

“Дилара Мөхөтдин ҡыҙы, һеҙ ҡот ҡояһығыҙ, кешенең эске торошон һиҙәһегеҙ, был һәләт кемдән бирелгән?” – тип ҡыҙыҡһындыҡ унан.
– Был һәләт әсәйемдән бирелгән, йәғни ул өйрәтеп ҡалдырған монаят. Ул гел генә әйтер ине: “Ағас һыуһыҙ йәшәй алмаған кеүек, кешенең эске халәте лә даими рәүештә туҡландырыуға мохтаж. Ҡот ҡойғандан һуң, йәшәүгә дәрт арта, тормош ҡотая”. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүсегә бер ҡарауҙан уның эске торошон һиҙеп була. Ҡот ҡойоу ҙа, Ҡөрьән сүрәләре менән дауалау ҙа кешегә дәрт-дарман бүләк итә. Ҡайһы бер кеше мөрәжәғәт иткәндә, ҡорой башлаған ағас, һулыған гөл хәлендә була – бер нимәгә лә күңеле төшмәй, йәшәүгә дәрте булмай. Ҡот ҡойһаң, уның тормошҡа ҡарашы үҙгәрә, рухы нығына. Ихлас күңелдән рәхмәт әйтеп: “Һеҙ миңә йәшәүгә дәрт өҫтәнегеҙ, көс-ҡеүәт бирҙегеҙ”, – тиҙәр. Ундай осраҡтарҙа: “Юҡ, һеҙгә Аллаһ Тәғәлә көс бирҙе, Ул юлығыҙҙы асты, ә мин бары сәбәпсе генә”, – тим.
Әйтеүемсә, был һәләтем әсәйемдән, Әнүәр олатайымдан бирелгән. Олатайға Башҡортостандан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән, хатта сит илдәрҙән дә килделәр. Уларҙың кешене нисек дауалағанын күреп, өйрәнеп үҫтем. Дауалау – ул ниндәйҙер аңлатып булмаҫлыҡ халәт. Ауырып килгән кешене күреү менән уны аяҡҡа баҫтырғы, элекке хәленә ҡайтарғы килә.
Гөлдәр Яҡшығолова - https://bashgazet.ru/articles/iman/2026-05-21/dilara-apay-ot-oya-4695425
Фото: Дилара Рафиҡованың шәхси альбомынан.