-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
24 Октябрь 2018, 17:50

Драматургия бөгөн ни хәлдә?

Драматург, прозаик, шағир, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, М.Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы, рус телендә «Рампа», башҡорт телендә «Тамаша» журналдарын асыу инициаторы, 1994–2010 йылдарҙа «Тамаша» журналының баш мөхәрирре булып эшләүсе Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев үҙенең 70 йәшен билдәләй.

Драматургия бөгөн ни хәлдә?
Драматург, прозаик, шағир, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, М.Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы, рус телендә «Рампа», башҡорт телендә «Тамаша» журналдарын асыу инициаторы, 1994–2010 йылдарҙа «Тамаша» журналының баш мөхәрирре булып эшләүсе Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев үҙенең 70 йәшен билдәләй. Билдәле яҙыусының 40 йыллыҡ ижади һандығында бөтәһе 80-гә яҡын хикәйә, 20 повесть, 4 роман, 50-нән ашыу пьеса, спектаклдәргә рецензиялар, тәнҡит мәҡәләләре, ул – 24 китап авторы.Арҙаҡлы шәхестең мәртәбәле юбилейы уңайынан әҙәбиәткә йөрәк ҡушыуы менән килгән яҙыусының тормошо һәм ижад юлы хаҡында әңгәмәләштек. Шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән етәксегә, драма әҫәрҙәре ижад итеүҙә тәжрибәле әҙип булараҡ, башҡорт драматургияһының бөгөнгө хәле тураһында һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.
– Наил Әсхәт улы, Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә иҫәнлек-именлек, ижади уңыштар, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе яңынан-яңы әҫәрҙәрегеҙ менән ҡыуандырып тороуығыҙҙы теләйбеҙ. Наил ағай, Һеҙ белемегеҙ буйынса тау инженер-механигы, производствола байтаҡ ҡына йылдар эшләгәнһегеҙ. Ҡасан яҙыша башланығыҙ һәм башкөллө ижадҡа күсеп китеүгә нимә сәбәпсе булды?
– Магнитогорск тау-металлургия институтын тамамлағас, эшкә Кемерово өлкәһенә ебәрҙеләр. Бер йылда Башҡортостанды һағындым. Һағыныуҙы баҫыр өсөн Өфөлә башҡорт телендә сыҡҡан ул саҡтарҙағы бөтә гәзит-журналдарҙы алдыра башланым. Хикәйәләрҙе, повестарҙы уҡыйым – күңелгә ятып бөтмәй. Минеңсә, улар ысынбарлыҡҡа тап килмәй кеүек. Йәш саҡта үҙ-үҙеңә ышаныу һәм амбиция көслө була бит – нисек яҙырға кәрәклеген күрһәтмәк булдым. 1976 йылда мөхәббәт тураһында повесть яҙҙым да Өфөгә «Ағиҙел» журналына ебәрҙем. Ғәжәп, повесым яҙыусыларға оҡшаған. Яҡшы баһа биреп, баҫып сығарҙылар. Ижад менән етди шөғөлләнергә, яҙышырға кәңәш иттеләр. Шулайтып, «Ағиҙел»дәр фатихаһы менән хикәйәләр, повестар яҙа башланым. 1979 йылда тәүге китабым сыҡты, бер йылдан СССР яҙыусылар союзына алдылар.
– Яҙыша башлағас, әҙәбиәт буйынса белемде лә теүәлләп ҡуйырға булдығыҙ инде...
