+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ҡар һыуына барыу йолаһы

Ҡар һыуына барыу йолаһы — башҡорттар араһында киң генә таралған йола.

Ҡар һыуына барыу йолаһы
Ҡар һыуына барыу йолаһы

Яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән. Ҡыш буйы ялыҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған. Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, соҡор билдәләнгән. Ул тирәлә сүп - сар ташлау, ярау итеү тыйылған. Ауылдан ярты км тирәһе алыҫлыҡта булған.

Ерҙәр асыла төшкәс, йәш ҡыҙҙар һәм килендәр көйәнтәләр алып, йырлашып ҡар һыуы алып ҡайтҡандар. Был бөтә ауыл менән байрам итеү йолаһы ла. Был осорҙа ирегән һыу төшөп, шишмәләр һәм ҡойолар ҡомарған. Шулай уҡ оло һыу ҙа бысранған.

Ҡар һыуы таҙа ла, шифалы ла булған. Халыҡ телендә йырҙар ҙа башҡарылып килә.

Халыҡ йолаһы - фәнни тәжрибәлә

Ҡар һыуының юғары биологик активлы һыу икәне билдәле.Томск ҡалаһы ғалимдәре 1958-1961 йылдарҙа кешеләр, хайуандар, үҫемлектәр күҙәнәктәрендә уйландырырлыҡ тәжрибәләр үткәреп, был иҫбатлауҙы нығытты. Сысҡандар менән үткәрелгән тәжрибәлә, енси үрсемгә ныҡ тәьҫир итеүе билдәләнде. Ә ирегән ҡар һыуы эскән тауыҡтар, ябай һыу эскән тауыҡтарға ҡарағанда ике тапҡыр күберәк йомортҡа һалғандәр. Бойҙайҙың уңышы 56 % ҡа, ҡыярҙыҡы 250% ҡа күтәрелгән. Төрлө йәштәге биш ауырыуҙы дауалағанда лә ыңғай һөҙөмтәләр биргән. Ҡандағы холестерин кәмегән, матдәләр алмашыныуы көсәйгән.

 

Һөтлө шишмә

Беҙҙең Ҡыйғы районы Сирбай ауылында бер мөғжизәле урын бар. Яҙ етеү менән ҡарҙар ирей башлаһа, тау аҫтынан урғылып ҡына шишмә аға башлай.

Ул шишмәгә «Һөтлө шишмә» тип исем ҡушҡандар. Сөнки ул аҡ төҫтә, үҙе тәмле һәм эсергә йомшаҡ. Әбей-бабайҙар шифалы, тип тә әйткән. Шишмә йәй еткәс, үҙенән-үҙе ҡорой. Бына мин дә биҙрәләремде алып шишмәгә һыуға төштөм әле.

Элина ХИЗБУЛЛИНА, VI «А» синыфы уҡыусыһы.

Дыуан районы, Мәсәғүттәге Тимер Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы.

"Йәншишмә" гәзитенән - https://yanshishma.com/articles/t-bi-t-m-y-sh/2026-04-04/tl-shishm-4639133

 

Автор:
Читайте нас