+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
14 Декабрь 2018, 16:21

Беҙҙә – сәсән, Дағстанда – ашуд, яҡуттарҙа – олонхосут

Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙғарылды.

Өфөлә уҙғарылған Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек этаптарының береһе булып торҙо.
Бәйгелә ҡатнашыусылар бер видеороликта ике әҫәр: эпик материалды аутентик уҡыу, эпик материалды ижади уҡыу (стилләштереү, импровизация, яңғыҙ йәки ансамбль менән уҡыу) йәки автор әҫәрен тәҡдим итергә тейеш ине. Конкурс шарттары буйынса бәйгеселәр милли кейемдә сығыш яһаны, уларға диалект һөйләштәрен ҡулланырға мөмкинлек бирелеүе телебеҙҙең байлығын күрһәтте.
Икенсе йыл рәттән ойошторолған был күркәм фестивалдә илебеҙҙең төрлө төбәктәрендәге һүҙ оҫталары Башҡортостандан, Коми, Саха (Яҡут), Бүрәт, Дағстан, Мари Иле республикалары, Ханты-Манси, Магнитогорск һәм Мәскәү ҡалаларынан йыйылғайны. Баһалама ағзалары– билдәле сәсәниә Розалия Солтангәрәева, атаҡлы манассы Талантаалы Бакчиев, яҙыусы, фольклорсы Иван Карпухин, шағирә, журналист Лариса Абдуллина – фестивалдең беренсе көнөндә сығыш яһаған ҡырҡҡа яҡын ҡатнашыусы араһынан иң-иңдәрҙе һайлап алды, ҡырҡтан ашыу ҡатнашыусының сығыштарын күҙәтте. Иң кескәй һүҙ оҫтаһына – Көйөргәҙе районынан Асман Рахманғоловҡа – биш кенә йәш, уға «Урал батыр» эпосының бер өлөшөн өләсәһе, хаҡлы ялдағы башҡорт теле уҡытыусыһы Рәйлә Зәйнуллина өйрәткән.
Асия Ғәйнуллина етәкселегендәге Сибай сәнғәт колледжы, Дондағы Ростов ҡалаһынан Ғүмәр Ғайсин, Әбйәлил районынан Марс Сәйетғәлин ЮНЕСКО-ның рәхмәт хаттарына лайыҡ булды, Учалынан Ләйсән Золотарева, Сибайҙан Хәким Ғәйетбаев, Әбйәлилдән Зөлфирә Ҡарағужина Ағинәйҙәр ойошмаһының махсус бүләктәре менән бүләкләнде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Бөрйән районының Әхмәт Сөләймәнов исемендәге, Әбйәлилдең «Мырҙаҡай вариҫтары», Сибайҙың «Урал батыр» сәсәндәр мәктәптәренә рәхмәт хаттары һәм махсус бүләктәр тапшырҙы.
Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалдарына Әбйәлилдән Хәнифә Әбүбәкирова, Сибайҙан Асия Ғәйнуллина, махсус бүләктәргә Әбйәлилдән Азалия Атнағолова, Ғафуриҙан Фәүзиә Ҡотлогилдина, «Шоңҡар» журналының махсус бүләктәренә Әбйәлилдән Уйылдан Батталов, Илшат Ғәлиуллин, Ғафуриҙан Эльвина Йәрмөхәмәтова, «Башҡортостан» гәзитенең рәхмәт хаттары һәм махсус бүләктәренә Туймазынан Алһыу Нәбиуллина, Ғафуриҙан Данир Мәсәлимов, Әлшәйҙән Миңзәлә Муллағолова, Салауат районынан Фларис Ғайсиндар лайыҡ булды.
Бөрйән районының Әхмәт Сөләймәнов исемендәге сәсәндәр мәктәбенәБашҡортостан Мәҙәниәт министрлығының абруйлы махсус бүләге тапшырылды, Республика халыҡ ижады үҙәге сәсәнлек йолаларын һаҡлап ҡалғаны өсөн Әбйәлилдән Моратшиндар ғаиләһен, Көйөргәҙенән Рәйлә Зәйнуллина менән Асман Рахманғоловты, Сибай ҡалаһынан Шайморат Йәнбәковты бүләкләне.
Сәсәндәр үҙәгенең махсус бүләге Ишембайҙан Рәйлә Ҡолмырҙинаға, Надежда Шушпановаға, Саха (Яҡут) төбәгенән Айта Васильеваға бирелде. Инсаф Хужабиргәнов (Өфө), Фәниә Арыҫланова (Хәйбулла), Тамара һәм Валентина Петровалар (Мари Иле), Айдун Магомедов (Дағстан), Людмила Цой (Саха (Яҡут), Тимофей Молданов (Ханты-Манси), Нияз Йәмәлетдинов (Әбйәлил), Нурғәле Кейекбирҙин (Сибай) диплом менән бергә фестивалдең көмөш значогына лайыҡ булдылар.
Баһалама комиссияһы рәйесе Розалия Солтангәрәева Комиҙан Илья Чуркин, Бөрйәндән Гөлдәр Әхтәмова, Сибайҙан Мирас Үҙәнбаев, Өфөнән Ислам Төхвәтуллин, Дәүләкән районынан Зөләрәм Снигирева, Саха (Яҡут) төбәгенән «Дьолуо» этнотөркөмө, Сибайҙан Шамил Күсәмишев һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның сәсәндәр мәктәбенә диплом менән бергә алтын значоктар тапшырҙы.
Учалы ҡалаһынан яҙыусы, журналист, шағир Мәүлит Ямалетдинов фестивалдең еңеүсеһе тип билдәләнде һәм уға лайыҡлы рәүештә гран-при тапшырылды.Республиканың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова төп призды тапшырҙы. Еңеүсегә шулай уҡ Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге махсус приз бирелде.
Фестиваль сәсәниә Гөлдәр Әхтәмова, манассы Талантаалы Бакчиевтарҙың, ҡылҡумыҙсы Зәлиә Ғиниәтуллина, думбырасы Гөлфиә Һөйөндөкова, «Серле ҡылдар» думбырасылар ансамбленең, әкиәтсе Надежда Шушпанованың, йырсы Айдун Магомедовтың, Алина һәм Роберт Хәмиҙуллиндар етәкселегендәге «Дарман» балалар бейеү ансамбленең, «Зәйнетдин» этно-шоу проектының сығыштары менән тамамланды.
Сәриә Мәжитова әҙерләне
Читайте нас: