-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
23 Октябрь 2018, 13:00

Уңыштары тарих биттәренә яҙыла

Мәҡәләбеҙҙең геройы Ишморат Илбәков далаларының иркенлеге, ҡырҙарының киңлеге йырҙарҙа, шиғырҙарҙа маҡталған, көмөш шишмәләр сыңлаған Хәйбулла ерендә тыуып-үҫкән. Бала саҡтан ҡурайынан – серҙәшенән, моңдашынан айырылмай ул.

Ғаилә йылы
Йәмғиәттә бәләкәй генә һаналған Илбәковтар ғаиләһе өс ҙур шәхестән тора. Ғаилә башлығы Ишморат Ҡәйүм улы Илбәков – халҡыбыҙҙың күренекле шәхесе, милли уйын ҡоралы – ҡурайыбыҙҙың үҫешенә ҙур өлөш индергән ижадсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр ҡурайсыларыбыҙҙың береһе. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Тормош иптәше Франгиза Финан ҡыҙы – күренекле телевидение һәм сәхнә режиссеры, шағирә булып та танылған, күп йырҙар, сценарийҙар авторы. Уларҙың ҡыҙҙары Зөлхизә – популяр йырсы, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, Республика конкурстары лауреаты.
Уңыштары тарих биттәренә яҙыла
Мәҡәләбеҙҙең геройы Ишморат Илбәков далаларының иркенлеге, ҡырҙарының киңлеге йырҙарҙа, шиғырҙарҙа маҡталған, көмөш шишмәләр сыңлаған Хәйбулла ерендә тыуып-үҫкән. Бала саҡтан ҡурайынан – серҙәшенән, моңдашынан айырылмай ул. Батыр холоҡло, намыҫлы, асыҡ күңелле егет тәбиғәт биргән һәләтен, талантын үҫтереү өсөн Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға керә. Ошонда уҡыған ваҡытта уҡ Ишморат Ришат Рәхимов етәкселегендә ҡурайсылар ансамбле менән Ленинград ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй конкурсынан лауреат булып ҡайта.
Тынғыһыҙ тәбиғәтле, ярһыу хисле, йөрәгендә оло тормош дәрте йөрөткән, күп һәләттәргә эйә булған Хәйбулла егетенең ижад ҡомары көслө, бәҫе юғары, аҙымдары ырыҫлы була.
Ишморат Илбәков Ҡаҙаҡстандың Алматы ҡалаһында Ҡорманғазы исемендәге Дәүләт консерваторияһын тамамлай. Уның студент йылдары яҙыусы Тайфур Сәғитовтың «Феномен» китабына, күренекле яҡташыбыҙ, фән эшмәкәре, СССР Дәүләт премияһы лауреаты Таңһылыу Ҡаймирасованың иҫтәлектәренә инеп ҡалған. «Беҙ ҡурайсы Ишморат Илбәков менән осраштыҡ һәм дуҫлаштыҡ. Ул башҡорт халҡының матур һәм һәләтле вәкиле, беҙ уны яратабыҙ һәм уның менән ғорурланабыҙ», – тип яҙҙы Таңһылыу апай.
Күренекле режиссер Фәтих Ихсанов: «Нисә йылдар алтын приискаһында эшләп, ниһәйәт, бер ҙур самородок таптым», – тигән ул йылдарҙа. Ысынлап та, Ишморат Илбәковтың ижады Ф.Ихсанов, И.Сиражетдинов кеүек талантлы режиссерҙарҙың программаларында ҡояшҡа сығарылған алтындай сағыу баҙлап китте. Рәми Ғарипов шиғырҙарына таянып эшләнгән «Йөрәк хазинаһы», Рауил Бикбаевтың поэмаһы буйынса әҙерләнгән «Халҡыма хат», Розалия Солтангәрәеваның «Ер әсә» программалары менән Башҡортостандың бөтә төбәктәрен, Татарстан, Мәскәү, Силәбе, Ҡурған, Һарытау өлкәләренең тамашасыһын таң ҡалдырып йөрөй «Йәдкәр» ансамбленең ҡурайсы-солисы Ишморат Илбәков. Халыҡ-ара фестивалдәрҙә милләттең йөҙө булып, хөкүмәт кимәлендәге форумдарҙа халыҡтың талантлы вәкиле булып республиканың данын башҡалабыҙ Мәскәүҙән башлап яҡын Азербайжан, Төркмәнстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Эстония, Польша, Германия, Голландия, Франция, Бельгия, Италия, Испания, Австрия, Люксембург, Португалия, Төркиә, алыҫ Ҡытай, Кувейт, Мысыр, Америка Ҡушма штаттарында ла бермә-бер арттырып йөрөүсе арҙаҡлы ҡурайсы ул.
Ишморат Илбәковтың уңыштары, яңы эштәре республикабыҙ мәҙәниәте тарихы биттәренә яҙыла бара. Тынғы белмәҫ ижадсыны ҡуйған маҡсаттары алға әйҙәй – 2017 йылдың көҙөндә ул Бөтә Донъя конкурсында еңеүсе – 1 премия лауреаты булып ҡайтты! И. Илбәков хроматик ҡурай – Ишҡурайҙың авторы булараҡ та танылыу яуланы.
Ә Ишҡурай 2020 йылда башҡалабыҙ Өфөлә үтәсәк алтынсы Бөтә донъя Фольклориадаһында яңы музыка ҡоралы булараҡ презентацияланыу хоҡуғына эйә булды.
РСФСР-ҙың халыҡ артисы, композитор Хөсәйен Әхмәтов «Йәшлек» гәзитенең 1991 йылда сыҡҡан 22-се июнь номерында: «Был йәһәттән ҡурайҙы хроматик ҡорал итеүсе Илбәковтың ҡыйыу башланғысын хупларға, был эшкә иркен юл асырға кәрәк. Әгәр ҙә барып сыҡһа, был баһа биргеһеҙ кәрәкле һәм тарихи эш», – тип яҙғайны.
– Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡытҡан осороғоҙ ҡурайсылар араһында легенда итеп һөйләнелә, Ишморат Ҡәйүм улы. Үҙегеҙгә генә хас уҡытыу алымдары булған икән. Ниндәй ине улар, нисегерәк уҡыта торғайнығыҙ?
– Йырҙар, көйҙәр тарихын белеүҙән тыш ҡурайсының актерлыҡ һәләте, фантазияһы көслө булырға тейеш, сәхнәлә иркенлек, киңлек тойорға тейеш. Ошо иркенлекте тоя алмаған оялсан егеттәрҙе мин өҫтәл өҫтөнә йә шкаф башына мендереп баҫтыра инем. Бер музыка ҡоралында ла ҡурайсыларҙыҡы һымаҡ ! кәүҙәне ғорур тотоу юҡ... Уны хатта мәскәүлеләр ҙә абайлаған.
«Поющий инструмент ишкурай тонко отражает полифонию музыки народов России, несёт мелодику стремительного развития истории, участником и певцом которого является Музыкант. В репертуаре Ишмурата Ильбакова, как в хороводе дружбы, звучат башкирская и русская, еврейская и казахская мелодии, попурри на мелодии народов мира, возвышаясь к западной классике и мировым хитам.
Когда Ишмурат Ильбаков, перебирая пальцами лады, плавным движением соединяет дыхание души со звучным инструментом, весь его облик в красивом национальном одеянии покоряет обаянием и высоким музыкальным мастерством сердца зрителей многих стран мира», – тип яҙа ! Мәскәү ҡалаһынан күренекле кинорежиссер Вера Федорченко.
Маһир ҡурайсы, йыраусы, көй-йырҙар ижад итеүсе Ишморат Илбәковҡа милли сәнғәтте үҫтереү юлында тағын да юғарыраҡ үрҙәр теләп ҡалабыҙ.
Һәләттәренең төрлөлөгө хайран ҡалдыра
Ишмораттың тормош иптәше Франгиза Финан ҡыҙы Илбәкова легендар батырыбыҙ Салауаттың ерендә, Юлай ауылында тыуған.
Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, һуңынан Әлкә урта мәктәбенә күсә һәм 1982 йылда уны уңышлы тамамлай Франгиза. Әҙәбиәтте, шиғриәтте үҙ иткән, бәләкәйҙән шиғыр яҙыу менән мауыҡҡан ҡыҙҙы 10-сы класты тамамлағас, тыуған мәктәбенә өлкән пионервожатая вазифаһына эшкә алалар. Бер йыл эшләү ваҡытында ла ул мәктәбен район, төбәк-ара үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙарында еңеүселәр, пионер слеттарында алдынғылар рәтенә баҫтыра.
Һәләтле ҡыҙ Өфө сәнғәт институтының театр факультетына, актерҙар бүлегенә уҡырға керә. Башҡорт дәүләт академия драма театрының ул ваҡыттағы баш режиссеры Рәфҡәт Вәкил улы Исрафилов класында уҡый. Икенсе курстан уҡ театр сәхнәһендә мәшһүр артистар Зәйтүнә Бикбулатова, Хөсәйен Ҡудашев, Хәй Фәхриев, Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, уҡытыусылары Олег Ханов, Гөлли Мөбәрәковалар менән бергә спектаклдәрҙә уйнай башлай, уға театр режиссерҙары бәләкәй һәм ҙур ролдәрҙе ышанып тапшыра. Ленинград, Ҡазан, Мәскәү ҡалаларында, республиканың ҡала-райондарында театр коллективы менән ҙур гастролдәрҙә лә булып өлгөрә талантлы студентка.
1987 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында, «Йәдкәр» фольклор ансамблендә нәфис һүҙ оҫтаһы булып эшләй башлай Франгиза. Суверенитет, тел өсөн көрәш барған осорҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Fариповтың әҫәрҙәре буйынса «Халҡым хазинаһы» программаһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың «Халҡыма хат» шиғыры буйынса ҡуйылған әҙәби-музыкаль программа менән республиканың һәр бәләкәй һәм ҙур ауылын, бөтә ҡалаларын йөрөп сыға, шулай уҡ шағир һүҙен күрше Ырымбур, Силәбе, Һарытау өлкәләре, Мәскәү халҡына еткереүҙә ҙур өлөш индерә.
Кавказда политик көсөргәнешлек ваҡытында «Йәдкәр» фольклор ансамбле менән Таулы Карабах ерендә, Баку ҡалаһында үткән халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. Ансамбль был фестивалдә! лауреат исемен яулай.
1992–1996 йылдарҙа Франгиза Илбәковаға «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы һәм Өфө дәүләт сәнғәт академияһы тарафынан ойошторолған, Мәскәү телевидение хеҙмәткәрҙәре квалификацияһын күтәреү институтында «Нәфис телевидение режиссураһы» бүлегендә икенсе юғары махсус белем алыу бәхете тейә.
– «Останкино» телеүҙәгендә практика үтеп, диплом эштәре төшөрөп, «Башҡортостан» ДТРК–һына режиссер булып эшкә ҡайттым, – тип хәтерләй Франгиза. – Телевидение режиссураһы серҙәрен өйрәтеүсе уҡытыусым Сергей Сергей улы Евлахишвили, курс етәксеһе танылған режиссер Әнүәр Әбүбәкер улы Нурмөхәмәтовҡа һәм башҡа коллегаларыма рәхмәтлемен.
Башҡортостан дәүләт телевидениеһының «Тамаша» ижад берекмәһендә ең һыҙғанып эшләй йәш белгес. «Ҡуласа», «Дарман», «Йома» тапшырыуҙарында режиссер булып китә. «Алҡыштар», «Автограф» нәфис тапшырыуҙарының сифатын күтәреү өсөн ҙур көс һала. Күренекле телевидение журналистары Шәүрә Fилманова, Йәркәй Яҡшыдәүләтов, ул ваҡытта телевидениела ижад иткән Тамара Искәндәриә, Таңһылыу Ҡарамышева, Тәнзилә Дәүләтбирҙиналар менән берлектә мәшһүр шәхестәребеҙ Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Заһир Исмәғилев, Яныбай Хамматовтар менән аралашып, уларҙың ижади портреттарына фильмдар, тапшырыуҙар эшләй. Бөйөк яҡташы Рәми Ғарипов, Муса Fәли, Кәтибә Кинйәбулатова, Әмир Әминев, Булат Рафиҡов, Гөлфиә Юнысова, Тамара Ғәниева, Роберт Байымов, Рауил Бикбаев, Ғәзим Шафиков, Йомабикә Ильясова, Ҡәҙим Аралбай, Ирек Кинйәбулатов, Ринат Камал, Рауил Шаммас, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Таңсулпан Fарипова, Лариса Абдуллина, Fилман Ишкинин, Лена Сирусина һәм тиҫтәләгән Башҡортостан яҙыусылары һәм шағирҙарының ижадын экранға сығара. Факиһа Туғыҙбаева һәм Марат Кәримовтарҙың ижадына арналған, шиғыр-клиптарҙан торған поэтик фильмдар, Суфиян Паварисов ижадын һәм тормошон сағылдырған документаль әҫәр – Бөтә Рәсәй кимәлендә тартынмай күрһәтерлек ижад емештәре. Был режиссерҙың үҙенә генә хас айырым стилдә эшләүе коллегалары һәм юғары кимәлдәге телевидение белгестәре тарафынан юғары баһаланып, «Мөхәббәттең дүрт миҙгеле» исемле шиғри фильмы өсөн (сценарий авторы ла үҙе) «Ер һәм кешеләр» («Земля и люди») региональ телевидениелар бәйгеһендә Гран-при менән бүләкләнә. Режиссерҙың ижадында бөйөк шәхесебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тормошона һәм ижадына арналған «Илгиҙәр» исемле телевизион фильм да бар. Был фильм белгестәр һәм республика етәкселәре тарафынан да бик хуплап ҡабул ителде һәм ҙур баһа алды.
Ғайса Хөсәйенов, Розалия Солтангәрәева, Борис Краснов, Тәлғәт Шәрипов, Илшат Йомағолов, Николай Калинушкин, Флорид Бүләков, Сөләймән Латыпов, Гөлдәр Ильясова, Роза Сәхәүетдинова, Ләйлә Исмәғилева, Рәил Кучуков, Зәйтүнә Ғәзизова һәм бихисап ғалимдар, театр әһелдәре, рәссамдар, сәнғәт оҫталары тураһында, ғөмүмән биш йөҙләп тапшырыуы телевидениеның алтын фондына ингән.
«Башҡортостан ДТРК»-да авторҙар Рита Өмөтбаева, Рәйсә Абдуллина, Хәбирә Хәмиҙуллина, Ләйлә Аралбаева, Миләүшә Иҙрисовалар менән тағын да бик күп сәйәси-мәҙәни тапшырыуҙар ижад итә ул: «Манара» дини тапшырыуы, «Айгөл иле» тележурналы, «Аҡ тирәк – күк тирәк» программаһы, «Арҡайым» интеллектуаль клубы, «Инсан» тапшырыуҙар циклы – талантлы режиссерҙың ижади эштәре. Бигрәк тә айырым бер тетрәндергес тойғо менән йәшләй вафат булған шағирҙар Ғәбиҙулла, Рәмил Ҡол-Дәүләт, Зарема Әхмәтйәнова, Фәүзиә Юлдашбаева һәм башҡа күп ижадсыларға арналған «Нәҙер» тапшырыуҙар циклы өҫтөндә эшләй ул. Күҙ йәше һәм йылмайыу аша, әсенеү һәм һоҡланыу тойғоһо менән ижад ителгән был тапшырыуҙар айырым иғтибарға лайыҡ.
«Музыка» ижад берекмәһендә эшләү осоронда, ғөмүмән телевидениела ул ваҡытта яңы йүнәлеш булып торған режиссер-клипмейкер сифатында күп музыкаль клиптар төшөрә Илбәкова. Йыр текстары буйынса сценарийҙар яҙып, йырҙарҙы бәләкәй генә драматургик материалға әйләндерә оҫта режиссер.
Франгизә Илбәкованың ғәжәпләндергән тағын бер яғы – уның һәләттәренең төрлөлөгө. Специфик яҡтан башҡасараҡ булһа ла, уға режиссер һәм сценарист булараҡ концерт программалары, юбилей кисәләре, йәштәр өсөн оригиналь проекттар эшләү берҙәй еңел бирелә һәм үҙенсәлеклелеге менән айырылып тора.
Тиҫтәләгән йырҙар авторы булараҡ та Франгизә Финан ҡыҙы (Фирангиза) республикала киң билдәле. Данлыҡлы композитор Салауат Низаметдинов менән ижад иткән «Тәүбә иттем», «Тик мин кире боролмаҫмын», «Ел-дауылдар яфалай», «Заман ҡыҙы», «Карауанһарай» йырҙары иғтибарға лайыҡ. Популяр композитор Ришат Сәғитов менән «Башҡортостан» радиоһы һәм телевидениеһында оҙаҡ йылдар һәм һаман да популяр булған «Күрше малай», «Яратаммы», «Ят усаҡта», «Казино» һәм башҡа йырҙарҙы ижад итә ул, шулай уҡ композиторҙар Артур Туҡтағолов, Юрий Шитов, тормош иптәше Ишморат Илбәков, Ғәлинур Юламанов менән эшләй, күренекле йырсылар Әлфиә Юлсурина, Сәғиҙулла Байегет, Лилиә Ишемйәрова, Сәйҙә Ильясова, Минзифа Исҡужина, Әлфиә Әхмәтйәнова, Вилдан Яруллин, «Карауанһарай» төркөмө, йәш популяр йырсы, һәүәҫкәр композитор, ҡыҙы Зөлхизә Илбәкова өсөн йыр текстары яҙа.
Мәскәү ҡалаһында йәшәгән һәм эшләгән осоронда Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы Вәкиллегендә сценарий авторы һәм режиссер булараҡ ветерандар өсөн концерттар, кисәләр ойоштора. «Культура» каналы төшөргән күренекле автор Алла Сегалованың фильмында консультант була, башҡорт милли кейемдәре буйынса белгес булараҡ ҡатнаша, халыҡ-ара конференцияларҙа башҡорт милли сәнғәте буйынса сығыштар яһай, Мәскәү ҡала социаль рекламалар бәйгеһендә автор булараҡ, еңеүҙәр яулай.
Төрлө хәйриә акцияларында ла ҡатнашырға ваҡыт таба башҡорт халҡының тырыш ҡыҙы. Ике йыл рәттән мәсет төҙөүгә бағышланған «Иман нуры – халҡыма» хәйриә концертының режиссеры булараҡ та оло ярҙам күрһәтте. «Сәнғәт кешеләре» хәйриә фонды эшмәкәрлегендә лә әүҙем эшләй.
Фрагиза Илбәкова автор һәм режиссер сифатында, мәҙәни саралар, яҙыусыларҙың, йырсыларҙың юбилей кисәләрен үткәрә, ғөмүмән, республикабыҙҙың тел һәм йыр, телевидение сәнғәтен үҫтереүгә күп көс һала.
«Башҡортостан» юлдаш телевидениеның нәфис тапшырыуҙар бүлегендә автор һәм режиссер булып уңышлы эшләй мәҡәләбеҙҙең героиняһы. «Автограф», «Замандаш» тапшырыуҙарын сығара, концерттар, юбилей кисәләрен яҙып, күрһәтә. Әлеге көндә «Музыка» ижад берекмәһенең бүлек начальнигы.
Республикала күренекле, талантлы ғаиләнең нисек барлыҡҡа килеүе журнал уҡыусыларға ҡыҙыҡтыр, тигән уй менән Франгизагә һорау бирмәй булдыра алманым.
– Тормош иптәшегеҙ Ишморат менән ҡайһы ваҡытта, ниндәй шарттарҙа таныштығыҙ?
– Оҫта итеп ҡурай уйнай белеү өҫтөнә, Ишмораттың профессиональ кимәлдә йырларға өйрәнеү теләге уны Өфө сәнғәт институтының вокал бүлегенә алып килгән, – тип һөйләй Франгиза. – Мин актерҙар әҙерләү бүлегендә уҡый инем бит инде. Сентябрь айҙарында студенттарҙан агитбригада төҙөп, Ҡараиҙел яғына ебәрҙеләр беҙҙе. Юлда барғанда оло ғына йәштәге инәйҙәрҙе ултыртып алдыҡ. Ишморат улар менән бик ихласлап, матур итеп һөйләшеп бара. «Ниндәй алсаҡ, саф күңелле егет», – тип уйлап ҡуйҙым. Бер нисә көндән минең тыуған көнөм етте. Ҡыҙҙар йәшәгән бүлмәгә кереп, мендәр аҫтына кемдер «Милой женщине» тип аталған хушбуй һалған шул көндә. «Кем миңә бындай бүләк алды икән?», – тип баш ватам. «Егеттәр, ҡайһығыҙ миңә ундай бүләк алырға баҙнат итте?» – тим. «Мин алғайным, ниңә, оҡшамаймы ни?» – тип, ҡаушап китте Ишморат. «Мин һиңә ниндәй «женщина» булайым», алып кит бүләгеңде», – тим, асыуланып. Һуңғараҡ, емеш-еләк һала торған ваза тотоп кергән егет. Шунан дуҫлашып, етәкләшеп йөрөй башланыҡ. Бер йыл үткәс, сентябрьҙә Хәйбуллаға алып ҡайтып китте. Никах уҡытып, туй үткәреп, шулай йәшәй башланыҡ. Тағын бер йылдан, сентябрьҙә Зөлхизәбеҙ тыуҙы.
Тағы бер талант эйәһе хаҡында
Шундай ҙа сағыу, талантлы ике шәхес ҡорған ғаиләлә һәләтле бала тыуыуы ғәжәпләнерлек хәл түгел инде. Зөлхизә бәләкәйҙән үк «Башҡортостан» ДТРК-ның «Тамыр» студияһы тапшырыуҙарын алып бара. Һуңынан композитор, күп йырҙар авторы, танылған йырсы – эстрада йондоҙона әүерелә. Өфө дәүләт сәнғәт Академияһын тамамлап, күп һанлы республика һәм Халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе, «Юрмала – Новая волна» халыҡ-ара конкурсының Рәсәйҙән үткән 55 кенә ярымфиналистарының береһе ул Зөлхизә Илбәкова.
Талантлы артистка әлеге ваҡытта тормош иптәше Игорь (мосолман исеме – Ғайса) менән Мәскәү ҡалаһында йәшәй, ижад итә. Унда ла һынатмаҫ башҡорт халҡының моңло, рухлы ҡыҙы. Уңыштар ғына юлдаш булһын уға!
Рената ХӘБИРОВА әҙерләне
Читайте нас в