-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Сәйҙе көнө-төнө эсеү - зыянлы икән

Мин сәйхурҙар командаһынан йәғни сәйҙе көнө-төнө эсә алам. Әле ҡарап ултырһам, был зыянлы икән дәбаһа.

Сәйҙе көнө-төнө эсеү - зыянлы икән
Сәйҙе көнө-төнө эсеү - зыянлы икән

Белгестәр әйтеүенсә, йоҡлар алдынан сәй эсеү - насар ғәҙәт, зарарлы ғәҙәт икән. Айырыуса бер ултырғанда бер нисә сынаяҡ сәй эсһәң.
Төнгә ҡарай күп итеп эселгән сәйҙән үпкә шыйыҡса менән тула һәм әүҙем эшләй башлай. Ә үпкә төндә ял итә торған орган.
Төнгә ҡарай күп итеп эселгән сәй үпкәне "төнгө режим"ға көйләй алмай. Шуға ла ул хәлдән тайғансы эшләргә мәжбүр була.
Ә был, үҙ сиратында, ҡан баҫымын күтәрә. Шуныһы, бындай сәйхурҙарҙың ҡан баҫымы таңға ҡарай йә иртәнсәк күтәрелә икән.

Ә һеҙ йоҡлар алдынан сәй эсәһегеҙме?
Мин эсәм әле, ҡан баҫымым һәр саҡ түбән, бәлки, эш шундалыр?

Башдонъя

Автор:
Читайте нас