҙ ҙә хәлдәр күп булды инде. Мәҫәлән, Бангладешҡа барып төшөүебеҙгә тайфун ҡубып, шәһәр-ауылдарҙы һыу һәм ләм баҫҡан, 25 мең кеше үлгән. Төҙөгөрәк ҡалған урындарҙа бер нисә концерт бирҙек тә Иранға остоҡ. Беҙ Пакистанда йөрөгәндә ошо ил менән Һиндостан араһында һуғыш башланып китте. Унан осоп китеүебеҙгә аэродромда беҙҙең самолет торған урында ҙур шартлау булған.
Экваторҙы һәм Төньяҡ полюсты кисеп сыҡҡанда бирелә торған махсус таныҡлыктар ҙа иҫтәлек булып һаҡлана.
– Ридик Әхмәт улы, илебеҙҙең ниндәй күренекле шәхестәре менән аралашырға тура килде?
– Уларҙы һанап китһәң, тотош китаплыҡ булыр ине. Әйтәйек, беҙ, Башҡортостан артистары, ил башлыҡтары Хрущев, Брежнев алдында сығыш яһау ғына түгел, улар менән бер үк банкет залында ултырыуыбыҙ оноторлоҡ түгел. Людмила Зыкинаның, Мәхмүт Әсәмбаевтың: «Был баянсы йырсыны илһамландырып эйәртеп алып бара, бейеүселәр ул уйнаған көйгә үҙҙәренән-үҙҙәре күтәрелә», – тигән һүҙҙәре минең баянда уйнауыма юғары баһа булып тора. Мәскәүҙә бер ваҡыт грим бүлмәһенә ябай ғына кейенгән бер артист: «Минең бүлмә», – тип килеп инде. «Юҡ, был Башҡортостан артистары бүлмәһе», – тигәс, ғәфү үтенеп сығып китте. Ысынлап та, беҙ яңылыш уның, йәғни Аркадий Райкиндың грим бүлмәһен биләгәнбеҙ икән. Шундай ҙур артистың тыйнаҡлығына аптыраныҡ, танымағаныбыҙға оялыуҙан унан ҡасыбыраҡ йөрөргә тура килде. Бер ваҡыт Съездар һарайы сәхнәһендә ике мең кешелек хор репетиция үткәрә. Мин сәхнә ситендә уларға уйнайым. Ойобораҡ киткән аяҡты алға һуҙып ебәргәйнем, режиссер Иосиф Тумаков рупор аша ҡысҡыра: «Эй, башҡорт баянсыһы, аяғыңды йыйып ултыр, ярты сәхнәне алып тора!» Хор дәррәү көлөп ебәрҙе. Сөнки сәхнәнең киңлеге 50 метр бит.
– Алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙа байтаҡ йәш йырсыларыбыҙ һеҙгә ҡушылып йырлап, төрлө дәрәжәләге конкурстарҙа еңде. Һеҙҙең ярҙамды улар ҙа, белгестәр ҙә юғары баһалай.
– Минең беренсе лауреат (Ғәзиз Әлмөхәмәтов призына) – Фәрзәнә Сәғитова булды. Хәҙер ул – сәнғәт институты профессоры, бик күп һәләтле йырсылар тәрбиәләгән педагог.
Уникаль тауышлы йәш йырсы Венер Килмөхәмәтовты (1945–1982) һағынып, юҡһынып иҫкә алам. 1967 йылда ул Саратов ҡалаһында «Рәсәйҙең иң яҡшы тауышы» тигән конкурстың тәүге турында микрофонһыҙ йырлап, иң юғары баһа алды. Шунан Мәскәүгә киттек. Йүнле сәхнә костюмы юҡлығы, башҡарылған башҡорт халыҡ йырының тәржемәһе йәки аңлатмаһы булмауы арҡаһында үтә алмай ҡайттыҡ. «Бик шәп моң, тауыш та бит, нимә тураһында йырлағанын аңламайбыҙ», – тип жюри ағзаһы Александра Пахмутова дәғүә белдерде. Ә бит республиканың Мәҙәниәт министрлығына конкурстың бөтә талаптары ла тасуирлап яҙылған ҡағыҙ килгән. Беҙгә уны күрһәтеүсе булманы.