– Эйе. 1981–1983 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәбиәт курстарында, 1986–1987 йылдарҙа Юғары театр курстарында уҡыным. 80-се йылдарҙа, йәғни Сибайҙа йәшәгәндә, Сибай драма театрының режиссерҙары һәм актерҙары кәңәше менән пьесалар яҙа башланым. Әйтергә кәрәк, драматургия – ауыр жанр. Тәүге өс пьесам уңманы. Дүртенсеһен оҡшаттылар. 1984 йылда сәхнәгә сығарҙылар. Шул ваҡыттан алып 50-нән ашыу пьеса яҙылды. Пьесаларым Башҡортостан, Татарстан, Урта Азия һәм сит ил сәхнәләрендә ҡуйылды. Һуңғы 30 йылда мин тик пьесалар ғына ижад иттем. Проза әҫәрҙәре яҙыуҙы туҡтатып торғайным. «Бабич» романы менән ҡабат сәсмә әҫәргә әйләнеп ҡайттым. Дөрөҫөн әйткәндә, башҡорт халҡының күренекле улы тураһындағы әҫәрем музыкаль пьеса булараҡ башланғайны. Уны Сибай филармонияһы тәҡдиме менән яҙҙым. Йыйылған мәғлүмәт был пьесаға тулыһынса һыйманы, байтағы файҙаланылмай ҡалды. Шуға тәүҙә тағы бер пьеса яҙҙым да, аҙаҡ романға тотондом. Роман быйыл «Ағиҙел» журналының 7-се һанында донъя күрә башланы.
– Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр. Һеҙ белемегеҙ буйынса инженер, шөғөлөгөҙ – ижадсы, ойоштороуға, етәкселеккә һәләтле кеше, өҫтәүенә – шахматсы...
– Шахмат менән мәктәптә уҡыған саҡта уҡ ҡыҙыҡһына башлағайным. Унынсы класта хатта өлкәндәр араһында Сибай ҡалаһының чемпионы булдым. Кемерово өлкәһендә йәшәгәндә ныҡлы мауығып киттем. Киселевск ҡалаһы чемпионы булдым, спорт мастерына кандидат исемен яуланым. Сибайға ҡайтҡас, тағы бер нисә мәртәбә ҡала чемпионы булғайным, 80-се йылдарҙа әҙәбиәт менән етди шөғөлләнә башлағас, шахматты ҡалдырып торорға тура килде. Өфөлә ветерандарҙан торған көслө шахматсылар төркөмө аҙна һайын уйынға йыйылғанын ишеттем дә, 40 йыл үткәс, бына тағы уйнай башланым.
– Һеҙ – алты бала атаһы. Беҙҙең заман өсөн был – ҡыйыулыҡ.
– Заманалар ауыр тип ҡурҡырға ярамай, һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Балалар күп ғаиләлә, ғәҙәттә, улар бер-берен ҡарап үҫә, терәк була. Хәҙер, уның ҡарауы, балалар күмәк йыйылһа, ҡатыным Эмма менән сикһеҙ шатлыҡ кисерәбеҙ.
– Балаларығыҙ ниндәй һөнәрҙе һайланылар? Һөнәр һайлауҙа һеҙҙең, атай-әсәйҙең, ҡыҫылышы, йоғонтоһо булдымы?
– Беҙ икебеҙ ҙә ижадҡа яҡын кешеләр. Эмма Өфө сәнғәт институтын тамамлап, Сибайҙа саҡта актриса, Өфөгә килгәс, китаханасы, журналист булып эшләне. Балаларыбыҙ әҙәбиәт буйынса ла, музыкаль яҡтан да бөтәһе лә һәләтлеләр. Тик береһе лә ижадты һайламаны. Ғаиләлә башлыса ижади атмосфера булыуға ҡарамаҫтан, теүәл фәндәрҙе үҙ итеп, иҡтисадсы, менеджер, инженер һөнәренә уҡынылар. Төпсөк улыбыҙ хатта ашнаҡсы һөнәрен һайланы.
– Наил Әсхәт улы, Ғаилә йылында Һеҙҙең ғаиләгеҙгә именлек, уңыш һәм шатлыҡтарҙан ғына торған тормош теләп ҡалабыҙ. Һәм Һеҙгә, тәжрибәле драматург булараҡ, башҡорт әҙәбиәтендә драма әҫәрҙәренең тотҡан урыны тураһында бер нисә һорауыбыҙ бар ине. Башҡорт драматургияһы әле ҡасан ғына яңынан-яңы әҫәрҙәре менән һөйөндөрә ине. Бөгөн үҙенең позицияһын юғалта бара, был нимәгә бәйле? Һуңғы йылдарҙағы хәлде, башҡорт драматургтары әҫәрҙәренең сәхнәләргә барып етә алмауын ниңәлер, йөҙөн күрһәтмәй, шаршау артына йәшеренгән оялсан ҡыҙ менән сағыштырғы килә...
– Тарихһыҙ бөгөнгө юҡ, әңгәмәне алыҫтан башлайыҡ. Утыҙынсы йылдарҙа, ҡаты репрессия осоронда, башҡорт әҙәбиәтенең алдынғы ҡарашлы, һәләтле вәкилдәре ҡулға алынып, атыла. Ҡалғандары бөтәһе лә тиерлек фронтта һәләк була. Һөҙөмтәлә, һуғыштан һуң яҙыусыларҙың һаны бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡала, өҫтәүенә, араларында бер генә драматург та ҡалмай. Башҡортостандағы ул осорҙағы утыҙға яҡын театрҙың күбеһе 50-се йылдар башында, ҡыҙғанысҡа, ябыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, театрҙарҙың репертуары башҡорт яҙыусыларының пьесаларынан тора.
Улар быға нисек өлгәшкән һуң, тип һорарһығыҙ. Быны аңлатыу өсөн Мостай Кәримдең иҫтәлектәрен миҫалға килтерәйек: «Һуғыштан һуңғы йылдарҙа мин үҙемде шағир һәм фәҡәт шағир тип кенә иҫәпләнем. Пьеса яҙыу башыма ла килмәне. Берҙән-бер көндө Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Вәли Ғәлимов саҡырып алды ла һуғыш тураһында пьеса яҙырға тәҡдим итте. Тәүҙә ҡәтғи рәүештә баш тарттым, аҙаҡ уйланып йөрөгәс, ахырҙа риза булып, яҙҙым. Үҙемә бик тә ҡыҙыҡ күренде, бер нисә яҙыусыға уҡып ишеттерҙем, уларға ла оҡшағас, Ғәлимовҡа алып барҙым. Режиссер маҡтау урынына тәнҡитләгәс, ныҡ аптыраным», – ти. Аҙаҡ Мостай Кәрим режиссер менән бергәләп пьесаны бер нисә тапҡыр үҙгәртеп, төҙәткәс кенә сәхнәгә сығарыла. Күренекле драматург Әсғәт Мирзаһитов менән дә шундай уҡ хәл була. Билдәле режиссер Рафаэль Әйүпов уға тәүге пьесалары өҫтөндә эшләргә, сәхнәлә ҡуйыу кимәленә еткергәнсе эшкәртергә ярҙам итә. Нәжиб Асанбаев, Ибраһим Абдуллин, Фәрит Богданов, Флорид Бүләков кеүек арҙаҡлы драматургтар ҙа драматургияға шундай уҡ юл менән килә. Уларҙың бөтәһенә лә драматургия серҙәренә төшөнөргә нәҡ режиссерҙар ярҙам итә. Мин дә шул иҫәптә. Нилектән был шулай?Яҙыусы театрҙан тыш драматург була алмай. Сөнки яҙыусыларҙың күпселеге белеме буйынса башҡорт, татар, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары. Юғары уҡыу йорттары программаһы буйынса драматургияны өйрәнеүгә уларға ни бары 15 сәғәт бүленгән. Университет, институт белеме алған студенттар араһынан шиғриәт һәм прозаға һәләтлеләре яҙыусы булып китә. Улар, һис шикһеҙ, талантлы, юғиһә шағир ҙа, яҙыусы ла булып китә алмаҫ ине. Һәм улар поэзия менән прозала уңышҡа өлгәшкәс, драма әҫәрҙәренә лә көсө етеренә ышана. Беренсе пьесаһын яҙып, режиссерға алып килә. Был осрашыу, ҡыҙғанысҡа, бер нимә лә бирмәй. Сөнки уларҙың драматургия өлкәһендә кимәлдәре төрлөсә. Режиссер тәүҙә биш йыл актер оҫталығын өйрәнә, тағы биш йыл режиссерлыҡ серҙәренә төшөнә. Һөҙөмтәлә режиссерҙың һәр береһе сәхнә ҡанундарын ун йыл өйрәнә, һәм иң юғары кимәлдә. Йәғни уның театр сәнғәте буйынса ике юғары белеме бар.
– Драматургияны 15 сәғәт өйрәнгән педагогик белемле яҙыусыға нимә эшләргә һуң?
– Драма әҫәре яҙа башлаусы яҙыусы сәхнә ҡанундарын белмәй икән, тимәк, режиссерға уның менән эшләргә кәрәк. Драматургия үҙенсәлеген энәһенән-ебенә тиклем аңлатып түгел, ә йүнәлеш биреп, ваҡыты-ваҡыты менән пьесаһын уҡып, кәңәш биреп. Бында мин, беҙҙең режиссерҙар аңлы рәүештә ярҙам итмәй, тип әйтмәйем. Дөрөҫөн генә әйткәндә, улар йәш яҙыусылар менән нисек бергә эшләргә кәрәк икәнлеген белмәйҙәр. Ана шул бәйләнештең булмауы – ике яҡ өсөн дә бәлә.
90-сы йылдарҙа Лек Вәлиев, Рафаэль Әйүпов, Ғабдулла Ғиләжев, Вәзих Сәйфуллин кеүек тәжрибәле режиссерҙарыбыҙҙы театрҙарҙан ебәрҙеләр, шул уҡ ваҡытта йәш режиссерҙарҙы әҙерләү туҡтап торҙо. Шул рәүешле ун йыл режиссерһыҙ булдыҡ.
2003 йылда бер төркөм йәш режиссерҙар Мәскәүҙә уҡып ҡайтты. Тик олпат режиссерҙар, ҡыҙғанысҡа, башлап яҙыусы драматургтар менән эшләү тәжрибәһен уртаҡлашып өлгөрмәне, был ваҡытҡа береһе лә иҫән түгел ине. Хәҙер бына шундай мәл етте – йәш режиссерҙар элеккеләрҙең нисек итеп репертуарҙы башлыса башҡорт авторҙары пьесаларынан төҙөүгә ирешкәндәрен күрмәнеләр. Уларҙың тәжрибәһен алманылар, шуға ла бөгөн репертуарҙы милли пьесалар менән нисек тултырырға белмәйҙәр. Драматургтар режиссерҙарҙы пьесаларын ҡуймайҙар тип, улары тегеләрҙе насар яҙалар, тип бер-береһен ғәйепләү китте. 90-сы йылдар аҙағында Төркиәнән беҙгә мәҙәниәт министры урынбаҫары Рафиҡ Эрдуран килгәйне. «Тамаша» журналы унан алған интервьюла: «Һеҙҙең театрҙар репертуарында төрөк драматургтарының пьесалары нисә процент тәшкил итә?» – тигән һорау бирҙе. Яуабы шаҡ ҡатырҙы: «80–90 процент, – тине ул. – Беҙҙең хөкүмәт театрҙарҙы 100 процентҡа финанслай, шуға күрә уларҙан беҙҙең сәйәсәтте алып барыуҙарын талап итергә тулы хоҡуғыбыҙ бар».
Ошо әңгәмәнән һуң театр эшмәкәрҙәре менән был темаға күп тапҡырҙар һөйләшергә тура килде. «Ни өсөн элек театрҙарыбыҙ урындағы авторҙарҙың пьесаларын күп ҡуя ине?» – тигән һорауыма 50-сы йылдарҙа киң билдәле булған режиссер Кәшфи Ғәҙелшин: «Нисек ҡуймайһың? Беренсенән, Өлкә комитеты талап итә торғайны. Икенсенән, беҙҙең тамашасы тәржемә ителгән пьесаларҙы яратмай. Уларға үҙебеҙҙекеләр генә кәрәк, мелодрама, йыр-моң ярата, юмор һорай. Сит драматургтарҙың пьесалары артыҡ аяуһыҙ, ят. Тамашасаны юғалтмаҫ өсөн башҡорт драматургтарының пьесаларын ҡуя торғайныҡ», – тип яуап бирҙе.
2003 йылда «Тамаша» журналында драматургия тураһында түңәрәк өҫтәл ойошторғайныҡ. Унда билдәле режиссерҙар, драматургтар, сәнғәт институты уҡытыусылары, айырып әйткәндә, Нәжиб Асанбаев, Фәрзәнә Ҡасимова, Дамир Ғәлимов, Наилә Байкова һәм татар драматургы Туфан Миңнуллин ҡатнашты. Баяғы репертуарҙа башҡорт пьесаһының процент йәһәтенән урыны тураһындағы һорауға барыһы ла 60–70 проценттан да кәм түгел, тип яуапланылар.
– Был процент нисбәте кемдән тора инде?
– Кем аҡса түләй, шул заказ бирә. Ә ундай нисбәткә өлгәшеү өсөн, беҙҙеңсә, театрҙарҙың репертуарына күҙәтеү булырға тейеш. Асылда нимә килеп сыға һуң? Үкенескә, театрҙарҙың күбеһе нимә теләй, шуны ҡуя. Күпселектән айырмалы рәүештә милли драматургияға өҫтөнлөк биргәндәре бар, әлбиттә. Улар иң элек Сибай, Салауат, Туймазы театрҙары.
Совет осоронда ни өсөн режиссерҙар яңы авторҙарҙы актив эҙләй торғайны, тип уйлайһығыҙ. Ул саҡта кемдер берәйһе тәүге драма әҫәрен яҙа башлаһа, режиссерҙар шундуҡ бәйләнешкә инеп, уға пьесаһын премьераға тиклем алып барып еткерергә ярҙам итәләр ине. Шул рәүешле йәш таланттар йәлеп ителде. Партия Өлкә комитеты, Мәҙәниәт министрлығы, башҡорт драматургияһының үҫеше тураһында хәстәрлек күреп, театр етәкселәренән репертуарҙың 50 проценты урындағы авторҙар пьесаларынан тороуын ҡәтғи талап иттеләр. Шуға ла режиссерҙар ҙа драматургтарҙы эҙләргә, уларға ярҙам итергә мәжбүр булдылар.
Бөгөн, ҡыҙғанысҡа, театрҙарҙың күбеһе башлыса тәржемә ителгән пьесалар ҡуйыу менән мәшғүл. Ундай әҫәрҙәр менталитет, идея, әхлаҡи яҡтан да беҙҙең тамашасының ихтыяжына, талабына яуап бирмәй. Улар, киреһенсә, йәштәр күңеленә насар тәьҫир итеп, кире йоғонто яһай, ундай спектаклдәргә тамашасы ла йөрөп бармай. Өҫтәүенә, проблеманың икенсе яғы – тәржемәләр кимәле түбән. Әҙәбиәт өлкәһендә эшләүсе, тәржемә менән шөғөлләнеүсе тел белгестәре күп була тороп, ни өсөн бындай хәл күҙәтелә? Сөнки тәржемәнең сифатын бер кем дә күҙәтмәй, икенсенән, тәржемәне кем теләй, шул ауҙара, профессиональ тәржемәсе лә, яҙыусы ла түгел, башлыса актерҙар һәм режиссерҙар үҙҙәре. Мәҫәлән, 2006–2008 йылдарҙа 32 пьесаны тәржемәләүселәр араһында өс кенә яҙыусы, ҡалғанын театр хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре тәржемәләгән.
Бөгөнгө көн һәм тамашасының рухи талаптарына яуап биргән яҡшы пьеса ҡуйыла икән һәм сит тел әҫәрҙәре еренә еткереп, сифатлы тәржемә ителә икән – һүҙ юҡ. Юғиһә юлын юлға ауҙарып, примитив тәржемә ителгән әҫәрҙәр күбәйҙе. Туған телебеҙҙең һуты, йәнле һөйләш юғала бара. Ә бит мәҙәниәттең, театрҙың мөҡәддәс бурыстарының береһе – телде һаҡлау, уның матурлығын күрһәтеү.
– Һуңғы осорҙа сәхнәлә әҙәпһеҙ күренештәр йышайҙы, ишаралаусы хәрәкәттәр сығара башланылар. Был нимә, реализм ғәләмәтеме? Бөтә ғаләм алдында ошолай ҡыланыу, «билдән аҫта»лыҡты күрһәтеү урынлымы?
– Нәҡ ошолар борсой ҙа инде беҙҙе. Сәхнәгә сифаты түбән әҫәрҙәр сыға, әхлаҡи-этик йәһәттән аңлайышһыҙ, хатта урыны менән ытырғаныс. Сәхнә әҫәрҙәренең, тәржемә әҫәрҙәрҙең сифатына контроллек итеүсе комиссия булырға тейеш, минеңсә.
Ә үҙ асылыбыҙға ятышлы, әхлаҡ идеялары менән һуғарылған әҫәрҙәр булдырыу өсөн әлеге лә баяғы үҙебеҙҙең драматургтарҙы үҫтерергә кәрәк. Драматургияның үҫеш юлдарына әйләнеп ҡайтып, тағы ла шуны әйтер инем. Семинарҙар ойоштороу, тәжрибә уртаҡлашыу, йәш яҙыусылар араһынан драматургтар әҙерләү тәңгәлендә йоғонтоло сара булыр ине. 90-сы йылдар аҙағында яҙыусылар араһында драма әҫәрҙәре яҙыу әүҙемләшкәйне. Һәләтле прозаиктар һәм шағирҙар Рәмил Дәүләтҡол, Таңсулпан Ғарипова, Рәлиф Кинйәбаев, Хәмит Ирғәлин, Тамара Ғәниева, Гөлшат Әхмәтҡужина, Сәрүәр Сурина, Рәсимә Ураҡсина, Сөләймән Латипов, Буранбай Исҡужин, Зөһрә Фәйзуллина, Әнисә Яхина, Артур Иҙелбаев, Владимир Жеребцов, Артур Сакаев, Айҙар Хөсәйенов, Светлана Чураева, Лилиә Ҡәйепова, Салауат Әбүзәров, Тәнзилә Дәүләтбирҙина һәм башҡалар тамашасыларҙы үҙҙәренең беренсе пьесалары менән ҡыуандырҙы. Уларҙың әүҙемләшеүенә, һис шикһеҙ, башлап яҙыусы драматургтар өсөн даими рәүештә семинарҙар уҙғарыу йоғонто яһаны һәм этәргес көс булды, сөнки үрҙә һанап үтелгән яҙыусылар барыһы ла ошо семинарҙарҙа әүҙем ҡатнаша инеләр. Был семинарҙарҙа Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө ҡалаларынан күренекле режиссерҙар, драматургтар, театр тәнҡитселәре, драма өлкәһендә ижад итә башлаусы авторҙарҙың әҫәрҙәрен тикшереп, кәңәштәр бирә торғайнылар. Ул йылдарҙа беҙ йыл һайын Талҡаҫта ике аҙналыҡ семинарҙар үткәрҙек. Бер йылда 20-нән ашыу пьеса сығара торғайныҡ. Артабан уларҙың әҫәрҙәрен сәхнәлә ҡуйырлыҡ кимәлгә еткергәнсе ярҙам итә инек. Һөҙөмтәлә, театрҙарыбыҙ репертуарының яртыһы үҙебеҙҙең башҡорт драматургтары пьесаларынан төҙөлдө, ә ҡайһы берҙәрендә, мәҫәлән, Сибай, Стәрлетамаҡ театрҙарында унан да күберәк булды.
Был семинарҙар тағы ла нимәһе менән һәйбәт ине – һөҙөмтәлелек. Бына 2008 йылда 14-се тапҡыр үткән семинарҙы ғына иҫләп киткәндә, был семинарға беҙ Мәскәүҙән билдәле театр тәнҡитсеһе Валентина Федорованы, донъя кимәлендә киң билдәле драматург, режиссер һәм шәхси театр хужаһы, 100-гә яҡын пьеса авторы (спектаклдәре Европаның бөтә илдәре, Азия һәм Америка сәхнәләрендә ҡуйылған) Николай Коляданы саҡырҙыҡ. Коляда ике көн рәттән «Нисек пьеса яҙырға?» темаһына лекция уҡыны, семинарҙа ҡатнашыусыларҙың өс пьесаһы менән танышты, үҙенең иҫкәрмәләрен, яҡшыртыу өсөн кәңәштәрен, тәҡдимдәрен индерҙе. Тағы мауыҡтырғыс лаборатор эш үткәрҙе, йәғни семинарҙа ҡатнашыусылар бер төн эсендә ул әйткән ситуацияға ҡыҫҡа ғына пьеса яҙырға тейеш ине. Был бөтәһенә лә оҡшаны. Бик тә ҡыҙыҡлы эштәр булды, ҡайһы берҙәре хатта «Тамаша» журналында ла баҫылып сыҡҡайны. Семинарҙа бөтәһе 14 пьеса тикшерелде. Башлап яҙыусы драматургтарға ижади ярҙам йәһәтенән республиканың алты театрының баш режиссерҙарын саҡырғайныҡ. Режиссерҙың бишәүһе тәҡдим ителгән пьесалар араһынан үҙҙәренең театрҙары өсөн пьеса һайлап алып, авторы менән бергә еренә еткереп эшләп, аҙаҡ сәхнәгә сығарҙылар. Ә иң әһәмиәтлеһе, семинарҙың һөҙөмтәһе – биш премьера булды.
– Әле һеҙ әҙәбиәт өлкәһендә күптән үҙ урындарын яулаған билдәле яҙыусыларыбыҙҙы һанап үттегеҙ. Улар барыһы ла пьеса яҙырлыҡ әҙип булып өлгөргән бит. Ни өсөн драма әҫәрҙәренә һаман да ҡытлыҡ һуң?
– Улар һәммәһе лә, бер һүҙһеҙ, һәләтле һүҙ оҫталары, бер нисә китап авторҙары, яҙыусылар союзы ағзалары. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың пьесалары сәхнәләрҙе яулай алмай. Ә театрҙарға яңы пьесалар, яңы драматургтар бик кәрәк әлеге көндә. Уларға пьеса яҙыу буйынса аҙ ғына белем етешмәй. Бәлки, баҙнат итергә батырсылыҡ, түҙемлек, тырышлыҡ та. Ҡыҙғанысҡа, ике меңенсе йылдарҙа төрлө сәбәптәр менән яҙыша башлаған драматургтар өсөн ойошторолоусы баяғы семинарҙар туҡтап ҡалды. Һуңғы 15 йылда бер генә семинар үткәрелде. Һөҙөмтәлә, башҡорт авторҙарының әҫәрҙәре театр репертуарында ҡырҡа кәмене. 2011 йылда, мәҫәлән, беҙҙең авторҙарҙың әҫәрҙәре буйынса 11 премьера, 2012 йылда – 13, 2013 йылда – 9 премьера булған. Был ни бары 10–15 процент тирәһе генә тәшкил итә. Тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алып, шуны әйткем килә – семинарҙарҙың эше һөҙөмтәле. Бөгөнгө репертуарлы драматургтар тәүге пьесалары менән бөтәһе лә нәҡ семинарға килделәр. Семинарҙарҙы ойоштороуҙа шулай ҙа ҡайһы бер етешһеҙлектәр булды. Әйтәйек, бығаса драма әҫәрҙәре яҙа башлаусыларҙы союздың драматургия секцияһы үҙе эҙләп табып, төҙәткеләп, «бешеп» етмәгән көйө семинарҙар ултырышына тәҡдим итте. Ул пьесалар менән танышҡан режиссерҙар ғәҙел дәғүә белдерҙе, уларҙың ризаһыҙлығы менән килешмәү мөмкин түгел. Шуға күрә киләсәктә эште башҡасараҡ ойошторорға кәрәк – режиссер семинарға буш ҡул менән түгел, ә эшләп бөтөлмәгән булһа ла, үҙенең күңеленә ятҡан пьеса менән барһын ине. Йәғни режиссерҙы семинарға саҡырыу ҡағыҙы – уның ҡулындағы пьеса булырға тейеш. Автор менән режиссер семинар барышында бергә эшләп, күпмелер дәрәжәлә әҙер булғас, дөйөм тикшереүгә, фекер алышыуға сығарып, артабан семинарҙан һуң да эште дауам итһәләр, иманым камил, бындай пьеса мотлаҡ сәхнәгә барып етәсәк.
– Әлеге хәлдән (хатта торғонлоҡ тиһәк тә булыр) сығыу юлдарын нимәлә күрәһегеҙ? Ниндәй тәҡдимдәр индерер инегеҙ?
– Бөгөн беҙ уйлап, дөрөҫ кенә юлын табырға бурыслыбыҙ. Бәлки, ул драматургия һәм театрҙар репертуары проблемаһын бер юлы, шундуҡ ҡына хәл итмәҫ, ә шулай ҙа торғонлоҡ хәленән сығарыр. Һәм ул мәҙәниәт министрлығы приказы менән нығытылһа, тағы ла яҡшыраҡ, һөҙөмтәлерәк булыр ине. Үрҙә әйтелгәндәрҙе йомғаҡлап, тағы ла бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алам: семинарға пьесаларҙы һайлап алыуҙы, артабан автор менән эшләүҙе режиссерҙарға йөкмәтергә, башҡорт драматургияһын үҫтереү, театрҙар репертуарында башҡорт драматургтары пьесаларын күбәйтеү маҡсатында театрҙар репертуарына контроллек итеүҙе көсәйтергә һәм Мәҙәниәт министрлығында ҡуйылған пьесаларҙың тәржемә сифатын баһалау буйынса комиссия булдырырға.
– Мәҙәниәт журналы булғас, мөхәрририәткә килеп, бәләкәй пьесалар, сценарийҙар һораусылар күп. Райондарға сыҡҡанда ауыл мәҙәниәте учреждениелары хеҙмәткәрҙәре башҡорт сәхнәһендә ҡуйырлыҡ пьесалар юҡлығына зарлана.
– Эйе, был хәл ысынлап та бар. Беҙҙең республикала «халыҡ» исемен яулаған 150 үҙешмәкәр театр бар, улар был юғары исемде йыл да иҫбатларға тейеш. Унан тыш ошо исемгә дәғүә итеүсе 100-ҙән ашыу драма түңәрәге эшләй. Халыҡ театрҙары араһында «Алтын тирмә» фестивале үткәрелә, унда 100-ҙән ашыу үҙешмәкәр театр ҡатнаша. Йылына улар кәм тигәндә ике пьеса ҡуя. Тимәк, уларға 200-ҙән ашыу пьеса талап ителә. Күреүегеҙсә, театр сәнғәтенә күпме ябай кеше йәлеп ителгән. Был коллективтар яңы пьеса эҙләп аптырана, ә улар юҡ. Пьесалар йыйынтығы бик һирәк донъя күрә, журналдар пьеса баҫып сығармай. «Китап» нәшриәте йыл һайын 5–6 йыйынтыҡ сығарыуҙы планлаштыра торғайны. Хәҙер планға берәр генә пьеса ҡуялар. Бөгөнгө драматургтарҙың иң яҡшы пьесалары антологияһын нәшер итергә кәрәк. 80-се йылдар башында ике томлыҡ антология донъя күргәйне. Унда 20 драматургтың иң яҡшы пьесалары индерелде. Исемлекте Фәрит Богданов йомғаҡлап ҡуйғайны. Ә бит унан һуң күпме драматург үҫеп сыҡты: Илшат Йомағолов, Ғәзим Шафиҡов, Флорид Бүләков, Рәмил Дәүләтҡолов һәм башҡалар. Хәл ителеүҙе талап иткән тағы бер мөһим һорау – балалар өсөн пьесалар кәрәк. Һәр бер мәктәптә драма түңәрәге эшләй, ҡыҙғанысҡа, пьесалар йыйынтығы юҡ.
– Эшләйһе эштәр байтаҡ ҡына. Шулай ҙа өмөт бар – ауыр тип һаналған драматургия өлкәһендә эшләй алырҙай яҙыусыларыбыҙ бар. Әңгәмәбеҙҙе ошо өмөттә тамамлайыҡ. Һәм Һеҙҙең яҡын киләсәккә булған пландарығыҙ тураһында ла ишетке килгәйне.
– Белеүегеҙсә, 2019 йылда Башҡорт автономиялы республикаһы төҙөлөүҙең 100 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Шул тарихи ваҡиғалар тураһында пьеса өҫтөндә эшләйем.
– Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ, Наил Әсхәт улы. Фәһемле һәм мәғлүмәтле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Әнисә АҠБУТИНА әңгәмәләште
Читайте нас: