Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Йыл аҙағы – башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау, яңы тыуасаҡ 2019 йылға пландар ҡороу осоро.
1. Үтеп барған 2018 йылда ниәттәрегеҙ тормошҡа аштымы? 2. Киләһе йылдан нимәләр өмөт итәһегеҙ? 3. «Тамаша» журналы уҡыусыларына әйтер теләгегеҙ – ошо һорауҙар менән беҙ баҫмабыҙҙың яҡын дуҫтарына мөрәжәғәт иттек.
Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры:
– 2018 йыл республикабыҙ сәнғәт тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө –сағыу саралар, премьералар, фестивалдәр менән хәтерҙә ҡаласаҡ. Ләкин иң мөһим ҡаҙаныш – Роспатенттың Башҡортостанды Ҡурайҙың барлыҡҡа килеү урыны тип теркәү тураһында таныҡлыҡты алыу, тип иҫәпләйем. Шулай уҡ «Рәсәйҙең Рекордтар Китабына» индерелгән милли кейемдәр байрамы онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Башҡортостан Республикаһының, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 100 йыллығын билдәләгән, Театр йылы тип иғлан ителгән 2019 йыл изге, яҡты, ижадҡа бай йыл булыр, тип өмөт итәм.
«Тамаша» журналы уҡыусыларына ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ һәм республикабыҙҙың бай мәҙәниәте һәм сәнғәтенән илһамланып йәшәүҙәрен теләйем.
Борис Николаевич Мелкоедов, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе:
– Беҙ бар мәғлүмәт сараларын бер системаға һалдыҡ. Был инде журналистарға бер урынға бәйле булып түгел, ә үҙҙәре теләгән ерҙән эшләй алыу мөмкинлеген тыуҙыра. Минеңсә, был яңы мөмкинлектәр аса.
Икенсе һорауға шулайтып яуап бирер инем – интернет-журналистикаһының үҫешен һәм журналистарҙың эш шарттары яҡшырыуын көтәм.
Ә «Тамаша» журналы уҡыусыларының һәр береһенә яңы тормош маҡсаттары табып, шуға ынтылып йәшәүҙәрен теләйем.
Олег Закир улы Ханов, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе:
– Беҙҙең театрҙа быйыл биш яңы спектакль донъя күрҙе. Артистарыбыҙҙың юбилей кисәләре шаулап үтте. Шул иҫәптән драматургтар Илшат Йомағоловтың тыуыуына – 85, Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 95 йыл, Флорид Бүләковты иҫкә алыу кисәләрен үткәрҙек
2019 йыл – театрыбыҙҙың юбилей йылы. Ошо уңайҙан ҙур ижади сәфәрҙәр күҙәллана – үҙебеҙҙең республика ҡала һәм райондарынан тыш, Мәскәү, Ҡазан, Улан-Удэ, Санкт-Петербург, Ырымбур, Казахстан тарафтарына юл тоторға ниәтләйбеҙ. Киләһе йылда үҙебеҙ ҙә ҡунаҡтар көтәбеҙ – май айында төрки телле театрҙарҙы «Туғанлыҡ» фестиваленә саҡырабыҙ.
«Тамаша» журналы беҙҙең араларҙы яҡынайтҡан күпер кеүек булыр. Һәр кемгә күңел бөтөнлөгө теләр инем. Күңел бөтәйтер, рухыңды байытыр урындарҙың береһе булып Театр тора. Һеҙҙе театрыбыҙҙа көтөп ҡалабыҙ! Яңы йыл менән, дуҫтар!
Рим Мәхмүт улы Хәсәнов, күренекле композитор, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины:
– Оҙаҡ йылдар хеҙмәттәшлек иткән Рәсих ағай Ханнанов менән күп кенә йырҙар яҙҙыҡ. Благовар районы Языков ауылынан Флюр Абраҡипов менән бергә ижад итә башланыҡ. Уның халыҡсан теле күңелемә бик яҡын. Ошо көндәрҙә миңә «Башҡорт йыры» Республика телевизион конкурсында Йыл композиторы тигән маҡтаулы исем бирелде. Ғаилә яғына килгәндә, Аллаға шөкөр, яҡындарым иҫән-һау, ҡыҙым, ейәнем үҙҙәренең уңыштары менән ҡыуандыра.
Киләһе йылда ижад ҡомары менән янған, бөтә булмышы менән сәнғәткә хеҙмәт икән йәш йырсыны осратып, бергә эшләй башларбыҙ, тип пландар ҡорам. Бынан тыш 1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәренә бағышланған «Ҡылғанлы даланың сере» исемле мистик симфоник әҫәремде тамамлап ҡуйырмын тим.
Журнал уҡыусыларға теләгем шул: рухи байлыҡҡа ынтылығыҙ. Кеше йәшәйешебеҙҙең негатив күренештәренән аңлы рәүештә ҡотолһа, уның күңеле аҡлана, сафлана. Һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ. Һаулыҡ булһа, кәйеф тә күтәренке була, күҙҙәрҙә нур балҡый. Сәнғәтте һөйөгөҙ. Негативтан ҡотолоп, һаулыҡлы булып, сәнғәтте үҙ итеү – бына ошолар рухи байлыҡҡа илтә, тип уйлайым.
Артур Айҙар улы Әлибәков, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры:
– Йыл әйләнәһенә 145 сара үткәрелде. Күп кенә милләттәштәргә ярҙам ҡулы һуҙҙыҡ – региондарға сығып, башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙек. Республикабыҙҙа уҙғарыласаҡ Бөтә донъя Фольклориада – 2020-гә әҙерлек башланыҡ.
Киләһе йыл сараларҙы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышлап үткәрәсәкбеҙ. Фольклориадаға әҙерләнеүҙең төп өлөшө башланасаҡ. Милләттәштәребеҙ йәшәгән төбәктәргә барып, ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ.
«Тамаша» журналын уҡыусыларҙы Яңы йыл менән ҡотлап, ғаиләләрендә, һаулыҡтарында тотороҡлоҡ теләр инем. Сөнки шулай булғанда рәхәт йәшәлә, килеп тыуған проблемалар еңелерәк хәл ителә. Эштәрендә тик уңыштар юлдаш булһын!