Был хәлдән һуң Бөтә Рәсәй бәйгеләренә нығыраҡ әҙерләнеп бара башланыҡ. Мотлаҡ башҡарыу өсөн русса йыр ебәрәләр. Шуны өйрәнеп, аккомпаниаторлыҡ эшләйбеҙ. Һәм, әлбиттә, башҡорт халыҡ йырҙары. 1978 йылда Ленинградта Венер Мостафин – икенсе, Флүрә Килдейәрова – өсөнсө премия лауреаты булды. Был Венерҙы ла яҡты киләсәк көтә ине. Уны Мәскәүҙәге Ҙур театрға стажировкаға саҡырҙылар, барманы. Сәнғәт юлынан тайпылды. Яҙмышы ҡыҙғаныс булып бөттө.
Ленинградҡа был сәфәр шәхсән минең өсөн дә юйылмаҫлыҡ тәьҫир ҡалдырҙы. Беҙҙең йәштәргә бүләк тапшырғанда жюри рәйесе Людмила Зыкина залдан ҡысҡыра: «Бындай баянсыға ҡушылып йырлап лауреат булмау мөмкин түгел. Ридик Фәсхетдиновҡа «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы» тигән исем бирелеү тураһында беҙгә хәбәр килеп етте. Ҡотлайбыҙ!» – ти. Һүҙ уңайында әйткәндә, был тәүге исемде беҙ йәштәшем һәм һабаҡташым Илфаҡ Смаков менән бергә алдыҡ. Артабанғы юғары исемдәрҙе миңә 1982 һәм 1989 йылдарҙа бирҙеләр. 2015 йылда Салауат Юлаев Ордены менән бүләкләнеләр.
– 1974 йылда эстрадаға күскәс, төрлө быуын йырсылар менән хеҙмәттәшлегегеҙ бермә-бер артҡандыр?
– Ул заманда филармонияла матур яңылыҡтар барлыҡҡа килгән ине. Мәҫәлән, «Ҡаҙ өмәһе» программаһы. Театрлаштырылған ул тамашаларҙа Роза Аҡкучукова, Нәзифә Ҡадированың халыҡҡа танылыуы, бейеүсе Рим Бакировтың яңы сифатта балҡыуы. Төрлө йылдарҙа мин Илфаҡ Смаков, Рамаҙан Йәнбәков, Филүс Гәрәев бригадаларында эшләнем. Һуңынан тағы Радик Гәрәев, Рөстәм Маликов, Венер Мостафин менән концерт ҡуйыуҙар. Радик менән Хельсинкиҙағы татарҙар алдында бик уңышлы сығыш яһаныҡ. Тағы саҡырып ҡалғайнылар. Уның менән йәнә бер нисә сит илгә сығырға килешеү төҙөлгән ине. Ҡыҙғаныс, барыһы ла хыял ғына булып ҡалды.
Ҡазандан Хәйҙәр Бигичев килергә йыйынһа, баянда уйнарға мине белешеп ҡуя торған ине. Беҙ уның менән Өфөлә һәм Ҡазанда, Мәскәүҙә һәм Ленинградта (Санкт-Петербургта) сығыш яһаныҡ. Һәр ҡайҙа тамашасыларҙың уны көслө алҡышлауының шаһиты булдым. Зөһрә Сәхәбиева менән Хәйҙәр Башҡортостанды бик яратты. Мин уларҙы Урал аръяғына алып барҙым. Мирхәйҙәр Фәйзиҙең эҙҙәре ҡалған Юлыҡ ауылын тулҡынланып ҡарап йөрөнөләр. Тыуған ауылым Темәсте, Талкаҫ күлен, Ирәндекте һәм Һаҡмарҙы күрҙеләр. Темәстә иһә йәш сағында бик тә моңло һәм сибәр булған Фирүзә апай Ғәйнуллина: «Мин һинең йырлауыңды һәр саҡ әҫәрләнеп тыңлайым, инде үҙеңде күреү бәхете тейҙе», – тип, Хәйҙәрҙең арҡаһынан һөйҙө.
Өҫтә телгә алынған сәхнәләштәрем көслө диапозон, драматизм, музыкаллек менән айырылып торҙо. Уларҙың һәр сығышы йыр театры, йыр-спектакль һымаҡ ҡабул ителде.
– Һеҙҙең ҡулда һәр саҡ Италия баяндары була.
– Уларҙың да үҙ тарихы бар. 1969 йылда Өфөгә донъя халыҡтары бейеүҙәрен башҡарыусы, СССР-ҙың халыҡ артисы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мәхмүт Әсәмбаев килгән ине. Беҙҙең Хизбулла Зөбәйҙуллин уға үҙ репертуарындағы «Һунарсы» бейеүен өйрәтте. Мин баянда уйнаным. Шуның өсөн ул Хизбулла ағайға –5 мең, миңә 3 мең һум гонорар бирҙе. Ул заманда 5 мең – яҡшы автомобиль тигән һүҙ. Мин шунда уҡ Мәскәүгә киттем дә Италияла яһалған «Скандали» баяны һатып алдым. Шуның менән Ер шарын урап сыҡтым. Шул уҡ илдә 1973 йылда «Маречки» тигән электрон баяндың тәүге 20 данаһы эшләнгәйне. Шуларҙың 17-се һанлыһы – миндә. Унда электрон ҡоролмаһы менән дә, уны алып ташлап та, уйнап була. Әле фатирыбыҙҙың һәр мөйөшөндә бер уйын ҡоралы тора. Тейешле форманы һаҡлар өсөн көн һайын 4-5 сәғәт уйнарға кәрәк. Президент Мортаза Рәхимов бер сығышын «Хәрәкәттә – бәрәкәт» тип тамамланы бит. Миңә ул һүҙҙәрҙе ун йыл элек әйткән ине. «Һин пенсия аҡсаһына, льготаларға ғына алданып ятма, сәләмәтлегең шәп, халыҡ ярата, эшлә!» – тигән ине. Өйөбөҙгә йырсылар ҙа репетиция яһарға килеп тора. Моңдаштарымды ҡатыным Гөлнур Әйүпова ла яҡты йөҙ менән ҡаршылай. Ул – элекке бейеүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы.
– Һеҙҙең актер булып сәхнәгә сығыуығыҙ тураһында ла ишеткән инем. Шул дөрөҫмө?
– Ни бары бер тапҡыр ғына булды был хәл. Уныһы ла сит илдә, үтә яуаплы гастролдә. 1986 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театры Нәжиб Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» драмаһын Сүриәгә фестивалгә алып барҙы. Мин ваҡытлыса музыкаль етәксе вазифаһында инем. Саүҙа министры ролен башҡарыусы артисты сит илгә сығарманылар. Уның урынында уйнарға мине күндерҙеләр. Ролдең һүҙҙәре юҡ кимәлендә, бер нисә реплика ғына. Яҡшы итеп грим һалдылар. Килеш-ҡиәфәт – хәтәр! Тик артыҡ тулҡынланыуымдан ныҡ тирләйем, шунлыҡтан мыйыҡ ҡубып яфалай. Хөкүмәт кәңәшмәһе күренеше бара. Сәхнәгә сыҡһам, миңә тәғәйенләнгән тәпәшәк урындыҡта Иршат Вәлиев ултыра. Мин эргәһендә иҙәнгә сүгәләнем. Бер ваҡыт король ролендәге Хөсәйен Ҡудашев асыулы йөҙ менән янымдан үтеп китте. Иҙәндә ултырғанға миңә асыулана инде был, тип, шаршау алышынғанда ғәфү үтенеп маташам. «Мин һине бөтөнләй күрмәнем», – ти ағайым. Ул бөтөн йәне-тәне менән шулай образға ингән икән. Ә миңә – ҡурҡҡанға, ҡуш күренгән.
Сәхнәлә буталып йөрөүемдең файҙаһы самалы булғандыр, тип уйлайым. Ләкин иң мәҙәге алда булған икән. Спектакль тамамланғас, тамашасыларға баш эйергә сыҡтыҡ. Иптәштәрем әкрен генә сәхнә артына китә башлаған, мин быны һиҙмәйенсә, уртала алғы планда тороп ҡалғанмын. Мине сәскәләргә күмделәр. Иртәнсәк Сүриәнең бөтә гәзиттәренең беренсе битендә – минең ҙур фото. Төп ролдәрҙәге Хөсәйен ағай ҙа, Әхтәм Абушахманов менән Фидан Ғафаров та юҡ. Донъяла ғәжәп хәлдәр булып тора шул.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был сәфәрҙән беҙ мәшһүр артист Хөсәйен Ҡудашевты мәңгелеккә юғалтып ҡайттыҡ. Өфөлә саҡта уҡ йөрәге ауыртып йөрөгән. Кисен бер өҫтәл артына ултырҙыҡ. Күңеле төшөнкө ине. «Аппетитым юҡ», – тип, үҙенә килтергән ашты ла миңә бирҙе. Спектаклдән һуң, төндә йөрәге туҡтаған.
– Ридик Әхмәт улы, сираттағы һорау бер туғандарығыҙ һәм улдарығыҙ тураһында.
– Улар барыһы ла егәрле, эшлекле шәхестәр булып үҫте, тип ғорурланып әйтә алам. Иң өлкән апайым Альмираны әңгәмәбеҙ башында телгә алдым инде. Һөнәре буйынса педагог ине. Еҙнәбеҙ хәрби кеше булғанлыҡтан, бик күп ерҙәрҙә йәшәнеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нисә ай элек апайымды ерләнек... Матур тормош юлы үтте ул, тип әйтә алам. Риф ағайым Сибай тау-байыҡтырыу комбинатында эшләне. 2004 йылда туғандарымдың өсөһөнә: Әхәткә – «Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», педагог-аккордеонсы-музыкант Самат ағайға – «Рәсәй халыҡ мәғарифының почетлы хеҙмәткәре», «Башнефть»тең ҡара алтын сығарыу буйынса департаменты начальнигы Римгә «Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе» тигән юғары исемдәр бирелде. Дәүләкән районының Бик-Ҡарамалы ауылында төпләнгән Вәлимә апай иһә 8 бала үҫтергән өсөн күп балалы әсә исемен лайыҡлы йөрөтә. Рәмзә һеңлем Нальчик ҡалаһында – пианистка. Рәймә исемле бер һеңлебеҙ ҡырҡ йәштәр самаһында вафат булды. Минән 10 йәшкә кесе ҡустыбыҙ — элекке бейеүсе, Нефтекама филармонияһының элекке директоры, Башҡортостан хореография училищеһы директоры, Башҡортостандың атғаҙанған артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхәт Фәсхетдиновты ҡара ер үҙ ҡуйынына алды.
Улдарым да сәнғәт юлын һайланы. Арсен Өфө сәнғәт институтын баян буйынса һәм Магнитогорск консерваторияһы аспирантураһын тамамлап, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында эшләне. Уның ҡыҙы Элина Мәскәү консерваторияһында ҡыллы уйын ҡоралдары бүлегендә уҡып, тормош иптәше Таир менән Японияның Осака ҡалаһында йәшәйҙәр, ансамблдә уйнайҙар. Кесе улым Илшат Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдә бейеп, хаҡлы ялда, хәҙер инде үҙенең бейеү ансамбле бар. Ике бала үҫтерәләр.
Бына шулай, һанап китһәң, Фәсхетдиновтарҙың байтағы сәнғәт өлкәһендә эшләй һәм эшләргә йыйына.
Фәрит ФӘТҠУЛЛИН әңгәмәләште
Читайте нас: