Ике көн дауамында Туймазыла башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен башҡарыусылар оҫталыҡта ярышты.
«Оҙон көй» беренсе тапкыр Туймазыла 1996 йылда үткәрелә. Биш йылдан һуң төбәк дәрәжәһенә күтәрелә ул. Уны республика Мәҙәниәт министрлығы, республика халыҡ ижады үҙәге һәм Туймазы районы хакимиәте ойоштора.
Быйыл үткән сираттағы бәйгегә республика ҡала һәм райондарынан, шулай уҡ Ҡазан, Силәбе, Усть-Катав, Ҡазаҡстандан 69 үҙешмәкәр башҡарыусы йыйылды. Иң өлкән ҡатнашыусыға – Бөрйән районы Байназар ауылынан килгән Дәүләтбай Рәхмәтуллинға – 81 йәш. Иң йәш ҡатнашыусы – Балтас районынан һигеҙ йәшлек Амалия Ғәйниәхмәтова булды.
Балалар музыка мәктәбе укытыусыһы Рәмзиә Яруллинаның тәрбиә-ләнеүселәре – 2-се мәктәптең өсөнсө класс уҡыусыһы Азалия Йосопова һәм «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһының әҙерлек төркөмөнән Арина Хәсәншинаға беренсе тапҡыр сығыш яһарға тура килде. Уның ҡарауы, Иҫке Ҡандранан Лилиә Шәйәхмәтованы «тәҗрибәле» артист тип атарға мөмкин. Ул шиғырҙар ижад итә, мөнәжәт әйтә, кескенә спектаклдәрҙә ролдәр башҡара, «Дуҫтар» һәм «Хазина» ансамблдәре иҫәбендә сығыш яһай. Кәрим, Биишева, Атнабаев, Йәлил, Мирзаһитов шиғырҙарын уҡый. 72 йәшендә! Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһендә аралашыу өсөн ҡатнашырға уйлаған. «Диплом бирһәләр – инде бөтә ауыл шатланасаҡ!» – тине Шәйәхмәтова йылмайып.
19 йәшлек Зарина Ҡотлоғуҗина – Күгәрсен районынан. Әле Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының эстрада-джаз бүлегендә уҡый. Әммә был уға халыҡ йырҙары менән үҙаллы шөғөлләнергә ҡамасауламай. «Тел һәм мәҙәниәт онотолорға тейеш түгел. Ата-бабалар хазинаһын ҡәҙерләп һаҡлау мөһим», – тине ҡыҙ. Зарина бәйгегә етди әҙерләнгән. «Баяс» йырын уҡытыусылары ҡарамағында өс ай өйрәнгән һәм бер йыл шымартҡан. Дуҫтарына уның милли кейемдә сығыш яһауы оҡшай, унан йыш ҡына халыҡ йырҙарын башҡарыуын үтенәләр.
Ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы исеменән уның урынбаҫары Сергей Подоприхин сәләмләне. «Оҙон көй – башҡорт халҡының күңел һәләте. Беҙ бөгөн милли мәҙәниәт үҙенсәлеген һаҡларға тырышыусыларҙы сәләмләйбеҙ!», – тине ул телмәрендә.
Байрам ғәжәйеп тәьҫораттар ҡалдырҙы. Туймазынан тамашасы Эльвина: «Оҙон көй» бәйгеһендә мин беренсе тапҡыр. Башҡарыусыларҙың саф тауышы таң ҡалдырҙы. Шишмә һыуы эсеп әсирләнгән кебек хис итәм үземде. Башҡорт телен белмәгән килеш тә. Күңелем берсә ярһыны, берсә моңланды...», – тине.
Бәйгелә ҡатнашыусы өс еңеүсе араһында йәш туймазылы Морад Заһиров та бар. Туймазынан Дарина Мөфтәхова – икенсе, Гөлнара Шәйхетдинова, Марат Әхмәтйәнов, Мөдәрис Мөхтәсипов – өсөнсө урында. Яҡташтарыбыҙ Эльвина Зәйнетдинова, Регина Ғилфанова, Фазылйән Ишемғолов та дипломант булды. «Башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен башҡарыу йолаларын һаҡлаған өсөн» номинацияһында Туймазынан Динә Ғарипова билгеләнде.
Жюриға республиканың халыҡ артисы Ғәлиә Солтанова рәислек итте. Уның менән бергә оҫталыҡ, сәхнә мәҙәниәте һәм башҡарыу үҙенсәлеген Башҡортостан Республикаһының халыҡ һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Юлай Ғәйнетдинов, опера йырсыһы, Патина ҡалаһы (Италия) консерваторияһының йыр кафедраһы мөдире Суфия Бадиали, музыка белгесе һәм БР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Иҙрисова баһаланы.
– «Оҙон көй» бәйгеһе тәүге йылдарҙан уҡ юғары талаптар ҡуйҙы. Беренсе сиратта бәйгеселәрҙең ижади табыштарының үҙенсәлеге менән. Йыр бәйгеһе беҙҙең өсөн Ырымбур өлкәһенән Ришат Вәхитов, Татарстандың Аҡтаныш районынан онотолоп барған йырҙарҙы башҡарыусы Светлана Вәлиева кеүек талан эйәләрен асты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был башҡарыусыбыҙ фани донъяла юҡ инде, әммә йырҙары хәтерҙә ҡалды.
Ошо йылдар дауамында «Оҙон көй» сараһының мәртәбәлеге кәмемәй – яңы таланттар асыла, жюри ағзалары сифатында дәрәжәле шәхестәр саҡырыла. Мәҫәлән, быйыл беҙҙең сафтарыбыҙҙы Суфия ханым Бадиали тулыландырҙы. Башҡарыусылар араһында ҡурайсылар күбәйҙе – был халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәре кеүек үҙенсәлекле күренешенең айырылғыһыҙ бер өлөшө.
Суфия Мөхәмәтова–Бадиали, опера йырсыһы, профессор, 1939 йылда Туймазыла тыуған. 1968 йылдан бирле Италияла йәшәй. 1982 йылда сәнғәт өлкәһендәге эшмәкәрлеге өсөн «Көмөш зәйтүн ботағы» милли премияһына лайыҡ булған.
– Бөгөн бик күп талантлы башҡарыусыларҙы тыңланым, киләсәктә улар һөнәр оҫталары сафтарын тулыландырыр, тип ышанам. Үҙҙәренең уҡыусыларын бәйгегә сығарған уҡытыусы-остаздарға шуны әйтәһем килә: 13 йәшкә ҡәҙәр тауыш ярыларын көсәйтеү уларҙы боҙорға мөмкин (ҡайһы бер балаларҙа ошо алымды иҫкә алдым). Йәш башҡарыусылар менән бик һаҡ эшләргә кәрәк.
– Күптән түгел донья кимәлендә танылған Deep Forest төркөмөнөң яңы альбомында йырсы Зилиә Бәхтиева башҡарыуында башҡорт халҡының«Болон» йыры яңғыраясаҡ, тигән яңылыҡ килеп етте. Заман һәм халыҡ музыкаһының ҡушылыуына ниндәй ҡарашта Һеҙ?
– Хәҙерге композиторҙар был ҡыйыу, үҙенсәлекле алымды йыш ҡуллана. Әммә төп талап – матур һәм аһәңле яңғыраһын.