

.«Мин ҡиммәтле шампун-бальзамдарға ғына ышанып ятмай, сәстәремде табиғәт шифаһы менән дә дауалайым. Шуға быйыл да күп итеп әрем тамыры йыйып ҡуйҙым. Ул сәс өсөн бик әйбәт. Бына унда исмаһам витамин тәк витамин! Әрем тамырын ҡаҙып, яҡшылап йыуып, ваҡлап турайым да, киптерәм дә, яҙға тиклем һаҡлана. Шуны ҡайнар һыуҙа төнәтеп, йыуғандан һуң сәсте сайҡатаһың. Сәсте бик яҡшы үҫтерә, ҡуйырта, ҡойолмай, йылҡылдап ҡына тора сәс. Тағы ла сәс өсөн тип бер ҡапсыҡ кесерткән йыйып киптереп ҡуйҙым. Уның да төнәтмәһен сәсте йыуғанда ҡулланам. Офигенно булыша! Үҙегеҙ беләһегеҙ, артист кеше өсөн сәс бик мөһим. Көн дә күпертә, бөҙрәләтә, лаклай торғас, уның да көсө бөтә, тоноҡлана, ҡойола. Табиғәт биргән ошо шифалы үләндәрҙе ҡулланһаң, СПА салондарың ары торһон! Бер йыл да ҡалмай йүкә сәскәһе йыя торған инем, быйыл үҙем ҡайта алманым, йыйып ҡуя күрегеҙ, тип, заказ ғына бирҙем. Кеше нисек йүкә сәскәһеҙ ҡыш сығалыр, белмәйем. Аҙ ғына һалҡын тейә башлаһа, мин тиҙ генә йүкә сәскәһен төнәтеп эсәм дә, ҡул менән йыуып алған кеүек була сир. Үҙегеҙ беләһегеҙ, артист кешенең ауырып ятырға ваҡыты юҡ, билеттар һатылған, һалҡын тейҙе, тип, концертты өҙөп булмай. Күк һәм һары мәтрүшкә, ҡарағат япрағы – былары мәжбүри йыйыла торған үләндәр. Тағы ла бөтнөк, мелисса... Былары сәйгә һалып эсергә инде. Тағы ла йыл да ер еләген дә киптермәй ҡалмайым. Уныһы да сәйгә. Үҙе хуш еҫле, үҙе тәмле! Ҡыш буйы үлән сәйҙәре генә эсеп торабыҙ беҙ шулай».
Лилиә Гәрәева
https://syuyumbike.ru/news/brendlar/ilsya-bdretdinovaga-rekmn-bulysha