+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Алмас Хөсәйенов: «Оҙон көйҙәргә бала сағымдан уҡ ғашиҡмын»

Дуҫтар, бөгөнгө ҡунағыбыҙ – Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтында опера йырлау буйынса театр сәнғәте кафедраһы студенты Алмас Хөсәйенов.

Уның тауышын ишетеүселәр: «Был бит Абдулла Солтанов! Бына инде, шулай ҙа була бит!» – тип һоҡланыуҙарын йәшермәйҙәр һәм, әлбиттә, улар күңелендә ғорурлыҡ тойғоһо уянмай ҡалмай.
– Алмас, журнал уҡыусыларын үҙең менән таныштырып үтһәңсе. Ҡайҙа тыуҙың? Эскән һыуың ниндәй, тигәндәй?
– Тыуған ауылым – Баймаҡ районының Казанка ауылы, уға нигеҙ XIX быуатта һалынған. Ул Моҡас ауыл советына ҡарай. Эскән hыуым – данлыҡлы Төйәләҫ. Төйәләҫ йылғаһы Ирәндек тауының текә битләүенән башланып, көнсығышҡа табан, Туғажман тауының көньяҡ һәм көнсығыш биттәрен уратып, текә яр яһап, дуғаланып, бөгөлөп аға.
– Ниндәй ғаиләлә үҫтең? Туған мәктәбең?
– Атайым да, әсәйем дә уҡытыусылар. Улар телдән һәм әҙәбиәттән, инглиз теленән уҡыта. Олатайым Ғыймал Ноғоман улы Хөсәйенов, өләсәйем Фатиха Ғимал ҡыҙы башҡорт халыҡ йырҙарын йырлай торғайнылар, эшләһәләр ҙә, табында ултырһалар ҙа улар моңдан һис айырылманы. Олатайым оҫта ҡурайсы ла. Казанка ауылында туғыҙ йыл уҡыным.
– Йырсы булырға бала саҡтан хыялландыңмы?
– Бәләкәй саҡтан халыҡ йырҙарын тыңлап, өйрәнеп үҫтем, биш йәшемдән сәхнәгә сығарып баҫтыра торғайнылар, әммә минең хыялым төҙөүсе булыу ине.
– Шулай ҙа, Сибай сәнғәт колледжына уҡырға барғанһың. Үҙең хәл иттеңме?
– Мәктәптә уҡыған йылдарымда төрлө конкурстарға йөрөттөләр. Йырсы булыу теләге барлыҡҡа килгәнгә, сәнғәт юлын һайланым, әммә йырсы булыуҙың ни тиклем дә ҡыйын икәнлеген башыма ла килтермәй инем. Уҡытыусым Динар Мират улы Ласыновҡа рәхмәтлемен.Колледждан сыҡмай көнө буйы тауыш өҫтөндә шөғөлләнә торғайным, бер ни тиклем ваҡыттан һуң ғына нисек итеп матур, дөрөҫ итеп йырларға икәнлеген аңланым. Дөрөҫ йырлаған осраҡта ғына йөрәгең дә, күңелең дә йырлай.
– Тормошоңда ҡырҡа үҙгәрештәр ҙә булған икән.
– Эйе, мин Татарстандың Аҡтаныш районындағы, Алабуға колледжының филиалына уҡырға барҙым. Унда өсөнсө курсҡа тиклем Джон Әхмәт улы Мусиндың класында уҡыным. Шул йылда мине Аҡтаныш дәүләт ансамбленә солист итеп эшкә саҡырҙылар. Бер йыл эшләгәндән һуң, үҙемде һынап ҡарар өсөн, әрме хеҙмәтенә барырға булдым. Алыҫ көнсығышта, Амур өлкәһенең Белогорск ҡалаһында, һауа һаҡлау ғәскәрендә хеҙмәт итергә тура килде. Оҡшаны, йәки оҡшаманы, тип әйтә алмайым, әммә, һәр егет әрме сафына барырға тейештер, тигән фекергә килдем.
– Әрме тормошо һине нимәләргә өйрәтте?
– Бик күп нәмәләргә өйрәндем, һәр береһенә айырым туҡталып тормайынса, минең өсөн мөһим булған ике инаныуҙы ғына әйтә алам: ваҡыт менән иҫәпләшеү, ваҡыттың ҡәҙерен белеү. Сер түгел, йәш саҡта уның ҡәҙерен бҡтҡнләй ҙә белмәйбеҙ, тиерлек. Икенсеһе – мин мөмкин тиклем тиҙерәк алға ынтылырға, уҡырға һәм эшләргә, тигән теләк менән ҡайттым. Һәм, әлбиттә, әрменең тағы ла һәйбәт яғы бар:илебеҙҙең төрлө тарафтарында дуҫтарым барлыҡҡа килде. Ә тормошта бит шундай хәлдәр булғылай, тау менән тау осрашмаһа ла, кеше менән кеше осраша. Кем белә, бәлки, сит тарафтарҙа йөрөгәнемдә, миңә лә бергә хеҙмәт иткән иптәштәрем менән осрашырға насип булыр.
– Армиянан һуң ҡайһы яҡтарға юлландың?
– Әлбиттә, тыуған яҡ һағындыра. Мин Сибай ҡалаһындағы сәнғәт колледжын тамамлап ҡуйырға ҡарар иттем һәм уҙған йыл диплом алдым.
– Әлеге ваҡытта һин – студент.
– Эйе, Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтында опера йырлау буйынса театр сәнғәте кафедраһының беренсе курсын тамамлап йөрөйөм. Вокал сәнғәте кафедраһы мөдире Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитованың класында шөғөлләнәм.
– Яратҡан башҡарыусыларың бармы? Буш ваҡытыңда ҡайһы йырсыларҙы тыңлайһың? Иң яратҡан йырың?
– Яуапты һуңғы һорауҙан башлайым, улар күп ул, халыҡ йырҙарынан береһен генә өҙөп әйтә алмайым, сөнки һәр ҡайһыһының үҙенсәлеге, тарихы бар. Абдулла Солтанов, Иншар Солтанбаев, Альберт Шаһиев, Сөләймән Абдуллин, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Азамат Тимеров, Филүс Ҡаһиров, Лучано Паваротти, Франко Корелли, Йонас Кауфмандарҙың йырлауҙары– юлда булһам миңә юлдаш. Буш ваҡытым булғанда ла, рәхәтләнеп, күҙҙәремде йомоп йырҙар тыңлайым. Эстрада йырҙарының ҡайһы берҙәре күңелемә ныҡ яҡын. Рәфис Сирусин, Раяз Фәсиховтарҙың башҡарыуҙары бик оҡшай.
– Уҡыуҙан тыш нимә менән шөғөлләнәһең?
– Дуҫым, Әбйәлил егете Ринат Өмөтҡужин менән йырҙар ижад итәбеҙ. Ул көйҙәр яҙа, мин уның көйҙәренә тура килгән поэтик текстар эҙләйем. Яҡташым, күп шиғырҙарына йырҙар яҙылған Әлнисә апай Алдырханованың һүҙҙәренә лә йырҙар яҙып, тамашасы хөкөмөнә сығарҙыҡ. Йылы ҡабул иттеләр.
– Йырҙар әҙерләү өсөн ваҡыт күп талап ителәме?
– Төрлөсә була, ун минутта, йәиһә көнө буйына ла ултырырға тура килгәне бар. Иң мөһиме, был эште ныҡлы энтузиазм менән башҡарабыҙ. Башлаһаҡ, туҡтамайбыҙ. Йырҙарҙы яҙабыҙ, үҙебеҙ башҡарабыҙ.
– Киләсәгеңде нисегерәк итеп күҙ алдына килтерәһең?
– Йыр, сәхнәнән айырылмаған тормошомдо йырһыҙ-моңһоҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым.
– Өйләнгәнһеңме? Исеме нисек? Ҡайҙа осраштығыҙ?
– Сәлимә исемле ҡыҙ менән сәстәребеҙҙе сәскә бәйләнек. Ул – Йылайыр ҡыҙы. Сибай сәнғәт колледжында бергә уҡығайныҡ. Әммә әлегә ул сәнғәт юлынан тайпылып тора. Бәлки киләсәктә уны үҙ итер. Ваҡыт күрһәтер.
– Сәлимә һине ниндәй ризыҡтар менән һыйлай? Үҙең бешеренергә яратаһыңмы?
– Ул беҙҙең милли ризығыбыҙ бишбармаҡты телеңде йоторлоҡ итеп әҙерләй. Манты эшләһә лә, күңелгә хуш килә. Үҙем дә аш әҙерләүҙән тартынмайым, икенсе блюдоларға өҫтөнлөк бирәм.
– Быйыл XIV «Ирәндек моңдары» халыҡ-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы булып үтте, һин унда беренсе урынға лайыҡ булдың. Ниндәй йырҙар башҡарҙың? Конкурс һиңә нимә бирҙе?
– «Буранбай», «Эскадрон», «Хисам», «Сибай»ҙы башҡарҙым. Был йырҙар башҡорт халыҡ йырҙарынан иң ҡатмарлыһы тип иҫәпләнә. Күп төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡас, уны сираттағы ғәҙәти эш, тип ҡабул иттем. Үҙемдең тыуған яғымда республика кимәлендәге мәртәбәле сарала ҡатнашыуы ла күңелле булды. Барлыҡ конкурсанттар менән таныш булыуым да еңеллек өҫтәне.
– Ниндәйҙер маҡсатлы, изге хыялың бармы? Әллә әлегә серме?
– Сер түгел, сит илдәргә сәйәхәт ҡылырға, Италия сәхнәләрендә сығыш яһарға, тип хыялланам.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт! Хыялдарың тормошҡа ашып, сит ҡитғаларҙа башҡортобоҙҙоң мәшһүр, моңло оҙон көйҙәрен башҡарырға насип булһын. Уңыштар!
– Рәхмәт!
Сәриә ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.
Читайте нас: