-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Уға атлай алмай килеп, атлап киткәндәр бик күп

"Бармаҡтарым менән ипләп кенә һыйпап ҡарап, кешенең быуыны сыҡҡанмы, әллә һөйәге һынғанмы икәнен шунда уҡ әйтә алам. Умыртҡа һөйәген дә һыйпап ҡарап, ауыртҡан урындарын билдәләйем... " - ти Рәүилә инәй Биктимерова. 

Уға атлай алмай килеп, атлап киткәндәр бик күп
Уға атлай алмай килеп, атлап киткәндәр бик күп

Баймаҡ районының Йомаш ауылында йәшәгән Рәүилә инәй Биктимероваға ошо төбәктән генә түгел, хатта күрше-тирә райондарҙан да кешеләр ярҙам һорап килә. Ул халҡыбыҙҙың боронғо дауалау алымдарын – быуын ултыртыу, мейе ҡағыу, эсте, арҡаны һылау кеүек шөғөлдәрҙе белә. “Ҡулдары шифалы”, – ти инәйҙең дауаһын татығандар.

Рәүилә Ғилметдин ҡыҙы 1946 йылда Баймаҡ районының Семеновск руднигында тыуған. Ҡыҙға бер-ике ай ғына тирәһе булғанда ғаилә Сәйғәфәр ауылына күсеп йәшәй башлай.

– Әсәйемдең ҡулы шифалы ине. Уға кешеләр күп мөрәжәғәт итте. Ул, ғөмүмән, бик егәрле, төрлө һөнәргә маһир булды: матур итеп кейем текте, быйма баҫты, ­– ти Рәүилә инәй.

Әсәһенең им-томға һәләте, ҡул эштәренә оҫталығы ҡыҙына ла күскән: Рәүилә Ғилметдин ҡыҙын дауалау һәләтенән тыш, төрлө шөғөлдәргә маһир ханым булараҡ та беләләр. Йәшерәк сағында күп итеп шәл, дебеттән бирсәткә бәйләгән. Бәйләм эшен әле лә яратып башҡара, аллы-гөллө ептәрҙән ултырғыс япмалары, ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләй.  

1963 йылда яҙмышын Йомаш ауылы егете Зиннур Биктимеров менән бәйләгәндән һуң артабанғы бөтә ғүмере ошо ауылда, урындағы “Һаҡмар” колхозында фиҙакәр хеҙмәттә үтә. Рәүилә Ғилметдин ҡыҙы оҙаҡ йылдар һауынсы, быҙау ҡараусы булып эшләп, оло хөрмәт ҡаҙанып, “Хеҙмәт ветераны” булараҡ хаҡлы ялға сыға. Тормош юлдашы менән алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары Фәнүр, Фәнис, Әлфәрит, Ғәфүр, ҡыҙҙары Зилә менән Диләгә матур тәрбиә, белем бирергә тырышалар.

Яҙмыштың әсе һынауҙарын да кисерергә тура килә Рәүилә инәйгә. Бынан 14 йыл элек тормош иптәшен, унан инде өлкән улы Фәнүрҙе юғалтыу ҡайғыһын йөрәге аша үткәрә. Шулай ҙа һынауҙарҙан һынмаҫҡа, ауыр ҡайғыларҙан бөгөлөп төшмәҫкә үҙендә көс таба.

“Кешеләрҙе дауалауға нисек тотондоғоҙ?” – тип һорайым халыҡ табибәһенән.

– Әллә инде, нисектер үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Бармаҡтарым менән ипләп кенә һыйпап ҡарап, кешенең быуыны сыҡҡанмы, әллә һөйәге һынғанмы икәнен шунда уҡ әйтә алам. Умыртҡа һөйәген дә һыйпап ҡарап, ауыртҡан урындарын билдәләйем. Һөйәк һынған осраҡта бөтөнләй тотонмайым, тиҙ арала дауаханаға барығыҙ, табиптарға күренегеҙ, тием. Ә инде үҙемдең көсөмдән, хәлемдән килә икән, бер кемде лә кире бороп сығармайым, ихлас күңелдән ярҙам итәм, – ти Рәүилә инәй.

Унан үҙе дауалаған төрлө осраҡтар тураһында ла белештек.

– Бөтәһен дә иҫләп бөтөп булмай инде. Кеше күп килә бит. Эргә-тирә ауылдарҙан да, хатта күрше райондарҙан да ишетеп, эҙләп килеп табалар. Көҙөн Сибайҙан бер егет килде. Яурын тирәһендә быуыны сыҡҡан, өҫтәүенә ел һуғып, мускулдары шешкән ине. Ярты тәне ҡыбырламай, тиһәң дә була. Быуынының сыҡҡан урынын төшөрөп, һылап, рәтләп ҡайтарып ебәрҙем. Быуын төшөртөү, эсте, арҡаны һылау кеүек ғәмәлдәрҙән һуң кеше ныҡ һаҡланырға тейеш, көсәнеп эш башҡарырға, ауыр нәмә күтәрергә ярамай.

Күп тә үтмәй теге Сибай егете тағы килде. “Инәй, ауыртыуҙы онотоп, һауыҡтым инде тип, утын ярғайным, яурын кире һыҙлай башланы бит”, – ти. Ҡабаттан дауалап, нығынмайынса ауыр эш башҡарма, тип ҡайтарып ебәрҙем. Бына яңыраҡ ҡына шылтыратты, рәхмәт әйтеп бөтә алмай. Ғөмүмән, атлай алмай килеп, атлап киткәндәр, ауыртыу-һыҙлауҙарын онотҡандар бик күп, – тип дауалау серҙәрен уртаҡлашты Рәүилә Ғилметдин ҡыҙы.

Уңайһыҙ булһа ла, башҡарған хеҙмәте, шифалы им-томо өсөн күпме хаҡ алыуы менән дә ҡыҙыҡһындыҡ.

– Бер тин дә һорамайым. Ҡулығыҙҙың көсө, шифаһы өсөн тип, кешеләр үҙҙәре белеп бирә. 50 һум бирһәләр ҙә, риза булып алам, ихлас итеп доғаларымды уҡыйым. Саҙаҡаның ҙуры-бәләкәйе булмай. Был һәләтем – Хоҙайҙың ҡөҙрәте, хаҡ ҡуйып ултырһам, дөрөҫ булмай, – ти изге күңелле ағинәй.

Уның тағы бер оҫталығы тураһында ла әйтеп үтәйек: яҡындарына кәрәк саҡта ул ҡот та ҡоя. “Ейән-ейәнсәрҙәр бәләкәй саҡта сәбәпһеҙгә илаһа, йә ҡапыл берәй нәмәнән ҡурҡһа, ҡот ҡоя торғайным. Дөрөҫ кенә төшә. Бала шунда уҡ тыныслана”, – тип был шөғөлөнөң нескәлектәрен дә һөйләне, тик сит кешеләргә ҡот ҡоймауы тураһында әйтте.

Йәше арыу уҡ булыуға ҡарамаҫтан, Рәүилә инәй донъяһын сынъяһау итеп баға. Ошоғаса күп итеп мал-тыуар аҫраған. “Быйыл һарыҡты ла, өс баш йылҡы малын да ауылда йәшәгән улым ҡарамағына тапшырҙым”, ­– ти ул. Шулай ҙа йәш саҡтан яратҡан шөғөлөнә – ҡош-ҡорт аҫрауға тоғро ҡалып, үткән йәйҙә лә бройлерҙар үҫтереп алған. Уларҙы ныҡ яратып, күңел һалып баға, берәүһен дә үлтермәйенсә ҙурайтып, һимертеп алырға тырыша. Был йәһәттән дә үҙе генә белгән серҙәре бар. Мәҫәлән, себештәрҙең эсе китә башлаһа, шунда уҡ еҙтөймә (пижма) үләнен ҡайнатып, ошо төнәтмәне эсерә икән. Кесерткән һыуы ла файҙалы, ти. Тик һәр нимәлә сама кәрәк, әлбиттә.

“Халыҡты ҡабул итеп арымайһығыҙмы?” – тип һорайым ағинәйҙән.

– Аллаға шөкөр, көс-кәрем етерлек әле. Хәл бар саҡта кешеләргә файҙам тейһен. Дауалауҙың шифаһын тойоп, шатланып рәхмәт әйтеүселәрҙең йылы һүҙенән минең дә күңел күтәрелә, – тип яуапланы ул. Шулай уҡ теләктәрен дә еткерҙе: – Әгәр быуын сығыу, мейе һелкенеү, эс төшөү кеүек осраҡтарға тарыһағыҙ, оҙаҡҡа һуҙмағыҙ, шунда уҡ мөрәжәғәт итергә тырышығыҙ. Дауалауҙы ни тиклем иртәрәк башҡарһаң, шул тиклем файҙаһы тиҙерәк беленә.

Йомаш ауылының шифалы ҡуллы ағинәйе Рәүилә Ғилметдин ҡыҙына именлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Кешеләргә ҡылған сауаплы ғәмәлдәрегеҙ үҙегеҙгә лә изгелек, яҡшылыҡ булып әйләнеп ҡайтһын!

Фотоларҙа: Рәүилә инәй ауырыуҙарҙы ҡабул итә.

А. Аҡбулатова һәм Р. Бәхтиева фотолары.

Мәҡәлә "Башҡортостан" гәзите сайтынан - https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2025-10-07/u-a-atlay-almay-kilep-atlap-kitk-nd-r-bik-k-p-4417006

 

Уға атлай алмай килеп, атлап киткәндәр бик күп
Уға атлай алмай килеп, атлап киткәндәр бик күп
Уға атлай алмай килеп, атлап киткәндәр бик күп
Уға атлай алмай килеп, атлап киткәндәр бик күп
Автор:
Читайте нас