-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

"Ойоғомдо хәҙер әсәйем кейҙермәй..."

Татарстанда йәшәгән яҡташыбыҙ, үләндәр менән дауалаусы Зәүхиә Низамиева яңы яҙмаһын баҫтырҙы. Фәһемле яҙма. 

"Ойоғомдо хәҙер әсәйем кейҙермәй..."
"Ойоғомдо хәҙер әсәйем кейҙермәй..."

"Мин был яҙмамды бер йыл эсендә генә мин белгән һәм яҡынса бер үк төрлө проблема менән интеккән йәш ир-аттарҙың тарихына бағышлап яҙғым килә. Сөнки был хәләт  бер-ике осраҡ ҡына түгел, ә һәр даим күренешкә әйләнде. Улар тураһында яҙғансы, тотороҡло һөҙөмтә булғанын көттөм. Соҡорҙо һикереп сыҡмайынса “һоп” тип әйтмә тиҙәрме әле? Минем яҙмам ошолай итеп дауаланығыҙ, иң дөрөҫ ысул ошо тип әйтеү өсөн түгел. Ә табиптарҙың, төрлө белгестәрҙең дауаһына үҙебеҙҙең дә ынтылышты ҡушһаҡ, беҙҙең тәндең беҙҙең уйҙарға буйһонғанын аңлаһаҡ, уй иммунитеты иң көслө фактор икәнен аңлаһаҡ, шул ваҡытта ғына сихәтләнеү уңай һөҙөмтә бирәсәк икәнен төшөндөреү. 

Өс ай элек бер ир-ат шылтыратты. “Зәүхиә апай, һеҙҙең номерҙы биргәндәр ине. Мин килһәм яраймы?”- тип һораны Т. Килде. Өйгә ингәнсе баҫҡыстарҙан атлап менергә кәрәк. Бер аяғын баҫа ла икенсеһен күтәреп ҡуя-ҡуя, ул соланға инде. Аяҡ кейемен эйелеп түгел, аяғын күтәреп кенә систе. Минем күҙҙәрҙән бер нимә лә ситкә китмәй. Бер яҡҡа кәкрәйеп, бик ауырлыҡ менән урындыҡҡа ултырҙы. Әйтерһең дә, донья күргән, ауыр тормош юлын үткән оло ағай. Тик уның әле 30-ға ла етмәгәне күренеп тора.

“Кисә генә балнистан сыҡтым. Айҙан артыҡ яттым. Тейешле бар процедуралар яһалды. Системалар, уколдар  менән ауыртыуҙы  баҫтылар кеүек ине. Тик бер-ике көн баҫылып тора ла тағы ауыртырға тотона. Эйелеп тә, бөгөлөп тә булмай. Һул яғым ҡултыҡ аҫтынан башлап бармаҡ остарына хәтлем ауырта. Бөгөлөү минем өсөн иң ҙур проблема, янбаштың һәм боттоң тубыҡтан өҫтә ауыртҡанына түҙә торған түгел. Бөгөнгө көндә ойоҡбаштарымды кейеү түгел, тубыҡтан бөгөлә алмайым. Балнисҡа ятҡансы ла төрлө белгестәрҙе үттем. Костоправ үҙенсә, мануальный терапевт үҙенсә маташтырҙылар, тик минем хәлем еңеләймәне. Киреһенсә насарланды. Тикшереүҙәр билемдә бүһер бар тип күрһәтте. Аптырағас, билемдең, һул яҡ аяғымдың ауыртыуына түҙеп булмағас, хирургҡа барҙым. Операция яһағыҙ тип. Ул снимоктарҙы һәйбәтләп ҡараны, баш тартты. Операцияға ятырлыҡ сәбәп юҡ, яһаһам да, хәлең үҙгәрмәйәсәк тип әйтте. (Рәхмәт хирургҡа. Дөрөҫөн әйткән!) Невролог тәғәйенләгән дауалауҙар үттем. Әҙерәк еңеллек булды, тик оҙаҡҡа түгел. Совсем хәлем хөртәйҙе. Мин инвалид булып барам буғай. Эшкә сыға алмайым, унда көнө буйы эйелеп-бөгөлөп эшләргә кәрәк. Эйелеп нәски ҙә кейә, аяғымды ла йыуа алмайым,” - тип һөйләне. 

Бик ҡыҙғаныс был хәлдәге егеткә мин әллә ярҙам итә алам, әллә юҡ тип аптырап ҡалдым. Эш нимәлә, сәбәп ҡайҙа? Нимә был егеткә рәхәтләнеп йәшәргә бирмәй? Нишләп һыҙлана?   Эйе, табиптар һәр береһе үҙенең тейешле урынын ҡараған, һәр белгес үҙенең проблемаһын дауалаған. Тик нишләп егеттең хәле һәйбәтләнмәгән? Ҡайҙа ”собака зарыта” тиҙәрме әле урыҫса?

