+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
27 Ноябрь 2018, 13:48

"Салауат эҙҙәренән"

Башҡортостан Кинематографтар союзының «Салауат юлдары буйлап» тигән проекты Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булды.

Кино сәнғәте
Батырыбыҙ эҙҙәренән
Башҡортостан Кинематографтар союзының «Салауат юлдары буйлап» тигән проекты Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булып, уның етәксеһе Фәрит Ғәбитов, тарихи консультант, ғалим Мирас Иҙелбаев, режиссёр Таңсулпан Бураҡаева, сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева, композитор Урал Иҙелбаев, оператор Илсур Ишәев, директорҙар Гөлнур Ильясова һәм Гөлфиә Шәрипова, ҡурайсы Руслан Мөлөковтарҙан торған ижади төркөм Эстонияға барып ҡайтты.
– Таңсулпан Диҡҡәт ҡыҙы, фильмды нәҡ ошондай форматта төшөрөү идеяһы нисек барлыҡҡа килде – төрлө уйланыуҙар, эҙләнеүҙәр ашамы, әллә, ысынлап та, ошоғаса ундай фильм булмағандыр, һәрхәлдә, мин белмәйем. Республикала, күрше өлкәләрҙә күрһәтергә уйлайһығыҙмы? Башҡортостаныбыҙ баш ҡалаһынан, райондарынан алып, байтаҡ республикалар, өлкәләрҙән үткән юлдар нисек ойошторолдо? Алдан әҙерлек эштәрен ойоштороуҙа кемдәр ярҙам итте?
– Иң тәүҙә Киноэкспедиция идеяһы Фәрит Фәтих улы Ғәбитовтың башына килгән, байтаҡ ваҡыт элек. Ошо идеяны грантҡа бирәйек, тип, миңә тәҡдим итте, тик ул фильм төшөрөргә уйламай ине, ә юлда йөрөү, киноэкспедицияны видеодокументациялау һымаҡ итеп күҙ алдына килтереүен әйткәйне. Мин, режиссер булараҡ, тулы мәғәнәһендә документаль фильм эшләргә, краеведтарҙан интервью алырға тәҡдим иттем, шулай уҡ Салауат менән Юлайҙың үҙҙәре ҡатнашҡан нәфис фильм эпизодтарын да индереп ебәрҙек. Шулай итеп ошондай оригиналь форма тыуҙы.
Фильмды райондарҙа, мәктәптәрҙә күрһәтә башлайбыҙ. Уҡыусылар менән осрашып, уларҙың һорауҙарына яуап биреп, ижади осрашыу формаһында үтәсәк.
Мәҙәниәт министрлығына рәхмәтлебеҙ, айырыуса Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡоваға. Министрлыҡ төрлө республика, өлкәләрҙәге Мәҙәниәт министрлыҡтары менән бәйләнешкә инеп, беҙ алдан әҙерләгән хаттарҙы ебәрҙе. Шылтыратыуҙар, хаттар менән министр урынбаҫары Шамил Фаил улы Абдраҡов шөғөлләнде, шәхсән уға ла ҙур рәхмәт. Урындағы министрлыҡтар үҙ сираттарында ғилми хеҙмәткәрҙәр, музей директорҙары менән аралашып, хәлдәрҙе аңлатҡандар. Мәҫәлән, Великий Новгород ҡалаһында хатыбыҙҙы фән эшмәкәренә, Түбәнге Новгородта Тарих һәм мәҙәниәт институтына тапшырғандар. Ярҙам күп төрлө һәм файҙалы булды. Подмосковьела Белые столбы тигән ҡалала Госфильмофондта яҡташыбыҙ, Октябрьский ҡалаһынан Андрей Бычков торлаҡ мәсьәләһен үҙ өҫтөнә алды, беҙ унда бушлай өс көн ҡундыҡ. Беҙ күмәк кенәбеҙ бит, матди яҡтан күпме сығым китер ине. Сыуаштар бик матур ҡаршы алдылар, уларҙың милли байрамында ҡатнашырға тура килде. Улар беҙҙе оҙатҡанда: «Һеҙ, башҡорттар, бәхетле халыҡ, һеҙҙең бар халыҡ белгән шундай батырығыҙ бар!» – тип оҙатып ҡалдылар.
– Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы, сценарий яҙғанда ниндәй әҫәрҙәргә, тарихи документтарға таянып эш иттегеҙ? Фильмдың ошолай форматта төшөрөлөүе тураһында фекерегеҙ? Һәм артабанғы пландар?
– Беҙ ғилми консультант Мирас Хәмзә улы менән йыш ҡына кәңәшләштек, фекер алыштыҡ. Мәҫәлән, Салауаттың атаһы менән диалогтарын әҙерләгәндә: «Ошондай һөйләшеү була алыр инеме икән?»– тип тә, шиғырҙарын барлағанда хатта бәхәсләшеп тә китә инек, ысын Салауаттыҡымы, уныҡы түгелме, тип. Мирас ағай экспедицияла беҙҙең менән бергә йөрөгәс, һәр ваҡыт белгәндәре менән уртаҡлашты. Һуңғы тексты ла ул ҡарап сыҡҡайны. Мәҫәлән, Минзәләне ҡала тип яҙғанмын, ә ул: «Ул ваҡытта Минзәлә әле ҡала статусына эйә булмаған, нығытма тип яҙығыҙ», – тип төҙәтеү индерҙе.
Беҙҙең ҡул аҫтында «Материалы по истории крестьянской войны 1773-75 гг.» тигән китап булды, ул атайым Диҡҡәт Насретдин улы Бураҡаевтың шәхси китапханаһынан, унда бик күп материалдар, приказдар бар.
Батырыбыҙ исемен йөрөткән хоккей командаһы ла Салауат Юлаев исемен популярлаштырыуға күп көс һала, уның исемен барыһы ла белә. Әйткәндәй, хоккей командаһының сайтында батырыбыҙҙың тормошо, шиғриәте тураһында бик матур мәҡәлә яҙылған. Шулай, интернеттан да күп уҡыныҡ, кинофильмдарҙы ла ҡат-ҡат ҡарап сыҡтыҡ.
Гранттарға баллдар ҡуйыла, Таңсулпан әҙерләп биргәйне, уның проекты иң юғары балл менән баһаланған. Фильмдың ошолай төшөрөлөүе, киноэкспедиция ваҡытында һәр ҡалала Башҡортостан, Салауат Юлаев тураһында нәфис һәм документаль фильмдар күрһәтеү, фотоһүрәттәр һәм милли кейемдәр күргәҙмәһен ойоштороу, ҡурайсылар, ғалим-тарихсы сығышы, шулай уҡ хәҙерге башҡорт фильмдары менән таныштырыу, башҡорт кино эшмәкәрҙәренең сығышы – бик кәрәктер ул. Сөнки ваҡыттың дефицит булыуын иҫәпкә алғанда, урындағы халыҡ менән ике сәғәт осрашыуҙарҙа улар күпме мәғлүмәт ала.
Артабанғы планға батырыбыҙ тураһында киң форматлы нәфис фильм төшөрөүҙе индергәнбеҙ. Иң төп маҡсатыбыҙ – дәүләт яғынан тейешле яҡшы финанслауға өлгәшеү, был күләмле фильм буласаҡ, шуға ла ул да федераль бюджет, Кино фонды иҫәбенән эшләнергә тейеш, тип уйлайбыҙ.
***
Кинофильмдарҙа актерҙар кейгән кейемдәр хәл-ваҡиғалар барған осор тураһында үҙенән-үҙе мәғлүмәт еткереүсе булыуы менән үтә лә мөһим. Костюмдарҙы әҙерләүҙә модельер, «Сәрби» ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн өҫ кейемдәре тегеү ательеһы етәксеһе Сайма Хәсәноваға ла беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Сайма Дамир ҡыҙы, Салауат менән Юлай Аҙналиндарҙы кейендереүсе булараҡ, ниндәй сетерекле хәлдәргә юлыҡтығыҙ?
– Сетерекле, тип, ундай хәлдәр булманы инде. Баш кейеменең һыҙмаһын эшләү буйынса бер аҙ эҙләнергә тура килде. Салауаттың ҡамсат бүреге ниндәй тиренән тегелгән, ниндәй төҫтә булған, быларҙың барыһын да иҫәпкә алырға кәрәк ине. Таңсулпан Бураҡаева менән тарихи китаптарҙы ҡараныҡ, боронғо фотоларҙан, фольклорҙан да эҙләнек, сөнки боронғо баш кейемдәренең һыҙмалары бөтөнләй юҡ кимәлдә. Еләндәрҙең һыҙмалары бар, музейҙарҙа өҫ кейемдәре лә байтаҡ ҡына. Ә бына баш кейеме һаҡланмаған. Костюмдар тарихты сағылдыра, шуға ла дөрөҫлөккә тап килһен өсөн еләндәрҙе һәм күлдәкте ҡул менән тегергә тура килде.
***
Бер нисә тамашасы фекере менән уртаҡлашырға булдыҡ.
Радина Батпенова (рәссам, Ҡаҙағстан). «Салауат юлдары буйлап» фильмын ҡарап мин һеҙҙең милли батырығыҙ тураһында бик күп төрлө мәғлүмәт белдем. Бик ҙур эш башҡарылған. Идеяһы – яҡшы. Бер юлы изге урынға ғибәҙәт ҡылыу булған. Әммә һеҙҙең батырығыҙ тураһында икенсе төрлө фильмды ла күрге килә. Уның бала сағы, үҫмер йылдары, ғөмүмән, тыныс ваҡыттарҙағы уның тормошо тураһында һәм, әлбиттә, артабанғы яҙмышы, уның халҡы өсөн азатлыҡ көрәше, батырлығын һүрәтләгән фильм булһын ине.
Дамир Ғәббәсов (геофизик, блогер, Өфө). Минең өсөн фильмдың әһәмиәте шунда, ул кино сәнғәте аша милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың исемен мәңгеләштереүҙә тағы ла бер аҙым. Тағы ла шуныһы, Салауат атаһы Юлай менән ҡайҙа ғына килеп туҡтаһа ла, теркәлеү тураһындағы документтар күрһәтелде. Батырҙың яҙмышы тураһында ғалим Мирас Иҙелбаевтың мәғлүмәттәре фәһемле.
Фильмды мин стиле буйынса Travel VLOG менән сағыштырыр инем, йәғни сәйәхәт менән бер үк ваҡытта киноға төшөрөп, таҫмаға яҙып барыу алымы.
Һуңғы кадрҙар бик тәьҫир итте: Салауат Юлаев менән Юлай Аҙналиндың йәндәре алыҫ Балтик ярҙарынан тыуған яҡтарына осоп ҡайта...
Йомғаҡлау. Заманында 1-се һанлы мәктәп-интернатының (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернат)география уҡытыусыһы Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллина йәйге каникулда иң шәп уҡыусыларҙы үҙе менән Эстонияға, Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап алып китергә вәғәҙә биреп, бәхетлеләр уның менән һуңынан сәфәргә сыға. Фильмда хөрмәтле уҡытыусыбыҙҙы эстон музейында һаман хәтерләүҙәрен, уның исемен ишетеү әйтеп бөтөргөһөҙ хис-тойғолар тыуҙырҙы. Уның үҙ ҡулдары менән музейға тапшырған ҡомартҡылары ҡәҙерләп һаҡлана.
Палдиски тарафтарына сәфәр йыл да дауам итә. Салауат эҙҙәре буйлап нәҡ киноэкспедиция сиктәрендә фильм төшөрөүҙең әһәмиәтен әле тулыһынса аңлап та еткермәйбеҙҙер. Ә бит әңгәмәселәребеҙ араһынан әйтеүселәрҙең береһе тап өҫтөнә баҫты: изгеләребеҙ ҡәберенә барып ғибәҙәт ҡылынған, ул ғына ла түгел – фильм да төшөрөлгән.
Яҙмыштарын, хеҙмәттәрен Башҡортостаныбыҙҙың кино сәнғәтенә бағышлаусыларҙың изге теләктәре киләсәктә лә тормошҡа ашырына ышанабыҙ.
Сәриә ИШЕМҒОЛОВА
Читайте нас: