Буҙа – халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе. Ҡунаҡҡа айырыуса хөрмәт күрһәтеү билдәһе лә булған буҙа менән һыйлау.
Беҙгә килгән ҡунаҡтар
Ауыҙ итә буҙанан
Һоло,арпа буҙаһы бар,
Беҙ эшләнек һолонан.
3 литр һыуыҡ һыуға, 0,7 литрлык банка менан "Геркулес" ярмаһы һалып, 5-10 минут ултыртып бүрттерергә. Талгын утта 1 сәғәт ҡайнатырға, 1 ҡалаҡ аҡ май һалырга, бер туктыуһыҙ болғап торорға. Бер сәғәт үткәс, кисель һымак массаны иләк аша һөҙөргә, һәм һыуытырға ҡуйырға.
Һыуытылған массаға 1-2 стакан магазин ҡымыҙы, 1 стакан шәкәр өҫтәп бутарға, 1 тәүлеккә йылы урынға ултырытып ҡуйырға.
Теүәл бер тәүлектән, теленде йоторлоҡ башҡорт милли эсемлеге әҙер буласаҡ!