Мин ниндәй һығымта яһаным? 

1. Бар тикшереүҙәр үткән, һыныу, быуын сығыу, өҙөлөү юҡ, тимәк, эйелеп-бөгөлгәндә ул сәбәптәр юҡ.

2. Дарыуҙар, системалар, уколдар менән дауаланған, еңеллек килмәгән, тимәк, ялҡынһыныу булмаған (воспаление). 

3. Ауыртыу көндән-көн арта бара, тимәк уколдарҙың көсө барып етмәй.

4. Ныҡ ябыҡҡан. Мускулдар шәлперәгән. Ашау, эсеү дөрөҫме?

“Ай ярым тигәндәй балниста яттым, бик әҙ хәрәкәтләндем. Сөнки аяҡтың һәм билдең ауыртыуы атларға ла бирмәне .Ә хәҙер нисек артабан дауаланырға һәм нимә эшләргә лә белмәйем. Әтей-әней минем өсөн борсола. Әнейем боҙом тип өшкөртөп ҡараны. Бубновский үҙәгенә барған инем, баш тарттылар. Үҙенә барып күренгәндә һәйбәт булыр ине, тик йыраҡ шул.”

Яҡынса ошондай хәлдә һәм минем янға аптырап килгән был йәш егеттең аяҡ тибеп тормош көтөр ваҡытта  инвалид булып барыуы ҡыҙғаныс күренеш  ине. Мин өҫтә яҙған һорауҙарға яуап табыр өсөн, һораша башланым.

1. Аҡрын ғына һыҙланыуҙар бер нисә йыл элек башланған. Һыҙланған яҡты ныҡ ҡуҙғалтмаҫҡа һәм артыҡ хәрәкәтләнмәҫкә тырышҡан. Тимәк, ул яҡтағы мускулатура хәрәкәтһеҙ ҡала барған, ә мускулдар көн үҙәгендә хәрәкәтләнеп, тартылып-һуҙылып торорға тейеш. Уның эшендә нәҡ шул ауыртҡан яғына ел бәреп тора. Тимәк, ул яғына күптән һыуыҡ үтә башлаған, йәш организм башта түҙгән, әкрен генә ватыла башлаған. 

2. Уның ауыртҡан еренә ни өсөн дауалауҙар барып етмәгән? Тимәк, ундағы шлангтар - тамырҙар, капиллярҙар алып бармаған. Ни өсөн? Иң төп алып бара торған транспорт – мускулдар. Улар ни хәлдә? Массаж өҫтәленә ятҡырып ҡарағас, бер нимәгә хайран ҡалдым. Уның бер яҡ янбаш (ягодичный) мускулдары бөтөнләй тип әйтерлек юҡ һәм ике яғын сағыштырһаң, береһе – һауаһы бар шар, ә икенсеһендә һауаһы һығып сығарылған кеүек ине. Үҙенең ҡулдары менән тотоп ҡарағас, хайран ҡалды. “Ҡайҙа мускулың, ундағы насостар юҡ”, - тинем. Янбаш-бот быуыны туҡланыуҙан, һыуҙан, коллаген, глюкозамин һәм хондроитин тигән кәрәкле ризыҡтарҙан өҙөлгән,  янбаш мускулдары ғына түгел, ундағы тарамыш, һеңер, кимерсәктәр ҡатып бара һәм ныҡ тартылған. Баҫып ҡарағас, ҡысҡырып ебәрҙе. Билгә баҫтым, ауыртмай. Тимәк, бил ауыртмай. Хирург операцияны яһамай дөрөҫ эшләгән, сөнки сәбәп билдә түгел. Ә улар билгә ныҡ яҡын торалар һәм хәрәкәтләнгәндә бил ауыртҡан кеүек булған, билгә лә бәргән.

3. Ауыртҡан ергә, транспорт эшләмәгәс, дауаланыу саралары ла барып етмәгән. Янбаш мускулдары кибә башлаған. Хәрәкәтләнеү ныҡлы ауыртыу килтереп сығара, сөнки беҙ эйелгәндә-бөгөлгәндә резина һымаҡ һуҙылып-тартылып тороусы сифатын юғалтҡан мускулдар менән хәрәкәтләнергә тырышабыҙ. Юҡ, улай булмай, улар кипкән. Ә беҙ  ауыртыуҙы баҫтыра торған уколдар алабыҙ ҙа эш бөттө тип уйлайбыҙ. Бер нисә көндән уколдарҙың көсө бөтә, һыҙланыу кире ҡайта.

4. Тәндең бар мускулатура системаһы бер звенола эшләй. Береһе ҡатһа, икенсеһе уға бәйле булғанлыҡтан, ул да насар эшләй башлай, мускулдарҙы бер-береһенә бәйләгән фасциялар шулай уҡ кибә башлай. Ә бер мускул  икенсеһен хәрәкәткә килергә ярҙам итә, был булмаһа, тирә-яҡ мускулдар ҙа шәлперәй башлай. Шуның өсөн дә был егеттең балтырҙан һәм арҡаның яҫы мускулдары эйелгән дә ауырта башлаған. Бер яҡҡа ауышып йөрөй торғас, ул бил өлөшөнән бик ныҡ ҡына кәкрәйгән ине. Һәм арҡа бил өлөшөнән өҫкә табан зигзаг кеүек формалаша башлаған. Ауыртыу көндән-көн көсәйә, сөнки мускулдар һығылмалылығын юғалта бара.

Иҙәнгә балаҫҡа ятып,бер нисә тест үттек. Ябай ғына был күнегеүҙәрҙе яһау уның өсөн ныҡ көсөргәнеш тыуҙырҙы. Ятҡан ерҙән башта бер аяҡты күтәреү-һалыу, шунан икенсе аяҡты. Тик ауыртмаған яҡты әҙ–мәҙ күтәрә алһа, икенсе аяҡ бөтөнләй күтәрелмәне. Тимәк, ул яҡтан бар мускулдар ҙа эшлектән сыға башлаған, ҡатыу бара.

Һәр бер фекерҙе Т.-ға ентекләп аңлата барҙым, сөнки кеше был осраҡта үҙенең ниндәй халәттә икәнен һәм ни өсөн ошо хәлгә еткәнен аңларға тейеш. Сөнки ул хәҙер үҙен-үҙе аяҡҡа баҫтырырға тейеш. Быға хәтлем мине дауаларға тейештәр тип йәшәһә, хәҙер инде дауалауҙы үҙ яуаплылығына алырға тейеш. Табиптар ҙа, мин дә бары тик ярҙамсылар.

Был егеттең минем янға килгәненә өс айға яҡын ваҡыт үтте. Бөгөн ул аяҡтарына ныҡлы баҫып йөрөй. Ҡалала парктарҙа йүгерә, йәйәү күп йөрөй. Велосипед һатып алған. Бар хәрәкәттәрҙе лә яһай ала. Тотороҡло нәтижә бар тип әйтә алабыҙ.

Нимәләр эшләнек һуң?

1. Иң беренсе “на всякий случай, если это связано с длительным воздействием холода – сквозняка” һыуыҡты ҡыуалай торған саралар күрҙек. Көнгә 3-4 тапҡыр әремдең сәй ҡайнарлығындағы төнәтмәһен эсә башланыҡ. Ашағанға - бер сәғәт ҡала, кис йоҡлар алдынан ярты сәғәт ҡала. Ярты стакан ҡайнар һыуға 10-15 бөртөк әрем сәскәһен һалабыҙ ҙа 10 минутҡа ябып ҡуябыҙ. Һөҙөп эсәбеҙ. Бер ай эстек. Кемгә күпме кәрәк, һәр кем үҙе белә. Әрем эстәге һыуыҡты тышҡа ҡыуалай. Ул әремдең нимә икәнен дә белмәгән. Әммә аллергия юҡ, башҡа сәбәптәр ҙә юҡ. Эсә башланыҡ. 3-4 көндән уның аяғы буйлап, арҡа ситтәрендә шундай ҡаты-ҡаты һыҙлауыҡ кеүек шешектәр сыҡты, ә һул яҡ аяҡтың балтырын бөтөнләй ҡып-ҡыҙыл ауырттырып торған һыҙлауыҡтар баҫты. Ул был күренештән хайран ҡалды, аптыраны. Бик ныҡ ҡаҡырып-төкөрөп йөрөнө. Эстән дә таҙарыныу, һыуыҡ сығыу барҙы. Шулай уҡ һыҙланған ерҙәргә “Себер һаулығы” фирмаһының “Уян нома” бальзамын  һөрттөк. Мин уға үҙем май яһап бирҙем. 100 грамм йылы иретелгән ҡаҙ майына (бурһыҡ майы ла ярай) бер аш ҡалағы гәрсис порошогы, ярты сәй ҡалағы имбир порошогы һәм бер аш ҡалағы камфора спирты һалып ағас ҡалаҡ менән болғатаһың. Һыуытҡыста тотабыҙ, берәр ҡалаҡ алып, йылытып һөртәбеҙ. Өҫтөнән фольга ябып, йылы сепрәк менән урарға мөмкин. Йәки йылы кейем кейеп ҡуябыҙ. Йомшаҡ хәрәкәттәр менән ныҡ ҡына һеңдереп һөртәбеҙ. Был майҙар барыһы ла ялҡынһыныуҙы ла, ауыртыуҙы ла баҫа, туҡланыу үтеүҙе, ҡан йөрөшөн яҡшырта.

2. Яҡшы итеп, массаж яһап, ҡатҡан мускулдарҙы, һеңер–кимерсәктәрҙе һуҙҙыҡ–тарттыҡ. Улар йомшарып, туҡланыу алып, һыу эсеп, “терелә” башланы. Нәҡ улар эйелгәндә-бөгөлгәндә өҙөлә яҙып ауыртыуға сыҙамайынса ҡысҡырған, ауыртыу аша ас, һыуһыҙ, кибеп барыуҙары тураһында белгерткән. Массаждан һуң банкалар ҡуйыу, төрлө майҙар һөртөү файҙаһын ике-өс көндән үк күрә башланы.

3. Иң мөһиме – физик күнегеүҙәр яһай башланы. Уның өсөн әллә ҡайҙа фитнес үҙәктәренә йөрөү, ҡатмарлы хәрәкәттәр яһау, герҙәр күтәреү, бицепсылар үҫтереү кәрәк түгел. Ә иң ябай күнегеүҙәр. Улар барыһы ла мускулдарҙың үҫтереү, яңынан үҙ функцияларын ҡайтарыу маҡсаты менән яһалды. Беренсе тапҡыр яһау еңелдән булманы. Үҙе лә аптыраны. Малай саҡта тәкмәс атыу, ағастан һикереү һ.б. хәрәкәттәр пустяк кенә булһа, әле ябайҙары ла ауырлыҡ менән булды. Арҡаға ятып велосипед йөрөтөү, аяҡтарҙы бер–бер артлы күтәреү һәм башҡа күнегеүҙәр. Барыһын да әҙҙән башлап, мускулдарҙы тартып–һуҙып, үҙенең хәленән сығып. Тирләп–бешеп, тырыша–тырыша яһаны. Ауыртһа ла түҙҙе, сабырлыҡ менән яһаны.

4. Ашауҙы уның халәтенә яраҡлы итеп көйләнек. Һыу эсеү бик әҙ. Күп осраҡта кофе, кофе, кофе булған. Көнгә бер тапҡырға ҡалдырҙыҡ уны. Ә һыу эсеүҙе иртәнсәктән ике-өс стакан эсеүгә һәм уны йылынан ҡайнарыраҡ итеп эсергә өйрәттек. Һыу булмаһа, туҡланыуҙы алып барып еткерергә кәмә - транспорт юҡ. Тамырҙар кибә, капиллярҙар тарая, ҡан ҡуйыра, үт йүнләп сыҡмай, һөйәктәр шаңҡып тора башлай... Бәләһе күп! Мәшәҡәте әҙ, стаканға ҡойҙоң, бисмиллаңды әйттең, рәхәтләнеп эстең! Һеңер–кимерсәктәргә кәрәкле булған төҙөлөш материалын өйрәндек, әсәһе мал һөйәктәрен оҙаҡ итеп ҡайнатып, шунан кимерсәк–һеңерҙәрҙе туҡландыра торған коллаген – ҡойҡа яһап ашата башланы. Ашауға төрлө файҙалы ярмаларҙан бутҡалар, салаттар индерҙек. 

Бер ай тигәндә ул ныҡлап аяҡҡа баҫты, күҙҙәренә нур ҡунды, кәкрәйгән арҡа төҙәйҙе, баҫҡыстарҙы һикереп кенә төшә башланы. Эшенә сыҡты.

“Хәлем шәп! Йәшәүе күңелле булып китте. Аллаға шөкөр, носкины әнейем кейҙермәй. Бөтөн мәшәҡәтемде үҙем үтәйем. Бигерәк ябыҡ инем, ауырлыҡ йыйҙым. Бәлки, әрем паразиттарымды ҡыуғандыр, аппетит һәйбәтләнде. Доньяға күҙҙәрем асылды.Үҙемде аңлай башланым. Минем тәнемә нимә кәрәк тигән уй инеп тә сыҡмаған. Эштә урынымды алыштырҙым. Шуға ла баш эшләмәгән. Көнө буйы елдә баҫып тороуҙың зыянлы икәнен йәшлек менән аңламағанмын. Был һыҙланыуҙарҙы күреү мине ныҡ уйландырҙы. Мин буйға ла үҫеп киттем кеүек, апай. Турайҙың, тиҙәр эштә. Аллаға шөкөр, бер ерем дә ауыртмай тип әйтерлек. Әҙ генә булып ала, уныһы пүстәк. Тимәк, әле туҡталмайынса күнегеүҙәр яһарға, ҡыҫҡаһы үҙеңде ҡарарға кәрәк. Беҙ ҙә бит машина, аппарат кеүек. Тик инструкцияһын белмәйбеҙ”, - тип әйтте ул өс көн элек кенә, 17.10.2025 көнө". 

Зәүхиә Низамиева.

Автор:
Читайте нас