+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
1 Ноябрь 2018, 15:57

"Моңонда - мәңгелек ауаз"

Донъя халыҡтарын һоҡландырып, хайран ҡалдырған милли музыка ҡоралыбыҙ ҡурайға арналған яҙмаларыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Сираттағы әңгәмәсебеҙ – Азат Айытҡолов.

Айытҡолов Азат Миңлеғәле улы (27 ғинуар 1956) – ҡурайсы, педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған (1998), Башҡортостандың халыҡ артисы (1991), ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының Ғәлимов Сәләм исемендәге (1990) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000) лауреаты. 1994 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 2007—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар союзы идараһы рәйесе. Әлеге ваҡытта Өфө сәнғәт институты доценты, декан, Х.Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһының репетиторы.
– Һеҙ Йылайыр районында тыуып үҫкәнһегеҙ. Профессиональ ҡурайсы, оҙаҡ йылдар филармонияла эшләйһегеҙ, бер үк ваҡытта З.Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтының ҡурайсылар факультеты деканы. Тормош юлдары ҡатмарлы, тип йырлана йырҙарҙа...
– Яҙмыш шулай ул, бер кемгә лә, бер ҡайҙа ла келәм йәйеп ҡуймағандар. Тормош юлдары дауам итә, ә һәр юлдың, билдәле булыуынса, һикәлтәле лә урындары, тигеҙлектәре лә бар. Әммә нәҡ шул һикәлтәле булғаны кешене көслө итә лә инде. Әсәйем менән атайым мин бәләкәй саҡта уҡ айырылышҡан, икеһе лә яңы ғаилә ҡороп, ситтә йәшәгән. Әсәйем – Сибай ҡалаһында, атайым – Үзбәкстанда. Әсәйемдең минән башҡа тағы балалары булды, әммә улар хәҙер иҫән түгел инде, сәбәбе – замана сире... Миңә уларҙы ерләргә тура килде. Атайымды утыҙ бер йәшемдә күрҙем. Иҫәнғолға гастролгә барғайныҡ. Урамдан китеп барғанымда минән алда бер уҙаман балаларын эйәртеп атлай. Шул тиклем кәүҙә-һыны, атлауы минекенә оҡшаған. Ҡыуып еттем дә, һис бер икеләнеүһеҙ: «Мине таныйһығыҙмы? Мин һеҙҙең улығыҙ – Азат булам», – тинем. Ул уңайһыҙланып китте, аҡлана башланы. Мин, ғөмүмән, аҡланыуҙы яратмайым, үҙем дә ундай хәлгә ҡалмаҫҡа тырышам. «Аҡланмағыҙ, мине ошо донъяға килтергәнһегеҙ, шуның өсөн рәхмәт!» – тинем. Ниндәйҙер ҡыуанысһыҙ ғына осрашыу булды был, шуға ла артабан бәйләнеш тә булманы. Атайымдан, сит тарафтарҙа ҡатынын ерләп, дүрт балаһы менән Ейәнсураға ҡайтҡас, фатир юллап йөрөгәнендә, «Һеҙҙең Башҡортостанда улығыҙ бар икәнлеген беләһегеҙме?» – тип һорағандар. Хатта исемем уға фатир алыуҙа булышлыҡ иткән. Мин өләсәй-олатай ғаиләһендә йәшәнем, өләсәйемде «әсәй» ти торғайным. Ҡул араһына ингәс тә, йорт-ҡуралағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрҙе башҡарып, сынығып үҫтем. Яҙмышыма рәхмәтлемен, тырышып уҡырға, белем алырға бөтә мөмкинселекте биргән 1-се һанлы интернат-мәктәптә бишенсе кластан алып уны тамамлағансы уҡыным.
– Һеҙ – республикабыҙҙың оҫта, виртуоз ҡурайсыларының береһе. Интернетта һеҙҙән ҡурайҙа уйнарға өйрәнеүселәрҙең береһе: «Азат ағайҙың уйнауы камертон стилендә», тип яҙған ине, хәтерләүемсә, ул Мәскәү егете. Был турала һеҙҙең фекерегеҙҙе белге килә.
– Тәүге тапҡыр ишетәм. (Уйлана – ред.) Камертон – тауышты һис бер үҙгәрешһеҙ бирә. Тимәк, ул егет ҡурайҙың тауышын эске моңдан айырылғыһыҙ итеп бирә, боҙоп уйнамай, тип әйтергә теләгәндер. Ҡурайҙа уйнау өсөн эске донъяңдың, күңелеңдең таҙа булыуы мотлаҡ. Унда асыуға, үпкәгә, көнсөллөккә урын булырға тейеш түгел. Шунда ғына моң кешеләрҙең күңеленә, йөрәктәренә үтеп инә, моңландыра, уйҙарға һала.
– Ә ҡурай һеҙҙең өсөн нимә ул?
– Ҡурай? Ҡурай мине кеше итте. Ҡурайға мин ғүмер буйы хеҙмәт итәм һәм артабан да хеҙмәт итәсәкмен. Был минең уҡытыусыларымдың васыяты.
– Һеҙ мәктәп йәшендә үк үҙегеҙҙең кем булырығыҙҙы, ҡайҙа уҡырға барырығыҙҙы тоҫмаллай инегеҙме?
– Мәктәпте тамамлағанда Баҡы хәрби-диңгеҙ училищеһына барырға, һыу аҫтында йөҙөүсе штурман булырғауйлай инем. Беҙҙән алда Фларит Иҫәнғолов тигән егет унда уҡып, каникулында мәктәпкә килгәйне, уҡыу йорто, ундағы шарттар, ни тиклем ауыр булыуы тураһында һөйләгәйне. Казармала йәшәргә, ашаталар, кейендерәләр, аҙаҡ эше лә, ашы ла була, тип, барырға ниәт иттем. Еңел юл эҙләмәнем, сөнки атай ҙа юҡ, әсәй ҙә юҡ. Интернатта бер мохтажлыҡ та кисермәнем, әммә киләсәкте уйларға кәрәк ине. Урындағы хәрби комиссариатта һаулығым буйынса тикшереү үттем, Баҡыға тиклем юлды комиссариат түләй, был да бик яҡшы бит. Мәктәпте тамамлау тураһында аттестат алып йөрөгән мәлдә мине Әҙеһәм ағай Исҡужин эҙләп тапты. Ҡайҙа уҡырға йыйыныуым тураһында һорашты. Мин ошоларҙы һөйләгәс, ул: «Һин дөрөҫ уйламайһың. Һине һигеҙенсе класты тамамлаған йылда Белорет балалар йортона ебәрергә уйлағандар ине, ебәртмәнем. Ғата Сөләймәнов сәнғәт училищеһына килһен, тип әйткән, әммә мин һине, әле биле нығынмаған, йәш, интернатта ҡалһын, артабан да үҙем уның менән шөғөлләнермен, тип әйттем. Аҡса табылыр, ҡустым, кешене ризығы йөрөтә, насибы табылыр. Һин ҡурайсы булырға тейешһең», – тине.
– Шундай остаздан белем алғас, училищела уҡыу һеҙгә еңел бирелгәндер?
– Училищеға уҡырға инергә документтар, унан һуң имтихандар тапшырыу осоронда ятаҡ булыуы, унда йәшәү мөмкинлеге барлығы тураһында белмәнек. Интернаттың ҡурай кабинетынан асҡыс бар ине, Рәжәп Нәҙерғолов менән шунда йәшәнек, үҙебеҙгә сәй ҡайнатып, тамаҡ ялғай торғайныҡ. Уҡырға инеп киттем, ауырлығын һиҙмәнем. Алтынсы класты тамамлағанда алтмыш көй белә инем. Сольфеджио, теория гармонии – был предметтарҙың ҡайһы береһе математикаға оҡшаш, теүәллекте төҫмөрләргә, гармония ҡора белергә өйрәтә. Улар кешене, буласаҡ музыкантты тәрбиәләй. Сит илдәрҙең музыка әҙәбиәтен, ғөмүмән, музыка әҙәбиәтен яратмай инем. Ә ул бик кәрәкле булған. Шуны байтағыбыҙ аңламаған. Уҡытыусыларыбыҙ көслө булды. Мин сәнғәт буйынса ныҡлы белем алдым. Ә күп көйҙәрҙе, уларҙың тарихын белгәс, унынсыны ла тамамлап килгәс, аҙнаһына дүрт көн генә уҡырға йөрөнөм. Шуға күрә эшкә урынлаштым. Башта Ауыл хужалығы институтында (хәҙерге Дәүләт аграр университеты) ҡурай түңәрәге алып барҙым. Шәмбе-йәкшәмбе көндәрендә тимер юл вокзалында, тирмән комбинатында вагондар бушаттым. Мин ул ваҡытта атайлы-әсәйле малайҙарға ҡарағанда байыраҡ йәшәнем. Улар, тураһын әйтергә кәрәк, еңел йәшәп өйрәнгән, аҡсаларын тотона белмәне, тиҙ генә тәләфләй ине. Өсөнсө курста уҡыған сағымда Ғата ағай мине үҙ янына эшкә алды. Беренсе курстағы өс студентты уҡыттым. Училищены тамамлап, диплом алғас, филармонияға эшкә урынлашырға барғайным, мине тыңлап ҡаранылар ҙа, алманылар. Тағы ла бер йыл училищела эшләгәндән һуң, мине ул саҡтағы КПСС Өлкә Комитетының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Төхвәтуллина саҡырҙы ла: «Филармонияға эшкә бар, тиҙ арала фатир алыу мөмкинселеге лә булыр», – тине. Ғаиләле инем инде, бик ҡулай килеп сыҡты, етмәһә мине туранан-тура күсереү юлы менән эшкә алдылар. 1978 йылдың 4 сентябре ине тәүге эш көнөм. Ҡырҡ йыл тулды быйыл.
– Бер урында дүрт тиҫтә йыл эшләүселәр һирәктер. Бер ни тиклем хәтергә алып үтһәгеҙ ине?
– Филармонияға эшкә килгәс тә мәшһүр йырсы Рамазан Йәнбәков төркөмөнә эләктем. Ғөмүмән, юлымда шундай остаздар осрауы менән бәхетлемен. Әҙеһәм ағай миңә тормош тәжрибәһе, тәрбиә бирҙе. Ә Рамазан ағай – юғары кимәлдәге популяр йырсы, үтә лә етди, талапсан йырсы һәм етәксе булды. Филармониялағы хеҙмәт юлым Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан республикаларына гастролдәрҙән башланып китте. Ике айға яҡын йөрөп ҡайттыҡ. Арып-талып, ғаиләмде һағынып, уҡытыу эшенә генә күсермен, ҡабат гастролгә сыҡмам инде, тип ҡайтҡайным, бер аҙ ваҡыттан һуң тағы ла гастролдәр башланды. Мин башкөллө эшкә сумдым. Барса халыҡ яратҡан «Йәдкәр» төркөмөндә эшләнем, ул ижад юлымда яңы баҫҡысҡа күтәрелеү булды. Күренекле йырсылар Ғәли Хәмзин, Тәнзилә Үҙәнбаева, Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Миңнеғәли Хановтар менән Яҡутсан, Таулы Алтай, Ҡарағалпаҡ, Татарстан, Сыуаш республикаларында, Мәскәүҙә сығыштар яһаныҡ. Бер нисә йыл күренекле йырсы Нәзифә Ҡадирова төркөмөндә эшләп, СССР-ҙың бөтә төбәктәрендә тиерлек концерттар ҡуйҙыҡ. Ә Башҡортостанды иңенән буйына дүрт-биш тапҡыр урап сығылғандыр.Ул замандарҙа ауыл клубтары утын менән яғып йылытыла ине, халыҡ клубҡа күпләп йөрөнө, бала-сағаларға концертҡа инеү тәтемәй ҙә торғайны.
– Әлеге ваҡытта ижади эшегеҙҙе нисек дауам итәһегеҙ? Ниндәй пландарығыҙ бар?
– Сәнғәт институтында уҡытыуҙан тыш, филармонияла репетитор булып эшләйем. Репетитор – артист түгел, ул ҡатмарлы ла, яуаплы ла эш. Филармонияның алты ҡурайсыһы менән концертҡа әҙерләнәбеҙ. Уҙған йыл башҡорт халыҡ йыры «Ир егеткәй»ҙе (Ырымбур яҡтарында сығып, таралған йыр) биш тауышҡа яҙҙырып эшкәрттек. Ул көйҙө квинтет өсөн музыкаль яҡтан бик һәләтле, тырыш егет, үҙе композитор, баянсы, ҡурайсы Салауат Зыя улы Хәлилов яҙып бирҙе. Халыҡ көйөн квинтет менән башҡарыу ғөмүмән тәүге тапҡыр булды. Бик яҡшы килеп сыҡты. Тағы ла бер нисә көйҙө биш тауышта башҡарыуҙы планлаштырабыҙ.
– Һеҙҙең өсөн нимә ул – моң? Моң аша һеҙ кешеләр күңеленә, шәхсән үҙегеҙҙең күңелегеҙгә нимә еткерә алам, тип уйлайһығыҙ?
– Моңдо мин бәләкәйҙән яраттым. Ҡурай моңон Ишҡәле Дилмөхәмәтовтың олатайым Сәғәҙәт Бараковтың өйөнә, олатайыма килеп уйнағанын тыңлап үҫтем. Моң ул – күңел иркенлеге, тормоштоң матурлығы, бөтөнлөгө.Тормоштоң мәңгелеген дә беҙ моң аша тоябыҙ бит. Нимә еткерәм һуң? Шатлыҡтыр, уйланыу, әлбиттә.
– Ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ.Ҡайһы берҙә үҙебеҙ ҙә ҡатмарлаштырып ебәрәбеҙ. Проблемалар килеп тыуа. Һеҙ ундай осраҡта ҡыйынлыҡтарҙы нисек йырып сығаһығыҙ? Нимә ярҙам итә?
– Мин ҡыйынлыҡтарға өйрәнгәнмен. Бәләкәйҙән. Төрлө насар уйҙарҙан кешегә хеҙмәт ярҙам итә. Мин шулай уйлайым. Беҙ – хеҙмәт кешеһен данлаған, уларға арнап йырҙар, фильмдар сығарылған осорҙан.
Бынан тиҫтәнән ашыу йылдар элек штат ҡыҫҡартыу исемлегенә индереп, эштән китергә ҡуштылар. Әммә мин, берәй ижади төркөмдә булмаһам да, эш хаҡы түләмәһәләр ҙә, унда ҡалдырыуҙарын талап иттем. Юғарынан булған күрһәтмә ине ул.Әҙәби-музыкаль лекторийҙа эшләнем. Ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә, ансамблдәр төҙөүҙә булышлыҡ итергә саҡыра башланылар.Башта Ҡырмыҫҡалы районында, артабан Әлшәй, Ауырғазы, Миәкә, Шишмә, Йылайыр, Архангел, Ғафури, Салауат, Илеш, Ишембай, Яңауыл, Йәрмәкәй, Борай, Бишбүләк, Баймаҡ һәм башҡа райондар, Силәбе, Пермь, Ҡурған өлкәләре, Мәскәү ҡалаһы… Мәҫәлән, мине Силәбе өлкәһенә саҡырғайнылар, телдәрен белмәйҙәр, ә башҡорт милләтенән үҙҙәре. Рухтары көслө. Хөкүмәттән көтмәй, ярҙам һорамай, йыйылышып, матди яҡтарын, ашау-йәшәүҙе ҡайғыртып, аҡса йыйып, минең ҡурайҙа уйнарға өйрәтеүемде үтенделәр. Унда бер ай йәшәнем.
– Телебеҙҙең, милләтебеҙҙең киләсәге тураһында фекерегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине?
– Бик ҡатмарлы һорау. Беҙ әҙергә ныҡ өйрәнгәнбеҙ. Финанслау шәп булған осорҙағы инструменттар, сәхнә костюмдары иҫкереп-таушалып бөттө. 1984 йылда миңә Турку музыкаль йәмғиәте тарафынан үткәрелгән Фин төрөктәре фестивалендә Финляндияла булырға тура килгәйне. Ундағы татар мәхәлләһе ағзалары менән танышырға тура килде, мәхәлләлә меңгә яҡын ғаилә иҫәпләнә. Телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡларға тырышыуҙарына хайран ҡалғайным. Дүртенсе класҡа тиклем балаларын тик үҙ телендә уҡыталар, ҡыҙҙарын кейәүгә сит милләт егетенә бирмәйҙәр, егеттәре үҙҙәренең милләтенә генә өйләнә. Ситтән алғандарҙы мәхәлләнән сығаралар. Йыш ҡына йыйылышалар. «Ҡара касса»лары бар – кем һөйләшкән ваҡытта икенсе тел һүҙен ҡуллана, шул кассаға аҡса һала, сөнки сит һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләшеү ҙур ғәйеп һанала. Ә аҡса һалыу – оят күренеш тип иҫәпләнә. Телде һаҡлауҙың бер ысулы был. Фин татарҙары электән бик хәллеләр. Йәштәр өйләнешһә, күп итеп аҡса бирәләр. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгәндәргә лә матди ярҙам күрһәтәләр. Әлбиттә, ялҡауланып, тырышмаһалар, бизнестары бармаһа, өс тапҡырҙан артһа, ярҙамды туҡтаталар. Яңыраҡ махсус рәүештә унда тағы ла барҙым, ләкин хәлдәре элеккесә түгел. Бик оҙаҡ йылдар үҙ-ара ғына бәйләнештә булыу сәбәпле, ҡан яңыртыу тигән хәл булмаған, уларҙың вариҫтары араһында ауырыу балалар тыуыу осраҡтары йышайған. Беҙҙең илдәге тимер шаршау асылыу менән, улар, әлбиттә, күрше республикабыҙҙағы татарҙар менән ныҡлап аралаша башлай. Әммә хәҙер үҙ-үҙҙәрен һаҡлау төшөнсәһе ныҡ ҡына кәмегән. Глобалләшеү ҙә быға булышлыҡ иткәндер. Ә беҙҙең халыҡҡа уларҙың миҫалы бик ҡулай булыр ине. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ һаҡларға тейешбеҙ. Бик шәп йәштәребеҙ бар, шулай ҙа улар икенсе контингент.
– Әлеге ваҡытта сәнғәт институтында нисә студент ҡурай серҙәренә һәм нисек өйрәнә?Һеҙҙән башҡа тағы ла кемдәр уҡыта? Ишетеүебеҙсә, Ҡаҙағстандан да уҡырға киләләр?
– I–IV курста ун өс студент. Ҡаҙағстандан Аяулым Ҡонанбаева, Арайбәк Асҡар магистратурала уҡыйҙар. Уларҙың элек сыбыҙғы тигән музыка ҡоралы булған. Уҙған йыл Асель Берденова диплом алып, бында ҡалды. Әле Халыҡ инструменттары милли оркестрында эшләй.Факультетта ике кафедра бар – этномузыкология һәм традицион музыкаль башҡарыу. Профессиональ ҡурайсылар әҙерләү буйынса практик дәрестәр, үҙаллы дәрестәр үткәрелә. Теория буйынса методик ҡулланмалар файҙаланыла. Минән башҡа Рөстәм Рафил улы Баһаув, Артур Борхан улы Ғайсаров, Венер Рәжәп улы Йылҡыбаев, Фәйез Вилдан улы Шәриповтар – биш кеше – махсус ҡорал, башҡарыу сәнғәте тарихы, фольклор ансамбле, педагогик практика фәндәренән уҡытабыҙ.
– Йәштәргә ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Сәнғәт училищеһында тағы ла бер осор уҡытҡан сағымда (ул осорҙағы директор Роберт Әхмәт улы Ибатуллин сәғәттәр күп, уҡытыусылар етмәй, типсаҡырғайны), Рәсүл Ҡарабулатов миндә шөғөлләнде. Ул башҡаларҙан айырылып торҙо. Сөнки уның «мин»е бар ине. Ана шул кәрәк. Ишморат Илбәковтың да бар үҙ «мин»е. Бының сәбәбе лә бар, улар бала саҡтан тыңлап үҫкәндәр. Йырсылар ҙа, Райман Ишбаев, Ғәли Хәмзиндарҙы иҫләйһегеҙҙер – нисегерәк башҡара торғайнылар! Йәштәрҙән Иҙел Аралбаев өмөтлө, әҙер йырсы булып килде, тиергә лә була. Артур Ғайсаровтың концертында Ейәнсуранан Әлфиә исемле ҡыҙ йырланы. Йөрәге аша, бөтөн күҙәнәктәре аша үткәреп йырланы. Ә ундайҙар бик һирәк. Хәҙерге йәштәр улай итеп йырларға ла теләмәй. Ни өсөнмө? Сөнки ул күңелдә һыҙланыу барлыҡҡа килтерә. Уйландыра. Ә әле беҙҙә уйланырға яратмаған осор. Бер ир ун йәштәр тирәһендәге улын алып килде. Улының ҡурайҙа уйнарға өйрәнеүен теләй, улы менән рус телендә һөйләштеләр. Башта уйнап күрһәтеүемде үтенде. Бик ауыр көйҙө уйнаным. Мин туҡтағас, атаһы улынан: «Ну, как?» – тип һораны. Улы күкрәге тәңгәленә ҡулын ҡуйып: «Вот здесь больно!» – тине. Ә бит бала алдаша белмәй.
Беҙҙең йырсы, ҡурайсы булырға теләгән йәштәребеҙ өсөн – улар яратмаған әйбер – оҙон көйҙө күберәк тыңларға, уның фәлсәфәһен аңларға тырышһындар, тигән теләгемде еткергем килә. Оҙон көйҙө хәҙер сәхнәләрҙә башҡарыусы юҡ. Имтихандарҙа мәжбүри рәүештә талап итәбеҙ. Ҡурайсыларыбыҙ бер төрлө уйнарға тейеш түгел. Штамповка кеүек килеп сыҡмаһын өсөн улар тарихты, оҙон көйҙәрҙең тарихының бөтә нескәлектәрен төптән аңлап өйрәнһендәр, репертуар, фәлсәфә, поэтик текстарҙы аңлаһындар ине. Дүрт йыл эсендә генә быларҙы өйрәнеп булмай барыбер. Үҙаллы өйрәнергә лә кәрәк. Ә уҡытыусы йәштәребеҙгә теләгем – фәнни эштәргә ваҡыт табып, үҙ-үҙҙәрен үҫтереү, белемдәрен артабан да камиллаштырыу буйынса тырышһындар. Остаздарым мине был тормошҡа әҙерләүҙә ныҡ булышлыҡ итте, эсеү, тартыу, тәртипһеҙ һүҙҙәрҙән тыйылырға икәнлекте лә улар ваҡытында, аңға барып етерлек итеп аңлата белде. Тын алышы көслө булырға тейеш ҡурайсының. Моңдо тәрәндән аңлап, бар нескәлектәрен тойоп, үҙең аша үткәреп уйнағанда ғына ул тамашасы күңеленә үтеп инә ала.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Һеҙгә киләсәктә лә милләтебеҙҙе милләт иткән ҡурайыбыҙға хеҙмәт итергә насип булһын!
–Рәхмәт!
Белешмә.
Азат Миңлеғәле улының ижади эшмәкәрлеге:
Инструменталь башҡарыу сәнғәтенең классик традицияларын дауам итеүсе, ҡурайҙа уйнауҙың бөтә алымдарын виртуоз ҡулланыусы.
Репертуарында оҙон көйҙәрҙең инструменталь варианттары, шул иҫәптән «Ашҡаҙар», «Буранбай», «Ғилмияза», «Таштуғай», «Тәфтиләү», «Уйыл», «Урал», инструменталь көйҙәр «Йәйәүле Мәхмүт», «Сыңрау торна», йыр‑бейеү көйҙәре «Зарифа», «Мөғлифә», «Суҡ муйыл», «Перовский», «Порт‑Артур» һ. б.
Фәнни эшмәкәрлеге:
«Ҡурайҙа уйнарға өйрәтеүҙең интенсив ысулдары» (Уҡытыу-методик ҡулланма), Өфө: З.Исмәғилев исемендәге ӨДСИ, 2017, 70 бит.;
«Ғата Сөләймәнов ижадында башҡорт сәсәндәренең традициялары» (башҡорт телендә),Өфө: З.Исмәғилев исемендәге ӨДСИ, 2018, 56 бит.
«Йөҙ башҡорт йыры һәм көйҙәре», Мәҙәниәт министрлығы заказы буйынса. Өфө: З.Исмәғилев исемендәге ӨДСИ, З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, 2017, 216 бит.
Ғаилә хәле:
Ҡырмыҫҡалы районы ҡыҙы Фәниә ханым менән Илгиз, Әнүәр, Айҙар исемле өс ул тәрбиәләп үҫтерәләр, һигеҙ ейән-ейәнсәргә, бер бүләсәргә олатай-өләсәй булғандар.
Сәриә ИШЕМҒОЛОВА
Читайте нас: